Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һүнеп барған осҡондо ҡабындырып
Һүнеп барған осҡондо ҡабындырып
Күптәр өсөн Зөлфирә Ҡарағужина ваҡытлы матбуғатта баҫылған шиғырҙары аша таныш булһа, икенселәр уның “Йәшлек” гәзите, Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Баймаҡ районы хакимиәте менән берлектә ойошторолған Рәйес Түләк исемендәге республика шиғыр конкурсы еңеүсеһе булараҡ белә. Былтыр йәш шағирәнең Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Йәштәр тауышы” серияһы аҫтында “Донъясығым” исемле китабы баҫылып сыҡты.
Ҡәләм оҫтаһы ғына түгел, ике улға әсә булыуы ла уға оло мәртәбә өҫтәй. Ә инде Зөлфирәнең ауылда йәшәп, Күсем мәҙәниәт йортона йәм һәм ҡот ҡундырып, ҡасандыр һүнеп барған осҡондо йәнә ҡабындырып, мәҙәни тормошто ҡайтанан тергеҙеүенә һоҡланырға ғына ҡала. Тынғыһыҙ мәшәҡәттәр, улдар тәрбиәләү, янып-көйөп мәҙәни мөхиттә ҡайнауҙан тыш, ижадҡа ла ваҡыт таба алған уңған ханым беҙҙең менән ихлас әңгәмәләште.


– Ижад юлың нисек башланды, Зөл­фирә?
– Мин – ғаиләбеҙҙәге ете баланың ал­тынсыһымын. Мәктәпкә бармаҫ элек үк туған­дарымдан уҡырға, яҙырға өй­рәндем. Уҡырға төшкәс, үҙемсә ши­ғыр­ҙар ижад итеп маташтым, әммә күреүсе лә, хуплаусы ла табылманы. Мәктәптә стена гәзитен әҙер­ләүҙе миңә йөкмәткәстәр, бар һәләтемде эшкә ҡушып, төрлө шиғырҙар сыға­рып, ошо эшкә тотондом.
Урта мәктәпте тамамлағас, Баш­ҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. “Шоңҡар” түңәрәгенә йөрө­нөм. Тик үтә баҫалҡылығым арҡа­һында күп сараларҙан ситтә ҡалдым. Әммә күңелдә йөрөгән ижад бит барыбер урғылып сыға: тәүҙә үҙем өсөн яҙҙым, аҙаҡ был хаҡта дуҫтарым бе­леп ҡалып, шиғыр­ҙарымды матбу­ғатҡа бирергә тәҡдим итте. Шулай итеп, аҡрынлап гәзит-жур­налдарҙа ижад емештәрем баҫыла башланы.
— Зөлфирә, һинең ижадыңда ер мәсьә­ләһе ҡырҡыу күтәрелә. Фекерең – тос, тауышың – ир­ҙәрсә, ә үҙең – көсһөҙ зат...
— Ысынлап та, тыуған ауылым Күсем еренең ситтән килгәндәргә күпләп һатылыуы бер кемгә лә сер түгел. Боронғо ауыл булып танылған Күсемдә бөгөн кемдәр генә йә­шәмәй! “Аҡсаһы күп сит-яттар” ауыл урта­һын­да туристар өсөн йорттар (бунгалолар) төҙөй, хатта мәрхүмдәр, са­быйҙар исеменә ерҙәр алып һа­тылған ваҡыттар ҙа булды. Һәр за­мандың үҙ әпкәләйҙәре булғанға күрә атай-олатайҙарҙың ғәзиз ҡаны ҡойолған ерҙәр “бер әсмүхә” сәйгә һатылды. Шул осорҙа күңелдә әр­не­гән уйҙар шиғыр булып яралды, ир­ҙәр хәстәренә әүерелгән ер мәсьә­лә­һе милләт хәсрәтенә әйләнде. Ата-ба­баларыбыҙ ҡан түгеп, һаҡлап алып ҡала килгән башҡорт ерҙәренең сит-яттарға һатыла башлауы йө­рә­ге­мә уҡ булып ҡаҙалды. Ошо хаҡ­тағы уйланыу-һыҙ­ла­ныу­ҙар “Әләм”, “Ҡаза”, “Бун­га­ло”, “Дан”, “Банный таҡмаҡ­тары” тигән шиғыр­ҙарҙы тыуҙырҙы.
– Әйткәндәй, “Банный таҡмаҡ­тары”нда ер-һыу атамаларын урыҫ теленә боҙоп тәржемә итеү те­маһын да ҡыйыу күтә­рәһең. Һуңғы ваҡытта был күренеш һәр төбәктә йыш осрай. Мәҫәлән, Ма­уыҙҙы – Банное, Бөрсөнсөнө Желтое тиҙәр.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ва­ҡытта күп ҡалаларҙа алтаҡ­таларҙың сит йәки урыҫ телендә яҙылыуы йыш осрай. Был ғәҙәти күренешкә әй­лән­де тиһәк тә була. Әммә ер-һыу атамаларын боҙоп йәки урыҫлаштырып, мәғәнәһенә тап килмәҫлек итеп атау­ҙары менән ки­лешмәйем. Хатта шуға ба­рып еттек: матбуғат баҫ­­маһы бит­тәрендә элек­ке атамаларҙы түгел, ә яңыларын яҙабыҙ. Тормоштан артта ҡалмайбыҙ тип ынтылыуыбыҙҙыр­мы, аңламайым. Тейешле ор­гандар­ҙан атамаларҙы дө­рөҫ яҙыуҙы мәж­бүр ит­мәй тороп, был эш алға бармаясаҡ. Шуға күрә бө­гөндән үк боҙоп яҙылған ер-һыу атамаларын төҙәтеп, үҙ исемдәренә ҡайтарырға тейешбеҙ. Ошо теләгебеҙ Ҡо­рол­тай депутаттарына ла барып ишетелһен ине.
– Бөгөн ауылда мәҙәни тормош урта­һында ҡайнайһың...
– Эйе. Һүнеп барған ауыл клубында эшләп китеүе еңелдән булманы. Әммә ауыл халҡы дәртле бит ул, уға тик әйҙәүсе, башлаусы ғына булһын. Былтыр күмәк­лә­шеп Кү­семдә “Һау­мыһығыҙ, ауыл­даштар!” байрамын үткәрҙек. Уға һәр ара тир­мә ҡорҙо, концерт номерҙары әҙер­ләне. Был да үҙенә күрә халыҡты бергә туплаған сара булды. Ошондай осрашыуҙарға һыуһаған халыҡ артабан да нин­дәйҙер йы­лылыҡ көткән кеүек то­йол­ғас, клуб эшенә дәртләнеп тотондом. Йәй буйы йәш­тәр менән төрлө ки­сәләр, дискотекалар ойошторҙоҡ. 2014 йылдың Рәсәйҙә һәм республикала Мә­ҙәниәт йылы тип иғлан ителеүе дәртлән­дереп ебәрҙе, ең һыҙғанып өр-яңы саралар үткәрә башланым. Эргә-ти­рәләге ауыл клуб­тары ме­нән “Күрше­ләрҙән ҡунаҡ кил­гән” исемле бик матур кисәне баш­лап ебәрҙек. Мә­ҫәлән, беҙ­ҙең концертта Бикҡол, Ташбулат ауылы һәүәҫ­кәр­ҙәре ҡат­нашты, ә беҙ үҙебеҙ уларға бар­ҙыҡ.
– Бөгөн күп ауылдарҙа клубтар бикле тора, тиҙәр. Тимәк, был исемлеккә һеҙҙең ауыл­ды индереп булмай инде...
– Ауылдарҙа мәҙәниәтте яратҡан дәртле халыҡ йәшәй, уларҙы ойоштороу ғына кәрәк. Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел. Клубтар өсөн музыка аппараттары, сәхнә кейемдә­ре юҡ, эш хаҡы ла бик түбән. Әм­мә Мәҙәниәт йылында был мәсьә­лә­ләр тулыһынса хәл ителер, ауылдың мә­ҙәни тормошона йөҙ менән боро­лорҙар, тип ышанам.
– Зөлфирә, ауылда ижад итеп буламы һуң?
– Ижад менән янһаң, илһам ҡошо күңелеңә ҡунһа, ҡайҙа йәшәүеңә ҡа­рамай ҡәләмгә үреләһең. Ошо бер­ҙән-бер “ҡоралым” менән үҙемде бор­соған һорауҙарға яуап эҙләйем.
– Бер-береһен ҡыуышып, ике улың үҫеп килә. Киләсәктә балалар өсөн яҙырға те­ләгең юҡмы?
– Улдарымдың һәр аҙымын кү­ҙәтеп, бергә уйнап, һөйләшеп йөрө­гәндә, әлбиттә, күңелдә балалар өсөн шиғыр юлдары тыуғылай. Тик уларҙы әлегә бер урынға йыйып, теркәп бар­ғаным юҡ. Кем белә, бәл­ки, балалар өсөн ши­ғырҙар ҙа яҙы­лыр. Бының өсөн илһам биреүсе ғәзиз улдарым бар бит!
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Артабан да ижадың сәскә атһын, ул­дарың да һәр саҡ шатландырып торһон.

Кәримә УСМАНОВА
әңгәмәләште.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21