Ҡош балаһы ҡанат менән тыуа,
һауаларға менеп юғала.
Кешеләр ҙә ҡош балаһы кеүек
Үҙ яҙмышын эҙләп юл ала.
(Йыр).
Минең атайым Әғзәм Ғөбәйҙулла улы Тажетдинов 1898 йылда Баймаҡ районының Байым ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атайымдың әсәһе, йәғни өләсәйебеҙ — Яңылбикә, олатайым Ғөбәйҙулла исемле булған.
Атайым Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Беҙ, атайһыҙ ҡалған һуғыш йылы балалары, аслыҡ-яланғаслыҡты үткәреп, унан һуңғы ауырлыҡтарҙы үҙ елкәләребеҙҙә татып, илде аяҡҡа баҫтырыуҙа әүҙем ҡатнашып үҫтек. Аҙаҡ үҙебеҙ ҙә ғаиләләр ҡороп, тәртипле, матур-матур балалар үҫтерҙек, Аллаға шөкөр. Халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев ошо шиғыр юлдарында хәс тә беҙҙең турала әйткән кеүек:
Һуғыш беҙҙе ҡолаҡтарҙан тартып,
Ваҡытынан иртә өлгөрттө.
Кистән бала итеп йоҡлатты ла
Таң атыуға инде ир итте.
Аталары һуғышҡа киткәндә сәңгелдәктә ятҡан балалар ҙа хәҙер күптән инде пенсия йәшендә. Үҙҙәре лә олатай, өләсәй булған. «Атаһынан ҡалған — ярты етем, әсәһенән ҡалған — үкһеҙ етем» тигәндәй, һуғыш арҡаһында атайһыҙ ҡалған Салауат, Азамат, Әғләм, Мөбинә, Хәлимә, Сәфәрғәле Тажетдиновтар, Кәшәфетдин, Фәтхетдин, Әсмә, Әлмира, Зәйнетдин Ғәлиндәр, шулай уҡ Ләлә һәм Айрат Ғәлиндәр, Рафаэль Хәлитов, Әхмәр Бикмөхәмәтов кеүек ауылдаштарымдың күңелдәрендә «атай» һүҙе ниндәйҙер буй етмәҫлек хыял һымаҡ уйылып ҡалды.
Атайым фронтҡа киткәндә бәләкәй бала ғына булғанлыҡтан, уның тураһында күп хәтерләмәйем. Әммә бер мәл күңел түрендә әле лә һаҡлана. Һуғышҡа китерҙән бер көн алда беҙҙе, өс улын, ике ҡыҙын, алмаш-тилмәш күтәреп, яратып-һөйөп алып йөрөнө. Уның: «Эй, балаҡайҙарым, бигерәк бәләкәйһегеҙ шул», — тигән һүҙҙәре лә хәтерҙә.
Иртәгәһен әсәйебеҙ беҙҙе таң менән уятты:
— Тороғоҙ, балалар, атайығыҙ китә бит, — тине, үҙе күп илауҙан шешенеп бөткәйне. Беҙ атайҙың ҡайҙа китерен дә белмәйбеҙ. Ғүмер буйы колхоз йылҡыларын көткәс, мал ҡарарға китәлер, тип уйлайбыҙ. Туң тәҙрәләрҙе өрә-өрә тишек яһап, уның артынан ҡарап тороп ҡалдыҡ. Саналарға егелгән аттар атайыбыҙҙы һәм ауылдың байтаҡ кешеһен ер аяғы-ер башы — мәңгелек ут эсенә алып киткән икән, беҙ уны тик һуңынан ғына белдек.
Атайымды саҡ-саҡ ҡына төҫмөрләйем. Исмаһам, фотоһы ла һаҡланмаған. Дини кеше булараҡ, ул фотоға төшөүҙе хилаф күргән. Уның төҫө булып 1939 йылда Мәскәүгә Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә барғанда Бөтә Союз Старостаһы М.И. Калинин ҡулынан алған Маҡтау ҡағыҙы ғына һаҡланған. Был — атайымдың хеҙмәтенә күрә хөрмәтте, эшсәнлеген, тырышлығын билдәләүсе берҙән-бер документ. Ауылдаштарыбыҙ, уны белгән-күргән кешеләр, «бик изге күңелле, мәрхәмәтле, эшлекле булды», тип иҫкә ала ине.
Һуғыш... Ҡот осҡос һүҙ. Германия беҙгә һуғыш башлаған... Был һүҙҙәрҙе мин, кескенә малай, аңлап етмәй инем. Нисек инде ул һуғыш башланған? Ни өсөн? Беҙ урам буйында күрше малайҙар менән «аҡтар, ҡыҙылдар» булып һуғыш уйыны уйнаған кеүекме икән? Мин уны аңламаным, һуңға табан өлкән ағай, апайҙарҙың үҙ-ара һөйләшкәнен тыңлап, әкренләп был һуғыштың уйын түгеллеген, ә ниндәйҙер ҡот осҡос афәт икәнлеген төшөнә башланым.
Колхоз бригадиры, атайымдың бер туған ҡустыһы Ғибат ағайҙың ауыл халҡы алдында һөйләгән телмәрен әсәйем гел генә хәтерләй һәм, ҡабат-ҡабат иҫләп, беҙгә һөйләй торғайны. Уның:
— Беҙ еңеүен еңербеҙ ул, тик был һуғыш ҡаты буласаҡ. Ул оҙаҡҡа һуҙылыр, ауылда ҡалғандарға бик ҡыйын буласаҡ. Күптәребеҙ был яу яланында ятып ҡалыр, — тигән һүҙҙәре дөрөҫ булып сыҡты.
Әсәйемдең һөйләүенсә, ауылдың ир-егеттәре аттарға тейәлеп йә йәйәүләп һуғышҡа китә башлаған. Ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ уларҙы зыяратты уҙғансы оҙатып тороп ҡалған. “Абрар Ғәзизов “Һарытау” гармунында һыҙҙырып уйнап ебәрҙе”, – ти торғайны әсәйем. Уға һуғышҡа китеүселәр ҙә ҡушылып йырлаған:
Беҙ ауылдан сыҡҡан саҡта,
Күтәрелде томандар.
Донъя хәлен белеп булмай,
Хуш булығыҙ, туғандар.
Таңдар атһа, ҡояш ҡалҡа,
Алһыу нурға бәйләнеп.
Иҫән булһаҡ, бер ҡайтырбыҙ,
Ҡояш кеүек әйләнеп.
Ҡәҙерле кешебеҙ тураһында хәтирәләрҙең бик аҙы ғына иҫтә ҡалған. Атайым йорт һалырға йыйынған булған. Бура бурап, уны күтәреп ултыртҡан, әммә ҡыйығын да ябып өлгөрмәй, соланы ла эшләнмәй ҡала. Аҙаҡ әсәйебеҙҙең был өйҙө көс-хәл менән эшләп бөтөрөп, яңы йортҡа күсеп сығыу татлы төш һымаҡ ҡына булып хәтерҙә ҡалған.
Бөйөк Еңеүҙе шатлыҡ менән ҡаршы алдыҡ. Был көндө беҙ Аҡбалсыҡ ерендә балтырған, көпшә, ҡуянтубығы, ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы, йыуа, бәкес һымаҡ ашарға яраҡлы үләндәр йыйып йөрөй инек. Күрше Икенсе Этҡол ауылында таҡта ярыу заводы бар ине. Ҡапыл завод бер өҙлөкһөҙ оҙон-оҙон итеп гудок бирә, бер туҡтауһыҙ ҡысҡырта башланы. Элек ул ҡыҫҡа-ҡыҫҡа итеп сәғәтенә бер генә ҡысҡыртып ала торғайны. Был хәл беҙҙе ғәжәпкә ҡалдырҙы. Еңеүҙең яҡынлашып килеүе тураһында белә инек. Шуға күрә беҙҙән өлкәнерәк Кәшәфетдин, Әүхәҙи, Салауат ағайҙар һиҙенеп:
— Һуғыш бөткән, — тип ҡысҡырып ебәрҙе, һәм беҙ күмәкләп ауылға табан йүгерҙек. Байым халҡы, сәсеү ваҡыты булһа ла, баҫыу эштәрен ҡалдырып, ауылға ҡарай ағыла башланы. Халыҡ бер-береһен ҡотлай, шатлана, илаша.
— Беҙ еңдек!!! — тип ҡысҡырыша.
Иң тәүҙә ауылға Абдрахман ағай Зарипов орден-миҙалдар тағып ҡайтып төштө. Мин уларға барып:
— Беҙҙең атайҙы күрмәнеңме, ул ҡасан ҡайта? — тип һорағаным әле лә хәтерҙә. Ә ул мине тынысландырып:
— Дошманды еңдек, тиҙҙән ҡайтыр, — тигән була ул. Минең аҙаш Азамат бәхетле, ул хәҙер атайлы, ә беҙ, атайһыҙ ҡалған малайҙар, атайлы тиҫтерҙәребеҙгә ҡарап көнләшәбеҙ. “Аталы бала — арҡалы, инәле бала — иркәле” тигәндәй, атайлы малайҙарға әҙ генә ҡырын һүҙ йә йоҙроҡ эләкһә:
— Атайыма әйтәм, — тип ҡайтып китерҙәр ине. Үҙҙәре аталары менән маҡтаналар. Беҙ иһә: «Атайыбыҙ булһа, беҙ ҙә шулай ғорурланыр инек», — тигән булабыҙ ҙа эскә ут йотабыҙ.
Ауылға берәм-берәм иҫән ҡалған яугирҙәр ҡайта башланы. Уларҙың һәр береһенең йөҙөнән үҙебеҙҙең яҡындарыбыҙҙы, атайҙарыбыҙҙы эҙләнек.
Һуғышҡа ун һигеҙ йәше лә тулмаҫ элек киткән ауылдашыбыҙ Сәғәҙи Ҡәйепҡолов ҡайтып төштө. Ул Берлинды алыуҙа ҡатнашҡан, Германияның үҙендә булып, дошманды өңөндә дөмбәҫләп ҡайтҡан яугир. Бик күп күстәнәстәр, бүләктәр менән ҡайтып, беҙҙең кеүек етем-еҫерҙе ҡыуандырҙы. Беҙгә Германиянан алып ҡайтҡан кәнфит-печеньеларын таратты, ә ҡустыһы Әүхәҙи менән Нәжметдингә ауыҙ гармуны бүләк итте. Сәғәҙи ағай алып ҡайтып ашатҡан шул тәмлекәстәрҙең тәме әле һаман да тел осонда тора кеүек.
Һәр фронтовик балаларҙы, «атайығыҙ тиҙҙән ҡайтыр», тип йыуата торғайны. Беҙ быға ышанабыҙ, оло юлдан күҙҙәребеҙҙе алмай көн дә көтәбеҙ. Ә ул юҡ та юҡ. Айҙар, йылдар буйы көттөк, әммә атайыбыҙ ҡайтманы...
Беҙҙең атай 1943 йылдың 19 мартында Смоленск өлкәһендә барған ҡаты һуғыштарҙың береһендә һәләк була. Наумово ауылында ерләнә. Был турала беҙгә военкоматтан ебәрелгән «ҡара ҡағыҙ»ҙа әйтелгәйне. Атайымдың ҡайҙа ерләнгәнен белгәс, күпме тапҡыр уның ҡәберен барып күрергә ынтылдым. Төрлө сәбәптәр арҡаһында бара алманым. Был тормош шундай үкенестәрҙән торалыр инде. Ошо Наумово ауылына барып:
— Бына, атай, мин һине эҙләп таптым. Ятҡан ерең тынысмы? Беҙ, һинең балаларың, үҫеп, кеше булдыҡ. Бала саҡта «атай» тип өндәшер кешебеҙ эргәлә булмаһа ла, ҡәҙерлебеҙҙең һөйәктәре ятҡан ҡәберлекте күреп, унда тыуған яҡтың тупрағын илтеп һалырға тип ынтылдыҡ. Беҙ һине, атай, гел иҫкә алабыҙ, һының беҙҙең күңелдәрҙә һәр саҡ йәшәр. Беҙҙе бит Әғзәмдең улы, Әғзәмдең ҡыҙы тип йөрөтәләр. Беҙ бит һинең ҡаныңдан, йәнеңдән яралғанбыҙ, — тип әйтке килә. — Рухың рәнйемәһен, атай. Яу ҡырында ятып ҡалдың. Беҙҙең йәшәү өсөн ғүмереңде бирҙең. Үҫкәндә лә, хәҙер ҙә исемеңде телдән төшөрмәнек. Фамилияңа оят килтермәнек, һинең ейән-ейәнсәрҙәрең дә шулай булыр тип ышанабыҙ.
1942 йылдың декабрь айында беҙҙең ғаиләлә фажиғәле ваҡиға булды. Ул ҡыш үтә һалҡын ине. Әғләм ҡустым, йылынам тип, ҡыуыҡһыҙ етеле шәм (ете ептән үрелгәне — етеле, ун ептән үрелгәне унлы шәм тип атала ине) янына килеп ултырҙы, әммә шәм ҡапыл ҡолап, майы ҡустым өҫтөнә түгелде. Шәмдә кәрәсин түгел, ә бензин булған икән. Ҡустымдың өҫтөнә шунда уҡ ут ҡапты. Иҙән йыуып йөрөгән 13 йәшлек Мөбинә апайым, һүндерәм тип, иҙән йыуған һыуын уның өҫтөнә һипте, ул тағы ла көслөрәк янып китте. Күпме генә тырышһаҡ та уны ҡотҡара алманыҡ. Ике көн ҡысҡырып ятып вафат булды.
Әсәйем: «Ерләр өсөн ауылда оло ир заты ҡалмағас, беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, ислам дине буйынса зыяратҡа инеү тыйылған булһа ла, туң ерҙе соҡоп, ҡәбер ҡаҙып, дини йолаларҙы үҙебеҙсә атҡарып ҡуйҙыҡ», — тип һөйләне аҙаҡтан. Был бөтәбеҙ өсөн дә ҡаты ҡайғы булды. Уны оҙаҡ онота алмай ыҙаланыҡ. Йылдар үткәс тә Әғләм ҡустымдың асырғанып ҡысҡырыуы ҡолаҡҡа килеп бәрелә. Меҫкен әсәйебеҙ нисек түҙгәндер был ҡайғыға.
Булды инде заманалар, шәм тоҡандырыр өсөн кәрәсине, ашҡа һалыр өсөн тоҙо, ут тоҡандырам тиһәң, шырпыһы булманы. Һуғыштан һуң да шырпы, кәрәсин, тоҙ алтын хаҡына торошло ҡиммәтле әйбер ине. Усаҡҡа ут тоҡандырыр өсөн ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә ялан аяҡлап күршенән тере ҡуҙ алып сыҡҡан саҡтар бөгөнгөләй хәтерҙә. Шырпы булмау сәбәпле, ҡуҙҙы һүндермәйенсә, көлгә күмеп һаҡлай торғайнылар. Шул замандарҙан ут алышып торған иң яҡын күршеләрҙе «ут күрше» тип атанылар.
Беҙҙе әсәйем ҡайғы килһә, артыҡ бөтөрөнмәҫкә, шатлыҡ килһә, артыҡ кәперенмәҫкә өйрәтте. Атайымдың «ҡара ҡағыҙы» килгәс тә әсәйем үтә төшөнкөлөккә бирелмәне, ҡайһы берәүҙәр кеүек ҡойолоп төшмәне. Беҙҙе лә ныҡ тотто, күңел төшөнкөлөгөнән әрсәләне:
— Бер беҙҙә түгел, илгә килгән ҡайғы, өй һайын хәсрәт, өй һайын “ҡара ҡағыҙ”. Илап-һыҡтап ҡайғыны еңеп булмай, — ти торғайны.
(Аҙағы бар).