Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иң бәхетле ҡатын
Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡатындары көслө рухлы һәм йомшаҡ күңелле булған, һәр береһе үҙенә генә хас матурлығы, мөләйемлеге менән айырылып торған. Уларҙың тормошо тураһында хәҙерге көндәргә тиклем бик әҙ мәғлүмәт килеп еткән, әммә беҙ, XXI быуат ҡатындары, уйланһын, уларҙан өлгө алып йәшәһен өсөн булғаны ла етә. Һүҙ – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең өсөнсө ҡатыны Ғәйшә хаҡында.

Донъяла иң бәхетле ҡатын­дарҙың береһе булған ул. Исеме күп илдәрҙә киң таралған Ғәйшә белемле, иманлы, камил гүзәл зат образын һынландырған. Үҙенең тор­мошо миҫалында Пәйғәмбәре­беҙҙең хәләл ефете өлгөлө ҡатын булыу серҙәренә төшөндөрә.
Ғәйшә Әбү Бәкр әс-Ситдыҡ менән Умм Руман ғаиләһендә тыу­ған. Атаһы Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм­дең иң яҡын дуҫ­тары­ның береһе һаналһа, әсәһе ислам динен ҡыҙы тыуғанға тиклем ҡабул иткән бик тоғро ҡатын бул­ған. Иманлы ғаи­ләлә Ғәйшә ата-әсәһенең юғары әхлаҡи си­фат­тарын һеңдереп үҫкән, зи­рәклеге һәм теремеклеге менән һоҡландырған. Ҡыҙын Мөхәммәт­кә кейәүгә биреү Әбү Бәкр өсөн оло шатлыҡ булған, әлбиттә.
Уларҙың туйы бик ябай үткән: бәрән йә башҡа төрлө мал да салынмаған, ә буласаҡ ире Ғәйшә өсөн ни бары 400 дирһәм түләгән. Бынан һуң йәш кәләш Мөхәммәт­тең өйөнә күскән. Уларҙың тормошо һөйөүгә, наҙға сорналған, ире ҡа­тынына бик иғтибарлы һәм хәстәрлекле булған, барлыҡ уй-теләктәрен үтәгән.
Ғәйшәне киң күңелле, йомарт, ябай ине, гел генә мохтаждар хаҡында хәстәрлек күреп торҙо, тип хәтерләйҙәр. Белем алыуға ҙур әһәмиәт биргән ул. Пәйғәм­бәре­беҙ әйткән һүҙҙәрҙе тиҙ генә отоп алған һәм байтаҡ хәҙистәрҙе яҙып барған, үҙе Ҡөрьән уҡыған. Ысын тор­моштоң киләсәктә булыуын, ә фани донъяның ваҡытлыса ғына икәнен яҡшы белгән Ғәйшә. Ҡай­ғы-хәсрәт, ваҡ мәшәҡәттәр иман­лы кешенең күңелен бер нисек тә ҡараңғылата алмай. Йәш ҡатын Аллаһ Тәғәләгә рәхмәтле, барына риза булып йәшәү өлгөһөн күр­һәтергә тырышҡан.
Әлбиттә, иҫ киткес матур хо­лоҡ­ло ханым тураһында күп имеш-мимеш йөрөгән. Бер ваҡыт Мәҙинәгә китеп барғанда Ғәйшә муйынсағын юғалтҡан, уны эҙ­ләйем тип каруандан тороп ҡал­ған. Ҡатындың паланкинын алып киткәндәр. Ябыулыҡҡа бөркәнеп, ул бер ҡайҙа ла китмәй урынында торған, үҙен килеп алырҙар, тип көткән. Ысынлап та, Мөхәммәт кире әйләнеп килеп, ҡатынының иҫән-һау икәнен күргәс, тыныс­ланған һәм бер һүҙ ҙә өндәш­м­ә­гән. Әммә бындай мөмкинлектән файҙаланып, йәш кәләште хыянат ҡылыуҙа ғәйеп­ләргә, уның исе­менә, ғаиләһенә ҡара яғырға тырышҡан кешеләр ҙә табылған. Ғәйшә был хаҡта белмәгән, әммә иренең үҙенә ҡара­та мөнәсәбәте үҙгәргәнен, бер аҙ һыуынғанын тойған. Ҡалайтаһың ин­де, иң изгеләрҙән булған Пәй­ғәмбәр ҙә ир-ат затынан бит, шикләнеүҙәр күңелен үртәгән. Хәл түҙеп тор­ғоһоҙ була башлағас, Ғәйшә иренән рөхсәт алып, ата-әсәһе янына ҡайтып торған. Шулай итеп, бер ай ваҡыт уҙған. Мөхәм­мәт һөйгән йәре менән айыры­лышыуға түҙә алмай, уны алырға киткән. Ғашиҡтар үҙ-ара аңлаш­ҡан. Ғәйшә үҙенең нахаҡҡа ғә­йепләнеүе ха­ҡында белгән һәм бер ниндәй ҙә гонаһ ҡылмауын әйткән. Йәш ҡа­тындың күҙҙәренән субырлап йәш аҡҡан, әммә ул быны һиҙмәгән дә... Иренең күңеленән барлыҡ шик-шөбһә таралған.
Пәйғәмбәрлек эшмәкәрлеген баш­лаған ваҡытта Мөхәммәттең тәүге ҡатыны Хәҙисә булһа, Ғәйшәгә Аллаһ Рәсүленә бирел­гән ғүмерҙең аҙаҡҡы көндәренәсә иренең янында булыу бәхете тейә. Пәйғәмбәребеҙ ҡарашын күккә төбәп, йәнен Аллаһ Тәғәләгә тапшырған. Ул Ғәйшәнең өйөндә – вафат булған ерендә – ерләнгән. Бергә туғыҙ йыл йәшәгән булған улар.
Артабан оҙаҡ ваҡыт – 50 йылға яҡын – Ғәйшә башҡаларға иман, хоҡуҡ, әҙәбиәт буйынса белем биргән, ижтимағи-сәйәси тормошта әүҙем ҡатнашҡан. Белем алыу өсөн уға алыҫ-алыҫ ерҙән килгәндәр: Пәйғәмбәребеҙ әйткән һүҙҙәр, башҡарған эштәр хаҡында уның һөйөклө ҡатынынан ишетеү оло мәртәбә бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә