Иң бәхетле ҡатын01.08.2014
Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡатындары көслө рухлы һәм йомшаҡ күңелле булған, һәр береһе үҙенә генә хас матурлығы, мөләйемлеге менән айырылып торған. Уларҙың тормошо тураһында хәҙерге көндәргә тиклем бик әҙ мәғлүмәт килеп еткән, әммә беҙ, XXI быуат ҡатындары, уйланһын, уларҙан өлгө алып йәшәһен өсөн булғаны ла етә. Һүҙ – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең өсөнсө ҡатыны Ғәйшә хаҡында.
Донъяла иң бәхетле ҡатындарҙың береһе булған ул. Исеме күп илдәрҙә киң таралған Ғәйшә белемле, иманлы, камил гүзәл зат образын һынландырған. Үҙенең тормошо миҫалында Пәйғәмбәребеҙҙең хәләл ефете өлгөлө ҡатын булыу серҙәренә төшөндөрә.
Ғәйшә Әбү Бәкр әс-Ситдыҡ менән Умм Руман ғаиләһендә тыуған. Атаһы Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең иң яҡын дуҫтарының береһе һаналһа, әсәһе ислам динен ҡыҙы тыуғанға тиклем ҡабул иткән бик тоғро ҡатын булған. Иманлы ғаиләлә Ғәйшә ата-әсәһенең юғары әхлаҡи сифаттарын һеңдереп үҫкән, зирәклеге һәм теремеклеге менән һоҡландырған. Ҡыҙын Мөхәммәткә кейәүгә биреү Әбү Бәкр өсөн оло шатлыҡ булған, әлбиттә.
Уларҙың туйы бик ябай үткән: бәрән йә башҡа төрлө мал да салынмаған, ә буласаҡ ире Ғәйшә өсөн ни бары 400 дирһәм түләгән. Бынан һуң йәш кәләш Мөхәммәттең өйөнә күскән. Уларҙың тормошо һөйөүгә, наҙға сорналған, ире ҡатынына бик иғтибарлы һәм хәстәрлекле булған, барлыҡ уй-теләктәрен үтәгән.
Ғәйшәне киң күңелле, йомарт, ябай ине, гел генә мохтаждар хаҡында хәстәрлек күреп торҙо, тип хәтерләйҙәр. Белем алыуға ҙур әһәмиәт биргән ул. Пәйғәмбәребеҙ әйткән һүҙҙәрҙе тиҙ генә отоп алған һәм байтаҡ хәҙистәрҙе яҙып барған, үҙе Ҡөрьән уҡыған. Ысын тормоштоң киләсәктә булыуын, ә фани донъяның ваҡытлыса ғына икәнен яҡшы белгән Ғәйшә. Ҡайғы-хәсрәт, ваҡ мәшәҡәттәр иманлы кешенең күңелен бер нисек тә ҡараңғылата алмай. Йәш ҡатын Аллаһ Тәғәләгә рәхмәтле, барына риза булып йәшәү өлгөһөн күрһәтергә тырышҡан.
Әлбиттә, иҫ киткес матур холоҡло ханым тураһында күп имеш-мимеш йөрөгән. Бер ваҡыт Мәҙинәгә китеп барғанда Ғәйшә муйынсағын юғалтҡан, уны эҙләйем тип каруандан тороп ҡалған. Ҡатындың паланкинын алып киткәндәр. Ябыулыҡҡа бөркәнеп, ул бер ҡайҙа ла китмәй урынында торған, үҙен килеп алырҙар, тип көткән. Ысынлап та, Мөхәммәт кире әйләнеп килеп, ҡатынының иҫән-һау икәнен күргәс, тынысланған һәм бер һүҙ ҙә өндәшмәгән. Әммә бындай мөмкинлектән файҙаланып, йәш кәләште хыянат ҡылыуҙа ғәйепләргә, уның исеменә, ғаиләһенә ҡара яғырға тырышҡан кешеләр ҙә табылған. Ғәйшә был хаҡта белмәгән, әммә иренең үҙенә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәргәнен, бер аҙ һыуынғанын тойған. Ҡалайтаһың инде, иң изгеләрҙән булған Пәйғәмбәр ҙә ир-ат затынан бит, шикләнеүҙәр күңелен үртәгән. Хәл түҙеп торғоһоҙ була башлағас, Ғәйшә иренән рөхсәт алып, ата-әсәһе янына ҡайтып торған. Шулай итеп, бер ай ваҡыт уҙған. Мөхәммәт һөйгән йәре менән айырылышыуға түҙә алмай, уны алырға киткән. Ғашиҡтар үҙ-ара аңлашҡан. Ғәйшә үҙенең нахаҡҡа ғәйепләнеүе хаҡында белгән һәм бер ниндәй ҙә гонаһ ҡылмауын әйткән. Йәш ҡатындың күҙҙәренән субырлап йәш аҡҡан, әммә ул быны һиҙмәгән дә... Иренең күңеленән барлыҡ шик-шөбһә таралған.
Пәйғәмбәрлек эшмәкәрлеген башлаған ваҡытта Мөхәммәттең тәүге ҡатыны Хәҙисә булһа, Ғәйшәгә Аллаһ Рәсүленә бирелгән ғүмерҙең аҙаҡҡы көндәренәсә иренең янында булыу бәхете тейә. Пәйғәмбәребеҙ ҡарашын күккә төбәп, йәнен Аллаһ Тәғәләгә тапшырған. Ул Ғәйшәнең өйөндә – вафат булған ерендә – ерләнгән. Бергә туғыҙ йыл йәшәгән булған улар.
Артабан оҙаҡ ваҡыт – 50 йылға яҡын – Ғәйшә башҡаларға иман, хоҡуҡ, әҙәбиәт буйынса белем биргән, ижтимағи-сәйәси тормошта әүҙем ҡатнашҡан. Белем алыу өсөн уға алыҫ-алыҫ ерҙән килгәндәр: Пәйғәмбәребеҙ әйткән һүҙҙәр, башҡарған эштәр хаҡында уның һөйөклө ҡатынынан ишетеү оло мәртәбә бит.