Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ йорттарына ҡайтарырға ине ике бөйөк шәхесте...
Үҙ йорттарына ҡайтарырға ине ике бөйөк шәхесте...
Зәки Вәлиди. Был исем беҙҙең быуын кешеләре аңына заман шауҡымына ҡарап һеңеп ҡалғайны. Ниһайәт, беҙ ысын Зәки Вәлидиҙе белдек!


Минең тормошомда был исем ҡасан һәм ниндәй кимәлдә билдәле булды? Иң элек, әлбиттә, мәктәптә әҙәби әҫәр аша. Унда яҡтыртылған Вәлидиҙең ки­ре тәьҫир ҡалдырырлыҡ шәхесен әсә­йем үҙ мөнәсәбәте менән раҫланы. “Яратмайым мин уны. Ниндәй кеше, кем булған – уныһын әйтә алмайым. Тик уның арҡаһында Ғилман ағайымды туҡмап үлтерҙеләр. Мин бәләкәй генә инем әле. Зәки Вәлиди мәсет алдына халыҡты йыйып сығыш яһаған. Артынан ҡыҙылдар ҡыуа төшкән. Ғилман ағайым менән бер нисә егет уны оҙата сыҡҡан. Аттары яҡшы булған. Һүрәм аша сығып, Ҡабра буйлап бара биреп, йәшерен берләм юлдан Йылайыр юлы­на сығарып оҙатып ебәргәндәр. Ҡаҙағс­тан яғына сығып киткән тинеләр. Ә ҡыҙылдар уның эҙенә төшөп тә таба алмағас, Ғилман ағайымды көтөп тор­ған. Эй, яман итеп туҡмап үл­тереп, атын үҙҙәре менән алып киткән”.
Ошо хәтирәләрҙе Ибрай мәктәбенең хаҡлы ялдағы уҡытыусыһы Хафиз Мөхлис улы тулыраҡ итеп һөйләне. Шәжәрә буйынса Ғилман Яҡупов – Ха­физ Мөхлис улының ҡартатаһы, ә әсә­йемдең атаһы менән улар бер ту­ған­дар.
Ысынлап та, Зәки Вәлидиҙең Баш­ҡортостандан сығып китеү юлы Ибрай аша, йәшерен юлдан – Йылайыр, Хәйбулла яҡтарынан – үткән. Ғилман олатай берләм юлдан, тау аша хә­үеф­һеҙ юлға сыҡҡансы, оҙатып барған. Ауылдың берәй шымсыһы әйткәндер ин­де, ҡораллы ҡыҙылдар Ғилман ола­тайҙың ҡайтыуын көтөп торған. Улар бик күп булған. Ошо аяныслы хәл әсә­йемдең ғүмер буйы йәненә тынғылыҡ бирмәне.
Зәки Вәлиди шәхесе менән тағы бер осрашыу. Диҡҡәт Бураҡаев атаҡлы ға­лим менән Мәскәү дәүләт университетында уҡыған саҡта уҡ ҡыҙыҡһына баш­лаған. Тик ул саҡта исеме тыйыл­ған шәхес булғанлыҡтан, был хаҡта ҡысҡырып уйларға ярамай ине. Бер ваҡыт ул командировканан Абу Райхан Бируниҙың “Медицина ҡанундары” (Фар­макогнозия) китабын алып ҡайтты ла бәләкәй генә хәрефтәр менән яҙылған аңлатмаһын күрһәтте. Унда был хеҙмәттең беренсе тапҡыр төп нөс­хәнән тәржемә ителеүе, бығаса донъя буйлап таралған бөтә тәржемәләрҙең дә икенсе телдән тәржемә ителеүе тураһында яҙылғайны. Китап яҙылып, ике йөҙ йылдан ашыу ваҡыт үткәс, уны Фирғәнә кешеһе Әбү Бакр әл-Касани (XIII быуат) фарсы теленә тәржемә итә. Артабан фәҡәт ошо тәржемәнән яһал­ған тәржемәләр генә тарала. Зәки Вә­лиди Туған фарсы телендәге ошо тәүге тәржемәне таба. Беҙҙең шул саҡтағы аптыраулы ҡыуаныстың ни дәрәжәлә булыуын аңлатыуы ҡыйын. “Бына кем ул беҙҙең милләт­тә­шебеҙ, башҡорт уҙаманы! Ә һеҙ һатлыҡ тигән булаһы­ғыҙ!“ – тип шатландыҡ. Шунан Диҡҡәт был хаҡта яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловҡа ла әйтте. “Уның тураһында насар итеп яҙма, ағай”, – тине.
Артабан Зәки Вәлиди менән ос­ра­шырға барған профессор Әхнәф Харисов менән Билал Йосоповтарҙа ос­ра­шып, бөтә дөрөҫлөктө һөйләтеү... Демократик үҙгәрештәр. Бөйөк ғалим исеменең илгә рухи байраҡ булып ҡайтыуы. Зәки Вәлидиҙең һеңлеһе Сара апай, уның балалары, Флүрә Әбделхай ҡыҙы ме­нән танышыу. Нурия Килмө­хәмәто­ва­ның “Ағиҙел“ журна­лындағы иҫтә­­лек­­тәре. Һәм иҫ китмәле йылылыҡ, ғорурлыҡ менән яҙылған хеҙмәтте – Ишембай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Владимир Леонтьевич Игнатьев­тың ”Ишимбай: век ХХ” тигән китабын – уҡыу.
Был хеҙмәтте һоҡланмай уҡыу мөм­кин түгел. Илһөйәрлек, тәрән белем, мәғлүмәттәрҙе шул тиклем ентекләп өйрәнеү китапты ҡулға алыу менән күҙгә ташлана. Автор ғәжәп оло эш баш­ҡарған. Иң элек, әлбиттә, “Вәлидовтар. Ғүмер һәм яҙмыш” тип аталған өлөшө иғтибарымды тартты. Вә­лидовтарҙы шул тиклем дә яратып, уларҙың әсе яҙмышы өсөн өҙгәләнеп яҙған автор. Хәйер, был хеҙмәтте ни тиклем генә һоҡланып уҡыһам да, В. Л. Игнатьевҡа рәхмәт­тәрем оло булһа ла, һүҙем китап хаҡында түгел. Ундағы Вәлидовтар ха­ҡындағы яҙмаларҙың йомғаҡлау өлөшө мине айырыуса уйға һалды. Ул былай тип тамамлана: “Вәлидовтар хаҡында ҡыҫҡаса тарих, автор фекеренсә, бына шулай. Был ҙур ғаиләнең ырыу баш­лы­ғына арналған беренсе өлөштә үҙен тотошлайы менән йәш быуынды тәр­­биә­­ләү­­гә һәм мәғрифәтселеккә ар­наған кешенең тормошо сағылдырыл­ды. Дәүләттән бөтөнләй ярҙам алмай, ул үҙ ихтыяры менән үҙенең мәктәбен – мәҙрәсә ойоштора. Унда тиҫ­тәләрсә йыл дауамында үҙ ауылының ғына тү­гел, сит яҡтан да йыйылған балаларға бушлай белем бирә. Илебеҙҙә власть күп тапҡырҙар алмашынды. Идара итеүҙә төрлө сәйәси һәм идеологик йүнәлеш тотҡан, мәғрифәтселеккә һәм йәштәрҙе тәрбиәләү эшенә лә төрлө ҡарашта булған етәкселәр килә. Ә мәҙрәсә, был йүнәлештәрҙең үҙгәреп тороуына иғтибар итмәй, эшләне лә эшләне.
Ниһайәт, илгә Совет власы килә һәм мәғрифәтселек эшен үҙ ҡулына ала. Өлкән уҡытыусы Әхмәтша Вәлидов­ты ла онотмайҙар. Башта уны, кулак бу­лараҡ, тыуған төйәгенән ситкә һөрәләр, унан инде атыуға хөкөм итә­ләр”.
Вәлидовтар хаҡындағы был өлөштә мәҙрәсәлә ике йөҙгә яҡын шәкерт уҡыуы, Әхмәтша Вәлидовтың ҡатыны Өммөл­хаяттың ҡыҙҙарға белем биреүе тураһында ла яҙыла. Шулай уҡ хеҙ­мәттә Вәлидовтар тармағынан сыҡҡан шәхестәр тура­һында тулы мәғлүмәт бар. Байтаҡтары ҡурҡыныс замандарҙа фамилияларын, йәшәгән урындарын үҙ­гәртһәләр ҙә, Вәлиди рухын ныҡ һаҡ­лағандар, әле дауам итәләр. Атаҡлы ғалимдың рухы дауам итә икән, тимәк, уның бөтә ғүмерен арнаған көрәшен үҙ туғандары – шәжәрә тармағы вәкилдәре – юҡҡа сығармаған.
Әммә минең әйтәһе фекерем икенсе: заманының бөйөк мәғрифәтселәре Өммөлхаят менән Әх­мәтша Вәлидов­тарҙың исемдәре аҡланды. Уларҙы ла тыуған төйәктәренә, үҙ йорттарына “ҡай­тарырға” ине. Көҙәндәге музей – иҫ китмәле бай йөкмәткеле, ғәжәп тарих һаҡлаған йорт. Унда Зәки Вәлидиҙең атаһы менән әсәһе тураһында ла күп мәғлүмәт тупланған. Әхмәтша Вәлидов­тың өлкән ағаһы Шәйәхмәттең ейәне Кәрим Шәйәхмәтов ошо музейҙы булдырыу өсөн күп көс һалған, бөтә ту­ған­дарын йәлеп итеп, ғәжәп оло эш баш­ҡарған. Әммә бер нәмә күңелде ҡыра: музей ишектәрен асып ингән саҡ­та, беҙҙе ҡаршылап иң элек Әхмәтша уҙаман менән Өммөлхаят абыҙапай торһон ине. Үҙ йорттарынан ҡыуылып, сит яҡтарҙа көн күрергә мәжбүр булған Вәлидовтарҙың исемдәре аҡла­ны­уы ғына түгел, ә тыуған йорттарына ҡай­тарылыуы ла булып ҡабул ителер ине был. Үҙҙәре нигеҙ ҡорған йорт хужаларын мәхрүм итәләр бит ошонда йә­шәүҙән, ғүмерҙәренең һуңғы көндәрен үҙ йорттарында үткәреүҙән...
Артабан тағы бер теләк. Әхмәтша Вәлидов тыуған ерендә ерләнеүен те­ләгән. Үҙе Вәлидовтар өсөн һуңғы төйәк – ҡәбер урыны әҙерләгән. Әммә бил­дәле сәбәптәр буйынса хәҙер ул урын үҙ тәғәйенләнешен үтәмәй. Ошо ваҡи­ғаны ла музей комплексының дауамы, Вәлидовтар биографияһының ҡиммәт­ле бер өлөшө итеп ҡабул иткәндә, иҫ китмәле ил­һөйәр ғаиләнең яҡты иҫтә­леген тулыландырып ебәрер ине ул.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Райса
    Райса от 06.08.2014, 16:10
    Тулыһынса килешәм Мәрйәм апай менән. Һәр ваҡыттағыса, афарин!

  2. Рияз Мәсәлим
    Рияз Мәсәлим от 10.08.2014, 12:03
    Мәрйәм Бураҡаева, ғәҙәттәгесә, ифрат мөһим һәм ҡатмарлы мәсьәләне күтәргән. Әхмәт-Зәки Вәлидов Туғандың ата-әсәһенең яҡты иҫтәлегенә оло хөрмәт күрһәтеү беҙҙең, башҡорттарҙың, бурысылыр.
    Ләкин рәсми идаралыҡ даирәләрендә бер башҡорттар ғына түгел шул. Шул арҡала Зәки Вәлидиҙең үҙенең яҡты иҫтәлегенә аяҡ һалыусылар байтаҡ. Хәҙерге мәлдә беҙҙә, СССР заманында, Сталин осоронда репрессиялар үткәреүселәрҙең вариҫтары хәкимлек иткәндә, башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре һәи идеологтары ғәмәлдә тулыһынса реабилитациялана алмай. Ҡағыҙҙа ғына. Хатта урамдарҙың да исемен алыштырғанда (Фрунзе урамын Зәки Вәлиди урамы итеп) шундай ахмаҡлыҡ ҡылдылар. Күренеп тора ине, Октябрь проспектына Зәки Вәлиди исемен биреү мантиҡи ине, ә Михаил Фрунзе башҡорттар өсөн күп файҙалы шәхестең исеменә Зәки Вәлидиҙе ҡаршы ҡуйыу элекке коммунистик Рәхимов һәм Компанияның провокацияһы булды. Октябрь ихтилалын данлаусы проспект коммунистарға яҡыныраҡ... Ә Фрунзе, Сталинды тәнҡитләүсе һәм конкуренты булараҡ, коммунистарға оҡшаманы... Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең башҡорттарыбыҙҙың байтағы шул коммунистик рухтан ары китә алмай әле...






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872