Камил шәхес тәрбиәләү нигеҙе
1998 йылдан алып эшләп килгән “Йәйләү” һәләтле балаларға белем биреү һәм һауыҡтырыу йүнәлешендәге ял итеү үҙәгенең сираттағы ябыу тантанаһы шулай башланды. “Туған телемдә һөйләшәм” тигән яҙыулы аҡ футболка кейгән балалар теҙелеп баҫҡан. Йөҙҙәрендә күтәренке кәйеф тә, шул уҡ ваҡытта бер аҙ моңһоулыҡ та сағыла: ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дуҫлашып, яҡынайып өлгөргән иптәштәре менән хушлашырға ваҡыт. Бөгөн – аҙаҡҡы концерт.
Лагерь борон мең ырыуы йәйләгән Бәләбәй ерендә ойошторолғас, йәш буйынса иң өлкән уҡыусылар мең ырыуына тупланған. Улар төрлө ырыу – бөрйән, юрматы, үҫәргән – вәкилдәрен ҡунаҡҡа саҡырған. Һәр ырыу үҙ йырын башҡарғандан һуң, дөйөм “Йәйләү” йыры яңғыраны.
Яҙыусы, педагог Мәрйәм Бураҡаева башланғысы менән ойошторолған балалар лагеры быйыл 17-се тапҡыр үткәрелде. Һуңғы 15 йылда ял үҙәге Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ҡанаты аҫтында эшләне. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы булған ерҙә, ул тотонған эштә һәр ваҡыт рухлылыҡ, мәҙәнилек, ватансылыҡ тантана итә. Әлеге ял үҙәге лә тап шундай маҡсат менән булдырылды: балаларҙы – киләсәктә үҙҙәре атай-әсәй, олатай-өләсәй буласаҡ йәш быуын вәкилдәрен – камил шәхес итеп тәрбиәләүгә нигеҙ һалыу.
Ойоштороусылар шулай уҡ тыуған яҡтың тарихын, мәҙәниәтен,
билдәле шәхестәрен, ырыуҙарҙың килеп сығыуы тураһында легендаларҙы өйрәнеүҙе лә күҙ уңында тота. Тап ошо ҡиммәттәр аша балала әсә теленә, халҡына, иленә ҡарата һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләнә. Әлбиттә, лагерь тәбиғәт ҡосағында урынлашҡас, уның бөтә мөмкинлектәрен файҙаланып, йөкмәткеле ял ойоштороу, шифалы үҫемлектәрҙе танырға өйрәтеү, емеш-еләк йыйыу, сәләмәтлекте нығытыуҙы ла үҙәк мөһим бурыстарҙың береһе итеп һанай.
Әсә телендә һөйләшеү бәхете“Йәйләү”ҙә бер генә тапҡыр булһа ла ял иткән балалар үҙҙәрен шундай бәхетле тоя! Күрәһең, башҡорт моңо аңҡып торған мөхиттә йәшәү, үҙ-ара тик туған телдә аралашыу, халыҡ хазинаһына күҙ һалып, үҙҙәренең дә шул байлыҡтың баһалап бөткөһөҙ өлөшө булыуын аңлау уларҙың күңеленә ыңғай тәьҫир итәлер. Балаларға ҡанат та ҡуя, маҡсатлы йәшәргә көс-дәрт тә бирә “Йәйләү”.
Бындағы һәр сара башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә таянып, туған телдә ойошторола. Һәр ҡайһыһы күренекле шәхестәрҙең исеме менән үрелеп бара. Мәҫәлән, йыл һайын бәйгеләр Ҡасим Дәүләткилдеев исеменә йәш рәссамдар ярышы менән башланып китә. Артабан Алпамыша батыр исеменә – спорт, Мәғәфүр Хисмәтуллин менән Әсмә Шайморатова исеменә – йәш йырсылар, Йомабай Иҫәнбаев, Ғата Сөләймәнов, Роберт Заһретдинов исеменә – ҡурайсылар, Рәшиҙә Туйсина, Мөхәмәт Иҙрисов исеменә – бейеүселәр, Фәйзи Ғәскәров исеменә – бейеү коллективтары, Мөхәмәтша Буранғолов исеменә – йәш сәсәндәр, Аҡмулла исеменә – шиғыр һөйләүселәр, Арыҫлан Мөбәрәков менән Зәйтүнә Бикбулатова исеменә сәхнә оҫталары бәйгеләре үткәрелә. Бына бит күпме шәхестәр менән танышып, күпме йондоҙҙар балҡыясаҡ малай һәм ҡыҙҙарҙың тормош юлында! Балалар айырыуса көтөп алған конкурстар – “Йәйләү” батыры” менән “Йәйләү” һылыуы”. Быйыл был исемдәргә Өфө егете Азамат Зәйнетдинов менән Әбйәлил гүзәле Гөлшан Миңлебаева лайыҡ булды.
Ял үҙәгенең йәнә бер үҙенсәлеге бар: ғүмерҙә лә ҡулында музыка ҡоралы тотмаған балалар бында ҡурайҙа, мандолинала, думбырала уйнарға, ҡумыҙ сиртергә, үҙебеҙсә рәхәтләнеп тыпырларға өйрәнә. Быйыл ял итеүселәр янына билдәле виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов килеп китте, көн дауамында һәр ырыуға айырым-айырым дәрестәр үткәрҙе. Әйткәндәй, лагерҙағы балалар көндәлек алып барҙы. Үҫәргән ырыуы һылыуы Ләйсән Асҡарова оҫталыҡ дәресе хаҡында бына нимә тип яҙған: “Миңә данлыҡлы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов менән осрашыу бик оҡшаны. Ул ҡумыҙҙа хәтәр шәп һәм оҫта уйнай. Төрлө илдәрҙә булған”.
Миңлеғәфүр ағайҙың улы Азамат та үҙ оҫталығы менән бүлеште – ул егеттәрҙе бейергә өйрәтте. Лагерь эше башланғанда өс кенә бала ҡурай һыҙғырта белһә, хушлашыу кисәһендә сәхнәгә 12 кеше сыҡты. Оркестрҙа шулай уҡ 13 ҡумыҙсы сығыш яһаны, ҡыл-ҡумыҙҙа – Нәркәс Баймырҙина, думбырала – Айсулпан Фәйзуллина, мандолинала – Азалия Тажетдинова, баянда Арыҫлан Баязитов уйнаны. Сәхнә шау башҡорт моңона күмелде. Дәртле, рухлы малай һәм ҡыҙҙарға һоҡланып ҡарап ултырҙым. Уларҙы тойоп ҡына аңларлыҡ бер көс берләштерә ине – туған тел мөхитенә ҡайтыу көсө.
Быйыл ял итеүселәр араһында урыҫ, татар телле балалар ҙа булғанға күрә, үҙ-ара фәҡәт башҡорт телендә генә аралашыу талабы ҡуйылманы. Шуға күрә барлыҡ уҡыусыларҙы ла сараларҙа ҡатнаштырыу төп маҡсат булды. Башҡорт телендә йырламаған, бейемәгән бер генә бала ла булманы! Һәр кемеһе кәм тигәндә дүртәр-бишәр йыр өйрәнеп ҡайтты. “Урал батыр” эпосын, Салауат Юлаев шиғырҙарын яттан һөйләү бәйгеләре лә телде белмәгәндәргә уны үҙләштерергә ярҙам итте. Шулай уҡ көндәлектәргә мөрәжәғәт итһәк, был сараларҙың балаларға дәрт, сәм өҫтәүе тағы ла бер раҫлана: “Был көн миңә ифрат оҡшаны, сөнки ул “Урал батыр” эпосына арналды. Әҫәрҙе яттан һөйләү буйынса бәйгелә ҡатнашҡан барлыҡ балалар иҫ киткес матур сығыш яһаны. Мин үҙем дә киләһе йылға “Урал батыр”ҙан өҙөктәр ятларға тырышырмын...”, “Был рухи ҡомартҡыға күпме байлыҡ һалынған! Беҙҙең “Йәйләү”ҙән бик күп кеше уны яттан һөйләне...”
Быйылғы йәйге лагерь тағы шуныһы менән айырылды: балаларға күренекле шәхестәр менән аралашырға насип булды. Тарихсы Әхәт Сәлиховтың, “Ҡош юлы” фестивале йырсыларының килеүе барыһы өсөн дә ҙур байрамға әүерелде. Тарихсы-ғалим халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Зәки Вәлиди тураһында һөйләһә, фестивалдә ҡатнашыусылар оҙаҡҡа иҫтә ҡалырлыҡ, күңелдәргә үтеп инерлек матур концерт бүләк итте.
Ял итеүселәрҙе әйләнгән һайын яңы шатлыҡтар көттө. Лагерҙы ябыу тантанаһынан бер көн алда уларға йәш режиссер Таңсулпан Бураҡаеваның “Минең йондоҙом” фильмы күрһәтелде. Йәш тамашасылар хисләнеп, уй-тойғоларға бирелеп ултырғанда, фильм тамамланыуға, ҡапыл залда утты яндырҙылар, һәм кинола төп геройҙы башҡарған Илшат Абдуллин гитараһын тотоп сәхнәлә баҫып тора ине. Барыһы ла “аһ!” итеп ҡалды. Һәм бер-бер артлы һорауҙар яуа башланы... Йырлы-моңло был осрашыу, йәнле, дәртле аралашыу “йәйләү”селәрҙең хәтерендә оҙаҡ йылдар һаҡланыр...
Шундай рухлы, ижади кешеләр менән осрашыу балаға ныҡ тәьҫир итә. Ул илһамлана, күңелендә маҡсаттар бөрөләнә, эске донъяһы байый, алдағы тормош юлына йүнәлеш бирерҙәй маяҡтар ишәйә. “Йәйләү”гә ошондай көс-дәрт өҫтәп, “Бейемәгән башҡорт юҡ!” тип аталған йомғаҡлау сараһына данлыҡлы бейеүсе Рәшиҙә апай Туйсина ла килде. Ул залға килеп инеү менән, тирә-яҡ нурға сорналғандай булды. Ихлас, асыҡ йөҙлө, балаларса саф һәм киң күңелле апайҙы бөтә ырыу вәкилдәре аяғүрә баҫып, алҡыштарға күмеп ҡаршыланы. Инде бүләсәһен тәрбиәләшкән бейеүсенең сәхнәлә һаман да аҡҡош кеүек талпынып “йөҙөүенә”, һығылмалылығына, нәфислегенә һоҡланмаған кеше булмағандыр. Үҙен һырып алған балалар менән фотоға төшөп, автограф таратып, ихлас аралашты ул. Сәхнәгә беренсе тапҡыр аяҡ баҫып, башҡортса тыпырларға өйрәнгән баланың да артабан Рәшиҙә апайға оҡшарға тырышыуы, был хаҡта хыялланыуы бик тә ихтимал.
“Беҙгә мәрәй бик кәрәк!”
Быйыл лагерҙа 100 бала ял итте. Улар Башҡортостандың барлыҡ тиерлек төбәгенән килгән, күрше Татарстандан да бер уҡыусы булды. Ҡағиҙә булараҡ, штатта өлкән вожатый йәки методист-консультант, начальник, һәр ырыуҙа берәр тәрбиәсе һәм әйҙәүсе эшләне. Лагерь начальнигы вазифаһын быйыл Өфөнөң Дим районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Найлә Буранғолова үтәне.
– Тәүге йыл эшләүенә ҡарамаҫтан, уның тәжрибәһе тап бына ошо “Йәйләү”ҙә эшләү өсөн тупланған кеүек, лагерҙың маҡсатын тиҙ генә аңлап алды ла эшкә сумды, – тип һөйләне Мәрйәм Бураҡаева.
Тәрбиәселәр ҙә үҙ эшен яратып, намыҫ менән башҡарҙы. Өлкән йәштәге уҡытыусылар, үҙ ырыуҙарындағы бурысын үтәүҙән тыш, тотош “Йәйләү” балалары менән дә әүҙем эшләне. Айырыуса Гөлбаныу Исмәғилеваның тырышлығын билдәләп үтергә кәрәк. Тәрбиәсе эше менән бер рәттән ул социаль педагог, психолог вазифаһын да башҡарҙы. “Йәш әйҙәүселәр, балалар кәңәш һорап уға йүгерә”, – тине “Йәйләү”ҙең консультант-методисы һәм өлкән вожатыйы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы.
Ял үҙәгендә йәштәрҙең булыуы, уларҙың дәртләнеп эшләүе һөйөндөрә. Әлиә Атнағолова иртәнге күнекмәләрҙә башҡорт көйҙәренә флешмоб үткәрҙе, Зүлиә Хөсәйенова ойоштороу эштәре буйынса ныҡ ярҙам итте.
Уларҙың уң ҡулы булған әйҙәүселәр ҙә һынатманы – бер юлы бер нисә эште гөрләтеп алып барҙы. Мәҫәлән, үҫәргән ырыуы әйҙәүсеһе Шәфҡәт Собханғолов музыкаль яҡтан биҙәүсе ролен дә үтәһә, мең ырыуынан Ләйсән Зәйнетдинова – ҡумыҙҙа, юрматы ырыуынан Алмас Ишмөхәмәтов думбырала, ҡурайҙа уйнарға өйрәтте. Ә бөрйәндәрҙең әйҙәүсеһе Инсаф Йәмилев нәфис һүҙ оҫталығы серҙәренә төшөндөрҙө. Әйткәндәй, ул 2012 йылда “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү бәйгеһендә еңеүсе лә булған.
Шулай итеп, уртаҡ тырышлыҡ менән сираттағы йәйге лагерҙың эше ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла итеп ойошторолдо. Өлкән вожатый әйтеүенсә, етәкселәр ҙә, ял итеүсе балалар ҙа – барыһы ла әүҙем булды, матур эшләне.
Бынан тыш, балалар араһынан ырыу башлыҡтары һайланды. Урал Ғөбәйҙуллин, Фәрүәз Әлибаев, Ильяс Низаметдинов, Батыр Биргәнов ағай-апайҙарына “Йәйләү” эшмәкәрлегенең йөгөн тартышты. Бындай алымдың маҡсаты – уларҙан ойоштороусы әҙерләү, лидерлыҡ сифаттары тәрбиәләү. Ғөмүмән, һәр баланы фекер алышыуҙа, бәхәстәрҙә ҡатнашырға, һорауҙар биреп, әңгәмә ҡорорға өйрәтеү, уның һәләттәрен үҫтереү ял үҙәгенең концепцияһында төп урын биләй.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бындағы балалар үҙаллылыҡҡа өйрәнә.
– Уҡыусыларҙы тәрбиәләү менән шөғөлләнмәйбеҙ, улар үҙҙәре ошо мөхиткә инеп китә лә, маҡсатты аңлап, үҙтәрбиә менән шөғөлләнә башлай. “Йәйләү”ҙәге мөхит уларҙы ҡалыпҡа һала ла ҡуя. Тәртип боҙоу, насар эш ҡылыу тураһында уйламайҙар, улар өсөн әүҙем булыу, бәйгеләрҙә ҡатнашыу, мәрәй туплау тәүмаҡсатҡа әйләнә, – тип һөйләне Мәрйәм апай.
Мәрәй тигәндән, лагерҙа бик яҡшы баһалау системаһы уйлап табылған: сарала ҡатнашҡан, бәйгелә еңеү яулаған өсөн һәр балаға мәрәйҙәр бирелә. Аҙаҡ йәрминкәлә был мәрәйҙәргә улар төрлө әйбер һәм тәм-том һатып ала. Тәҡдим ителгән тауарҙарҙың хаҡы төрлө була. Быйыл иң юғары мәрәй 80 булһа, иң ҡиммәтле тауар 60 мәрәйгә һатылды. Хаҡтар бала әйбер алыуҙан тыш, тәм-томдан ауыҙ итергә лә мәрәй ҡалырлыҡ итеп билдәләнә. Был системаның бик отошло булыуы асыҡланды: балалар сараларҙа ҡатнашырға, үҙ һәләттәрен күрһәтергә йә башҡа берәй төрлө эш башҡарырға ашҡынып тора. Уларҙа сәм, дәрт уяна. Рәхимова Динара яҙған һүҙҙәрҙә был яҡшы сағыла: “Һыуыҡ булһа ла, Үҫәргән ырыуының концерты ойошторолдо. Миңә сәхнәлә бейеүе, йырлауы һәм ҡумыҙҙа уйнауы оҡшаны, сөнки бының өсөн мәрәй бирәләр. Мәрәйҙәр бик кәрәк, сөнки миндә улар әҙ. Беҙгә тороп алҡышланылар. Башҡа бер ырыуға ла улай ҡул сапмағандарҙыр!” Ҡайһы бер уҡытыусылар был системаны мәктәптә ҡулланыуҙы ла хуп күрә.
Бер-беребеҙгә
таяныс булайыҡ“Йәйләү”ҙең 17-се сменаһы үҙ эшен тамамланы. Бында ял иткән балаларҙың бер-береһе менән шул тиклем дуҫлашҡаны күҙгә күренеп торҙо. Концерттан һуң ҡайһылары илап та алды хатта. Ә мәктәп йылдарында табышҡан дуҫтар юғалмай ул. Уларҙың артабан да бәйләнеште өҙмәй, аралашып йәшәйәсәгенә, ҙурайғас та кәрәк саҡта бер-береһенә терәк, таяныс булып, ярҙамлашып торасағына, үҙҙәрен берләштергән ҙур көстө тойоп, дәртләнеп, сәмләнеп, үҙ милләте менән ғорурланып көн итәсәгенә иманым камил. Берҙәм булғанда ғына тормошобоҙ йәмле, мәғәнәле, халҡыбыҙ көслө була.