Күптәр өсөн Зөлфирә Ҡарағужина ваҡытлы матбуғатта баҫылған шиғырҙары аша таныш булһа, икенселәр уның “Йәшлек” гәзите, Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Баймаҡ районы хакимиәте менән берлектә ойошторолған Рәйес Түләк исемендәге республика шиғыр конкурсы еңеүсеһе булараҡ белә. Былтыр йәш шағирәнең Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Йәштәр тауышы” серияһы аҫтында “Донъясығым” исемле китабы баҫылып сыҡты.
Ҡәләм оҫтаһы ғына түгел, ике улға әсә булыуы ла уға оло мәртәбә өҫтәй. Ә инде Зөлфирәнең ауылда йәшәп, Күсем мәҙәниәт йортона йәм һәм ҡот ҡундырып, ҡасандыр һүнеп барған осҡондо йәнә ҡабындырып, мәҙәни тормошто ҡайтанан тергеҙеүенә һоҡланырға ғына ҡала. Тынғыһыҙ мәшәҡәттәр, улдар тәрбиәләү, янып-көйөп мәҙәни мөхиттә ҡайнауҙан тыш, ижадҡа ла ваҡыт таба алған уңған ханым беҙҙең менән ихлас әңгәмәләште.
– Ижад юлың нисек башланды, Зөлфирә?
– Мин – ғаиләбеҙҙәге ете баланың алтынсыһымын. Мәктәпкә бармаҫ элек үк туғандарымдан уҡырға, яҙырға өйрәндем. Уҡырға төшкәс, үҙемсә шиғырҙар ижад итеп маташтым, әммә күреүсе лә, хуплаусы ла табылманы. Мәктәптә стена гәзитен әҙерләүҙе миңә йөкмәткәстәр, бар һәләтемде эшкә ҡушып, төрлө шиғырҙар сығарып, ошо эшкә тотондом.
Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. “Шоңҡар” түңәрәгенә йөрөнөм. Тик үтә баҫалҡылығым арҡаһында күп сараларҙан ситтә ҡалдым. Әммә күңелдә йөрөгән ижад бит барыбер урғылып сыға: тәүҙә үҙем өсөн яҙҙым, аҙаҡ был хаҡта дуҫтарым белеп ҡалып, шиғырҙарымды матбуғатҡа бирергә тәҡдим итте. Шулай итеп, аҡрынлап гәзит-журналдарҙа ижад емештәрем баҫыла башланы.
— Зөлфирә, һинең ижадыңда ер мәсьәләһе ҡырҡыу күтәрелә. Фекерең – тос, тауышың – ирҙәрсә, ә үҙең – көсһөҙ зат...
— Ысынлап та, тыуған ауылым Күсем еренең ситтән килгәндәргә күпләп һатылыуы бер кемгә лә сер түгел. Боронғо ауыл булып танылған Күсемдә бөгөн кемдәр генә йәшәмәй! “Аҡсаһы күп сит-яттар” ауыл уртаһында туристар өсөн йорттар (бунгалолар) төҙөй, хатта мәрхүмдәр, сабыйҙар исеменә ерҙәр алып һатылған ваҡыттар ҙа булды. Һәр замандың үҙ әпкәләйҙәре булғанға күрә атай-олатайҙарҙың ғәзиз ҡаны ҡойолған ерҙәр “бер әсмүхә” сәйгә һатылды. Шул осорҙа күңелдә әрнегән уйҙар шиғыр булып яралды, ирҙәр хәстәренә әүерелгән ер мәсьәләһе милләт хәсрәтенә әйләнде. Ата-бабаларыбыҙ ҡан түгеп, һаҡлап алып ҡала килгән башҡорт ерҙәренең сит-яттарға һатыла башлауы йөрәгемә уҡ булып ҡаҙалды. Ошо хаҡтағы уйланыу-һыҙланыуҙар “Әләм”, “Ҡаза”, “Бунгало”, “Дан”, “Банный таҡмаҡтары” тигән шиғырҙарҙы тыуҙырҙы.
– Әйткәндәй, “Банный таҡмаҡтары”нда ер-һыу атамаларын урыҫ теленә боҙоп тәржемә итеү темаһын да ҡыйыу күтәрәһең. Һуңғы ваҡытта был күренеш һәр төбәктә йыш осрай. Мәҫәлән, Мауыҙҙы – Банное, Бөрсөнсөнө Желтое тиҙәр.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта күп ҡалаларҙа алтаҡталарҙың сит йәки урыҫ телендә яҙылыуы йыш осрай. Был ғәҙәти күренешкә әйләнде тиһәк тә була. Әммә ер-һыу атамаларын боҙоп йәки урыҫлаштырып, мәғәнәһенә тап килмәҫлек итеп атауҙары менән килешмәйем. Хатта шуға барып еттек: матбуғат баҫмаһы биттәрендә элекке атамаларҙы түгел, ә яңыларын яҙабыҙ. Тормоштан артта ҡалмайбыҙ тип ынтылыуыбыҙҙырмы, аңламайым. Тейешле органдарҙан атамаларҙы дөрөҫ яҙыуҙы мәжбүр итмәй тороп, был эш алға бармаясаҡ. Шуға күрә бөгөндән үк боҙоп яҙылған ер-һыу атамаларын төҙәтеп, үҙ исемдәренә ҡайтарырға тейешбеҙ. Ошо теләгебеҙ Ҡоролтай депутаттарына ла барып ишетелһен ине.
– Бөгөн ауылда мәҙәни тормош уртаһында ҡайнайһың...
– Эйе. Һүнеп барған ауыл клубында эшләп китеүе еңелдән булманы. Әммә ауыл халҡы дәртле бит ул, уға тик әйҙәүсе, башлаусы ғына булһын. Былтыр күмәкләшеп Күсемдә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәрҙек. Уға һәр ара тирмә ҡорҙо, концерт номерҙары әҙерләне. Был да үҙенә күрә халыҡты бергә туплаған сара булды. Ошондай осрашыуҙарға һыуһаған халыҡ артабан да ниндәйҙер йылылыҡ көткән кеүек тойолғас, клуб эшенә дәртләнеп тотондом. Йәй буйы йәштәр менән төрлө кисәләр, дискотекалар ойошторҙоҡ. 2014 йылдың Рәсәйҙә һәм республикала Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителеүе дәртләндереп ебәрҙе, ең һыҙғанып өр-яңы саралар үткәрә башланым. Эргә-тирәләге ауыл клубтары менән “Күршеләрҙән ҡунаҡ килгән” исемле бик матур кисәне башлап ебәрҙек. Мәҫәлән, беҙҙең концертта Бикҡол, Ташбулат ауылы һәүәҫкәрҙәре ҡатнашты, ә беҙ үҙебеҙ уларға барҙыҡ.
– Бөгөн күп ауылдарҙа клубтар бикле тора, тиҙәр. Тимәк, был исемлеккә һеҙҙең ауылды индереп булмай инде...
– Ауылдарҙа мәҙәниәтте яратҡан дәртле халыҡ йәшәй, уларҙы ойоштороу ғына кәрәк. Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел. Клубтар өсөн музыка аппараттары, сәхнә кейемдәре юҡ, эш хаҡы ла бик түбән. Әммә Мәҙәниәт йылында был мәсьәләләр тулыһынса хәл ителер, ауылдың мәҙәни тормошона йөҙ менән боролорҙар, тип ышанам.
– Зөлфирә, ауылда ижад итеп буламы һуң?
– Ижад менән янһаң, илһам ҡошо күңелеңә ҡунһа, ҡайҙа йәшәүеңә ҡарамай ҡәләмгә үреләһең. Ошо берҙән-бер “ҡоралым” менән үҙемде борсоған һорауҙарға яуап эҙләйем.
– Бер-береһен ҡыуышып, ике улың үҫеп килә. Киләсәктә балалар өсөн яҙырға теләгең юҡмы?
– Улдарымдың һәр аҙымын күҙәтеп, бергә уйнап, һөйләшеп йөрөгәндә, әлбиттә, күңелдә балалар өсөн шиғыр юлдары тыуғылай. Тик уларҙы әлегә бер урынға йыйып, теркәп барғаным юҡ. Кем белә, бәлки, балалар өсөн шиғырҙар ҙа яҙылыр. Бының өсөн илһам биреүсе ғәзиз улдарым бар бит!
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Артабан да ижадың сәскә атһын, улдарың да һәр саҡ шатландырып торһон.
Кәримә УСМАНОВА
әңгәмәләште.