Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Маммона ҡаршыһында теҙләнеп...
Маммона ҡаршыһында теҙләнеп... Ил буйынса хәҙер бәйге бара,
Шау-шыуҙарға донъя ҡоролған.
Үҙәк гәзиттәрҙе “биҙәй” торған
Шәрә “йондоҙҙар” күп — муйындан!..

Телевизорҙы асҡан һайын һөҙөп килеп сыҡҡан түбән зауыҡлы шау-шоуҙарҙан, үҙәк гәзиттәрҙәге күңел болғандырғыс шәрә “йондоҙҙарҙан” үтә лә ялҡҡан бер мәлдә яҙылғайны был юлдар. Ҡайҙа хәҙер элек телевизор, радионан яңғыраған тыуған ил, Ватан, мөхәббәт тураһындағы һоҡлан­дыр­ғыс йырҙар? Ҡайҙа яҙыусыларҙың аҡыллы, фәһемле сығыштары? Рәсәй, шулай уҡ Башҡортостан телевидениеһы аша әҙәби тапшырыуҙар ҡарағанығыҙ бармы? Мин телевидениела эшләгән уҙған быуаттың 90-сы йылдарында оло быуын яҙыусылары ха­ҡында күпме тапшырыуҙар яҙып ҡалдыр­ғайным — улар барыһы ла тиерлек юҡҡа сыҡты. Мәҙәниәттең түбән тәгәрәй башлауы ана шул 90-сы йылдарҙан башланды ла инде. Ул ваҡытта мин Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтының художестволы тәржемә бүлегендә башҡорт төркөмөнә етәкселек итә һәм башҡорт телен уҡыта инем. Студенттарым иҫ китмәле тырыш һәм ныҡыш булды, үҙем дә уларҙы Мәскәү мөхитенә еректереү, башҡорт төркөмөнә нигеҙ һалыу йәһәтенән күп көс түктем. Мин нигеҙ һалған башҡорт төркөмөнән сыҡҡан, институтты уңышлы тамамлаған Фәрит Әхмәҙиев, Зөһрә Бураҡаева бөгөн үҙҙәренең хеҙмәте менән әҙәбиәт һәм мәҙәниәт өлкәһенә һиҙелерлек өлөш индерә.
Башҡорт төркөмөн беҙ күренекле яҙыусы Әхиәр Хәкимов менән бергә етәкләнек. Ләкин ҡайһы берәүҙәргә Әхиәр Хәсән улы менән алып барған эшебеҙ оҡшап етмәне. Төркөмдө тарҡатырға тырышыу аҫтыртын ғына түгел, асыҡтан-асыҡ башҡа­рылды. Был ҡаршылыҡ миңә ҡарата айырыуса аяуһыҙ булды. Әхиәр Хәсән улы – ил күләмендә танылған яҙыусы, күптән Мәскәүҙә йәшәй, уға ҡаршы эш алып барыуы ауырыраҡ. Ә минең Мәскәүгә килеп эшләүем бәғзеләрҙе бик ныҡ тарһындырҙы, зитына тейҙе. Тик ни тиклем генә ауыр булмаһын, һуңғы минутҡаса көрәштем һәм студенттарым һуңғы имтиханды тапшырғандан һуң йөрәгем сыҙаманы — ауҙым. Табиптар, әлбиттә, миңә аяҡҡа баҫырға ярҙам итте. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң, эштән ебәреү­ҙәрен һорап ректорға керҙем.
— Һеҙҙең төркөм иң яҡшыларҙан иҫәпләнә, — тине ул. — Имтихандарҙы барыһы ла уңышлы тапшырҙы, икенсе йылға ла ҡалһағыҙ ине.
Ләкин ризалашманым. Был ҡасандыр үҙем бик яратҡан Мәскәү мөхитендә алған тәүге күңел яраһы булды. Хөсөтлөктө, мәҙәниәт таяуҙарының ҡаҡшауын Мәскәү ерендә күреү (әлбиттә, бында Өфө тарафтарынан килгән шауҡымдың да өлөшө ҙур ине) барыбер ауыр тәьҫир итте. Башҡортостанға ҡайттым. Мин әле ул ваҡытта, ни тиклем ауыр тойғолар кисерһәм дә, таяуҙары ҡаҡшаған мәҙәниәт донъяһының шауҡымдары тиҙ арала бөтә илгә тараласағын аныҡ ҡына шәйләмәй ҙә инем. Ләкин хәсрәт ҡыңғырау­ҙарының сыңы минең арттан бик тиҙ килеп етте. Мәскәүҙән ҡайтыуыма күп тә үтмәне, ҡот осҡос хәбәр ишеттем: яратҡан шағирәм Юлия Друнина үҙ-үҙенә ҡул һалған. “Келт” итеп уның “Литературная Россия” гәзитендә баҫылып сыҡҡан шиғыр юлдары күңелем­дән уйылып үтте: “Юҡ, һис күргем килмәй Рәсәйем­дең упҡындарға табан тәгәрәүен...” Тимәк, шағирә йөрәге сыҙамаған.
Мәскәүҙән китер алдынан ғына “Советский писатель” нәшриәтендә күрешкәйнек. Уның, ғәҙәтенсә, матур итеп йылмайып, иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, проза бүлегенә инеп китеүе хәтеремә төштө. Һуңғы осрашыу, һуңғы йылмайыу... Яу яландарында йөҙәр­ләгән яралы һалдатты ҡотҡарып алып ҡалған Юлия Друнина... Утлы яуҙарҙа иҫән ҡалған Юлия Друнина... Ул ғүмер буйына “һуғыш яланында йәнәш барған” һалдаттар иҫтәлегенә һәм шиғриәткә тоғро булып йәшәне. Беҙ тойомлаған ғына нәмәләрҙе ул инде асыҡ белгән, емерелеп барған мәҙәниәт таяу­ҙарын асыҡ күргән, халыҡтың фажиғәле яҙмышын асыҡ күҙаллаған.
Был ваҡиғанан һуң мин Мәскәүҙән һыуындым. Анна Ахматова, Марина Цветаева, Һәҙиә Дәүләт­шина, Юлия Друнина кеүек яҙыусыларҙы, бөйөк шағирәләрҙе һаҡлай алмаған, фажиғәгә дусар иткән илде мин бәхетле, игелекле ил тип әйтә алмайым. Был ил миңә ни тиклем яҡын, ҡәҙерле булған хәлдә лә. Тиҙҙән Ельциндың “Мәҙәниәт көтөп торор” тигән “ҡанатлы” һүҙҙәренең шауҡымы бөтә ил буйынса бар тулылығында үҙен һиҙҙерә башланы.
Мәҙәниәтһеҙ ҡалған илгә төрлө ғибрәттәр, фажиғә­ләр ҡара яу булып ябырылды. Телевизор экрандарынан әҙәбиәт, мәҙәниәт тураһындағы тапшырыуҙар, яҙыусыларҙың яҡты йөҙҙәре, классик фильмдар юҡҡа сыҡты. Уның урынына порнография, аҙҙырғыс оятһыҙ фильмдар, еңел-елпелек сәскә атты. Ил уғрылар, наркомандар, бандиттар менән тулды. Төрлө өлкәләге алдашыуҙар, асыҡтан-асыҡ халыҡты талау, ҡайһы бер милиция хеҙмәткәрҙәренең баш-баштаҡлығы инде бер кемгә лә сер түгел. Беҙ, яҙыу­сылар, бигерәк тә ауыр хәлдә ҡалдыҡ. Әҙәбиәттең, мәҙәниәттең түбәнгә тәгәрәүе рухи ҡиммәттәрҙең, телдең юҡҡа сығыуына ла алып киләсәк. Ә унан һуң инде халыҡты, илде боронғо Атлантида яҙмышы көтәсәге көн кеүек асыҡ.
Билдәле булыуынса, хәҙер Башҡортостанды төр­лө яҡлап ҡамап алған оятһыҙ бәндәләр ябай халыҡты талауҙы, хатта оло быуын кешеләренең фатирҙарын алдап үҙләштереүҙе һөнәр итеп алды. Һуңғы йылдарҙа был оятһыҙлыҡтың, хаяһыҙлыҡтың шауҡымы яҙыу­сыларға ла килеп етте. Алдаҡсылыҡ, уғрылыҡ мәктәбен үтмәгән, рухи камиллыҡҡа ынтылған яҙыусыларҙы алдауы еңелерәк. Рухи яҡтан кәм­һе­телгән әҙиптәрҙең донъянан китеп, үҙ мөйөштә­рендә өсәр көн, хатта аҙналар буйы ятыуы беҙгә билдәле. Ә уларҙың нисек донъянан китеүе, фажиғә­ләре бер кемде лә артыҡ ҡыҙыҡһындырманы. Миҫал өсөн һәләтле драматург Фәрит Богдановтың яҙмы­шын алырға була. Яңғыҙ ҡалған әҙип ниндәйҙер бәндәләрҙең эҙәрлекләүе, фатирын тартып алырға маташыуы тураһында хәбәр иткән, ярҙам һораған, ләкин бер кем дә уның үтенесенә ҡолаҡ һалмаған, сара күрмәгән. Бер заман шундай “сират” башҡа яҙыусыларға, шул иҫәптән был юлдарҙың авторына ла килеп етте. Заманында “Башҡортостан ҡыҙы” журналына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, тәүлек әйләнәһенә эшләүсе журналист булһам да, ун йылдан һуң, торлаҡ ала алмайынса, редакциянан китергә мәжбүр булдым. Ниһайәт, 1976 йылда, ул ваҡытта Яҙыусылар союзының әҙәби фондын етәкләгән мәрхәмәтле һәм кешелекле Зөлфәр Хисмәтуллин­дың тырышлығы менән фатир бүленде. Мин ул саҡта Башҡортостан телевидениеһында эшләп йөрөй инем. Тәүге ингәндә ташландыҡ һарайҙы хәтерләтеп торған был йортто ремонтлап, арыу ғына төҫ биргәндән һуң, 30 йылдан ашыу шунда торам. Мин йәшәгән осорҙа быуындар алмашынды, яңы ғына тыуған балалар күптән бәлиғ булды. Фатирыма йәнәш яңы өйләнешкән бер ғаилә тора ине. Уларҙың Саша исемле бик теремек малайҙары булды. Йылдар үтеү менән малай үҫте, бик игелекһеҙ булды, йүнләп уҡыманы ла шикелле. Тора-бара ул өйөнә ниндәйҙер үҫмерҙәр эйәртеп ҡайта башланы, бөтә тирә-яҡ күңел болғандырғыс, әшәке еҫтәр менән тулды. Миңә, ижад кешеһенә, был еҫтәрҙең язаһы бигерәк тә ныҡ тейҙе: ҡышҡы төндәрҙә, 30 градус һалҡында, урынымдан тороп, сыҙамайынса, балкон ишеген асырға тура килгеләне. Бер көндө таныш артист ханым инде. Нәҡ шул мәлдә наркомандарҙың “процедураһы” башланды.
— Нисек йәшәйһегеҙ бында? — тине танышым, шаҡ ҡатып. — Ҡот осҡос бит! Бында ағыуланып үлергә мөмкин!
— Ағыуланғанмын инде! — тинем, ҡул һелтәп. — Бер бүлмәле фатирға булһа ла алыштырыуҙарын һорап, Союзға мөрәжәғәт итеп ҡараным, ярҙам булманы.
— Минең төҙөлөштә эшләгән бик һәйбәт танышым бар, һөйләшеп ҡарайым әле. Өҫтәмә ишек ҡуйһалар, әҙ булһа ла файҙаһы тейер.
Сәнғәт кешеһе үҙ һүҙендә торҙо: икенсе көндө материалдар алып, ике мастер килеп тә етте. Ағастан йыйнаҡ ҡына өҫтәмә ишек яһап ҡуйҙылар. Улар эштәрен тамамлап торғанда, күрше наркоман ҡайтып керҙе. Биш минуттан уның атаһы сығып, оло ғауға ҡуптарҙы. Йәнәһе, ниңә ҡуйҙығыҙ, был ишек уларға ныҡ ҡамасаулаясаҡ. Оҫталар эшен тамамлап, тиҙерәк китеү яғын ҡараны. Наркоман ғаиләһе мине күҙ йәштәренә мансытты.
— Алып ташлағыҙ, — тинем мин, сыҙамағас. — Игелекле кешеләр хеҙмәттәре өсөн минән бер тин дә алманы, ә һеҙ, оятһыҙҙар, әйҙә, аҡтарып урамға ырғытығыҙ!
Улар, нишләптер, ҡапыл тынып ҡалды. Был хаҡта башҡаса һүҙ ҡуҙғатманылар. Бер нисә йылдан һуң йәш наркоман “теге донъя”ға китте, уның артынан әсәһе лә баҡыйлыҡҡа күсте. Яңғыҙ ҡалған ир, нисәмә йылдар инде бер ҡайҙа ла эшләмәй, эсеп, тартып, өйөндә ята. Ни эшләптер, иркен фатирында уның яратҡан урыны — ишек төбө һәм минең яҡҡа ҡараған мөйөш... Шуға күрә әле булһа төрлө “тәмле” еҫтәрҙән арына алғаным юҡ. Бер көндө ҡыңғырау шылтыра­ғанға ишекте асып ебәрһәм, ҡаршымда ҡушарлап теге “шәп” күрше менән форма кейгән ике йәш кеше баҫып тора. Сәбәбе инде миңә таныш: өҫтәмә ишегем эсеп, тартып ятҡан иргә ныҡ ҡамасаулай икән. “Шәп” күрше хилафлыҡ килтергән ишегем хаҡында Өфө ҡалаһының күҙәтеү хеҙмәте менән шөғөлләнгән бүлеккә ғариза яҙған булып сыҡты. Ишектең дөрөҫ асылмауы һәм уға ҡамасаулауы сәбәпле, мине судҡа биреүҙәрен һораған. Хәл башта ныҡ ғәжәпләндерҙе, сөнки бының махсус эшләнгәнен аңлап етмәнем. Килгән егеттәрҙең исем-фамилиялары менән ҡыҙыҡ­һындым. Әйтеүҙәренсә, янғынды иҫкәртеү буйынса инженерҙар икән. Үҙҙәрен әҙәпле тоталар.
— Тирә-яҡта күпме етешһеҙлек, ә һеҙгә мәҙәниәт кешеләрен, яҙыусыларҙы тапарға кәрәкме? — тинем йәнем көйөп. – Шулай ҡыланһағыҙ, киләсәктә ни булыр? Былай ҙа мәхшәрҙә йәшәйбеҙ!
— Беҙгә шулай ҡуштылар, — тине береһе, башын баҫып. – Беҙ буйһонмайынса булдыра алмайбыҙ.
Күреп торам: уңайһыҙлана, башын күтәреп тә ҡарамай. Мине ғәйепләгән протоколдарына күҙ һалам. “Оло ғәйебем” өсөн миңә мең һум штраф түләргә кәрәк икән.
— Ярар, — тинем. — Беҙ, яҙыусылар — миллио­нер­ҙар, беҙгә иҫ китмәле ҙур гонорар түләйҙәр, штрафығыҙҙы алып барып түләрмен.
Инде штраф түләгәс, өҫтәмә ишекте алдырғас, шуның менән эсеүҙән миңрәүләнгән ирҙең ауыҙын ҡапланым, тип уйлағайным. Быныһы әле ваҡиға­ларҙың башы ғына булып сыҡты. Күршемдең ҡылығы хаҡында коллегаларымдың береһе менән һөйләш­кәс, ул асыҡтан-асыҡ былай тине:
— Бында һеҙҙең эскесе, тартыусы күршегеҙ һылтау ғына. Улар һеҙҙең “хрущевка”ға яҫҡына. Шундай оятһыҙ бәндәләр, төрлө һылтау табып, бер талантлы драма­тургтың башына етте инде...
— Һуңынаныраҡ минең башта ла шундайыраҡ фекер тыуғайны, һин асыҡлыҡ индерҙең, — тинем мин.
“Ағиҙел” журналында бер нисә йыл элек Баш­ҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың бик фәһемле һәм үткер әҫәре баҫылып сыҡты. Хәҙерге заманда бик күптәр ялағайлыҡ, алыш-биреш менән көн күргәндә, намыҫын һатып, табыш аллаһы Маммона ҡар­шыһында теҙләнеп торғанда, бындай ҡыйыу фекерҙәр бик һирәктәр тарафынан әйтелә. “Һуңғы ун йыл эсендә мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү тураһында Рәсәй Хөкүмәтенең бер ниндәй ҙә сара күрмәүе күп нәмә хаҡында һөйләй”, — тип яҙғайны Ноғман Мусин.
Өҫтәп шуны ғына әйткем килә: теле, мәҙәниәте, әҙә­биәте юҡҡа сыҡҡан халыҡ һәм ил һәләкәткә дусар, был – меңәр йылдар барышында раҫланған аксиома. Сөнки бындай осраҡта боҙоҡлоҡто, бәйһеҙлекте, оятһыҙлыҡты алға һөргән хәшәрәт йәндәр күбәйә. Бөйөк Атлантида юғары цивилизациялы ил булған заманында. Беҙҙең бөйөк Рәсәй Атлантида фажиғә­­һен ҡабатламаһын ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872