Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙмыштың күҙенә тура ҡарап
Яҙмыштың күҙенә тура ҡарап
«Яҙмыш бит ул – кәләш түгел,
Уны һайлап алып булмай...»
Фәнис Яруллин.

Эй, яҙмыш... Кешене ул нисек кенә һынамай! Нәркизәгә лә яҙмыш ҡосағында иркәләнеп үҫергә тура килмәне. Яңы Турай ҡыҙы башта һөнәрселек училищеһында йөҙләүсе-буяусы һөнәренә эйә була. Эшсе, бригадир йөгөн дә тарта, ҙур комбинезондар кейеп, кирбес тә тейәй, бушата ла.



Бысраҡ, ауыр эштә йөрөгәнсе тип, көндәрҙең бе­реһендә әхи­рәте Сәүиә менән Бәләбәй педагогия училищеһына юллана. Дүрт йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Шунда уҡығанда мотоцикл йөрө­төү өсөн танытма ла ала.
Нәркизәнең киләсәге Рәтамаҡ мәктәбе менән бәйләнә. Башта уҡ уға урыҫ теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы йөкмәтәләр. Бер үҡ ваҡытта йыр дәрестәрен дә алып бара. Нимә тиһәң дә, Нәркизә Шакирйәнова, үҙе баянда уйнап, балаларҙы ике тауыш менән йырларға өйрәткән уҡытыусы ла бит әле. Күп тә үтмәй, ошо ауыл­дың егете, колхозда инженер булып эшләгән Тәлғәткә тормош­ҡа сыға. Мәшәҡәттәр артһа ла, Нәркизә йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия инс­титутын да тамамлай. Мәктәптә балалар ҙа үҙен ярата. 35 йыл буйына тырышып эшләгән уҡы­тыусыға мәктәптә бе­рен­селәр­ҙән булып «Рәсәй Федера­цияһының мәғариф отличнигы» тигән исем бирәләр.
Нәркизә менән Тәлғәт Шакир­йәновтар балаларына ла тейешле тәрбиә бирә. Ҡыҙҙары тәүҙә – Өфө авиация техник университетын, һуңынан Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Үҙ ғаиләһе бар. Улдары Ленар Бөгөлмә индустриаль-педагогия техникумында белем ала. Әрме сафтарында хеҙмәт итә. Һуңыраҡ Себер тарафтарына юллана, милицияға эшкә урынлаша. Тик бер аҙҙан эшлә­гәндә фажиғәгә тарый.
Шул ваҡыттан Шакирйәновтар ғаиләһендә етди һынауҙар башлана ла инде. Уртансы улдары Илдар сабый саҡта уҡ дауаханала вафат була. Ә 1990 йылда тормош иптәше Тәлғәт ағай инсульт кисерә.
Был осор Нәркизә апайға иһә яңынан-яңы һынауҙар әҙерләй. Иртәнге ысыҡ тамсыһылай емел­­дәгән күҙ йәштәре уның һуғыштан һуңғы балалыҡ йылдарын хәтерләтте. Бәләкәй арба тартҡан саҡтары ла, күршеләргә инеп ҡатыҡ, ҡалаҡ һорап торған мәлдәре бөгөн дә иҫендә уның. Нисек кенә булмаһын, ул яҙмыш алдында бөгөлмәне, һығыл­ма­ны.
Бына үҙегеҙ күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: әзмәүерҙәй ир биш йылдан ашыу ваҡыт түшәк­тә ята. Ә уның эргәһенән китергә лә ярамай. Нәркизә апай көнө-төнө ауырыу эргәһендә бөтө­рөлә. Шуға ҡарамаҫтан, фатирҙа һәр саҡ таҙалыҡ хөкөм һөрә. Бүл­мәләрҙәге төрлө-төрлө гөл­дәр, стеналағы ҡулдан эшләнгән әйберҙәр күҙҙе иркәләй.
Эй, йылдар, йылдар, ағасы­нан өҙөлөп төшкән япраҡ кеүек, ҡойола ла ҡойола улар. Шундай уйҙар тәьҫирендә Нәркизә Мө­ҙәрис ҡыҙы ҡайһы саҡ фотоальбомдарға, төрлө до­ку­мент­тар­ға күҙ һала. Улар араһында Маҡтау грамоталары ла, рәхмәт хаттары ла бар.
Тәлғәт ағай мәрхүм булғас, Нәркизә апай өсөн донъя ҡараңғыланған кеүек була, һәм ул тәрбиәгә балалар алырға ниәтләй.
Киң күңелле ҡатын төрлө яҙмышлы өс баланы үҙ ҡанаты аҫтына һыйындыра. Эскесе ата-әсә һәм атайҙары 17 йәшлек Сер­гейҙан, 14 йәшлек Ана­то­лийҙан, 13 йәшлек Настянан ваз кисә. Нәркизә иһә уларҙы дөрөҫ юлға баҫтырыр өсөн бөтә күңеле менән хеҙмәт аша тәрбиә бирә һәм балаларҙы ныҡлы контрол­дә тота. Сергей үҙенең моңло тауышы менән иғтибарҙы тарта. Һуңынан ул Октябрьскийҙағы музыка училищеһына уҡырға инә. Ә Настя менән Толя йүнләп хәреф тә танымаған була. Нәркизә Мөҙәрис ҡыҙы тора-бара улар­ҙың да күҙҙәрен аса – сәғәт циферблатын аңлата, аҡса һа­нарға өйрәтә.
Бөгөн Нәркизә ханым йәнә үҙе генә донъя көтә. Ҡыҙы, ейәндәре уның хәлен белеп тора. Ә тәр­биәгә алынған балалары һи­рәк-мирәк кенә үҙҙәре тураһында белдереп ҡуя.
Ғәзиз балаларҙың йылы һүҙ­ҙәрен, яҡшы хәбәрҙәрен ишетеү әсәнең күңеленә рәхәтлек өҫтәй. Изге күңелле, мәрхәмәтле кешегә тағы ла нимә кәрәк инде?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда бер үк ваҡытта ике кадрҙар үҙәге асылды

Башҡортостанда бер үк ваҡытта ике кадрҙар үҙәге асылды 17.11.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне 17.11.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Республикала айыуға һунар итеүгә 130 рөхсәт ҡағыҙы бирелгән
Башҡортостанда Шүлгәнташ мәмерйәһенә инеү графигы үҙгәрҙе
Республикала Әй йылғаһы ярҙарынан сығыуы ихтимал

Республикала Әй йылғаһы ярҙарынан сығыуы ихтимал 03.09.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр һыу баҫыу хәүефе янауы тураһында иҫкәртә....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәшәүселәр «ҡанлы» Айҙы күрергә мөмкин

Башҡортостанда йәшәүселәр «ҡанлы» Айҙы күрергә мөмкин 02.09.2025 // Йәмғиәт

7 сентябрҙән 8-енә ҡарай төндә Башҡортостан халҡы һирәк осраған астрономик күренеште — быйыл икенсе...

Тотош уҡырға 14

Радий Хәбиров Владимир Трофимовты «Хеҙмәт батырлығы өсөн»  миҙалы менән бүләкләне

Радий Хәбиров Владимир Трофимовты «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләне 02.09.2025 // Йәмғиәт

Генерал-майор үҙе 12 йыл етәкселек иткән һәм республика етәкселеге ярҙамы менән ҡуйылған бурыстарҙы...

Тотош уҡырға 14

Ҡытай рәсәйҙәр өсөн визаһыҙ режим индерә

Ҡытай рәсәйҙәр өсөн визаһыҙ режим индерә 02.09.2025 // Йәмғиәт

Ҡытай рәсәйҙәр өсөн визаһыҙ режим индерә...

Тотош уҡырға 15

Баймаҡта «Башҡорт аты» фестиваленә арналған фильм тураһында ролик күрһәтәләр

Баймаҡта «Башҡорт аты» фестиваленә арналған фильм тураһында ролик күрһәтәләр 02.09.2025 // Йәмғиәт

6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле буйында «Башҡорт аты» этномәҙәни фестивале ойошторола. Бында...

Тотош уҡырға 20

Республикала йәшәүселәр планета дауылдарын тойоуы мөмкин

Республикала йәшәүселәр планета дауылдарын тойоуы мөмкин 02.09.2025 // Йәмғиәт

Хәбәр ителеүенсә, ҡайһы бер төбәктәрҙә поляр балҡыш булыуы ихтимал....

Тотош уҡырға 19

Башҡортостанда +28° тиклем йылыта

Башҡортостанда +28° тиклем йылыта 02.09.2025 // Йәмғиәт

[thumb][/thumb]Башҡортостанда +28° тиклем йылыта...

Тотош уҡырға 15

Өфөнән Ҡазанға рейстар арта

Өфөнән Ҡазанға рейстар арта 01.09.2025 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы ошо йүнәлеш буйынса рейстар һанын арттыра....

Тотош уҡырға 17