Ырыуҙарҙы берләштергән “Йәйләү”ҙә...02.08.2014
Ырыуҙарҙы берләштергән “Йәйләү”ҙә...
Камил шәхес тәрбиәләү нигеҙе

1998 йылдан алып эшләп килгән “Йәйләү” һәләтле балаларға белем биреү һәм һауыҡтырыу йүнәлешен­дәге ял итеү үҙәгенең сираттағы ябыу тантанаһы шулай башланды. “Туған телемдә һөйләшәм” тигән яҙыулы аҡ футболка кейгән балалар теҙелеп баҫҡан. Йөҙҙәрендә күтә­ренке кәйеф тә, шул уҡ ваҡытта бер аҙ моңһоулыҡ та сағыла: ҡыҫҡа ва­ҡыт эсендә дуҫлашып, яҡынайып өлгөр­гән иптәштәре менән хуш­ла­шырға ваҡыт. Бөгөн – аҙаҡҡы концерт.

Лагерь борон мең ырыуы йәйлә­гән Бәләбәй ерендә ойошторол­ғас, йәш буйынса иң өлкән уҡыу­сылар мең ырыуына тупланған. Улар төрлө ырыу – бөрйән, юрматы, үҫәргән – вәкилдәрен ҡунаҡҡа са­ҡырған. Һәр ырыу үҙ йырын башҡар­ғандан һуң, дөйөм “Йәйләү” йыры яңғыраны.
Ырыуҙарҙы берләштергән “Йәйләү”ҙә...Яҙыусы, педагог Мәрйәм Бураҡа­ева башлан­ғысы менән ойошто­ролған балалар лагеры быйыл 17-се тапҡыр үткәрелде. Һуңғы 15 йылда ял үҙәге Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ҡанаты аҫтында эшлә­не. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы булған ерҙә, ул тотонған эштә һәр ваҡыт рухлылыҡ, мәҙәнилек, ватансылыҡ тантана итә. Әлеге ял үҙәге лә тап шундай маҡсат менән булдырылды: балаларҙы – киләсәктә үҙҙәре атай-әсәй, олатай-өләсәй буласаҡ йәш быуын вәкилдәрен – камил шәхес итеп тәрбиәләүгә нигеҙ һалыу. Ырыуҙарҙы берләштергән “Йәйләү”ҙә...Ойоштороусылар шулай уҡ тыуған яҡтың тарихын, мәҙәниә­тен, Ырыуҙарҙы берләштергән “Йәйләү”ҙә...билдәле шә­хес­тәрен, ырыуҙарҙың килеп сығыуы тураһында легендаларҙы өйрәнеүҙе лә күҙ уңында тота. Тап ошо ҡиммәттәр аша балала әсә теленә, халҡына, иленә ҡарата һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләнә. Әлбиттә, лагерь тәбиғәт ҡосағында урынлашҡас, уның бөтә мөмкинлек­тәрен файҙа­ланып, йөкмәткеле ял ойоштороу, шифалы үҫемлектәрҙе танырға өйрә­теү, емеш-еләк йыйыу, сәләмәтлекте нығытыуҙы ла үҙәк мөһим бурыс­тарҙың береһе итеп һанай.

Ырыуҙарҙы берләштергән “Йәйләү”ҙә...Әсә телендә һөйләшеү бәхете

“Йәйләү”ҙә бер генә тапҡыр булһа ла ял иткән балалар үҙҙәрен шундай бәхетле тоя! Күрәһең, башҡорт моңо аңҡып торған мөхиттә йәшәү, үҙ-ара тик туған телдә аралашыу, халыҡ хазинаһына күҙ һалып, үҙҙәренең дә шул байлыҡтың баһалап бөткөһөҙ өлөшө булыуын аңлау уларҙың күңе­ленә ыңғай тәьҫир итәлер. Бала­ларға ҡанат та ҡуя, маҡсатлы йә­шәр­гә көс-дәрт тә бирә “Йәйләү”.
Ырыуҙарҙы берләштергән “Йәйләү”ҙә...Бындағы һәр сара башҡорт хал­ҡының тарихына, мәҙәниәтенә таянып, туған телдә ойошторола. Һәр ҡайһыһы күренекле шәхестәрҙең исе­ме менән үрелеп бара. Мәҫәлән, йыл һайын бәйгеләр Ҡасим Дәүләт­килдеев исеменә йәш рәссамдар ярышы менән башланып китә. Артабан Ал­памыша батыр исе­менә – спорт, Мәғә­фүр Хисмә­тул­лин менән Әсмә Шайморатова исеменә – йәш йырсылар, Йомабай Иҫәнбаев, Ға­та Сөләймәнов, Ро­берт Заһрет­ди­нов исе­менә – ҡу­райсылар, Рәшиҙә Туй­сина, Мөхәмәт Иҙ­рисов исеменә – бе­йеүселәр, Фәйзи Ғәс­­кә­ров исеменә – бе­йеү коллективтары, Мө­хәмәтша Буранғолов исеменә – йәш сәсәндәр, Аҡмулла исеменә – шиғыр һөйләүселәр, Арыҫ­­лан Мөбә­рәков менән Зәйтүнә Бикбулатова исеменә сәхнә оҫталары бәйгеләре үткә­­релә. Бына бит күпме шәхестәр менән таны­шып, күпме йондоҙ­ҙар балҡыясаҡ малай һәм ҡыҙҙарҙың тормош юлында! Балалар айырыуса көтөп алған конкурстар – “Йәйләү” батыры” менән “Йәйләү” һылыуы”. Быйыл был исемдәргә Өфө егете Азамат Зәйнетдинов менән Әбйәлил гүзәле Гөлшан Миңлебаева лайыҡ булды.
Ырыуҙарҙы берләштергән “Йәйләү”ҙә...Ял үҙәгенең йәнә бер үҙенсәлеге бар: ғүмерҙә лә ҡулында музыка ҡоралы тотмаған балалар бында ҡу­райҙа, мандолинала, думбырала уйнар­ға, ҡумыҙ сиртергә, үҙебеҙсә рәхәтләнеп тыпыр­ларға өйрәнә. Быйыл ял итеүселәр янына билдәле виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәй­нетдинов килеп китте, көн дауамында һәр ырыуға айырым-айырым дәрестәр үткәрҙе. Әйткәндәй, ла­герҙағы балалар көндәлек алып бар­ҙы. Үҫәргән ырыуы һы­лы­уы Ләйсән Асҡарова оҫталыҡ дәресе ха­ҡын­да бына нимә тип яҙған: “Миңә дан­лыҡлы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов менән осрашыу бик оҡшаны. Ул ҡу­мыҙҙа хәтәр шәп һәм оҫта уйнай. Төрлө илдәрҙә булған”.
Ырыуҙарҙы берләштергән “Йәйләү”ҙә...Миңлеғәфүр ағайҙың улы Азамат та үҙ оҫта­лығы менән бүлеште – ул егеттәрҙе бейергә өйрәтте. Лагерь эше башланғанда өс кенә бала ҡурай һыҙғырта белһә, хушлашыу кисә­һендә сәх­нәгә 12 кеше сыҡты. Оркестрҙа шулай уҡ 13 ҡумыҙсы сығыш яһаны, ҡыл-ҡумыҙҙа – Нәркәс Баймырҙина, думбырала – Айсулпан Фәйзуллина, мандолинала – Азалия Тажетдинова, баянда Арыҫ­лан Баязитов уйнаны. Сәхнә шау башҡорт моңона күмелде. Дәртле, рухлы ма­лай һәм ҡыҙҙарға һоҡланып ҡарап ул­тырҙым. Уларҙы тойоп ҡына аң­ларлыҡ бер көс берләштерә ине – туған тел мөхитенә ҡайтыу көсө.
Ырыуҙарҙы берләштергән “Йәйләү”ҙә...Быйыл ял итеүселәр араһында урыҫ, татар телле балалар ҙа бул­ғанға күрә, үҙ-ара фәҡәт башҡорт те­лендә генә аралашыу талабы ҡу­йыл­­маны. Шуға күрә барлыҡ уҡыу­сыларҙы ла сара­ларҙа ҡатнаштырыу төп маҡсат булды. Башҡорт телендә йырламаған, бейемәгән бер генә бала ла булманы! Һәр кемеһе кәм тигәндә дүр­тәр-бишәр йыр өйрәнеп ҡайтты. “Урал батыр” эпосын, Салауат Юлаев шиғырҙарын яттан һөйләү бәйгеләре лә телде белмә­гәндәргә уны үҙләш­терергә ярҙам итте. Шулай уҡ көндәлектәргә мөрә­жәғәт итһәк, был сараларҙың бала­ларға дәрт, сәм өҫтәүе тағы ла бер раҫлана: “Был көн миңә ифрат оҡшаны, сөнки ул “Урал батыр” эпосына арналды. Әҫәрҙе яттан һөйләү буйынса бәйгелә ҡат­­нашҡан барлыҡ балалар иҫ киткес матур сығыш яһаны. Мин үҙем дә киләһе йылға “Урал батыр”ҙан өҙөктәр ятларға тырышырмын...”, “Был рухи ҡомарт­ҡыға күпме байлыҡ һа­лын­ған! Беҙ­ҙең “Йәй­ләү”ҙән бик күп кеше уны яттан һөйләне...”
Ырыуҙарҙы берләштергән “Йәйләү”ҙә...Быйылғы йәйге лагерь та­ғы шуныһы менән айырыл­ды: балаларға күре­некле шә­хестәр менән аралашырға насип булды. Тарихсы Әхәт Сә­лихов­тың, “Ҡош юлы” фес­тивале йырсылары­ның килеүе барыһы өсөн дә ҙур байрамға әүерелде. Тарих­сы-ғалим хал­ҡы­быҙҙың арҙаҡлы улы Зәки Вәлиди тура­һын­да һөйләһә, фес­тивалдә ҡат­­на­­шыу­сылар оҙаҡҡа иҫтә ҡа­лырлыҡ, кү­ңел­дәргә үтеп инер­лек матур концерт бүләк итте.

Ырыуҙарҙы берләштергән “Йәйләү”ҙә...Ял итеүселәрҙе әйләнгән һайын яңы шатлыҡтар көттө. Лагер­ҙы ябыу тантанаһынан бер көн алда уларға йәш режиссер Таңсулпан Бура­ҡаеваның “Минең йондоҙом” фильмы күрһә­телде. Йәш тамашасылар хисләнеп, уй-тойғоларға бирелеп ултырғанда, фильм тамам­ланыуға, ҡапыл залда утты яндырҙылар, һәм кинола төп геройҙы башҡарған Ил­шат Абдуллин гитараһын тотоп сәхнәлә баҫып тора ине. Барыһы ла “аһ!” итеп ҡалды. Һәм бер-бер артлы һорауҙар яуа башланы... Йырлы-моңло был осрашыу, йәнле, дәртле аралашыу “йәйләү”селәрҙең хәте­рен­дә оҙаҡ йылдар һаҡланыр...
Шундай рухлы, ижади кешеләр менән осрашыу балаға ныҡ тәьҫир итә. Ул илһамлана, күңелендә маҡ­саттар бөрөләнә, эске донъяһы байый, алдағы тормош юлына йүнә­леш бирерҙәй маяҡтар ишәйә. “Йәй­ләү”гә ошондай көс-дәрт өҫтәп, “Бейемәгән башҡорт юҡ!” тип аталған йомғаҡлау сараһына данлыҡлы бейеүсе Рәшиҙә апай Туйсина ла килде. Ул залға килеп инеү менән, тирә-яҡ нурға сорналғандай булды. Ихлас, асыҡ йөҙлө, балаларса саф һәм киң күңелле апайҙы бөтә ырыу вәкилдәре аяғүрә баҫып, алҡыштарға күмеп ҡаршыланы. Инде бүләсәһен тәрбиәләшкән бе­йеү­се­нең сәхнәлә һаман да аҡҡош кеүек талпынып “йөҙөүенә”, һығылмалылығына, нә­фис­легенә һоҡланмаған кеше бул­мағандыр. Үҙен һырып алған бала­лар менән фотоға төшөп, автограф таратып, ихлас аралашты ул. Сәхнәгә беренсе тапҡыр аяҡ баҫып, башҡортса тыпырларға өйрән­гән баланың да артабан Рәшиҙә апайға оҡшарға тырышыуы, был хаҡта хыялланыуы бик тә ихтимал.

“Беҙгә мәрәй бик кәрәк!”

Быйыл лагерҙа 100 бала ял итте. Улар Баш­ҡортостандың барлыҡ тиерлек төбәгенән килгән, күрше Татарстандан да бер уҡыусы булды. Ҡағиҙә булараҡ, штатта өлкән вожатый йәки методист-консультант, начальник, һәр ырыуҙа берәр тәрбиә­се һәм әйҙәүсе эшләне. Лагерь начальнигы вазифаһын быйыл Өфөнөң Дим районы башҡорт­тары ҡоролтайы рәйесе Найлә Буранғолова үтәне.
– Тәүге йыл эшләүенә ҡарамаҫ­тан, уның тәжри­бәһе тап бына ошо “Йәйләү”ҙә эшләү өсөн тупланған кеүек, лагерҙың маҡсатын тиҙ генә аңлап алды ла эшкә сумды, – тип һөйләне Мәрйәм Бураҡаева.
Тәрбиәселәр ҙә үҙ эшен яратып, намыҫ менән башҡарҙы. Өлкән йәш­тәге уҡытыусылар, үҙ ырыу­ҙа­рын­дағы бурысын үтәүҙән тыш, тотош “Йәйләү” балалары менән дә әүҙем эшләне. Айырыуса Гөлбаныу Ис­мәғи­леваның тырышлығын билдә­ләп үтергә кәрәк. Тәрбиәсе эше менән бер рәттән ул социаль педагог, психолог вазифаһын да баш­ҡарҙы. “Йәш әйҙәүселәр, балалар кәңәш һорап уға йүгерә”, – тине “Йәйләү”ҙең консультант-методисы һәм өлкән вожатыйы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы.
Ырыуҙарҙы берләштергән “Йәйләү”ҙә...Ял үҙәгендә йәштәрҙең булыуы, уларҙың дәртләнеп эшләүе һө­йөндөрә. Әлиә Атнағолова иртәнге күнекмәләрҙә башҡорт көйҙәренә флешмоб үткәрҙе, Зүлиә Хөсәйенова ойоштороу эштәре буйынса ныҡ ярҙам итте.
Уларҙың уң ҡулы булған әйҙәү­селәр ҙә һынатманы – бер юлы бер нисә эште гөрләтеп алып барҙы. Мәҫәлән, үҫәргән ырыуы әйҙәүсеһе Шәфҡәт Собханғолов музыкаль яҡ­тан биҙәүсе ролен дә үтәһә, мең ырыуынан Ләйсән Зәйнет­динова – ҡумыҙҙа, юрматы ырыуынан Алмас Ишмөхәмәтов думбырала, ҡурайҙа уйнарға өйрәт­те. Ә бөрйәндәрҙең әйҙәүсеһе Инсаф Йәмилев нәфис һүҙ оҫталығы серҙәренә төшөндөрҙө. Әйт­кәндәй, ул 2012 йылда “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү бәй­геһендә еңеүсе лә булған.
Шулай итеп, уртаҡ тырышлыҡ менән сираттағы йәйге лагерҙың эше ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла итеп ойошторолдо. Өлкән вожатый әйтеүенсә, етәкселәр ҙә, ял итеүсе балалар ҙа – барыһы ла әүҙем булды, матур эшләне.
Бынан тыш, балалар араһынан ырыу баш­лыҡтары һайланды. Урал Ғөбәйҙуллин, Фәрүәз Әлибаев, Ильяс Низаметдинов, Батыр Биргә­нов ағай-апайҙарына “Йәйләү” эшмә­кәрлегенең йөгөн тартышты. Бындай алымдың маҡсаты – уларҙан ойоштороусы әҙерләү, лидерлыҡ сифаттары тәр­биә­ләү. Ғөмүмән, һәр ба­­­ла­­ны фекер алы­шыуҙа, бәхәстәрҙә ҡатнашырға, һорауҙар биреп, әңгәмә ҡорорға өйрәтеү, уның һәләттәрен үҫтереү ял үҙәгенең концепцияһында төп урын биләй.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бын­дағы балалар үҙаллылыҡҡа өйрәнә.
– Уҡыусыларҙы тәрбиәләү менән шөғөлләнмәй­беҙ, улар үҙҙәре ошо мөхиткә инеп китә лә, маҡсатты аңлап, үҙтәрбиә менән шөғөлләнә башлай. “Йәйләү”ҙәге мөхит уларҙы ҡалыпҡа һала ла ҡуя. Тәртип боҙоу, насар эш ҡылыу тураһында уйла­майҙар, улар өсөн әүҙем булыу, бәйгеләрҙә ҡатнашыу, мәрәй туплау тәүмаҡсатҡа әйләнә, – тип һөйләне Мәрйәм апай.
Мәрәй тигәндән, лагерҙа бик яҡшы баһалау систе­маһы уйлап табылған: сарала ҡатнаш­ҡан, бәйгелә еңеү яулаған өсөн һәр балаға мәрәйҙәр бирелә. Аҙаҡ йәрминкәлә был мә­рәйҙәргә улар төрлө әйбер һәм тәм-том һатып ала. Тәҡдим ителгән тауар­ҙар­ҙың хаҡы төрлө була. Быйыл иң юғары мәрәй 80 булһа, иң ҡиммәтле тауар 60 мәрәйгә һатылды. Хаҡ­тар бала әйбер алыуҙан тыш, тәм-томдан ауыҙ итергә лә мә­рәй ҡалырлыҡ итеп билдә­ләнә. Был сис­те­маның бик отошло булыуы асыҡланды: балалар сара­ларҙа ҡатнашыр­ға, үҙ һәләттәрен күрһәтергә йә башҡа берәй төрлө эш башҡарырға ашҡынып тора. Уларҙа сәм, дәрт уяна. Рәхимова Динара яҙған һүҙ­ҙәрҙә был яҡшы сағыла: “Һыуыҡ булһа ла, Үҫәргән ырыуының концерты ойошторолдо. Миңә сәхнәлә бейеүе, йырлауы һәм ҡумыҙҙа уйнауы оҡшаны, сөнки бының өсөн мәрәй бирәләр. Мә­рәй­ҙәр бик кәрәк, сөнки миндә улар әҙ. Беҙгә тороп алҡыш­ланылар. Башҡа бер ырыуға ла улай ҡул сапма­ғандарҙыр!” Ҡайһы бер уҡы­тыусылар был системаны мәкт­әптә ҡулла­ныу­ҙы ла хуп күрә.

Бер-беребеҙгә
таяныс булайыҡ


“Йәйләү”ҙең 17-се сменаһы үҙ эшен тамамланы. Бында ял иткән балаларҙың бер-береһе менән шул тиклем дуҫлашҡаны күҙгә күренеп торҙо. Концерттан һуң ҡайһылары илап та алды хатта. Ә мәктәп йылдарында табышҡан дуҫтар юғалмай ул. Уларҙың артабан да бәйләнеште өҙмәй, аралашып йәшәйәсәгенә, ҙу­райғас та кәрәк саҡта бер-береһенә терәк, таяныс булып, ярҙам­лашып ­торасағына, үҙҙәрен берләштергән ҙур көстө тойоп, дәртләнеп, сәм­ләнеп, үҙ милләте менән ғорурланып көн итәсәгенә иманым камил. Берҙәм булғанда ғына тормошобоҙ йәмле, мәғә­нәле, халҡыбыҙ көслө була.


Вернуться назад