Рәсәйҙә ярты сәғәт һайын бер бала юғала...
Һандарҙың йәне юҡ. Балалар араһында үҙ-үҙеңә ҡул һалыу осраҡтары һаны буйынса илебеҙ Европала беренсе урынды биләй тигән мәғлүмәтте башҡа һыйҙырыуы ауыр. Фажиғәләрҙең 90 проценты “Ярҙам итегеҙ!” тигән оранды хәтерләтә. Ни өсөн совет осорондағы “донъялағы иң бәхетле балалар” элмәккә башын тыға, ағыу эсә, йорт башынан ырғый бөгөн? Аңлашыла, бер кем дә яҡшы тормоштан үҙ-үҙенә ҡул һалмай. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, халыҡтың 15 проценты йәшәү минимумынан түбән шарттарҙа йәшәй.
Шулай булғас, илдә йыл да йөҙ меңдән ашыу баланың социаль етемлеккә дусар ителеүенә ниңә ғәжәпләнергә?
Ҡырағайлана бара был донъя...
Донъялағы бер ниндәй байлыҡ та баланың күҙ йәштәренә торошло түгел. Әммә, күреүебеҙсә, цивилизация уңайлыҡтары артҡан һайын донъя ҡырағайлана барғандай. Амур өлкәһендә булып, Интернет аша бөтә илгә яманаты сыҡҡан хәлде генә иҫкә төшөрәйек. Педагогтарҙың сабыйҙарҙы ҡул көсө менән “тәрбиәләүҙәре”, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һирәк күренеш түгел.
Башҡортостанда яңыраҡ булған ҡот осҡос фажиғә лә барса халыҡты тетрәндерҙе. Ҡатынын да, балаларын да вәхшиҙәрсә үлтергән енәйәтсене “кеше” тип атарға тел әйләнмәҫ. Рәсәйҙең Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Павел Астахов әйтеүенсә, илдә балалар һаны өс процентҡа кәмей барһа ла, енси енәйәттәр 2003 йылғы менән сағыштырғанда 30 тапҡырға артҡан. Ҡайһы бер балаларҙың ата-әсәһе педофилдарҙан да ҡурҡынысыраҡ.
Утыҙ йәшлек Иринаның (Свердловск өлкәһе) сабыйҙарының мәйетен һыуытҡыста йылдар буйы һаҡлауы тураһындағы мәғлүмәт бар донъяны шаҡ ҡатырҙы. Ә бит атай йә әсәй кеше балаһын үҙ ҡулдары менән һәләк иткән осраҡтар һис кәмемәй.
Бала ғаиләлә үҫергә һәм тәрбиәләнергә хоҡуҡлы тип йыш ҡабатлайбыҙ. Ә ғәмәлдә эш нисек һуң? Рәсәйҙә йыл һайын 14 йәшкә тиклемге 2,5 миллион сабыйҙың йыртҡыстарса туҡмалыуын күҙ алдына килтерһәк, ғаиләнең баланы һәр ваҡытта ла йылы ҡосағына алмауын күрербеҙ. Туҡмалыуҙарҙың һәр унынсыһы үлем менән тамамлана. Ғаиләлә көс ҡулланыу арҡаһында йыл һайын 50 меңдән ашыу үҫмер йорттан ҡасырға мәжбүр. Шулай ҙа иң фажиғәлеһе — баланың хәбәрһеҙ, эҙһеҙ юғалыуы.
Рәсәйҙә ярты сәғәт һайын бер бала, йәғни тәүлегенә уртаса 48 бала, эҙһеҙ юғала һәм дүртәүһе бер ваҡытта ла табылмай. Бындай күңелһеҙ, шаҡ ҡатырлыҡ һандарҙы әллә күпме дауам итергә булыр ине, ошонда нөктә ҡуйып торайыҡ, сөнки ғаиләлә көс ҡулланыу, ирекһеҙләү, кәмһетеү проблемаһының донъяның бөтә илдәрендә лә тиерлек көнүҙәк социаль һәм сәйәси мәсьәләләрҙең береһенә әүерелеүе һис сер түгел.
Кәрәкме беҙгә бындай закон?
“Парламентская газета” тарафынан онлайн режимында ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дә тап ошо социаль афәтте иҫкәртеүҙе, закон менән көйләүҙе камиллаштырыу тураһында һүҙ барҙы. Закондарҙың шыма ғына, бер тауыштан ҡабул ителмәүен, һүҙеңде дәлилдәр, һандар менән нығытмай, халыҡ-ара хоҡуҡ тәжрибәһен өйрәнмәй тороп, иң ғәҙел, дөрөҫ ҡарарҙың да һауала эленеп ҡалыуы ихтималлығын аңланыҡ. Ғөмүмән, ғаиләләге ирекһеҙләүҙе иҫкәртеү буйынса закон ҡабул итеү кәрәклеге 1995 йылда уҡ ҡуҙғатылып, ҙур ҡаршылыҡҡа осрағайны. 2007 йылда ла ул Дәүләт Думаһында кире ҡағылды.
Бынан өс йыл элек Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы гендер мәсьәләләре буйынса координацион совет тарафынан төҙөлгән эшсе төркөм йәнә ошо проблемаға кире ҡайтып, закон проектын әҙерләне. Уның эшендә әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе, Дәүләт Думаһы депутаты, һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, “түңәрәк өҫтәл”дә сығыш яһап, ғаиләлә ирекһеҙләүҙең, айырым кешеләрҙең хоҡуҡтарын боҙоуҙан тыш, бик күп йәмәғәт бурыстарын үтәүгә аяҡ салыуын билдәләне.
Йыл һайын донъяла 3,8 миллион кеше көс ҡулланыу ҡорбанына әүерелә, шуның 1,8 миллионы — ҡатын-ҡыҙ. Башҡа ҡитғаларға, илдәргә һылтанмай, үҙегеҙҙең күршегеҙҙәге ғаиләгә, ауылдаштарығыҙҙың, таныш-тоноштарығыҙҙың тормошона күҙ һалығыҙ — барыһы ла ал да гөлмө? Тикшеренеүҙәрҙән күреүебеҙсә, һәр дүртенсе ғаиләлә көс ҡулланыуҙың төрлө формалары — туҡмау, рәнйетеү, мәсхәрәләү, психологик баҫым яһау, матди яҡтан иҙеү — осрай. Һандар ҡот осорлоҡ: йыл һайын ирҙәре йәки яҡындары ҡулынан 14 меңгә яҡын ҡатын-ҡыҙ һәләк була. Туҡмалған “һуғыш ҡорбандары”ның ни бары 12 проценты ғына полицияға һәм юридик хеҙмәттәргә мөрәжәғәт иткән. Ә күбеһе иҙелеп, рәнйетелеп йәшәүе хаҡында хатта иң яҡын туғандарына ла әйтеүҙе кәрәк тип тапмаған. Бындай ғаиләлә һау-сәләмәт, тәүфиҡлы, гармонияла үҫешкән шәхес тәрбиәләүе мөмкин түгел. Даими ҡыҫымда йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙың йәмәғәт тормошонда янып эшләүен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Был социаль күренештең эҙемтәләрен аҡсаға күсерһәк, күпме матди сығым талап ителгәнен күрербеҙ (һаулығы ҡаҡшаған әсәләрҙе һәм балаларҙы дауалау, енәйәтселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу, эш урындарының юғалыуы, хеҙмәт етештереүсәнлегенең кәмеүе һ.б.). Мәҫәлән, тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, көс ҡулланыуҙан килгән зыян Голландияла — 200 миллион евро, ә Швейцарияла 400 миллион франк тәшкил иткән.
— Донъяның 89 илендә ғаиләлә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү тураһында закон положениелары бар, уларҙың алтмышында махсус ҡануниәт ҡабул ителгән. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдова, Грузия, Азербайжан һәм Украинала ошондай закондар эшләй башлау менән, ғаиләлә көс ҡулланыу осраҡтарының 20 – 30 процентҡа кәмегәне мәғлүм, — тигән аңлатма бирҙе “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларға Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы. — Ә беҙҙә көнкүрештә ирекһеҙләүҙе иҫкәрткән айырым закон юҡ. Әлбиттә, граждандарҙың хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса ҡанундар базаһы бар. Рәсәй Конституцияһында, кешенең хоҡуҡтарын һәм азатлығын судта яҡлау ҡарала, Енәйәт кодексында, Граждандар һәм Ғаилә кодекстарында енәйәт ҡылыусылар өсөн яуаплылыҡ хаҡында әйтелгән. Әммә улар нигеҙҙә килтерелгән зыянды ҡаплатыу, ғәйепләнеүселәргә яза биреү менән генә сикләнә, ә тәртип боҙоусыларҙың холҡон үҙгәртеүгә, енәйәттәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелмәгән. Енәйәт ҡылынғандан һуң ғына хоҡуҡтарҙы яҡлау буйынса аҙымдар яһала.
Ғәжәп, дәүләттең, берәй фажиғәле хәл тыумай тороп, кешенең шәхси тормошона ҡыҫылырға хоҡуғы юҡ.
Депутат әйтеүенсә, Рәсәйҙең бер төбәгендә генә — Ставрополь крайында — көс ҡулланыуҙан зыян күреүселәрҙе яҡлауға йүнәлтелгән закон ҡабул ителгән.
Эйе, бик тә кәрәк!
Онлайн режимында үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл”дә Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты ағзаһы Валентина Петренконың, ошо мөһим закон проектын әҙерләүҙә, өҫтәмәләр менән тулыландырыуҙа ҙур көс һалған адвокат Мари Давтяндың, Рәсәй Фәндәр академияһы Социология институтының баш ғилми хеҙмәткәре Татьяна Барсукова һәм башҡаларҙың төплө, йөкмәткеле сығыштары закон проектының хәҙерге шарттарҙа үтә мөһим икәнлегенә йәнә бер ҡат инандырҙы.
Ғаилә фажиғәләренән ситтә ҡалыуҙы хуп күргәндәрҙең барлығын да, закон проектының яһалма ҡаршылыҡтарға осрау ихтималлығын да йәшермәйек. “Рәсәй закондарында көс ҡулланыу проблемаһына ҙур урын бирелгән, тик, үкенескә ҡаршы, улар эшләмәй. Айырым закон ҡабул итеүҙән фәтүә булырмы?” — тип икеләнеүселәр бар. Әммә халыҡ-ара тәжрибәне төплөрәк өйрәнгән һайын айырым ҡанундарҙың тәьҫирлерәк, үтемлерәк, хоҡуҡтарыңды яҡлауҙың еңелерәк булыуын күрергә мөмкин. БДБ илдәрен генә миҫалға килтереү етә. Айырым закон ҡабул ителгәндән һуң алты дәүләттә ғаиләлә көс ҡулланыу осраҡтары һиҙелерлек кәмегән. Проект ғәйеплегә яза биреүҙе күҙ уңында тотмай, ә социаль характерлы булыуы менән әһәмиәтле.
Закон проектына ярашлы, тәүге тапҡыр ҡулланылышҡа ғаилә-көнкүреш, физик, психологик, енси һәм иҡтисади ирекһеҙләү терминдары индерелә, түләүһеҙ юридик ярҙамға хоҡуҡ булдырыла. Тәүге тапҡыр ғаиләгә ашығыс ярҙам күрһәтеү буйынса ведомство-ара бәйләнеш механизмы эшләйәсәк. Әлеге ваҡытта проектты башҡарма властың федераль органдары менән яраштырыу, юридик берекмәләр, эксперттар ҡатнашлығында өйрәнеү дауам итә.
Башҡортостанда ғаиләлә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү буйынса закон проекты әҙер. Уның камиллашыуын бары федераль закондың булмауы тотҡарлай.