Шулай итеп, беҙ әкренләп тыныслана барҙыҡ, әммә өмөтөбөҙҙө өҙмәнек. Гел генә бына-бына атай ҡайтып инер ҙә беҙҙе ҡосағына алыр кеүек ине. Ҡайһы бер хәбәрһеҙ юғалғандар, «ҡара ҡағыҙ» алғандарҙың да атайҙары, ағайҙары ҡайтып килгән осраҡтар булды. Беҙҙең әсәй ҙә мөғжизәгә ышанып йәшәне, үҙе үлеп киткәнсе атайымдың ҡайтырын көттө. Тик атайым ҡайтманы. Ә бит күршебеҙ Сәхипъямал инәй үҙенең улы Вәлиев Мирзаның үлеме тураһында бер нисә тапҡыр «ҡара ҡағыҙ» алһа ла, ул 1948 йылда ҡайтып төштө. Нәби Төхбәт улы Заманов тураһында ла туғандары «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙ алған, ләкин ул да 50-се йылдарҙа иҫән-һау әйләнеп ҡайтты...
Ҡырҡ йәшкә лә етмәгән әсәйем биш бала менән тол ҡалды. Татар шағиры Роберт Миңнуллиндың:
Беҙ биш бала үҫтек әсәй менән,
Тик үҫмәнек иркә ҡосаҡта.
Беҙ әсәйҙең биш шатлығы булдыҡ,
Биш ҡайғыһы булдыҡ ҡай саҡта, —
тигән йырын ишетһәм, үҙебеҙҙең атайһыҙ бала саҡ иҫкә төшә. Беҙ ҙә бит шулай үҙ ваҡытында әсәйебеҙҙең биш шатлығы һәм биш ҡайғыһы булғайныҡ.
Элек беҙҙең әсәйҙәр, апайҙар хәҙерге йәштәр кеүек шампунь, еҫле һабын, кер йыуыу порошогы, хушбый кеүек нәмәләрҙең, һәр төрлө кремдарҙың бар икәнен дә белмәне. Сәсте ҡатыҡ, эркет һыуы менән йыуҙылар, һөйәк менән көлдө ҡайнатып — кер һабыны, көлгә һыу һалып, һелте эшләнеләр. Ҡыҙҙар сәсен ҡырҡмай, оҙон итеп үҫтереп йөрөттө. Төрлө таҫмалар менән матур итеп үреп ҡуйырҙар ине толомдарын. Кейгән кейемдәре бөхтә, килешле булды, үҙҙәрен дә тыйнаҡ тоттолар. Бер туған Мөбинә һәм Хәлимә апайымдар халҡыбыҙға хас барлыҡ ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғро булды.
Уйҙар, уйҙар... Етмеш биш йәште тултырғанда әсәйем тураһында тағы ла күберәк уйланам. Үткәндәргә әйләнеп, хәтирәләргә биреләм, һөйөклө әсәйемдең беҙҙе нисек тәрбиәләүен күҙ алдынан үткәрәм. Эй, уның сабырлығы, булдыҡлылығы, тырышлығы... Иң ауыр һуғыш осоронда һәм унан һуңғы йылдарҙа зар-интизар итмәй, етемлекте һиҙҙермәй үҫтерҙе бит ул беҙҙе. Бер ваҡытта ла рәнйетмәне. Быға күпме көс талап ителгәнен ул үҙе генә белгәндер. Иңдәрендә яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ көсө етмәҫлек йөк алып барыуына һис бер зарланманы. Бындай әүлиәләргә тиң ныҡлыҡ уға ҡайҙан килгәндер? Күрәһең, уны өмөт йәшәткән. Боронғо грек ғалимы Фалес: «Өмөт бөтә кеше өсөн дә хас. Кешенең бер нәмәһе булмаһа ла, уның күңелендә һәр саҡ өмөт йәшәй», — тигән.
Эйе, ысынлап та, һәр кем киләсәктә нимәлер булырына ышана, шуға ынтыла. Минең әсәйем дә алдағы көндәргә иҫәп тотто, барлыҡ ҡайғы-хәсрәттәр, ҡыйынлыҡтар онотолор, тип өмөтләнде.
Балаларым үҫеп, кеше булыр, тигән ышаныуы көслө булған. Аллаһ Тәғәләбеҙҙең биргәненә мең шөкөр, беҙ әсәйебеҙҙең ышанысын аҡлағанбыҙҙыр тимен. Намыҫ менән йәшәнек, матур ғаиләләр ҡорҙоҡ, тырышып донъя көттөк, балалар үҫтерҙек. Арабыҙҙа аҙып-туҙып йөрөүсе булманы. Моғайын, әсәйҙең һыны, уның эшмәкәрлеге, характеры күҙ алдында торғанға, беҙ ҡырын баҫырға оялғанбыҙҙыр. Ул беҙҙе үҙ өлгөһөндә тәрбиәләне. Тәбиғәте менән сабыр, тыйнаҡ, эшкә уңған әсәйем ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, ҡыйынлыҡтарға бирешмәҫкә өйрәтте. Һәр эште урын-еренә еткереп башҡарыуы беҙгә лә күсте. Ҡоро һүҙ менән генә түгел, үҙенең өлгөһөндә ололарҙы хөрмәтләргә, мал-тыуарға ҡаты булмаҫҡа, икмәктең валсығын да тәләфләмәҫкә өйрәтте. Әсәйебеҙ күптән яҡты донъянан китте инде, ә ваҡыт үткән һайын уның биргән һабаҡтарын нығыраҡ аңлайбыҙ. Хәҙерге бай, мул тормошто ул да күреп ҡыуанһа ине, тип уйлайым.
Әсәйебеҙ оло йөрәкле, алсаҡ булды, кешеләргә бары изгелек кенә теләп йәшәне, һуғыш йылдарында, унан һуң да шифалы һүҙҙәре, аҡыллы кәңәштәре, тел ярҙамы әллә күпме кешенең йөрәген йылытҡандыр, күңелен күтәргәндер. Уның эргә-тирәһендәгеләргә ҡарата булған мәрхәмәтлелеге, миһырбанлылығы, ғәҙел булыуы мине һаман һоҡландыра. Кешеләрҙе холҡонда осрай торған ҡырын яҡтарҙы әйтеп кәмһетмәне, етешһеҙлектәре өсөн йәберләмәне, ә һәр кемдең тик яҡшы яғын күреп, күңелен үҫтерергә тырышты, тик шунан һуң ғына үҙенең кәңәштәрен, өгөт-нәсихәтен бирҙе. Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ шулай кеше фатихаһын алып йәшәне. Ишегебеҙ бөтәһе өсөн дә асыҡ булды.
Иҫемдә, ҡасан ҡараһаң да ул туҙған кейемдәребеҙҙе ямап, тегеп ултырыр ине. Өҫтөбөҙ гел таҙа булды. Өйөбөҙҙөң эсе лә йыйнаҡ, бөхтә ине. Шуның өсөндөр, төрлө юлаусылар беҙгә төшөргә яратты.
Һуғыш йылдарында, унан һуң да Түбәләге алтын приискыһы шахталары өсөн бик күп ҡаҙаҡтар дөйәләре менән Аҡтырнаҡ, Мәтем, Ҡортүлгән яҡтарынан сажин (алтын шахталары өсөн нығытма) тартты. Уларҙың күбеһе беҙҙә ҡунып йөрөнө. Аҡмаһа ла тамды: беҙгә әҙ-мәҙ аҙыҡ-түлек ҡалдырып китер инеләр, сөнки алтында эшләүселәрҙе хөкүмәт айырым ҡараны, улар «заборная книжка» — алтын приискыһында эшләүселәргә айырым аҙыҡ-түлек алыу кенәгәһе — менән тәьмин ителде. Тик шуныһы ғәжәп: беҙҙең атайҙар һуғышта йөрөгәндә, ниңә уларҙы фронтҡа алмағандар икән?
Барлыҡ тормош ауырлыҡтары әсәйемдең башына төштө. Ул бөтәһен дә тырышлығы, сабырлығы, уңғанлығы менән еңде. Оҙон көн буйы йөрөп, колхоз эшенән арманһыҙ булып ҡайта ла, ял да итеп тормай, йорт мәшәҡәтенә тотона. Ҡул тирмәне менән он тарта, икмәк бешерә, йөн иләп, беҙгә ойоҡ, бейәләй бәйләй. Киндерҙе, кесерткәнде киптереп иләп талҡый ҙа, үҙ станогында балаҫ, шәл, таҫтамал һуға. Беҙҙе лә талапсан ғына итеп эшкә ҡуша. Әсәйҙең йоҡлағанын да күрмәй торғайныҡ. Ҡасан ҡарама, эш өҫтөндә булды. Үҙе ашамаһа-ашамаҫ, беҙҙе туйындыра торғайны. Нисек тә балаларын аяҡҡа баҫтырырға тырышты. Ауыл ҡарттарының, «әсәй барҙа кеше етем булмай», тип әйтеүе иҫкә төшә.
Ҡырҡ йәшкә лә етмәгән әсәйемдең итәк тулы бала менән тол ҡалғандан һуң тормошта күрһәткән батырлығына, сабырлығына, көтә белеүенә, рухының ныҡлығына, күңел сафлығына бөгөн дә һоҡланам. «Ҡара ҡағыҙ» алһа ла, бөгөлөп төшмәне. Әсәйебеҙҙең шул тиклем өҙөлөп тороуын күреп, беҙ ҙә, уның балалары, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштыҡ. Ул беҙгә:
— Уҡығыҙ, уҡыған кеше бындай михнәтте күрмәй, хур булмай, — ти торғайны. Был нәсихәтте үтәргә тырыштыҡ: барыбыҙ ҙа белем алып, кеше булдыҡ.
– Тормош беҙҙе артыҡ шаяртманы,
Балалыҡты иртә ташлатты.
Ҡайсаҡ ике күҙҙән ут сығарып,
Уңлы-һуллы биткә сәпәне, —
тигәйне минең ҡорҙаш, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. Беҙҙең бала саҡ уйнап-көлөп үтмәне. Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә, тигәндәй, бер һыныҡ икмәк өсөн иртәнән ҡара кискә тиклем эшләй торғайныҡ. Әммә зарланманыҡ, сөнки илебеҙҙе көрсөктән сығарыу хаҡына эшләнек һәм йәшәнек.
Әсәйебеҙ ғорур булды, ауырлыҡтарҙы еңә белде, һәм беҙҙе лә шуға өйрәтте. Урынһыҙға хәбәр һөйләп ултырманы, ғәйбәт таратыусыларҙы яратманы, кешене нахаҡҡа рәнйетмәне.
— Атайым ҡасан ҡайта? — тип көнөнә әллә нисә тапҡыр һорау бирәбеҙ. Әсәй сабырлығын юймай ғына яуаплай:
— Бына фашистарҙы пыран-заран килтерһен дә, шунан ҡайтыр. Түҙегеҙ, сабыр итегеҙ.
Беҙ уны фәрештә урынына күрҙек — һәр балаға үҙ әсәһе иң яҡшыһы булалыр инде. Ғәзиз кешебеҙ йөрәк түрендә, донъяла иң яҡшы әсәй булып йәшәйәсәк. Әгәр ҙә ошо ҡәһәрле һуғыш булмаһа, атайым яу ҡырында ятып ҡалмаҫ, әсәйем дә йәш кенә көйө тол булып, тормош ғазаптарын кисермәҫ ине. Иҫемдә, әйләнгән һайын тәҙрәгә ҡарай торғайны әсәйем. Бер саҡ кемебеҙҙер был турала һораны.
— Атайығыҙ ҡайтып килеп, күрмәй ҡалмайым тип ҡарайым, — тип яуап бирҙе ҡәҙерлебеҙ. Шулай итеп, әсәйем бөтә ғүмере буйына, һуңғы һулышына тиклем, атайыбыҙҙы көттө. Бар көсөн балаларын үҫтереүгә, тәрбиәләүгә арнаны. Уның артынан ҡалған нур бөгөнгәсә беҙҙең бараһы юлдарыбыҙҙы яҡтырта. Иң ҡыйын саҡтарҙа әсәйемдең күҙҙәре миңә баға ла:
— Түҙ, түҙ, балам. Түҙгәнгә түш тейә, — тип шаяртып та ҡуйғандай. — Ҡайғың булһа, уртаҡлаш – ҡайғың еңел тойолор, шатлығың булһа, бүлеш – шатлығың оло тойолор...
Был йәйҙәр ҙә үтеп китте,
Килеп етте ғүмер көҙҙәре.
Һәр саҡ ҡолағымда сыңлап тора
Әсәйемдең әйткән һүҙҙәре...
Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙе, балаларын, ғүмер буйы әсә һүҙе, әсә кәңәше оҙата барҙы. Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәйебеҙгә табынып йәшәнек. Инде ейән-ейәнсәрҙәренең күңелендә лә уның яҡты һыны мәңге йәшәһен ине, тип теләйем. Үҙен күреп белмәһәләр ҙә, минең ошо яҙмаларым аша булһа ла өләсәләрен белһендәр, ҡәберенә барып баш эйһендәр, изге рухына аяттар бағышлап торһондар, уның менән ғорурланып йәшәһендәр. Был – минең, әсәһен фәрештәләй күргән улдың, иң оло үтенесе һәм теләге. Ошо фекерҙе йомғаҡлағанда, күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың шиғри юлдары иҫкә төшә:
Сыйырсыҡтар
Парлап ем ташыһа,
Һин таптың бит беҙгә
Бер үҙең.
...Ошо сыйырсыҡтар һымаҡ үҙең
Ауыҙыңдан өҙөп ҡаптырҙың.
Хәлеңде лә
Белмәгәнбеҙ ул мәл,
Тик таптырҙыҡ,
Мин дә таптырҙым,
Барыһынан
Хатта арттырҙым.