Байым – Бөрйән ырыуының (Баймаҡ районы) иң боронғо ауылдарының береһе. Ауылға тәүге нигеҙ ташын аталы-уллы Ыҫтымғол менән Йомағол һалған. Уларҙан – Динебәк, Динебәктән Байым тыуған. Байым ишанды үҙе иҫән саҡта уҡ хөрмәтләп, изгеләрҙән-изге һанап, ауылды Байым тип йөрөтә башлағандар.
Байым ишан Динебәков тураһындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ул үҙ төйәгендә генә түгел, ә барлыҡ башҡорт илендә танылған мәғрифәтсе лә, Мөжәүир, Хәлил хәҙрәттәр, Ғабдулла Сәиди кеүек юғары белемле дин әһеле, табип та булған. Вариҫтары бөгөн ул нигеҙ һалған ауылда йәшәй, унан таралған нәҫелдәр бик күп. Байымовтар, Тажетдиновтар, Вәлиевтәр, Иҫәнбаевтар, Ҡәҙерғоловтар, Мөхәмәтйәновтар, Мостафиндар... Араларында фольклорсы-ғалим Берйән Байымов, яҙыусы Азамат Ҡәҙерғолов, күренекле ғалим Мазһар Иҫәнбаев, дәүләт эшмәкәре Илшат Тажетдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Динислам Исҡужин кеүек республикабыҙҙа шөһрәт ҡаҙанған шәхестәр бар.
Сәмле, дәртле,
уңған икән дә байымдар!Шулай булмаһа, ниғәмәттәрҙән ни яғы менән кәм беҙ, тип ауыл халҡының күбеһе “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыр инеме?! Ә хәл былайыраҡ булды. “Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” акцияһын ойоштороу маҡсатында халыҡ менән кәңәшләшергә тип Ниғәмәт ауылына барҙыҡ. Ауыл биләмәһе башлығы Фәниә Вәхитова ла был тәҡдимде хуплағас, гәзит уҡыусылар менән осрашыу үтте. Күрше Байым, Түбәнге Нуғай ауылдарынан иң әүҙемдәрҙе саҡырғандар ине. Байымдың ағинәйҙәр ҡоро һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Таңһылыу Вәлиева тиҫтәнән ашыу кешене гәзиткә яҙҙыртып алып килгән.
– Ниңә беҙгә лә килмәйһегеҙ? Беҙҙең дә ниғәмәттәрҙән ҡалышырға уй юҡ, – тигәс тә, Байымға юл алдыҡ.
Яңы дуҫтар таптыҡЫсынлап та, Байым ишан нәҫелдәре араһында үҙебеҙгә яңы дуҫтар таптыҡ! Ауылдың иң абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Таңһылыу Вәлиева беҙ барыуға оло йәштәгеләрҙе йыйып та ҡуйған.
– Тап уларҙың быуыны гәзитһеҙ йәшәй алмай, аҡсалары ла бар, – тип шаяртып та алды. Бөйөк Ватан һуғышы ауырлығын үҙ елкәһендә татыған, атайһыҙ үҫкән быуын вәкилдәренең һәр береһенең яҙмышы үҙе китапҡа тиң. Мәҫәлән, Ишбикә Исмәғилева, Әхмәр Дәүләткилдин, Сәфәрғәле Тажетдиновтарҙың аталары яу яланында ятып ҡалған, шуға күрә уларға тормош еңел бирелмәгән: барлыҡ ауырлыҡты үҙҙәренә йырып сығырға тура килгән. Зилә Байымова, Әлмира Ғәлина, Рәйфа Рамаҙанова, Хәмдиә Бикмөхәмәтовалар ҙа оҙаҡ йылдар колхозда эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.
Ауылдың иң оло инәйҙәре Мөбирә Бүләкова менән Зөлхәмиҙә Мөхәмәтдиновалар ҙа гәзит-журналға күпләп яҙыла.
Ауылда шулай уҡ “Өлкәр” исемле фольклор ансамбле эшләй. Уның етәксеһе лә Таңһылыу Вәлиева. “Торған ерендә ут сәсрәтер” тигәндәй, ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй: әле ағинәйҙәре менән “Кәкүк сәйе”нә сығалармы, йә булмаһа район кимәлендә үткәрелгән “Йолаларыбыҙ — алтын ҡомартҡыларыбыҙ” исемле эстафета-конкурста “Баш итен ашатыу” йолаһын күрһәтәләрме йәки Өфөгә “Алтын тирмә” телевикторинаһында ҡатнашырға юлланалармы — барыһына ла өлгөрә улар.
Әйткәндәй, “Баш итен ашатыу” йолаһын белгәндәр бик аҙ арабыҙҙа. Элек-электән хужа был ризыҡ менән үҙенең иң хөрмәтле ҡунағын һыйлар булған, ул иң татлыһы һаналған.
Утыҙ ете йыл буйы мәктәптә уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан тынғыһыҙ ветерандың әле лә йәштәрсә дәртле һәм ихлас булыуы һоҡландыра. Ауылда үткән барлыҡ саралар өсөн дә Таңһылыу Вәлиева үҙе сценарий яҙа, ижад менән шөғөлләнә. Ә инде өҙҙөрөп баянда уйнауына, моңло йырлауына оҫта ҡуллы булыуын да өҫтәһәк, ысынлап та, бер минут буш ултырырға ла ваҡыты юҡтыр, тип уйлап ҡуяһың. Бына шундай яңы таныш таптыҡ Байым ауылында. Таңһылыу Әхмәтхан ҡыҙы – “Башҡортостан” гәзитенең яҡын дуҫы, ышаныслы терәге лә.
Тайбуғиндар бит улар!Ғәлиә менән Фәрит Тайбуғиндар дүрт ул, бер ҡыҙ үҫтергән. Улдары Булат Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә эшләй, Сәлимә – “Һаҡмар” район гәзитендә яуаплы секретарь, ә инде Рәйес — Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар бүлеге хәбәрсеһе. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә ысын мәғәнәһендә ғашиҡ был ғаилә. Ғүмере буйы “Урал” колхозында һауынсы булып эшләгән Ғәлиә апай бөгөн — иң әүҙем ағинәй, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы. Утыҙ туғыҙ йыл бергә йәшәп, ауылдаштарына өлгө булған Тайбуғиндарҙың бөгөн ун дүрт ейән-ейәнсәре бар.
Чернобыль һалдаттарының береһе1986 йылдың апрелендәге Чернобыль фажиғәһе Байым ауылын да ситләтеп үтмәй. Колхозда шофер булып эшләп йөрөгән Миңлеғәле Байымовты фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөргә саҡыралар.
– Ташландыҡ ауылдар, ватыҡ тәҙрәләр, янып көйгән урман... – тип хәтергә ала ул йылдарҙы Миңлеғәле ағай. – Тәүҙә махсус техникала йөрөү өсөн курс үттек, артабан Славутичтан машина алып ҡайттыҡ. Әле шуға аптырайым: ҡайһы бер ололар тыуған ерҙәрен ташлап китмәй, шунда йәшәүен дауам итә ине. Бер әбейҙең ҡоҙоғонан һыу алып радиаторға ҡойғайным, дозиметристар эргәһенән үткән саҡта, машина сигнал бирҙе. Сәбәп нимәлә икәнлеген аңламайбыҙ. Ҡоҙоҡтан һыу алып ҡойғаным аҙаҡ ҡына хәтергә төштө. Уны түккәйнек, сигнал да бөттө. Тимәк, ул әбей эскән һыуҙа радиацияның күләме саманан күпкә юғарыраҡ булған.
Миңлеғәле Заһит улы кәләше Венера менән ике бала үҫтергән. Чернобыль һәләкәте арҡаһында Миңлеғәле Байымовтың да сәләмәтлеге яҡшынан түгел, әленән-әле үҙен белгертеп тора. Ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн льготалары ла юҡ тиерлек. Тик тейешле етәкселәр генә Чернобыль “ликвидатор”ҙарының үҙҙәре теләп түгел, ә ил ҡушыуы буйынса ни тиклем хәүефле миссияны үтәгәнен онотмаһа ине. Фатир ҙа, ташламалар ҙа булырға тейештер бит?!
Әйткәндәй, Байымдан был фажиғәлә тағы ла Әғләм Мәжитов ҡатнашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мәрхүм инде.
“Юлдаш” менән “Аҡташ”
һәр саҡ асыҡ
Ауыл район үҙәгенән йыраҡ урынлашҡас, көндәлек кәрәк-яраҡ өсөн һәр саҡ Баймаҡҡа барыу мөмкин түгел. Был осраҡта байымдарға ауыл эшҡыуарҙарының магазиндары ярҙамға килә.
2002 йылда асылған “Аҡташ” магазинында эшҡыуар Зилә Ғәлина үҙе хеҙмәтләндерә. Ауылдаштары өсөн һәр саҡ яңы аҙыҡ-түлек килтерергә тырыша ул. Хатта кейемде лә, бер иштән булмаһын тип, төрлөләндереп ала. Тормош иптәше Динислам ағай әйбер ташыуҙа ярҙам итһә, балалары йәй көнө әсәләрен алмаштыра.
Ауылдың икенсе яғында урынлашҡан “Юлдаш” магазины – оҙаҡ йылдар сауҙа тармағында эшләгән Рәмилә Исҡужинаныҡы. Уның Бикеш ауылында тағы бер сауҙа нөктәһе бар. Эшҡыуар ике кешене эшле иткән.
“Аҡ” ты эш итеүселәрБайымда эш урындары булмағанлыҡтан, күптәр ишле мал тота, ҡош-ҡорт аҫрай, шуның иҫәбенә донъя көтә. Уңған хужабикәләрҙең бер нисәүһе менән танышырға форсат тейҙе.
Миңнур Үлмәҫбаева һигеҙ һыйыр һауа, көн һайын “аҡ”тан төрлө һөт ризығы эшләй: май бешһенме, ҡорот ҡайнатһынмы, ҡыҙыл эремсек яһаһынмы – барыһына ла өлгөрә. Ял көнө ризыҡты баҙарға һатыуға алып сыға. “Бер барғанда ғына өсәр мең һум тирәһе эшләп ҡайтабыҙ”, – ти Миңнур Барый ҡыҙы.
Иртә таңдан төн ауғансы йорт тирәһендә булышҡан ауыл ҡатындарына һоҡланмау, уларҙың тырышлығына көнләшмәү мөмкин түгел. Ирен дә, малын да, балаларын да, йорт-ҡураһын да бағырға ваҡыт таба улар.
Гөлнәзирә Ғәлинаны күптәр оҫта сыр яһаусы булараҡ белә. Егәрле хужабикәгә тауарын баҙарға һатырға сығарыу ҙа кәрәкмәй – өйөнән үк килеп алалар.
Бына шулай рухи һәм матди байлыҡты иш янына ҡуш итеп рәхәтләнеп донъя көтә Байым халҡы.