Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Батыр рухы үлемһеҙ
Батыр рухы үлемһеҙ “Салауат батыр эҙҙәренән” журналис­тар экспедицияһы хәрби яу юлдары буйлап Башҡортостанда, күрше Силәбе, Ырым­бур, Свердловск өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстан, Удмурт рес­пуб­лика­ларында, шулай уҡ һорау алған ва­ҡытта тотолған урыны – Мәскәү ҡа­ла­­һында дауам итте. Һәр төбәктән бөртөкләп тигәндәй мәғлүмәттәр туп­ланды. Экспе­дицияның һөҙөмтәһе булып “Батыр рухы менән осрашыу” (2004 йыл), “Салауаттың һынмаҫ рухы” (2006 йыл), “Сал Уралдан Балтик диңгеҙгәсә” (2012 йыл) китаптары донъя күрҙе, радио һәм телетапшырыуҙар эшләнде, гәзиттәрҙә даими яҡтыртылды.
Ошо яуаплы экспедиция буйынса баш ҡалабыҙҙа “түңәрәк өҫтәл”дәге һөйләшеү барышында ҡәләмдәштәребеҙҙең береһе­нең: “Башҡортостандан ситтә Салауат Юлаевты беләләрме?” – тип һорауы беҙ­ҙе ғәжәпкә ҡал­дырҙы. Ошоға яуап итеп республикабыҙҙан ситтә ара­лашырға тура килгән шәхестәрҙең фекерҙәрен еткер­мәксемен.
Виталий ПОНОМАРЕВ, Свердловск өлкәһендәге Красноуфимск ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе, журналист:
– Салауат Юлаев ни­сәмә быуат элек бөтә мил­ләт вәкилдәрен үҙ байрағы аҫ­тына туплаған, бөгөн дә төр­лө тарафта йәшәүсе мил­­­ләттәрҙе берләштерә. Салауат тураһында бары яҡшы фекерҙәр генә әйтергә мөмкин. Тоғро, ғәҙел, көслө шәхес булған. Ул — тәүге демократ, саф һәм на­мыҫлы кеше. Ошондай Салауаты булған, уны милли батыр итеп хөр­мәтләгән башҡорт халҡынан көн­ләшәм.

Эдуард ЛЫСЕНКО, “Самара в мире” журналының баш мөхәррире, “Проми” (“Нур”) украин милли мәҙәни үҙәге рәйесе:
— 1977 йылда мин театрҙа эшләнем. Гастроль менән тәү тапҡыр Өфөгә бар­ҙым. Поезда күпер аша үткәндә иғти­ба­рымды Салауат Юлаев һәйкәле йәлеп итте. Күреп һоҡланыуымдың сиге булманы! Мин Рәсәйҙә берәй ерҙә Емельян Пугачевҡа һәйкәл бармы-юҡмы икәнлеген белмәйем. Ә Салауат һәйкәле үҙенең мөһабәтлеге менән хайран ҡалдырҙы. Шундай көслө образ ижад ителгән. Ҡаҡшамаҫ рухлы батыр үрәпсеп торған атта һынландырылған. Салауат хәҙер иҫән түгел, әммә уның рухы йәшәй. Ысын мәғәнәһендә бөйөк шәхес!

Камил ҒӘЛИМОВ: Салауат ра­йонын­да тыуып үҫкән, әле Мәскәүҙә йәшәгән шағир, табип:
— Салауат Юлаев – көрәшсе, сәсән-шағир. Тәү сиратта уны шағир тип иҫәп­ләйем, сөнки ул үҙенең рухы менән азат. Рух азатлығы уны халҡы тураһында уйланырға, иҙелеүҙән, кәмһетелеүҙән, та­ланыуҙан яҡларға мәжбүр иткән, хал­ҡының ирке өсөн көрәшкә әйҙәгән.
Салауат батыр шәхесе хаҡында йыш уйланам, был тема миңә тынғылыҡ бир­мәй. Салауат Юлаевтың феномены мил­ләткә, башҡорт халҡына барып тоташа, ул тыуып үҫкән тәбиғәттең матурлығына, ошо төбәктең һис ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле ерлегенә нигеҙләнә. Батырыбыҙға ар­нал­ған был шиғыр Урта диңгеҙҙәге Кипр утрауында күңелемдә яралды:

ТЫУҒАН ЯҠТЫҢ
ХУШ ЕҪТӘРЕ

Төньяҡтан елдәр килтерҙе
Хуш еҫен тыуған яғымдың.
Йыһан буйлап таратты ул
Үлән шауы, ҡурай моңон.
Диңгеҙ ярында яманһыулап,
Мин Салауатты уйланым.
Көн һүнгәндә алһыу нурҙа
Һағышландым, йырланым.
Йөрәгенә яра алған ҡош,
Мәңгелеккә һинең осош.
Ситлектә йырламай ҡош,
Аңламай бит батша-байғош.

(Урыҫ теленән Рәсимә Ураҡсина тәржемәһе).

Надежда АНДРОПОВА, тарихсы, Силәбе өлкәһенең Ҡатау-Тамаҡ гуманитар фәндәр университеты уҡытыусыһы:
— Үҙенең батырын ошондай юғары кимәлдә ололаған, әлеге көндә лә тере шәхес итеп ҡәҙерләгән башҡа халыҡты бел­мәйем. Салауат Юлаев ысын мәғә­нә­һендә феноменаль шәхес булған. Көслө лидер. Үҙегеҙ күҙ алдына баҫтырып ҡара­ғыҙ: уның тормош юлы, хәрби эшмәкә­р­леге, ҡот осҡос язалауҙар... Салауатты һөргөнгә оҙатыр алдынан, уның яу юлдары үткән урындарҙа туҡталып, һәр ерҙә 25-әр тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырырға тейеш булғандар. Ләкин уны бөтә ауыл­дарға ла индермәгәндәр, башҡорт ауылдарына ғына түгел, хатта урыҫ ауылдарына ла. Ни өсөн? Сөнки халыҡтың нәфрәтенән, баш күтәреүенән ҡурҡҡандар! Башҡорт­тар­ҙан ғына түгел, урыҫ халҡының нәф­рәтенән ҡурҡҡандар. Салауат шул тиклем ҡеүәтле шәхес, талантлы, зирәк аҡыллы, һәләтле полководец булған, уның менән бергә яуға бик күп урыҫ, башҡа милләт вәкилдәре ҡушылған. Силәбе ерҙәрендә ҡан ҡойош булдырмаҫ өсөн листовка яҙған. “Беҙҙең дошманыбыҙ – бер”, тип көрәшкә саҡырған. Телдең, диндең, ғө­рөф-ғәҙәттәрҙең, йолаларҙың төрлө булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ уны үҙенең полководецы тип ҡабул иткән.
Салауат Балтик буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә һуңғы 25 йыл ғүмерен тот­ҡонлоҡта үткәрә. Сирек быуат. Тимәк, ул, беренсенән, физик яҡтан ныҡ, көслө бул­ған. Икенсенән, һөргөндә түҙер өсөн ни тиклем ихтыяр көсөнә, холоҡ-фиғелгә эйә булырға кәрәк! Һәм ул ғына ла түгел, тарихи мәғлүмәттәр буйынса, Салауат тот­ҡонлоҡта аяҡ-ҡулдары бығаулы килеш шиғыр ҙа яҙған. Ысынлап та, бик һирәк осрай торған данлыҡлы шәхес! Салауат Юлаев үҙ ерендә, үҙ заманында тыуған. Әйтәйек, әгәр ҙә ул беҙҙең дәүерҙә тыуған булһа, илебеҙҙәге үҙгәртеп ҡороуҙар бө­төнләй кәрәкмәҫ ине! Ошондай кимәлдәге лидер илдең, халыҡтың проблемаларын бер ниндәй үҙгәртеп ҡороуҙарһыҙ, ҡот осҡос ғазаптарһыҙ, 1937 йылдағы кеүек сәйәси золомдарһыҙ, юғалтыуҙарһыҙ хәл итә алыр ине. Бындай шәхестәр бы­уатҡа бер тыуа.
Салауат Юлаев кимә­лендәге лидерҙар башҡа булмаған. Хәҙерге заманда Салауатты һеҙҙең өсөн эпохаль шәхес, ысын мәғә­нәһендә дә­үергә торош­ло бөйөк шә­хес тип иҫәпләйем, сөнки ул хатта үҙенең үле­менән һуң бөгөн дә мил­ләтте берләш­тереү кө­сө­нә эйә, әле лә халҡына рухи көс бирә, тупланырға ярҙам итә.

Эльме Куллес, эстон шағирәһе
Палдиски...
Петр батша нигеҙ һалһа ла,
Яҡшы дандар ала алмаған,
Тоғро эттәй, диңгеҙ ярында
Тора бирә илдең һағында.
Төштәремә инә талпынып,
Ревель убаһына ҡалҡынып
Ирек һөйәр башҡорт батыры.
Үткән эшкә булһын салауат,
Рухың мәңге тере, Салауат!

(Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе).

Рәил ХӘЙРУЛЛИН, Санкт-Петербург ҡалаһындағы “Ант” төҙөлөш ойош­ма­һының генераль директоры урын­баҫары:
— Палдиски — халҡыбыҙҙы туплар изге урын. Мосолмандар Мәккәгә барған кеүек, башҡорттар унда йышыраҡ йөрөһөн, Салауаттың эҙҙәре һаҡланған ерҙәрҙе, һәйкәлде күрһен тигән теләктәмен. Турис­тик маршрут булдырғанда һәйбәт булыр ине. Палдискиға айырыуса йәш быуынды алып барыу бик мөһим.
Эстон халҡына рәхмәт, батырыбыҙҙы онотмайҙар. Салауат шәхесе бөгөн беҙҙе берләштерергә, Ер йөҙөндәге бөтөн башҡорттарҙы бер ҡорға тупларға тейеш.
Әйткәндәй, ағайым, “Ант” төҙөлөш ойош­маһының генераль директоры Камил Хәйруллин ғалимдарға, яҙыусыларға, студенттарға, балаларға Салауат ба­тырҙың һуңғы төйәген күрһәтеү өсөн Палдискиға сәйәхәттәр ойоштора.

Салауат вариҫтарының
изге бурысы

Экспедиция барышында Салауат Юла­ев шәхесенә, Крәҫтиәндәр һуғышына бәйле төплө фекерҙәр, эшлекле тәҡ­димдәр әйтелде. Шуларҙың иң мөһим­дәренә иғтибарығыҙҙы йүнәлтке килә.
Палдиски ҡалаһындағы Салауат Юла­ев һәйкәленә иғтибар талап ителә, сөнки уның тутыҡҡан урындарын таҙартырға кәрәк. Салауат тыуған дата дөрөҫ күр­һәтелмәгән (1752 — 1800). Һәйкәлгә “Башҡорт халҡының милли батыры” тип бөтөнләй яҙылмаған. Скульптор Тамара Нечаеваның исеме лә юҡ. Ошо мәғлү­мәт­тәрҙе башҡорт, эстон һәм инглиз телдә­рендә яҙып, мәрмәр таҡтаташты һәйкәлгә беркетергә мөмкин.
– Салауатты һәм уның фекерҙәштәрен ғүмерлек һөргөнгә оҙатҡанда улар туҡ­талған урындарға иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйырға кәрәк, — тип тәҡдим иткәйне Владимир ҡалаһындағы матбуғат конферен­цияһында өлкә мәғлүмәт агентлығы хә­бәрсеһе. Әлбиттә, таҡтаташтар кәрәк. Бының өсөн күп сығым талап ителмәй. Улар тотҡонлоҡта булған билдәле урындар бар. Мәҫәлән, Минзәлә, Ҡазан, Таллинн ҡалаларында Салауаттар әсирлектә булған биналар әле лә һаҡлана.
Салауат батыр эҙҙәренән турист маршруты асылырға тейеш. Был тарихи юл­дарҙан, һис шикһеҙ, Салауат илселәре үтәсәк. Тарихи шәхестәребеҙгә, башҡорт ихтилалдарына бәйле ғилми экспедициялар Башҡортостан һәм Рәсәй менән генә сикләнеп ҡалырға тейеш түгел. Сит ил­дәрҙә лә дауам итергә кәрәк уларҙы. Донъялағы иң бай архивтарҙың береһе булған АҠШ Конгресының китапхана­һында, Лондондағы Көнсығыш мәктә­бен­дә, Германияның Гейдельберг архивында Крәҫтиәндәр һуғышы, башҡорт ихтилалдары тураһында ошоғаса беҙ белмәгән тарихи мәғлүмәттәр, тәүсығанаҡтар та­бы­­лыуы ихтимал. Бының өсөн сит телдәрҙе яҡшы үҙләштергән төплө тарихсылар кәрәк. Әлбиттә, тәү сиратта сит ил архивтарында ғилми эҙләнеүҙәр алып барыу өсөн дәүләт ярҙамы талап ителә. Башҡортостандың ҡулынан килерлек эш был. Бары тик теләк булһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872