Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡан ҡойғос һуғыш
Ҡан ҡойғос һуғыш
1914 йылдың 1 авгусында Германия Рәсәйгә һәм Антанта илдәренә ҡаршы һуғыш асыу менән, Беренсе бөтә донъя һуғышы башлана. Дүрт йылдан ашыу дауам иткән был мәхшәрҙә 34 ил һәм 1,5 миллиард кеше ҡатнашҡан, шулар иҫәбенән 10 миллион кеше һәләк булған, 20 миллиондан ашыу кеше ғәрипләнгән, тыныс халыҡ араһынан 12 миллион кешенең ғүмере өҙөлгән. Һуғыш һөҙөмтәһендә Рәсәй 2 миллион 300 меңгә яҡын кешеһен юғалтҡан. Беренсе һәм икенсе донъя һуғыштарының ҡанлы эҙемтәләре хәҙерге ваҡытта өсөнсө донъя һуғышын башлау менән янаусы ҡайһы бер илдәргә һабаҡ булырға тейеш.


Беренсе бөтә донъя һуғышының башланыу сәбәбе — ХХ быуат башында капиталистик илдәрҙе ялмап алған иҡтисади һәм сәйәси көрсөк. Капиталистик илдәрҙең һәр береһе яңы ерҙәрҙе баҫып алыу өсөн колониаль һу­ғыштар алып барырға ынтылған.
1914 йылғы Беренсе бөтә донъя һуғышы башланыр алдынан Европала бер-береһенә ҡапма-ҡаршы торған ике хәрби блок барлыҡҡа килгән. Беренсеһе – «Тройст­венный союз»ға Германия, Австро-Венгрия, Төркиә, Болгария, икенсеһе – «Антанта союзы»на Англия, Франция, Рәсәй һәм башҡа илдәр ингән. Улар һуғышты башлаусылар булһа, ә инде АҠШ һәм Япония утҡа май һибеүселәр булараҡ сығыш яһаған. Америка һуңлап ҡына, 1917 йылдың 6 апрелендә, Германияға ҡаршы һуғышҡа ҡушылған.
Һуғыштың башланыу сәбәбен 1914 йылдың 28 июнендә Бос­ниялағы Сараево ҡалаһында Австрия эрцгерцогы Франц Фер­ди­нандтың һәм уның ҡатынының атып үлтерелеүенә бәйләйҙәр. 29 июлдә Австро-Венгрия Сербияға ҡаршы һуғыш иғлан иткән. Был ваҡиға Беренсе донъя һуғышы тоҡаныуға сәбәп кенә була, ә ысынында Европа күптән инде ошо ҡурҡыныс шәүлә аҫтында йәшәгән.
1914 йылдың 1 авгусында Германия Рәсәй һәм Антанта илдәренә ҡаршы һуғыш асҡан. Беренсе донъя һуғышының төп хәрби хәрә­кәттәре Көнбайыш фронтта – Англо-Франция һәм Германия, ә Көнсығышта Рәсәй — Германия, Рәсәй — Австро-Венгрия илдәре араһында барған.
Бөйөк Британия һәм Франция ғәскәр­ҙәре 1915 йылғы һуғышта уҡ ҙур еңеүгә өлгәшкән. Улар Верден һәм Париж ҡалала­ры араһындағы һуғыштарҙа немецтарҙы ҡыйратҡан. Ошо уҡ йылда Сомме буйын­дағы алыштарҙа Бөйөк Британия, Франция ғәскәрҙәре тағы өҫтөнлөк алған. Антанта илдәренең был уңыштары урыҫтарҙың Көньяҡ-көнбайыш фронтта немецтарға ҡаршы һөжүмгә күсеүе менән бәйле.
Ә инде Көнсығыш фронтта тәүге көн­дәрҙән үк Рәсәй үҙенең донъя һуғышына әҙер түгеллеген күрһәткән. Техник йәһәттән Рәсәй армияһы насар ҡоралланған булған. Төньяҡ-көнбайыш фронттың Көнсығыш Прус­сияла 1-се Рус армияһы (командующийы генерал Ренненкампф) тәүге һу­ғыш­та өҫтөнлөк алһа, 2-се Рус армияһы (ге­нерал Самсонов) хурлыҡлы еңелеүгә осраған. Яу ваҡытында 2-се армия корпусы немецтарҙың ҡамауында ҡалып, күптәре һәләк булған, байтағы әсирлеккә эләккән. Рустар 1 миллионға яҡын кешеһен юғалт­ҡан, 1 миллион 434 мең 500 кеше әсир­леккә төшкән. Һөҙөмтәлә Рус армияһы Көнсығыш Пруссияны, артабан Польшаны ҡалдырып, сигенергә мәжбүр булған. Рустарҙың еңелеүе Бөйөк Британия һәм Франция файҙаһына булған, сөнки немецтар еңеү өсөн бөтә көстө Көнбайыштан Көнсығыш фронтҡа – Рус армияһына ҡаршы ташлаған. Һө­ҙөм­тәлә француздар төп ударҙан ситтә тороп ҡалған һәм еңеүгә өлгәшкән. Шулай итеп, Рәсәй Англия-Франция армияһын ҡыйралыуҙан һаҡлап алып ҡалған.
Көньяҡ-көнбайыш, йәғни Галиция фронтында (командующийы Брусилов А.А.) 8-се Рус армияһы дошман ҡулсаһын өҙөп, Австро-Венгрия ғәскәрен сигенергә мәжбүр иткән. Улар дошманды эҙәр­лек­ләп, Австрия сигенә барып еткән һәм Карпат хәрби опе­ра­цияһында ҡатнашҡан. Ләкин һуңғараҡ бында ла Рус ар­мия­һы уңышһыҙлыҡҡа осраған: бер нисә дивизия немецтар ҡамауында ҡалып, күптәре әсирлеккә эләккән.
Кавказ фронтында төрөктәргә ҡаршы алып барған һуғышта рус­тар еңеүгә ирешкән.
Дөйөм алғанда, Беренсе донъя һуғышында Рус армияһы күп тапҡыр еңелеүгә осраған. Был хәл халыҡ араһында һуғышҡа ҡаршы дөйөм ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә «Долой войну!», «Долой царской монархии!» лозунгтары аҫтында халыҡ сығыштары булып алған. Һөҙөмтәлә 1917 йылда бөтә донъяны дер һелкеткән Февраль һәм Октябрь революциялары булып уҙған. Рәсәй императоры Николай II 2 мартта тәхеттән төшөрөлгән, Ваҡытлы хөкүмәт төҙөлгән. Ваҡытлы хөкүмәт ҡанлы һуғышты дауам итергә теләгән, ә халыҡ быға ризаһыҙлыҡ бел­дергән. 1917 йылдың 7 но­ябрендә Рәсәйҙә Октябрь революция­һы һөҙөмтәһендә власҡа большевиктар килгән. Улар ҡан ҡойғос һуғышты туҡтатыу яғында торған. Рәсәй өсөн Беренсе донъя һуғышы 1918 йылдың 3 мартында Брест килешеүе менән тамамланған.
Германия 1917-1918 йылдарҙа уңышлы ғына һуғыштар алып барһа ла, уның да көсө самалы булған. Уның союздаш илдәре Австро-Венгрия, Болгария, Төркиә иҡтисади һәм сәйәси көрсөк кисергән һәм еңелеүгә дусар булған. Һөҙөмтәлә Германия бер үҙе генә тороп ҡалған һәм көсһөҙләнгән. 1918 йылдың 11 но­ябрендә Германия һәм Антанта илдәре араһында «Компьенск килешеүе» төҙөлөү менән Беренсе донъя һуғышы тамамланған. Антанта илдәренең еңеүе 1919 йылдың 28 июнендә төҙөлгән Версаль килешеүе менән нығытылған. Рәсәй һуғышта ҡатнашһа ла, Антанта илдәре тарафынан еңеүселәр исеменә индерелмә­гән. Был – илебеҙҙең тарихи йылъяҙмаһы өсөн ҡыҙғаныс факт, тип уйлайым.
Башҡортостан Беренсе донъя һуғышында ниндәй роль уйнаған? Башҡортостан тарихында был һорауға яуап табыу бик ауыр мәсьәлә, сөнки Совет власы осоронда ошо тема сәйәси күҙлектән сығып ситләтеп үтелде. Шулай ҙа ҡайһы бер башҡорт тарихсылары һәм яҙыусылары хеҙмәттәрендә ул сағылыш тапҡан.
Башҡорт яҙыусылары Афзал Таһировтың «Һалдаттар» һәм Дауыт Юлтыйҙың «Ҡан» романдарында башҡорт яугирҙәренең Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыуы һәм батырлыҡтар күрһәтеүе хаҡында яҙып үтелә.
Беренсе донъя һуғышында башҡорттар айырым милли полктар төҙөп ҡатнашмаған, ләкин Рәсәй армияһы составында төрлө фронттарҙа булған. Ҡайһы бер тарихи мәғлүмәттәр буйынса Өфөлә 48-се, 83-сө дивизиялар, халыҡ ополчениелары ойошторолоуы билдәле. Беҙҙең Көньяҡ Урал башҡорттары Орск, Себер һәм башҡа дивизиялар составында хеҙмәт иткән. Башҡорттар­ҙың Рәсәй армия­һынан тыш, хатта Көнбайыш фронтта француз армияһы составында немецтарға ҡаршы һуғышыуы билдәле. Бер рус бригадаһының Франция һәм Германия араһындағы һуғышта ҡатнашыуы тарихи доку­менттарҙа ла теркәлгән. Күптән түгел «Ағиҙел» журналында (2014 йыл, 6-сы һан) Р. Вахитовтың «Салауат Юлаев тоҡомдары» исемле мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Автор 1916 йылда союздаш Францияның һорауы буйынса Рәсәйҙән бер бригада самаһы һалдаттың оҙатылы­уы һәм уның составында башҡорттарҙың да булыуы хаҡында яҙып үтә. Мә­ҡәлә авторы Салауат тоҡомонан булған Баязит Бай­рам­ғоловтың яҙмышын һүрәтләй. Ул – тәүҙә Германия – Рәсәй, һуңынан Франция – Германия һуғышында ҡатнашҡан, сит ил наградаларына лайыҡ булған яугир. Ләкин Беренсе донъя һуғышы тамамланғас, уға Рәсәйгә ҡайтырға тура килмәгән. 1917 йылғы революциялар һөҙөм­тәһендә ике ил араһында сик ябылған һәм Баязит Байрамғолов Францияла тороп ҡалған. Уға тик 1935 йылда ғына тыуған иленә ҡайтырға рөхсәт ителгән.
Беренсе донъя һуғышында Башҡортостандан Хажиәхмәт Ишбулатов (хәҙерге Благовар районынан) исемле генералдың ҡатнашыуы билдәле. Ул 1915 йылда 146-сы хәрби батальондың, 1916 йылда 152-се запастағы полктың командиры булып хеҙмәт иткән. 1917 йыл­ғы Октябрь революцияһы менән бергә Башҡорт автономиялы республикаһы төҙөлгәс, Зәки Вәлидиҙең һорауы буйынса, 1918 йыл­да башҡорт корпусының командиры булып торған.
Шулай уҡ Башҡортостандан Беренсе донъя һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн унтер-офицерҙар С.С. Востриков һәм М.В. Калмыков 4-се, 3-сө, 2-се дәрәжә Георгий тәреһе менән наградланған. Һуңынан улар совет генералдары булып киткән.
Беҙҙең төбәктән дә күп кенә яҡташыбыҙ донъя һуғышында ҡатнашҡан, араларында батырлыҡтары өсөн наградаларға лайыҡтар ҙа булған. Ә инде Баймаҡта урынлашҡан сәнәғәт предприятиелары, Баймаҡ баҡыр иретеү заводы фронт өсөн төҫлө металл етештергән. Бөтә байлыҡ һуғыш файҙаһына тотонолған, ә урындағы халыҡ аслыҡта һәм хәйерселектә йәшәгән. Һуғыш йылдарында Баймаҡ баҡыр иретеү заводында 200-ҙән ашыу немец әсиренең эшләүе лә мәғлүм.
Күп кенә предприятие эшселәре һуғышҡа китеп, батырлыҡта­ры өсөн хәрби наградалар менән бүләкләнгән. Түбә руднигының ярҙамсыл хужалығы эшсеһе Хәлил Әминев (Иҫән ауылынан) һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Георгий тәреһе менән наградланған, йәғни ул Рәсәй Геройы булған. Совет власы осоронда ул ауыл Советы рәйесе һәм төрлө хужалыҡтарҙа етәксе булып эшләгән. Хәлил Әминев милли көрәш буйынса — РСФСР чемпионы.
Баймаҡ баҡыр иретеү заводы эшсеһе Шәкир Сырлыбаев (Иҙелбай ауылынан) ике тапҡыр Георгий тәреһе менән бүләкләнгән. Ул һуғышта унтер-офицер дәрәжәһендә булған. Совет власы осоронда төрлө урындарҙа етәксе булып эшләгән.
Яҡташтарыбыҙ, унтер-офицер дәрәжәһендә хеҙмәт итеүсе­ләр­ҙән Ғибат Йәнбәков (Ишмырҙа ауылы), Дәүләтша Аслаев (Ислам ауылы) һуғышта ҡатнашып, һуңынан Совет власы йылдарында хужалыҡ етәкселәре булды.
Тағы бер геройыбыҙ Ыуараш руднигы эшсеһе Әхмәтвәле Хәмзин (Мәмбәт ауылы) — IV дәрәжә Георгий тәреһен алған яугир. Совет власы осоронда – старателдәр ойошмаһының хужалыҡ етәксеһе.
Баймаҡ баҡыр иретеү заводы эшсеһе Максим Чумиков 1914 йылғы һуғышта элемтәсе булып хеҙмәт иткән. Һуғыш барышында бәйләнеш өҙөлгән һәм ул, шыуышып барып, ҡоролманы төҙәтеп, элемтәне тергеҙгән. Күрһәткән батырлығы өсөн IV дәрәжә Георгий тәреһе менән наградланған. Граждандар һуғышы ваҡытында Баймаҡ партизандар отрядының командиры булған.
Иҫке Сибай ауылынан да һуғышта ҡатнашыусылар бар. Сабир Мотаев IV дәрәжә Георгий тәреһе менән наградланған. Совет власы осоронда совет органдарында һәм төрлө хужалыҡ­тар­ҙа етәксе вазифаларын биләгән.
Яҡуп Күсәбаев һуғышта ҡамауҙа ҡалған рус дивизияһы составында немецтарға әсирлеккә эләккән, унда өс йыл ғүмерен үт­кәргән. Ошонда хәрби лагерҙа ойошторолған тәржемәселәр курсын үтеп, хәрби әсирҙәр араһында тәржемәсе булған, күптәрҙе немец телендә һөйләшергә өйрәткән. Совет власы осоронда шунда алған белеме менән Иҫке Сибай мәктәбендә директор һәм немец теле уҡытыусыһы булып эшләгән. Уның менән бергә күрше Хәсән ауылынан Ғибат Хәсәнов та шул уҡ курсты үтеп, тәржемәсе һөнәренә эйә булған.
Беренсе донъя һуғышында әсирлеккә төшкән күп кенә яҡ­таштарыбыҙ яуҙан һуң илдәренә ҡайтҡан, ә ҡайһы берәүҙәр төрлө сәбәптәр буйынса Германияла тороп ҡалған. Зәки Вәлиди үҙенең «Хәтирәләр» китабында бер нисәһенең әсе яҙмышы тураһында яҙған: «Берлинда әсирлектә ҡалған башҡорттарҙан Сынтимер һәм Мөхәмәт Дәүләтсуриндар (Юлдыбай ауылы) исемле ике кеше бар ине, уларҙы ҡурайсы тип йөрөттөләр». Тимәк, улар немец әсир­легендә булһа ла, башҡорт ҡурайын онотмаған, ситтә лә уның моңон таратҡан.
Яҡташыбыҙ Мөхәмәтйән Булатов Беренсе бөтә донъя һу­ғышында прапорщик дәрәжәһендә Рәсәй армияһының маҡтаулы командиры булып хеҙмәт иткән. Ул Баймаҡ районының Әбдел­кәрим ауылында тыуған. Кустанай өйәҙенең Забеловский рус-ҡырғыҙ мәктәбен «отлично»ға тамамлаған. Унан һуң Иркутскиҙа прапорщиктар әҙерләүсе хәрби училищела уҡыған. 1909 йылдан алып рус армияһында хеҙмәт итә, ефрейтор, кесе һәм өлкән унтер-офицер дәрәжәһенә ирешә, 1914 йылдың аҙағында һу­ғышҡа алынып, 12-се Гренадарь Әстрхан полкына эләгә, күр­һәткән батырлыҡтары өсөн IV дәрәжә Георгий тәреһе менән наградлана. Был награданы ул 1916 йылдың 29 ғинуарында Серве аша стратегик әһәмиәткә эйә булған күперҙе шартлатҡаны өсөн алған. Аҙаҡ һуғыш яланында яраланып ятып ҡал­ған полк командирын ут эсенән алып сығып ҙур батырлыҡ күр­һә­тә. 1917 йылда Октябрь революцияһынан һуң Башҡорт ав­то­­но­мияһы төҙөлгәс, Мөхәмәтйән Булатов тулыһынса Башҡорт хөкүмәте яғына күскән, Бөрйән-Түңгәүер кантонының тәүге рәйесе һәм хәрби комиссары булған. 1920 йылда ҡыҙылдар тарафынан Баймаҡта атып үлтерелгән һәм шунда ерләнгән.
Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан крайҙы өй­рәнеүсе, сәсән Шәһәрғәзе Ғәбдиев яҙыуынса, тораҡтан 30-ға яҡын ир-егет һуғышҡа китеп, 19-ы һуғыш яланында ятып ҡалған, ә ҡалғаны ғәрипләнеп ҡайтҡан. Үҙе 1916-1917 йылдарҙа Австрия һәм Германия ғәскәрҙәренә ҡаршы “Карпат” операцияһында ҡатнашҡан, йәрәхәт алған, немец әсирлеген дә татыған. Шәһәрғәзе сәсән, ҡан ҡойошто фашлап, «Һуғыш бәйете» яҙған:
Был һуғышты батша, байҙар
Кәсеп өсөн ҡуҙғата.
Улар файҙаһына була
Һалдат ҡырылып ята.
Граждандар һуғышы геройы Муса Мортазин Беренсе бөтә донъя һуғышында унтер-офицер чинында ҡатнашҡан, Совет власы осоронда өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған. Икенсе батырыбыҙ, ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры—Шәйхетдин Ғафаров. Ул батша армияһында фельдфебель булып хеҙмәт иткән. Хәйбулла районының Мәмбәт ауылынан Әбүбәкер Ҡәйепов прапорщик чинында Австро-Венгрияға ҡаршы һуғышта ҡатнашып, ике Георгий тәреһе менән наградланған. Совет осоронда төрлө етәксе вазифаларҙа эшләгән. Бындай героик миҫалдарҙы күпләп килте­рергә булыр ине.
Тарих һәм крайҙы өйрәнеүселәргә Беренсе бөтә донъя һу­ғы­шында ҡатнашҡан, Рәсәй илен һаҡлап ҡанын түккән яҡташ­та­рыбыҙ тураһында материалдар йыйыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Бына шулай башҡорттар Беренсе донъя һуғышында ла Рәсәйгә тоғро хеҙмәт иткән һәм үҙҙәрен батыр яугир итеп танытҡан. Яу ҡаһармандары онотолмаҫ борон республикала уларҙың исем­дәрен мәңгеләштереү буйынса саралар күрелер, обелисктар, һәйкәлдәр асылыр, тип ышанғы килә. Һәр төбәктә Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыу­сыларҙың исемлеген төҙөргә кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872