“Салауат батыр эҙҙәренән” журналистар экспедицияһы хәрби яу юлдары буйлап Башҡортостанда, күрше Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстан, Удмурт республикаларында, шулай уҡ һорау алған ваҡытта тотолған урыны – Мәскәү ҡалаһында дауам итте. Һәр төбәктән бөртөкләп тигәндәй мәғлүмәттәр тупланды. Экспедицияның һөҙөмтәһе булып “Батыр рухы менән осрашыу” (2004 йыл), “Салауаттың һынмаҫ рухы” (2006 йыл), “Сал Уралдан Балтик диңгеҙгәсә” (2012 йыл) китаптары донъя күрҙе, радио һәм телетапшырыуҙар эшләнде, гәзиттәрҙә даими яҡтыртылды.
Ошо яуаплы экспедиция буйынса баш ҡалабыҙҙа “түңәрәк өҫтәл”дәге һөйләшеү барышында ҡәләмдәштәребеҙҙең береһенең: “Башҡортостандан ситтә Салауат Юлаевты беләләрме?” – тип һорауы беҙҙе ғәжәпкә ҡалдырҙы. Ошоға яуап итеп республикабыҙҙан ситтә аралашырға тура килгән шәхестәрҙең фекерҙәрен еткермәксемен.
Виталий ПОНОМАРЕВ, Свердловск өлкәһендәге Красноуфимск ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе, журналист:
– Салауат Юлаев нисәмә быуат элек бөтә милләт вәкилдәрен үҙ байрағы аҫтына туплаған, бөгөн дә төрлө тарафта йәшәүсе милләттәрҙе берләштерә. Салауат тураһында бары яҡшы фекерҙәр генә әйтергә мөмкин. Тоғро, ғәҙел, көслө шәхес булған. Ул — тәүге демократ, саф һәм намыҫлы кеше. Ошондай Салауаты булған, уны милли батыр итеп хөрмәтләгән башҡорт халҡынан көнләшәм.
Эдуард ЛЫСЕНКО, “Самара в мире” журналының баш мөхәррире, “Проми” (“Нур”) украин милли мәҙәни үҙәге рәйесе:
— 1977 йылда мин театрҙа эшләнем. Гастроль менән тәү тапҡыр Өфөгә барҙым. Поезда күпер аша үткәндә иғтибарымды Салауат Юлаев һәйкәле йәлеп итте. Күреп һоҡланыуымдың сиге булманы! Мин Рәсәйҙә берәй ерҙә Емельян Пугачевҡа һәйкәл бармы-юҡмы икәнлеген белмәйем. Ә Салауат һәйкәле үҙенең мөһабәтлеге менән хайран ҡалдырҙы. Шундай көслө образ ижад ителгән. Ҡаҡшамаҫ рухлы батыр үрәпсеп торған атта һынландырылған. Салауат хәҙер иҫән түгел, әммә уның рухы йәшәй. Ысын мәғәнәһендә бөйөк шәхес!
Камил ҒӘЛИМОВ: Салауат районында тыуып үҫкән, әле Мәскәүҙә йәшәгән шағир, табип:
— Салауат Юлаев – көрәшсе, сәсән-шағир. Тәү сиратта уны шағир тип иҫәпләйем, сөнки ул үҙенең рухы менән азат. Рух азатлығы уны халҡы тураһында уйланырға, иҙелеүҙән, кәмһетелеүҙән, таланыуҙан яҡларға мәжбүр иткән, халҡының ирке өсөн көрәшкә әйҙәгән.
Салауат батыр шәхесе хаҡында йыш уйланам, был тема миңә тынғылыҡ бирмәй. Салауат Юлаевтың феномены милләткә, башҡорт халҡына барып тоташа, ул тыуып үҫкән тәбиғәттең матурлығына, ошо төбәктең һис ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле ерлегенә нигеҙләнә. Батырыбыҙға арналған был шиғыр Урта диңгеҙҙәге Кипр утрауында күңелемдә яралды:
ТЫУҒАН ЯҠТЫҢ
ХУШ ЕҪТӘРЕ
Төньяҡтан елдәр килтерҙе
Хуш еҫен тыуған яғымдың.
Йыһан буйлап таратты ул
Үлән шауы, ҡурай моңон.
Диңгеҙ ярында яманһыулап,
Мин Салауатты уйланым.
Көн һүнгәндә алһыу нурҙа
Һағышландым, йырланым.
Йөрәгенә яра алған ҡош,
Мәңгелеккә һинең осош.
Ситлектә йырламай ҡош,
Аңламай бит батша-байғош.
(Урыҫ теленән Рәсимә Ураҡсина тәржемәһе).
Надежда АНДРОПОВА, тарихсы, Силәбе өлкәһенең Ҡатау-Тамаҡ гуманитар фәндәр университеты уҡытыусыһы:
— Үҙенең батырын ошондай юғары кимәлдә ололаған, әлеге көндә лә тере шәхес итеп ҡәҙерләгән башҡа халыҡты белмәйем. Салауат Юлаев ысын мәғәнәһендә феноменаль шәхес булған. Көслө лидер. Үҙегеҙ күҙ алдына баҫтырып ҡарағыҙ: уның тормош юлы, хәрби эшмәкәрлеге, ҡот осҡос язалауҙар... Салауатты һөргөнгә оҙатыр алдынан, уның яу юлдары үткән урындарҙа туҡталып, һәр ерҙә 25-әр тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырырға тейеш булғандар. Ләкин уны бөтә ауылдарға ла индермәгәндәр, башҡорт ауылдарына ғына түгел, хатта урыҫ ауылдарына ла. Ни өсөн? Сөнки халыҡтың нәфрәтенән, баш күтәреүенән ҡурҡҡандар! Башҡорттарҙан ғына түгел, урыҫ халҡының нәфрәтенән ҡурҡҡандар. Салауат шул тиклем ҡеүәтле шәхес, талантлы, зирәк аҡыллы, һәләтле полководец булған, уның менән бергә яуға бик күп урыҫ, башҡа милләт вәкилдәре ҡушылған. Силәбе ерҙәрендә ҡан ҡойош булдырмаҫ өсөн листовка яҙған. “Беҙҙең дошманыбыҙ – бер”, тип көрәшкә саҡырған. Телдең, диндең, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, йолаларҙың төрлө булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ уны үҙенең полководецы тип ҡабул иткән.
Салауат Балтик буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә һуңғы 25 йыл ғүмерен тотҡонлоҡта үткәрә. Сирек быуат. Тимәк, ул, беренсенән, физик яҡтан ныҡ, көслө булған. Икенсенән, һөргөндә түҙер өсөн ни тиклем ихтыяр көсөнә, холоҡ-фиғелгә эйә булырға кәрәк! Һәм ул ғына ла түгел, тарихи мәғлүмәттәр буйынса, Салауат тотҡонлоҡта аяҡ-ҡулдары бығаулы килеш шиғыр ҙа яҙған. Ысынлап та, бик һирәк осрай торған данлыҡлы шәхес! Салауат Юлаев үҙ ерендә, үҙ заманында тыуған. Әйтәйек, әгәр ҙә ул беҙҙең дәүерҙә тыуған булһа, илебеҙҙәге үҙгәртеп ҡороуҙар бөтөнләй кәрәкмәҫ ине! Ошондай кимәлдәге лидер илдең, халыҡтың проблемаларын бер ниндәй үҙгәртеп ҡороуҙарһыҙ, ҡот осҡос ғазаптарһыҙ, 1937 йылдағы кеүек сәйәси золомдарһыҙ, юғалтыуҙарһыҙ хәл итә алыр ине. Бындай шәхестәр быуатҡа бер тыуа.
Салауат Юлаев кимәлендәге лидерҙар башҡа булмаған. Хәҙерге заманда Салауатты һеҙҙең өсөн эпохаль шәхес, ысын мәғәнәһендә дәүергә торошло бөйөк шәхес тип иҫәпләйем, сөнки ул хатта үҙенең үлеменән һуң бөгөн дә милләтте берләштереү көсөнә эйә, әле лә халҡына рухи көс бирә, тупланырға ярҙам итә.
Эльме Куллес, эстон шағирәһе
Палдиски...
Петр батша нигеҙ һалһа ла,
Яҡшы дандар ала алмаған,
Тоғро эттәй, диңгеҙ ярында
Тора бирә илдең һағында.
Төштәремә инә талпынып,
Ревель убаһына ҡалҡынып
Ирек һөйәр башҡорт батыры.
Үткән эшкә булһын салауат,
Рухың мәңге тере, Салауат!
(Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе).
Рәил ХӘЙРУЛЛИН, Санкт-Петербург ҡалаһындағы “Ант” төҙөлөш ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары:
— Палдиски — халҡыбыҙҙы туплар изге урын. Мосолмандар Мәккәгә барған кеүек, башҡорттар унда йышыраҡ йөрөһөн, Салауаттың эҙҙәре һаҡланған ерҙәрҙе, һәйкәлде күрһен тигән теләктәмен. Туристик маршрут булдырғанда һәйбәт булыр ине. Палдискиға айырыуса йәш быуынды алып барыу бик мөһим.
Эстон халҡына рәхмәт, батырыбыҙҙы онотмайҙар. Салауат шәхесе бөгөн беҙҙе берләштерергә, Ер йөҙөндәге бөтөн башҡорттарҙы бер ҡорға тупларға тейеш.
Әйткәндәй, ағайым, “Ант” төҙөлөш ойошмаһының генераль директоры Камил Хәйруллин ғалимдарға, яҙыусыларға, студенттарға, балаларға Салауат батырҙың һуңғы төйәген күрһәтеү өсөн Палдискиға сәйәхәттәр ойоштора.
Салауат вариҫтарының
изге бурысы
Экспедиция барышында Салауат Юлаев шәхесенә, Крәҫтиәндәр һуғышына бәйле төплө фекерҙәр, эшлекле тәҡдимдәр әйтелде. Шуларҙың иң мөһимдәренә иғтибарығыҙҙы йүнәлтке килә.
Палдиски ҡалаһындағы Салауат Юлаев һәйкәленә иғтибар талап ителә, сөнки уның тутыҡҡан урындарын таҙартырға кәрәк. Салауат тыуған дата дөрөҫ күрһәтелмәгән (1752 — 1800). Һәйкәлгә “Башҡорт халҡының милли батыры” тип бөтөнләй яҙылмаған. Скульптор Тамара Нечаеваның исеме лә юҡ. Ошо мәғлүмәттәрҙе башҡорт, эстон һәм инглиз телдәрендә яҙып, мәрмәр таҡтаташты һәйкәлгә беркетергә мөмкин.
– Салауатты һәм уның фекерҙәштәрен ғүмерлек һөргөнгә оҙатҡанда улар туҡталған урындарға иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйырға кәрәк, — тип тәҡдим иткәйне Владимир ҡалаһындағы матбуғат конференцияһында өлкә мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе. Әлбиттә, таҡтаташтар кәрәк. Бының өсөн күп сығым талап ителмәй. Улар тотҡонлоҡта булған билдәле урындар бар. Мәҫәлән, Минзәлә, Ҡазан, Таллинн ҡалаларында Салауаттар әсирлектә булған биналар әле лә һаҡлана.
Салауат батыр эҙҙәренән турист маршруты асылырға тейеш. Был тарихи юлдарҙан, һис шикһеҙ, Салауат илселәре үтәсәк. Тарихи шәхестәребеҙгә, башҡорт ихтилалдарына бәйле ғилми экспедициялар Башҡортостан һәм Рәсәй менән генә сикләнеп ҡалырға тейеш түгел. Сит илдәрҙә лә дауам итергә кәрәк уларҙы. Донъялағы иң бай архивтарҙың береһе булған АҠШ Конгресының китапханаһында, Лондондағы Көнсығыш мәктәбендә, Германияның Гейдельберг архивында Крәҫтиәндәр һуғышы, башҡорт ихтилалдары тураһында ошоғаса беҙ белмәгән тарихи мәғлүмәттәр, тәүсығанаҡтар табылыуы ихтимал. Бының өсөн сит телдәрҙе яҡшы үҙләштергән төплө тарихсылар кәрәк. Әлбиттә, тәү сиратта сит ил архивтарында ғилми эҙләнеүҙәр алып барыу өсөн дәүләт ярҙамы талап ителә. Башҡортостандың ҡулынан килерлек эш был. Бары тик теләк булһын!