Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Имәндәрҙе терәтерҙәй ирҙәр бар ерҙә
Имәндәрҙе терәтерҙәй ирҙәр бар ерҙә “Беҙ үҙебеҙ – Дим буйынан,
беҙ үҙебеҙ — шишмәләр”...
Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәримдең, Шишмә районынан сыҡҡан арҙаҡлы шәхес булараҡ, тыуған ере һәм халҡы тураһында тик үҙенә хас юмор һәм йылылыҡ менән әйткән һүҙҙәре күптән ҡанатлы ҡарһүҙгә әйләнгән. Шишмә Өфөгә терәлеп тигәндәй ятҡан төбәк булғас, йырҙың һүҙҙәре артында ниндәй “Уфа”, ниндәй “Шишмә” икәнен уйлап та тормаҫтан, халыҡ уны баш ҡала һәм район атамаһына бәйләгән дә ҡуйған. Бер уйлаһаң, бик тә тәбиғи: Өфө менән шул тиклем тығыҙ бәйләнештә булған тағы бер төбәкте атау мөмкинме?


Шишмә — Башҡортостан тимер юлдары селтәрҙәренең киҫешеү нөктәһе; Алкино, ҡасаба исеменән бигерәк, хәрби хеҙмәт урыны булараҡ билдәле; Өфө ҡалаһы үҙенең быуаттар тәрәнлеге менән иҫәпләнгән ғүмерендә Шишмә ҡатындарының һауған һөтө, ҡатығы, ҡаймағы менән туҡланған. Көйәнтәләп ҡатыҡ ташыған был эшһөйәр ҡатындар аҙымлап үткән юлды бергә ҡушһаң, моғайын, Ер шарын бер нисә тапҡыр урауға етәлер ул. Ә Шишмә районының Түбәнге Тирмә ауылы янындағы Турахан кәшәнәһе? Башҡорт халҡына ислам динен таратырға Әхмәт Йәсәүи тарафынан ебәрелгән Хөсәйенбәк зыяраты иһә? Былар бөтәһе лә — беҙҙең тарих.
Башҡортостанға береһенән-береһе еллерәк, сағыуыраҡ талант эйәләрен биргән төбәк тә был. Уларҙың бер нисәүһенең генә исемен телгә алғанда ла, күҙ алдына шундай шәхестәр килеп баҫа: яҙыусылар Мостай Кәрим, Муса Ғәли, Сәйфи Ҡудаш, Ғабдулла Байбурин, Динис Исламов; сәнғәт эшмәкәрҙәре Фәриҙә Ҡудашева, Зәйтүнә Бикбулатова, Тәлиғә Бикташева, Әсмә Шайморатова, Вәзих Сәйфуллин, Әхәт Уразмәтов; арҙаҡлы фән эшмәкәрҙәре Рөстәм һәм Раил Кузеевтар...
Имәндәрҙе терәтерҙәй ирҙәр бар ерҙәЕтмәһә, Шишмә районы – еңелдән булмаған шарттарҙа традицияларын һаҡлап алып ҡалыу ғына түгел, иҡтисад һәм социаль өлкәләрҙә үҙ мөмкинлектәрен көндән-көн нығыраҡ, тулыраҡ асыуға өлгәшкән төбәк.
Был боронғолоҡ менән бөгөнгөнөң киҫешеү нөктәләрен хасил иткән, халҡыбыҙҙың алтын бағаналарына әйләнгән шәхестәребеҙҙең рухын һаҡлаған, баш ҡала менән быуаттар һуҙымында ут күршеләр булып йәшәгән төбәк әле нисек тын ала, йәшәйешкә һут-ҡеүәт биргән тамырҙары ни хәлдә? “Ҡырағай баҙар” тигән исем алған шарттарҙа уларҙы көрсөккә һөрөлдөрмәй алға әйҙәүсе, етәкләүсе йөрәкле уҙаман кем? Яҙмаларым – һуңғы тиҫтә йыл арауығында Шишмә районының хакимиәт башлығы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре һәм Башҡорт­остандың мәғариф отличнигы Флүр Зинур улы Уразмәтов хаҡында.
тәрбиә­ләп, яҙылмаған, мәгәр мотлаҡ үтәлергә тейешле ҡанундарға буйһонорға тейешле ауыл тормошон да көйләргә ярҙам итә.
Атанан күргән — уҡ юнған, тигәндәй, Зинурҙың балаларын йәштән эшкә егеү, һөнәрле итеп үҫтерергә тырышыуы ҡоро һүҙҙән генә тормай: ауыл халҡы телевизоры, сепараторы ватылһа ла, кәңәшкә лә уға килә. Балалар өсөн атай — терәк, һүҙҙәре — тормошҡа путевка. Шуға күрә лә урта мәктәпте тамамлаған Флүргә ҡайҙа барырға, кем булырға тип баш ватырға тура килмәй.
— Ауыл хужалығы институтына бараһың — агроном булаһың, — ти аталары. Флүр шулай итә лә: ата­һының әйткәнен тотоп, Өфөнөң Ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға инә.
“Еңеүсе булайым” тиһәң, күнекмәләрҙе йәштән башла тигән афоризм йәшәй. Атаһы әйтмешләй, “донъяның елкәһенән алып, артына тибеп” йәшәр өсөн эшсән, һөнәрле булыу ғына етмәй, ныҡлы сәләмәтлек тә кәрәк бит. Зирәк, үткер зиһенле Флүргә юғары уҡыу йортонда фәнде үҙләштереү артыҡ көсөр­гәнеш тә тыуҙырмай. Шуғамылыр, әллә бәлә­кәйҙән хәрәкәткә өйрәнгән тән талабынанмылыр, егет спорттың еңел атлетика төрөнә ныҡлап тотона. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, көн дә ун биш–егерме саҡрым араны (институттан Затонғаса) йүгереп үтә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, дәрте, сәләмәтлеге ташып торған йәш кеше инде юғары белемле белгес сифатында тыуған Шишмәһенә әйләнеп ҡайта.
1979 йыл. Флүр Уразмәтовты Шишмә районының Ленин исемендәге колхозына орлоҡсолоҡ буйынса агроном итеп тәғәйенләйҙәр. Сифатлы орлоҡ — юғары уңыштың нигеҙе. 1981 йылда уны ошо уҡ колхоздың баш агрономы итеп ҡуялар. Әммә ошо тәғәйенләнешкә тиклемге арауыҡ Флүр өсөн ябай булмаған колхоз производствоһы эшенең бөтә нескәлектәрен төшөндөрөүе студенттан үҙ эшенең оҫтаһы, ойоштороусы яһай. Ҡоросто сыныҡтырыу өсөн берсә утта ҡыҙҙыралар, берсә һыуға сумдыралар. Бында ла бөтәһе лә шыма бармай. Уңыш йыйыуҙың иң ҡыҙыу осоронда, тимәк, иң кәрәк саҡта рәйес дауаханаға эләгә. Мал аҙығы етеш­тереү буйынса урынбаҫар ҙа дауаханала.
Әмәлгә ҡалғандай, Флүрҙең ғаиләһенең дә ауыр сағы була был. Ҡатыны Тәнзиләнең әсәһе ҡаты сирле — ул сирле янында, Өфөлә. Флүр ике йәшлек улын үҙе менән машинала алып йөрөй. Бала шунда йоҡлай, шунда йәшәй... Әгәр бала саҡта атаһының ҡырыҫ тормош мәктәбен үтмәгән булһа, быларҙы күтәрә алыр инеме икән Флүр? Уразмә­товтың тормошо ошо юҫыҡта артабан үҫеш алырға тейеш булғандыр ҙа, әммә тормошта көтмәгән, уйламаған хәлдәр килеп сығыусан. Бындай хәлдәр тигеҙ юлдан елдереп китеп барғанда ҡапыл бағана кеүек ҡаршыңа ҡалҡа ла һине йә уңға, йә һулға боролорға мәжбүр итә. Әҙәм бындай хәлде “яҙмыш” тип атаған. Бәлки, ысынлап та, шулайҙыр. Яҙмыш­тыр. Инде ғаилә ҡорған, ҡатыны Тәнзилә менән үҙ усаҡ­тарын үҙҙәре яғып, мөрйәнән төтөн сығарып, ике улға атай-әсәй булып гөрләтеп йәшәп ятҡан йәш ғаилә юлында ла баяғы яҙмыш бағанаһы ҡалҡып сыға: егерме һигеҙ йыл бергә ғүмер иткән ҡайны менән ҡәйнәһе донъя ҡуя Флүрҙең. Уҡыу йәшендәге төпсөк ҡыҙ бала яңғыҙ ҡала. Көтмәгәндә ата-әсәһен юғалтҡан йәш ҡыҙҙы яңғыҙ ҡалдырырға выждандары ҡушмай Флүр менән Тәнзиләгә! Улар Өфөгә күсә.
Муйын булһа, ҡамыт табыла, ти мәҡәл. Ҡамыт табы­лыуға табыла ул, тик муйындың ул ҡамытты күтәрер-күтәр­мәҫлеген эргә-тирәңдәге тәжрибәле күҙҙәр бик тиҙ һынай.
Эш һорап килә Флүр. Ҡулында — диплом, түшендә — депутат значогы.
— Диплом, диплом... — ти генераль берекмәнең директоры, оҙон буйлы, үткер ҡарашлы йәш егеткә текәлеп ҡарап. — Һин миңә дипломыңдың вкладышын килтер.
“Вкладыш”тан ҡәнәғәт ҡалған оло йәштәге директор Флүрҙе Калинин районының йәшелсә-емеш контораһына директор урынбаҫары итеп ебәрә. “Уфимское объединение “Плодоовощ” тип исемләнгән был ойошмала эш еңел булмай. Көҙ көндәре бигерәк тә: бөтә республиканан килгән йәшелсә-емеш культураларын ҡабул итеү һәм һаҡлау үтә оперативлыҡ, ойошҡанлыҡ талап итә. Һәр ваҡ-төйәкте иҫтә тотор кәрәк — шунһыҙ йәшелсә-емеш юҡҡа сыға. Зирәк, тилбер, эске дисциплинаһы менән айырылып торған йәш белгесте, алты ай эшләгәндән һуң, “Өфө емеш-еләк берекмәһе”нең генераль директоры Николай Прохорович Анищенко үҙенең кабинетына саҡырып керетә һәм секретарына ҡағыҙ индерергә ҡуша.
— Инде яҙ, — ти ул баҙабыраҡ ҡалған егеткә.
— Нимә яҙырға?
— “Генеральному директору Уфимского объединения “Плодоовощ”... Прошу назначить меня директором Калининской плодоовощной конторы”.
Был ҡайһылай була һуң? Нисек шулай ҡапыл? Көтмәгәндә.
— Миңә уйларға ваҡыт кәрәк, — ти Флүр.
— Уйларға һинең алты ай ваҡытың булды, — ти генераль директор, тәжрибәле етәксе, фронтовик Николай Прохорович Анищенко, егеткә үтәнән-үтә күрә торған ҡарашын текәп.
Егерме ете йәшлек егет, шулай итеп, муйынын бик тә еңел булмаған ҡамытҡа тыға. “Бер нәмәнән дә ҡурҡып торма — беҙҙән йүнһеҙерәктәр эшләй” тигән ата һүҙҙәрен һәр саҡ иҫендә тота Флүр. Эшләһәң, эш ҡарышмай. Уларҙың филиалы төҙөлөш эштәре лә алып бара. Ул саҡта партия кадрҙарҙы һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тотто, күҙәтте, кәрәк саҡта төҙәтте, йөктө тарта алғандайҙарҙы күтәрҙе лә.
Бәндә теләй — Хоҙай бойора, тигәндәй, Флүр Зинур улының тормошо ошо йүнәлештә китеп тә барған булыр ине. Николай Анищенко кеүек тәжрибәле етәкселәр эргә-тирәһендәге йәштәрҙе тәрбиәләү, алмаш үҫтереү яғын да хәстәрләнеләр бит. Тик бер көндө телефон шылтырай, унан таныш тауыштың:
— Бына һин ҡайҙа икән! — тигәне ишетелә.
“Ваһапов” — Флүр ни уйларға ла белмәй, нисек тапҡан? Ниңә кәрәк булдым? Телефонда әлеге тауыш:
— Таныйһыңмы? Мин – Өлкә комитеттың ойоштороу бүлеге мөдиренең урынбаҫары Ваһапов.
— Эйе, Афғал Ғиниәтович, һаумыһығыҙ. Тыңлайым.
— Партбилетың үҙең менәнме? Иғәнә түләгәнең хаҡында штамптарыңды ҡуйҙыр ҙа минең кабинетҡа кил.
...Бара Флүр. Әлегә ни уйларға ла белмәй.
— Теге саҡ, — ти Ваһапов, — колхоздан киткәнеңде ишеткәс, был егеттә нисек хаталандым икән, тип уйлағайным. Хаталанмаған булып сыҡтым: сәбәп менән киткәнһең. Тик бына сауҙаға бәйле эшкә юлыҡҡанһың. Сауҙа юлы – шыйғалаҡ юл, тайып китергә лә күп кәрәкмәй. Һин — эш кешеһе. Сауҙа һинең эш түгел. Мине Мәләүез районына беренсе секретарь итеп ебәрмәкселәр. Тәғәйенләнеү менән мин һине унда алам. Әлегә эшлә, ләкин әҙер тор.
Әлбиттә, Анищенконың был егәрле, зирәк, ойоштороу һәләтенә эйә егетте ебәргеһе килмәй.
— Ниңә китергә булдың? — ти ул. — Мин һиңә алты айҙан ике бүлмәле фатир бирәм!
— Рәхмәт, тик ҡала алмайым.
— Ниңә?
— Ваһаповҡа вәғәҙә бирҙем.
— Ысын ир һүҙен тота белеүеңә шатмын, — ти Анищенко. — Мин үҙем хата ебәрҙем. Һине төҙөлөш буйынса урынбаҫарым итеп алыр кәрәк булған. Ул сағында эш хаҡы ла башҡараҡ, фатир мәсьәләһе лә тиҙерәк хәл ителер һәм һин китеүҙе уйламаҫ та инең. Йәл...
Ә Флүр — ер кешеһе. Уға иртәнге еләҫ ел, бешкән арыш, баш ҡоҫҡан бойҙай еҫтәре етмәй ҡалала.

“Гәрсә унда тыумаһам да...”

Шулай итеп, 1984 йылдың май айында Флүр Зинур улы Уразмәтов Мәләүез районындағы СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхоздың рәйесе вазифаһында эш башлай. Мәләүез районы – башлыса, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүгә махсуслашҡан төбәк. Һауа шарттары, тупраҡ мөмкин­лектәре шуны талап итә. Һабанда һайрашыр мәлгә тура килә уның эш башы. Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра тигәндәй, 29 йәшлек рәйескә һуҙылып-мыҙылып, хәҙергесә әйткәндә “адаптация осорон үтеп” ятырға тура килмәй. Уразмәтовтан алда был колхозда рәйес булып Социалистик Хеҙмәт Геройы Сәлих Насретдин улы Зәйнәғәбдинов эшләгән. Флүр колхозды ҡабул итә. Уға туғыҙ ауыл ҡарай. Бөтә халыҡ сөгөлдөр игеү эшендә. Гектарлап бүлеп бирәһең. Сөгөлдөр үҫтереү мәжбүри кәсепкә әйләнгән, бер кем дә эшкә сығырға атлығып тормай. Флүр — агроном, ләкин иҫәп-хисап эшен яҡшы белә. Өфөлә сауҙа мөхитендә эшләп алыу ҙа байтаҡ нәмәгә өйрәтә уны. Етмәһә, ҡатыны Тәнзилә – юғары белемле бухгалтер. Крәҫтиән өсөн эш мәжбүри йөктән ҡыуаныслы хеҙмәткә әйләнһен өсөн был тармаҡ колхозға ғына түгел, һәр ғаилә өсөн дә табышлы булырға тейеш. Һәм Флүр Зинур улы шундай ҡарарға килә: гектарға түгел, ә үҫтергән уңыштың күләменә ҡарап түләнһен. Әгәр ҙә кеше гектарынан 250 центнерҙан артығыраҡ уңыш алһа, эш хаҡы рәйестекенән дә юғарыраҡ була! Гектарынан 300–350 центнер ала икән сөгөлдөрсө — ул саҡта уның эш хаҡы ике-өс тапҡыр юғары. Ул иң алда ҡатынына 1,5 гектар ер бүлеп бирә. Шәхси өлгө – һәр хәрәкәтте ус төбөндәге кеүек күреп торған ауыл халҡы өсөн иң кәрәк нәмә. Партком секретарының ҡатынына ла сөгөлдөр ере бүлеп биргәс, бындайҙы күреп өйрәнмәгән ауыл халҡы рәйестең уйнап түгел, уйлап эш иткәнен төптән төшөнә. “Кешене ҡыҙыҡһындыра белер кәрәк. Әйҙә байыһындар! Бай кеше колхоз ярҙамына ла бик һирәк саҡта ғына мөрәжәғәт итә”, – тип фекер йөрөтә Флүр Зинур улы һәм яңылышмай: киләһе яҙ сөгөлдөр плантацияһын “һуғышып” алалар. Халыҡты өгөтләү ҙә, идараға саҡыртып “ҡыҙҙырыу” ҙа кәрәкмәй, бары ерең генә етһен.
Йәш рәйестең башы йомро икәнен, егәрлелеген, кешегә итәғәтлелеген дә халыҡ тиҙ төшөнә, уны яҡын күрә. Бер кем ауыҙынан да ғәҙәттә ситтән килгән кешегә әйтелә торған “килмешәк” һүҙе сыҡмай. Асыҡ күңелле, бер ҡатлы, рыяһыҙ халыҡты Флүр үҙе лә яратып өлгөрә. Хәйлә лә юҡ бында, алдашыу ҙа. Йыш ҡына дөйөм мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Күгәрсен районы халҡы менән аралашырға тура килә уға. Унда ла аңлау таба. “Иң яҡшы халыҡ, ахыры, Мәләүез менән Күгәрсен ра­йондарында йәшәй, – тигән фекер тыуа Флүрҙә. — Бындай ҙа әүҙем, эскерһеҙ халыҡты көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә табыуы еңел түгелдер”...
Әммә гел шулай: бер ергә эйәләштем, еректем тигәндә генә уға бөтәһен дә ташларға, ҡайҙалыр китергә һәм... барыһын да яңынан башларға тура килә. Был хәлде хатта ҡәҙимге әҙәм аҡылы менән төшөнөп етеүе лә ҡыйын. Әйтерһең дә, кемдер, ниндәйҙер юғары көс уны үҙенә генә мәғлүм юлдарҙан йөрөтә, тәжрибә йыйҙыра, нимәгәлер әҙерләй. Тик нимәгә? Әлегә Флүр быны үҙе белмәй, әммә яҙмышының ниндәйҙер көслө ихтыярға буйһондороулы булыуын күңеле менән тоя. Тап ошо Флүр етәкләгән колхоз сөгөлдөрҙән юғары уңыштар алып, халыҡтың кәйефе күтәрелеп, тауға үрләгән бер миҙгелдә, Мәләүездәге шәкәр заводы банкрот була. Ул осорҙа республикала бик күп предприятиелар банкротлыҡ кисерә, һәм бөтәһе лә ситтән (арбитраж) идара итеүсе — управляющий билдәләй. Шәкәр заводы үҙ тарихында иң өмөтһөҙ хәлдәрҙе кисергән бер мәлдә, Флүр Зинур улын унда “внешний управляющий” вазифаһына ҡуялар. Баш тартып ҡайҙа бараһың? Яҡташы Мостай Кәримдең: “Рядовой Кәримов, бер аҙым алға сыҡ, авангардта барасаҡһың, юл асып!” — тигәне ҡолаҡ төбөндә яңғырағандай. “Ҡушалар икән, тимәк, шулай кәрәк!” Совет осоронда бөтә белгестәр ҙә ошо фәлсәфә менән йәшәне. Шәкәр заводын көрсөктән сығарыр өсөн бер йыл ваҡыт бирәләр. Ләкин, әмәлгә ҡалғандай, ул йылды ямғыр яумай, завод тарихында иң түбән күрһәткес — 228 мең центнер “татлы аҙыҡ” әҙерләй алалар. Флүр Зинур улы арбитраж судына барып, тағы бер йылға кисектереүҙе һорай. Сөгөлдөр аҙ булғас, эшселәргә эш тә юҡ, ә иң ҡыйыны — кешене мәжбүри рәүештә эштән ебәреү. Тегендә, колхозда, эште ҡатынына сөгөлдөр ере бүлеп биреүҙән башлаһа, бында, шәкәр заводында, эш ҡулдарын ҡыҫҡартыуҙы Тәнзиләһенән башлай. Уның ҡарауы киләһе йылда завод 495 мең тонна шәкәр әҙерләй һәм... көрсөктән сыға. Эш яйға һалына. Уңыштар һәм ауырлыҡтар сиратлашып килә.
Флүр Зинур улы үҙе – Шишмә районының Яңы Сафар ауылынан. Уразмәтовтарҙың ата-бабалары унда Эстәрле яҡтарынан күсеп килеп ултырған. Флүрҙең алыҫ бабаһы Надир Уразмәтов “Ҙур Совет энциклопедияһы”нда 1734 йылда уҡ Башҡортостанда тәүге нефть ятҡылығын табыу­сы булараҡ телгә алына. Сафар — татарҙар йәшәгән ауыл. Бында Уразмәтовтар 16 ғаилә күсеп килә. Элек-электән улар хәлле йәшәгән нәҫел була. Ҡатындарҙы гел ситтән алғандар, буйсандар, эшһөйәр һәм талапсандар. Әммә Мәләүездә егерме йыл йәшәү осоронда Флүр Уразмәтов шуға инана: кешеләр бары ике милләткә бүленә: булдыҡлыларға һәм булдыҡһыҙҙарға. Мәләүездә ул туғандарынан яҡын дуҫтарын таба. Улдары үҫеп буй еткерә. Ғүмер юлында осраған иң яҡшы кешеләр, яҡты күңелдәр иле булып уйыла Мәләүез Уразмәтов күңеленә. Эйе, уға бынан да китергә тура килә. Тыуған Шишмәһе үҙенә сит түгел, үҙ балаһының үҙ итеп, яҡын итеп, яратып ҡарауына мохтаж. Шишмә районы хакимиәте башлығы итеп ҡуймаҡсылар. Эш хаҡын бындағыға ҡарағанда өс-дүрт тапҡыр кәмерәк аласаҡ ул унда. Тик... ил саҡырғас, ҡайҙа бараһың? Шишмә халҡы тимер юл магистралдәре тоташҡан ерҙә йәшәгәнгәме, үҙенең яҙмышын ил яҙмышына көйләргә, һәр саҡ ил ҡушҡанды йөрәк ҡушыуы тип ҡабул итергә күнеккән. Илһөйәр шишмәләр ҡаны бит Флүрҙә лә — ҡайтмай булмай. Мәләүез шәкәр заводының генераль директоры шулай итеп Шишмәһенә юллана.

“Илгә ҡайтыуҙың ояты юҡ”,

– тиһә лә боронғолар, иле уны бигүк ҡолас йәйеп тә ҡаршы алмай. “Сит илдәрҙә күп йөрөһәң, үҙ туғаның ят була”, тип тә йырланыла. Һәр хәлдә 2004 йылдың апрель айында егерме йылдан ашыу үҙ районынан ситтә йәшәгән Флүр Уразмәтов яҙҙы үҙ төбәгендә Шишмә районының хакимиәт башлығы вазифаһында ҡаршылай. Был уның тыуған тупрағы, кендек ҡаны тамған, тәү башлап әсәһе ҡулдарына тотоноп, йәш үләндә тәүге эҙҙәрен яһаған, ер йылыһын тойған ере. Әсә кешегә ғүмер бирә, ә йылдар — тәжрибә. Флүр Зинур улы ла тыуған тупрағына үҙенең арҡа терәр дуҫтары менән генә түгел, ситтә йәшәгәндә йыйған алтынға алыштырғыһыҙ тәжрибәһен алып ҡайта.
Дөйөм алғанда, Флүр Уразмәтов ҡайтҡанға тиклем, тимәк, 1990 йылдан алып, Шишмәлә биш хакимиәт башлығы алышына. Шул сәбәпле бында етәкселәрҙең тотороҡло командаһы булмай. Тотороҡло команда булмағас, ойошҡанлыҡ та юҡ. Ойошҡанлыҡ булмағас, һөҙөмтәле эш тә юҡ. Был тарҡаулыҡ бигерәк тә социаль өлкәнең бәкәленә һуға. Хужалыҡты кемдең, нисек “тартыуын” төшөнөр өсөн тәжрибәле етәксегә күп кәрәкмәй: бер ҡараш ташлау етә. Ҡайһыларын бөгөн үк алыштырыр кәрәк. Ә кешене эштән ебәреүе... Оҙаҡ уйларға ваҡыт юҡ. Ошо рәүешле йыл-йыл ярым ваҡыт эсендә хакимиәт башлығы кадрҙар эшен яйға һала. Кешене үтәнән-үтә күреү һәләте, бай тормош тәжрибәһе, республиканың юғары органдары менән хеҙмәттәшлек итеү оҫталығы, кеше менән ябай һәм изгелекле мөғәмәләһе, талапсанлығы һәм ғәҙеллеге тиҙ арала уның халыҡ араһында абруйын арттыра һәм танылыу килтерә. Эйе, әлбиттә, халыҡтың ихтирамы уға һауанан төшмәй! Улар артында тынғыһыҙ эҙләнеүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр ята. Ошо ваҡыт эсендә мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт учреждениеларының 60 проценты капиталь һәм өлөшләтә ремонтлана, райондың тупланма бюджеты туғыҙ йыл эсендә өс тапҡырға арта һәм 2013 йылға 1 миллиард һумдан артыҡ тәшкил итә; ошо ваҡыт эсендә райондың үҙ килеме алты тапҡырға үҫә. 2013 йылда район етештергән продукцияның күләме 8 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә (2012 йыл күләменә ҡарағанда 110,5 процент); 48,3 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелә; урта һәм эре ойошмаларҙа эшләүселәрҙең уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы 20 мең һумға етә; баҫыуҙарҙа көнбағыш, еләк-емеш, бөртөклөләрҙән яҡшы уңыш алына; һәр шартлы баш малға 31 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнә; һуңғы йылдарҙа ғына районға 12 трактор, дүрт комбайн, дүрт шәкәр сөгөлдөрө йыйыусы комбайн, шулай уҡ 84,6 миллион һумға башҡа төр ауыл хужалығы машиналары һатып алына.
Әйткәндәй, 2013 йылда район “Йәмәғәт финансы менән идара итеү сфераһында иң яҡшы муниципаль берекмә” исемле Бөтә Рәсәй конкурсының дипломы менән бүләкләнә. Шишмә районына һуңғы сәфәремдә мәктәптәр­ҙә, яңы сафҡа индерелгән 110 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһында, 5 мең квадрат метр майҙаны булған яңы спорт комплексында, яҡшы тоҡомло һыйыр малы комплекстарында, һөт ҡабул итеү һәм һуңғы продукцияға тиклем эшкәртеү цехтарында ла булдым. Ҡайҙа ла тәртип, бөхтәлек, заманса технология.
Районда мәҙәниәт үҫешенә лә иғтибар ҙур. Художестволы үҙешмәкәрлекте үҫтереү һәм халыҡтың ялын ҡайғыртыу – райондың Мәҙәниәт һарайы һәм уның 40 филиалы ҡарамағында. Район үҙәк китапханаһының эшмә­кәрлеге лә ошо юҫыҡта эшләй: уның 34 филиалы бар. Бала­лар сәнғәт мәктәбенең өс филиалы ла киләсәк быуынға профессиональ йүнәлеш биреүгә тос өлөш индерә. Һәр хәлдә “Башҡортостан һандуғасы” тип исем­ләнгән легендар Фәриҙә Ҡудашева тоҡомо йәшәй бит унда. Үлән үҫкән ерендә үҫеүсән: әле мәҙәниәт һарайына инеп сыҡҡан арала ла йәш йырсы ҡыҙ ауыҙынан “Сыңрау торна” йырын ишетергә насип булды — унда репетиция бара ине. “Сыңрау торна”ны мәшһүр “Аҫылйәр” алыштырҙы — ваҡытың булһа, рәхим ит, тыңла ла ултыр... Ошонда уҡ телевидение. Ул урыҫ һәм башҡорт телдәрендә тапшырыу­ҙар алып бара, һәм ошоларҙың барыһы ла Флүр Зинур улы килгәс башланған.
Районда һаулыҡ һаҡлау эше лә күптәргә өлгө булырлыҡ. Баш табип Камил Яппаров – Флүр Зинур улы Мәләүездән килтергән кеше. 2005 йылдан алып Шиш­мәгә 64 юғары белемле табип килгән, шуларҙың 28-е – “Ауыл табибы” программаһы буйынса. Күп урындарҙа һуңғы йылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункт­тары ябылһа, бында уларҙың береһе лә эшен туҡтатмаған; егерме биш койка-урынлыҡ шәфҡәт туташтары тәрбиәһе бүлеге асылған, психиатрия бүлеге киңәйтелгән... Быларҙан тыш, 342 милли­он һумға төшкән поликлиника сафҡа инергә тора. Бына шулай: Шишмәлә инештәр ағыуҙан туҡтамаған, уларҙың урғылыр урындарына, күрәбеҙ, таяҡ тығылмаған...

“Беҙҙең “Әүлиә”не ташлама”


Флүр үҫкән саҡтарҙа Яңы Сафар ауылында, ғәҙәттәге Совет осорондағы ауылдарҙағы кеүек, мәсет булмай. Атаһы – комбайнер, әсәһе – хисапсы. Алдынғы комбайнер булғас, әлбиттә, коммунист. Әсәһе иҫәп-хисап, теүәллек яратҡан эштә эшләһә лә, һәр һүҙе артында — шиғыр, әйткәндәре — үҙе бер ҡарһүҙ. Мостай Кәримдең Кендеген боронғолоҡ, ҡанун-йола, күсәгилешлек кеүек яҙылмаған, ләкин мотлаҡ үтәлергә тейешле закондар уратып алған булһа, Келәштән саҡ ҡына арыраҡ ятҡан Яңы Сафар ауылында ла ошондай мөхит күҙ алдына баҫа: Совет осоронда, дин тыйылған бер заманда, бында ғәйет уҡыла. Мәсет булмау быға кәртә була алмай. Ғәйетте Флүрҙәрҙә уҡыйҙар. Әсәһе табала шыжлатып ҡоймаҡ ҡоя, табынға тәгәс-тәгәс бал ҡуйыла, балаларға яңы кейем-һалым тегелә, яңғыҙ-ярым көн иткән ололарға хәйер-саҙаҡа таратыла. Зинурҙың күркәм, ҙур өйө барыһын да һыйҙыра — күңел етһә, аш етә. Ошо боронғолоҡтоң, Шишмә районы халҡынан замандың ғәййәр саҡтарында ла иман-нур китмәүенең тамырҙары хаҡында уйланғанда, уйҙың осо үҙенән-үҙе 1261–1337 йылдарҙа Әхмәт Йәсәүи тарафынан башҡорттарға ислам динен күндерергә ебәрелгән, үҙенең изгеләргә хас тормошо менән халыҡтың тәрән ихтирамын яулаған Умарбәк улы Хөсәйенбәк ҡәбере; Шишмә райо­нының Түбәнге Тирмә ауылы янындағы боронғо археологик ҡомартҡы Турахан кәшәнәһе; Ябалаҡлы, Хәжәт ауылдары янында табылған боронғо кешеләр йәшәгән урындар — былар барыһы ла бәндәгә фанилыҡтан башҡа донъялар, көстәр барлығы хаҡында иҫкәртеп торғандай...
Флүрҙең атаһы Зинур, комбайн саңын йота торғас, үпкәһе сирләп дауаханаға эләгә. “Ошонан йүнәлеп сыҡһам, — ти ул, — Әүлиә ҡәберен кәртәләйем!” Һүҙен елгә ташла­ғандарҙан түгел — уныһын бөтә ауыл белә. Кәртәләй.
— Әүлиә зыяратын ташлама! — ти Зинур улына яҡты донъя менән хушлашыр сағында ла. Тимер рельстар хәҙер зыярат эргәһендә икегә тармаҡлана, аҙаҡ, ҡәберҙе үткәс, йәнә бергә тоташа. Флүр Зинур улы әленән-әле кәртәләй уны, тик замана иблистәренең ҡулы барыбер етә, донъяны тимер түгел, иман тотоп торғанын аңлау, үкенескә ҡаршы, һәр кемгә бирелмәгән.
Иман тигәндәй... Хәҙерге көндә Шишмә районында 27 мәсет бар. “Оҙаҡламай утыҙ буласаҡ”, — ти Флүр Зинур улы. Башта ул тыуған Сафар ауылына мәсет һалдыра. “Зинур мәсете” — атаһы хөрмәтенә уға шул исемде бирәләр. Мәсет һалдырырға ниәтләнеп йөрөгән сағында халыҡты йыйып:
— Мәсет кәрәкме? — тип һорай башлыҡ.
— Кәрәк! — ти ауыл халҡы.
Кәрәген кәрәк тә, мәсет һалынғас, кеше йөрөгәне күренмәй. Флүр Уразмәтов йәнә халыҡты йыя:
— Йәмәғәт, — ти ул, ауылдаштарына мөрәжәғәт итеп, — мәсет юҡ саҡта гонаһы һеҙгә төшмәй ине, ә булғас, булып та йөрөмәгәс, гонаһы һеҙгә!
Хәҙер халыҡ йөрөй. Ауыл халҡын тәртиптә тотор өсөн староста, имам, ауыл Советы рәйесе, мәктәп директоры бар. Үҙенең урынбаҫарҙарына ла башлыҡ мәсеттәрҙе бүлеп биргән — шулай булғанда яуаплылыҡ көслөрәк. Ғәйет байрамдарында бөтә ойошма, предприятие етәкселәре ҡатнаша, бөтә мәсеттәрҙә лә байрам аш-һыуы әҙерләнә. Балаларға, айырыуса башланғыс класс уҡыусыларына, иғтибар ҙур. Улар “амин” тота белергә, ата-әсәләренә рәхмәт әйтергә, Хоҙайҙан һаулыҡ һорай белергә тейеш. Иманлы булыуҙың нигеҙе — тәртип. Флүр Зинур улына атаһы биргән һабаҡтар ғүмер буйына ярҙам итә. Балаларға улар биргән һабаҡтар ҙа шытымдарын бирмәй ҡалмаҫ: бәрәкәтле тупраҡҡа төшкән орлоҡ ерҙә сереп ятмай, ә яҡтыға, көнгә ынтыла. Бер осор Хөсәйенбәк ҡәберенең өҫтө бик оҙаҡ ваҡыт яҡтырып тора — бәлки, рухтар донъяһы үҙенең ҡыуанысын шулай белдергәндер?
“Мостай иле”нә (мин Шишмә районын күңелемдән шулай атайым) ошо сыҡҡан сәфәремдә тағы бер мөғжизәгә тап булдым. Ул – Шишмәнең Ҡалмаш йылғаһы буйында төҙөлөп бөтөп килгән мәсет. Урыны ла бик тә символик мәғәнәгә эйә: юлдың бер яғында — сиркәү, икенсе яғында — ошо мәсет. Иҫ китмәле зауыҡ, боронғо Бохара, Сәмәрҡәнд традициялары биҙәлешендә эшләнгән ул. Унан алыҫ түгел, 5 мең квадрат метр ҙурлығындағы спорт комплексы сафҡа индерелгән, яңы ғына кескәйҙәр “Аленушка”һында өй туйлаған. Китапхана, дауахана — барыһы ла яңырыу кисерә, барыһы ла ҡиммәт хаҡҡа һатып алынған техник һәм фән ҡаҙаныштарының “һуңғы һүҙе” менән йыһазландырыла. Ҡайҙан шул саҡлы аҡса? Бөгөн бит ҡайҙа барма, мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, китапханалар ябыла. Өфөнөң Өфөһөндә хәҙер һөт эшкәртеү заводы юҡ. Ә бында — рәхим ит. Хужаһы — 24 йәшлек егет. Атаһынан ҡалған хужалыҡты үҙ ҡулында ныҡ тота, ахыры, яңы хужа. Һәр хәлдә — бөтә ерҙә тәртип. Шишмәлә, ғөмүмән, бер нәмә лә әрәм-шәрәм ителмәй: көнбағыштан май һығыла, сөгөлдөрҙән шәкәр яһала, һөттән әллә нисә төрлө ризыҡ етештерелә. Әлбиттә, уларҙың башында эшҡыуарҙар тора. Ә уларҙы “ҡаты ҡулда тотоп”, район хәжәтенә аҡса бүлдереү — ул башлыҡтың оҫталығы. Бындағы бизнесмендар Флүр Зинур улының һанай белеү оҫталығын күптән һәм яҡшы төшөнгәнгә оҡшай.
Әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, фәнгә бик күп данлы исемдәр биргән төбәк булараҡ, бында юбилей саралары ла бик күп үтә. 2014 йылда ғына халыҡ шағиры, һикһән китап авторы Сәйфи Ҡудаштың тыуыуына — 120, халыҡ шағиры, драматург һәм прозаик, публицист, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл тулыу, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, халҡыбыҙҙың яратҡан йырсыһы Ғүмәр Әбделмәновтың 85 йәше билдәләнгән. Йыл һайын үтә торған Салауат йыйындарында ла әүҙем ҡатнаша Шишмә халҡы. Халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле, сағыу талантлы вәкиле Рамаҙан Йәнбәковтың да юбилей кисәһен ҙурлап үткәргәндәр. Таланттарҙы баһалай белгәнгә күрә лә, бәлки, сағыу шәхестәр күпләп тыуалыр бында?
Әйткәндәй, Флүр Зинур улы ғүмер юлында бергә эшләгән күп кенә кешеләргә тәрән рәхмәт тойғоһо менән йәшәй. Мәҫәлән, СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхоз рәйесе Шамил Хөснулла улы Вахитов. Бергә эшләгән йылдарҙа унан күп нәмәгә өйрәнә. Мәләүез районының Салауат исемендәге колхозы рәйесе Зиннәт Харрас улы Хәйруллин да уның хеҙмәт биогра­фияһында, профессиональ үҫешендә ҙур роль уйнай. Башҡортостандың элекке төҙөлөш министры Миңлерәйес Мәрүән улы Ишморатов та уның хәтерендә аталарса хәстәрлек күргән шәхес булараҡ ҡалған.
Себеште көҙ һанайҙар тигәндәй, алтмышты “түңәрәкләп” килгән ир арыҫланы иңгә-иң терәп йәшәгән ишен ҙурлап телгә ала. Атаһы әйтмешләй, “донъяны елкәһенән бөрөп тотоп алып, артына тибеп” йәшәгән уҙамандың уҙағы булыу һәр ҡатын-ҡыҙҙың хәленән килә торған эш түгелдер.
Татыу ғаиләлә ике ул үҫә. Улар инде күптән үҙ ояларын ҡорған, “оя”ларҙа балалар сығарған. Оло улдары Илмир — судья, Шамил нефть институтын бөткән, техник фәндәр кандидаты. Ялдарҙа бөтә ғаилә Шишмәлә, ата йортонда йыйыла. Атанан күргән уҡ юнған тигәндәй, Флүр Зинур улы үҙе лә умарта тота. Атаһыныҡы 33 умарта ине, уныҡы — 36.
Ояһында ни күрһә, осҡанында — шул, ти мәҡәл. Ергә ерегеп, тир түгеп үҫкәндәр тормоштоң йәмен дә, ризыҡтың тәмен-ҡәҙерен дә икенсерәк тоя, ахыры. Флүр Зинур улы ауыл хужалығында эшләгән кешеләрҙең балалары өсөн лицей асып, уларҙы юғары уҡыу йортона имтихан тоторлоҡ итеп әҙерләргә тырыша.
— Ата-әсәһе көнө-төнө эштә булған балаларға шәхси хужалыҡтағы бөтә эш тороп ҡала, уҡыуға, дәрес әҙерләүгә ваҡыттары етмәй, — тип аңлатты ул миңә был күренеште. – Ә беҙгә уҡып белем алғас, кире әйләнеп ҡайтырлыҡ, ергә ерегеп, тормош йөгөн ата-әсәләре кеүек тартырлыҡ кешеләр кәрәк. Һабантурғай ҙа, ана, һауала сырлай, ә ояны ерҙә ҡора.
Мостай Кәримдең бер уникаль фотоһы бар: ул унда ҡайынды ҡосаҡлаған. Йөҙөндә — әсәһенме, яҡынынмы тәрән һөйөү менән яратыу кисереше. Был, моғайын, Шишмәлә үҫкән ҡайындыр, тик тыуған тупраҡты кәүҙәләндергән һын ҡаршыһында ғына бәндә йөҙөндә ошондай илаһилыҡ хасил булалыр.
Әңгәмәнең һуңында Флүр Зинур улы Мостай ағай менән һуңғы осрашыуҙарының береһен хәтерләп көлдөрөп алды: “Һабантуй мәле. Гөрләшеп байрам итәбеҙ. Ҡараһам, Мостай ағай күренмәй. Ул, баҡһаң, ҡарт бер имәнгә һөйәлгән дә ситтәрәк тора.
— Мостай ағай, әйҙә бында! — тим.
— Бынау имән миңә һөйәлеп тора бит әле, китһәм ул нишләр икән?
— Имәндәргә терәк булыр ирҙәр барҙа, Шишмә бирешмәҫ, Мостай ағай!
Эйе, һәр ҡайһыбыҙҙың илгә булған һөйөүе тыуған тупраҡ­ҡа, уның ер-һыуына, ауылына, күршеһенә, кеше­ләренә һөйөүҙән башлана. Ошо һөйөү йәшәй Шишмә районы хакимиәте башлығы Флүр Зинур улы Уразмәтов йөрәгендә лә. Ошо һөйөү уға үҙе тыуған төбәкте көрсөктән сығарырға, беҙҙең ил халҡы өсөн таныш булмаған баҙар иҡтисады шарттарында районды тәүге биш алдынғылар рәтенә күтәргән. Көйәнтәләп ҡатыҡ күтәреп, аҙымлап Өфө һынлы ергә йөрөгән Шишмә ҡатындарының эшсәнлеге, фиҙакәр­леге күскән улар фиғеленә. “Шишмәләр эшсән булһа ла, серҙе һорап сисәләр”, — тип әйтелә бөтәбеҙгә мәғлүм йырҙа. Уныһы ла хаҡтыр: Шишмә районында ике көн йөрөһәм дә, уларҙың уңыштары серенә тулыһынса төшөнөп бөтә алманым...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 123

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 473

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 111

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 918

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 680

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 264

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 585

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 969

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 448

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 525

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 349

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536