Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙең атайҙарҙы һуғыш урланы
Ҡош балаһы ҡанат менән тыуа,
һауаларға менеп юғала.
Кешеләр ҙә ҡош балаһы кеүек
Үҙ яҙмышын эҙләп юл ала.
(Йыр).

Минең атайым Әғзәм Ғөбәйҙулла улы Тажетдинов 1898 йылда Баймаҡ районының Байым ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атайымдың әсәһе, йәғни өләсәйебеҙ — Яңылбикә, олатайым Ғөбәйҙулла исемле булған.

Атайым Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Беҙ, атайһыҙ ҡалған һуғыш йылы балалары, аслыҡ-яланғаслыҡты үткәреп, унан һуңғы ауырлыҡтарҙы үҙ елкәләребеҙҙә татып, илде аяҡҡа баҫтырыуҙа әүҙем ҡатнашып үҫтек. Аҙаҡ үҙебеҙ ҙә ғаиләләр ҡороп, тәртипле, матур-матур балалар үҫтерҙек, Аллаға шөкөр. Ха­лыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев ошо шиғыр юлдарында хәс тә беҙҙең турала әйткән кеүек:
Һуғыш беҙҙе ҡолаҡтарҙан тартып,
Ваҡытынан иртә өлгөрттө.
Кистән бала итеп йоҡлатты ла
Таң атыуға инде ир итте.
Аталары һуғышҡа киткәндә сәңгелдәктә ятҡан балалар ҙа хәҙер күптән инде пенсия йәшендә. Үҙҙәре лә олатай, өләсәй булған. «Атаһынан ҡалған — ярты етем, әсәһенән ҡал­ған — үкһеҙ етем» тигәндәй, һуғыш арҡаһында атайһыҙ ҡалған Салауат, Азамат, Әғләм, Мөбинә, Хәлимә, Сәфәрғәле Тажетдиновтар, Кәшәфетдин, Фәтхетдин, Әсмә, Әлмира, Зәйнетдин Ғәлиндәр, шулай уҡ Ләлә һәм Айрат Ғәлиндәр, Ра­фаэль Хәлитов, Әхмәр Бикмөхәмәтов кеүек ауыл­даштарымдың күңелдә­рендә «атай» һүҙе ниндәйҙер буй етмәҫлек хыял һымаҡ уйылып ҡалды.
Атайым фронтҡа киткәндә бәләкәй бала ғына булғанлыҡ­тан, уның тураһында күп хәтерләмәйем. Әммә бер мәл күңел түрендә әле лә һаҡлана. Һуғышҡа китерҙән бер көн алда беҙҙе, өс улын, ике ҡыҙын, алмаш-тилмәш күтәреп, яратып-һөйөп алып йөрөнө. Уның: «Эй, балаҡайҙарым, бигерәк бәләкәйһегеҙ шул», — тигән һүҙҙәре лә хәтерҙә.
Иртәгәһен әсәйебеҙ беҙҙе таң менән уятты:
— Тороғоҙ, балалар, атайығыҙ китә бит, — тине, үҙе күп илауҙан шешенеп бөткәйне. Беҙ атайҙың ҡайҙа китерен дә белмәйбеҙ. Ғүмер буйы колхоз йылҡыларын көткәс, мал ҡарарға китәлер, тип уйлайбыҙ. Туң тәҙрә­ләрҙе өрә-өрә тишек яһап, уның артынан ҡарап тороп ҡалдыҡ. Саналарға егелгән аттар атайыбыҙҙы һәм ауылдың байтаҡ кешеһен ер аяғы-ер башы — мәңгелек ут эсенә алып киткән икән, беҙ уны тик һуңынан ғына белдек.
Атайымды саҡ-саҡ ҡына төҫмөрләйем. Исма­һам, фотоһы ла һаҡланмаған. Дини кеше булараҡ, ул фотоға төшөүҙе хилаф күргән. Уның төҫө булып 1939 йылда Мәскәүгә Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә барғанда Бөтә Союз Старостаһы М.И. Калинин ҡулынан алған Маҡтау ҡағыҙы ғына һаҡланған. Был — атайым­дың хеҙмәтенә күрә хөрмәтте, эшсәнлеген, тырышлығын билдәләүсе берҙән-бер документ. Ауылдаштарыбыҙ, уны белгән-күргән кешеләр, «бик изге күңелле, мәрхәмәтле, эшлекле булды», тип иҫкә ала ине.
Һуғыш... Ҡот осҡос һүҙ. Германия беҙгә һуғыш баш­лаған... Был һүҙҙәрҙе мин, кескенә малай, аңлап етмәй инем. Нисек инде ул һуғыш башланған? Ни өсөн? Беҙ урам буйында күрше малайҙар менән «аҡтар, ҡыҙылдар» булып һуғыш уйыны уйнаған кеүекме икән? Мин уны аңламаным, һуңға табан өлкән ағай, апайҙарҙың үҙ-ара һөйләшкәнен тыңлап, әкренләп был һуғыштың уйын түгеллеген, ә ниндәйҙер ҡот осҡос афәт икәнлеген төшөнә башланым.
Колхоз бригадиры, атайымдың бер туған ҡустыһы Ғибат ағайҙың ауыл халҡы алдында һөйләгән телмәрен әсәйем гел генә хәтерләй һәм, ҡабат-ҡабат иҫләп, беҙгә һөйләй торғайны. Уның:
— Беҙ еңеүен еңербеҙ ул, тик был һуғыш ҡаты буласаҡ. Ул оҙаҡҡа һуҙылыр, ауылда ҡалғандарға бик ҡыйын була­саҡ. Күптәребеҙ был яу яланында ятып ҡалыр, — тигән һүҙҙәре дөрөҫ булып сыҡты.
Әсәйемдең һөйләүенсә, ауылдың ир-егеттәре аттарға тейәлеп йә йәйәүләп һуғышҡа китә башлаған. Ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ уларҙы зыяратты уҙғансы оҙатып тороп ҡалған. “Абрар Ғәзизов “Һарытау” гармунында һыҙҙырып уйнап ебәрҙе”, – ти торғайны әсәйем. Уға һуғышҡа китеүселәр ҙә ҡушылып йырлаған:
Беҙ ауылдан сыҡҡан саҡта,
Күтәрелде томандар.
Донъя хәлен белеп булмай,
Хуш булығыҙ, туғандар.

Таңдар атһа, ҡояш ҡалҡа,
Алһыу нурға бәйләнеп.
Иҫән булһаҡ, бер ҡайтырбыҙ,
Ҡояш кеүек әйләнеп.
Ҡәҙерле кешебеҙ тураһында хәтирәләрҙең бик аҙы ғына иҫтә ҡалған. Атайым йорт һалырға йыйын­ған булған. Бура бурап, уны күтәреп ултыртҡан, әммә ҡыйығын да ябып өлгөрмәй, соланы ла эшләнмәй ҡала. Аҙаҡ әсәйебеҙҙең был өйҙө көс-хәл менән эшләп бөтөрөп, яңы йортҡа күсеп сығыу татлы төш һымаҡ ҡына булып хәтерҙә ҡалған.
Бөйөк Еңеүҙе шатлыҡ менән ҡаршы алдыҡ. Был көндө беҙ Аҡбалсыҡ ерендә балтырған, көпшә, ҡуянтубығы, ҡы­мыҙлыҡ, ҡаҡы, йыуа, бәкес һымаҡ ашарға яраҡлы үләндәр йыйып йөрөй инек. Күрше Икенсе Этҡол ауылында таҡта ярыу заводы бар ине. Ҡапыл завод бер өҙлөкһөҙ оҙон-оҙон итеп гудок бирә, бер туҡтауһыҙ ҡысҡырта башла­ны. Элек ул ҡыҫҡа-ҡыҫҡа итеп сәғәтенә бер генә ҡысҡыртып ала торғайны. Был хәл беҙҙе ғәжәпкә ҡалдырҙы. Еңеүҙең яҡынлашып килеүе тураһында белә инек. Шуға күрә беҙҙән өлкәнерәк Кәшәфетдин, Әүхәҙи, Салауат ағайҙар һиҙенеп:
— Һуғыш бөткән, — тип ҡысҡырып ебәрҙе, һәм беҙ күмәкләп ауылға табан йүгерҙек. Байым халҡы, сәсеү ваҡыты булһа ла, баҫыу эштәрен ҡалдырып, ауылға ҡарай ағыла башланы. Халыҡ бер-береһен ҡотлай, шатлана, илаша.
— Беҙ еңдек!!! — тип ҡысҡырыша.
Иң тәүҙә ауылға Абдрахман ағай Зарипов орден-миҙал­дар тағып ҡайтып төштө. Мин уларға барып:
— Беҙҙең атайҙы күрмәнеңме, ул ҡасан ҡайта? — тип һорағаным әле лә хәтерҙә. Ә ул мине тынысландырып:
— Дошманды еңдек, тиҙҙән ҡайтыр, — тигән була ул. Минең аҙаш Азамат бәхетле, ул хәҙер атайлы, ә беҙ, атайһыҙ ҡалған малайҙар, атайлы тиҫтерҙә­ребеҙгә ҡарап көнләшәбеҙ. “Ата­лы бала — арҡалы, инәле бала — иркәле” тигәндәй, атайлы малайҙарға әҙ генә ҡырын һүҙ йә йоҙроҡ эләкһә:
— Атайыма әйтәм, — тип ҡайтып китерҙәр ине. Үҙҙәре аталары менән маҡтаналар. Беҙ иһә: «Атайыбыҙ булһа, беҙ ҙә шулай ғорурланыр инек», — тигән булабыҙ ҙа эскә ут йотабыҙ.
Ауылға берәм-берәм иҫән ҡалған яугирҙәр ҡайта башла­ны. Уларҙың һәр береһенең йөҙөнән үҙебеҙҙең яҡындары­быҙҙы, атайҙарыбыҙҙы эҙләнек.
Һуғышҡа ун һигеҙ йәше лә тулмаҫ элек киткән ауылда­шыбыҙ Сәғәҙи Ҡәйепҡолов ҡайтып төштө. Ул Берлинды алыуҙа ҡатнашҡан, Германияның үҙендә булып, дошманды өңөндә дөмбәҫләп ҡайтҡан яугир. Бик күп күстәнәстәр, бүләктәр менән ҡайтып, беҙҙең кеүек етем-еҫерҙе ҡыуан­дырҙы. Беҙгә Германиянан алып ҡайтҡан кәнфит-печеньела­рын таратты, ә ҡустыһы Әүхәҙи менән Нәжметдингә ауыҙ гармуны бүләк итте. Сәғәҙи ағай алып ҡайтып ашатҡан шул тәмлекәстәрҙең тәме әле һаман да тел осонда тора кеүек.
Һәр фронтовик балаларҙы, «атайығыҙ тиҙҙән ҡайтыр», тип йыуата торғайны. Беҙ быға ышанабыҙ, оло юлдан күҙҙә­ребеҙҙе алмай көн дә көтәбеҙ. Ә ул юҡ та юҡ. Айҙар, йылдар буйы көттөк, әммә атайыбыҙ ҡайтманы...
Беҙҙең атай 1943 йылдың 19 мартында Смоленск өлкә­һендә барған ҡаты һуғыштарҙың береһендә һәләк була. Нау­мово ауылында ерләнә. Был турала беҙгә военкоматтан ебә­релгән «ҡара ҡағыҙ»ҙа әйтелгәйне. Атайымдың ҡайҙа ерлән­гәнен белгәс, күпме тапҡыр уның ҡәберен барып күрергә ынтылдым. Төрлө сәбәптәр арҡаһында бара алманым. Был тормош шундай үкенестәрҙән торалыр инде. Ошо Наумово ауылына барып:
— Бына, атай, мин һине эҙләп таптым. Ятҡан ерең тынысмы? Беҙ, һинең балаларың, үҫеп, кеше булдыҡ. Бала саҡта «атай» тип өндәшер кешебеҙ эргәлә булмаһа ла, ҡәҙер­лебеҙҙең һөйәктәре ятҡан ҡәбер­лекте күреп, унда тыуған яҡтың тупрағын илтеп һалырға тип ынтылдыҡ. Беҙ һине, атай, гел иҫкә алабыҙ, һының беҙҙең күңелдәрҙә һәр саҡ йәшәр. Беҙҙе бит Әғзәмдең улы, Әғзәмдең ҡыҙы тип йөрө­тәләр. Беҙ бит һинең ҡаныңдан, йәнеңдән ярал­ғанбыҙ, — тип әйтке килә. — Рухың рәнйемәһен, атай. Яу ҡы­рында ятып ҡалдың. Беҙҙең йәшәү өсөн ғүмереңде бирҙең. Үҫкәндә лә, хәҙер ҙә исемеңде телдән төшөрмәнек. Фамилияңа оят килтермәнек, һинең ейән-ейәнсәрҙәрең дә шулай булыр тип ышанабыҙ.
1942 йылдың декабрь айында беҙҙең ғаиләлә фажиғәле ваҡиға булды. Ул ҡыш үтә һалҡын ине. Әғләм ҡустым, йылынам тип, ҡыуыҡһыҙ етеле шәм (ете ептән үрелгәне — етеле, ун ептән үрелгәне унлы шәм тип атала ине) янына килеп ултырҙы, әммә шәм ҡапыл ҡолап, майы ҡустым өҫтөнә түгелде. Шәмдә кәрәсин түгел, ә бензин булған икән. Ҡустымдың өҫтөнә шунда уҡ ут ҡапты. Иҙән йыуып йөрөгән 13 йәшлек Мөбинә апайым, һүндерәм тип, иҙән йыуған һыуын уның өҫтөнә һипте, ул тағы ла көслөрәк янып китте. Күпме генә тырышһаҡ та уны ҡотҡара алма­ныҡ. Ике көн ҡысҡырып ятып вафат булды.
Әсәйем: «Ерләр өсөн ауылда оло ир заты ҡалма­ғас, беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, ислам дине буйынса зыярат­ҡа инеү тыйылған булһа ла, туң ерҙе соҡоп, ҡәбер ҡаҙып, дини йола­ларҙы үҙебеҙсә атҡарып ҡуйҙыҡ», — тип һөйләне аҙаҡтан. Был бөтәбеҙ өсөн дә ҡаты ҡайғы булды. Уны оҙаҡ онота алмай ыҙаланыҡ. Йылдар үткәс тә Әғләм ҡустымдың асыр­ғанып ҡысҡы­рыуы ҡолаҡҡа килеп бәрелә. Меҫкен әсәйебеҙ нисек түҙгәндер был ҡайғыға.
Булды инде заманалар, шәм тоҡандырыр өсөн кәрәсине, ашҡа һалыр өсөн тоҙо, ут тоҡан­дырам тиһәң, шырпыһы булманы. Һуғыштан һуң да шырпы, кәрәсин, тоҙ алтын хаҡына торошло ҡиммәтле әйбер ине. Усаҡҡа ут тоҡандырыр өсөн ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә ялан аяҡлап күршенән тере ҡуҙ алып сыҡҡан саҡ­тар бөгөнгөләй хәтерҙә. Шырпы булмау сәбәпле, ҡуҙҙы һүндермәйенсә, көлгә күмеп һаҡлай торғайнылар. Шул заман­дарҙан ут алышып торған иң яҡын күршеләрҙе «ут күрше» тип атанылар.
Беҙҙе әсәйем ҡайғы килһә, артыҡ бөтөрөнмәҫкә, шатлыҡ килһә, артыҡ кәперенмәҫкә өйрәтте. Атайым­дың «ҡара ҡағы­ҙы» килгәс тә әсәйем үтә төшөн­көлөккә бирелмәне, ҡайһы берәүҙәр кеүек ҡойолоп төшмәне. Беҙҙе лә ныҡ тотто, күңел төшөнкөлөгөнән әрсәләне:
— Бер беҙҙә түгел, илгә килгән ҡайғы, өй һайын хәсрәт, өй һайын “ҡара ҡағыҙ”. Илап-һыҡтап ҡайғыны еңеп булмай, — ти торғайны.
(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872