Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ мәнфәғәтендә
l“Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тура­һындағы Башҡортостан Республикаһы кодексына үҙгәрештәр индереү ха­ҡында”ғы республика Законы уның айырым положениеларын федераль ҡа­ну­­ниәттәге яңылыҡтар менән яраш­тырыуға йүнәлтелә.

Был яңылыҡтар, атап әйткәндә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген медицина йәһә­тенән тәьмин итеүгә, водителдәрҙең сәләмәтлегенә бәйле юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә, юлда үлем һәм имгәнеү осраҡтарын кәметеүгә ҡағыла. Шулай уҡ транспорт сараларын йөрө­төүселәр өсөн медицина тикшереүе үтеү ваҡыты билдәләнә.

l“Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тура­һында”ғы Законға байтаҡ үҙгәрештәр индерелде.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың бюджет ҡануниәтенә ярашлы, республика ҡаҙнаһының килем өлөшөн тәьмин итеүҙә ерҙе ҡуртымға биреүҙән һәм һатыуҙан алынған табыш Федераль закон менән Рәсәй Бюджет кодексының 57-се статьяһына дәүләт милке сикләнмәгән һәм ҡала округы биләмәһендә урынлашҡан ер участкаларын ҡуртымға биреүҙән һәм һатыуҙан алынған килемде ил төбәгенең түгел, ә ошо ҡаланың ҡаҙнаһына ин­дереүҙе күҙаллаған үҙгәреш индерелде. Ошо яңылыҡтарға бәйле Башҡортостан Хөкүмәтенең һәм ер мөнәсәбәттәре өлкәһендәге республика башҡарма власть органының баш ҡалабыҙ Өфөлә дәүләт милке сикләнмәгән ерҙе файҙаланыу буйынса вәкәләттәре урындағы үҙидара органдарына тапшырылырға тейеш.

l“Башҡортостан Республикаһында адреслы социаль ярҙам тура­һында”ғы республика Законының 41-се статьяһына индерелгән үҙгәрештәрҙә дарыу менән тәьмин итеү буйынса дәүләт заказдарын урынлаштырыу йомғаҡтарына ярашлы, дәүләт контракттары төҙөү вәкәләте тураһындағы норма көсөнән сыҡҡан тип таныла.

l“2014 йылға һәм 2015 – 2016 йыл­дарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһын­да”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Законды ҡабул итеү федераль ҡаҙнанан 3245,1 миллион һум күләмендә кире ҡайтарылмай торған өҫтәмә керем алыуға, ҡаҙна килеме составын, адреслы республика инвестиция программаһының күлә­мен һәм структураһын үҙгәртеүгә, рес­публи­калағы Юл фондына бюджет ассигнованиеларын арттырыуға, ҡайһы бер дәүләт программаларына ярашлы бюджет ассигнованиеларын күсереүгә, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министр­лығына, Сәнәғәт һәм инновация сәйә­сәте ми­нистрлығына тапшырылған ҡаҙна ассигнованиеларын арттырыуға, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға субсидия би­реүгә, йыл башына барлыҡҡа килгән айырым маҡсатлы аҡса ҡалдығын фай­­ҙаланыуға бәйле.

l“Башҡортостан Республикаһының һалым тураһындағы айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү ха­ҡында”ғы республика Законы Баш­­ҡорт­останда өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырған инвестиция эшмәкәрлеге субъекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе яйға һалыу маҡса­тында эшләнде. Был яңылыҡтар шулай уҡ республика биләмәһендә урынлашҡан һәм етештереүҙе техник яҡтан йыһаз­ландырған, яңыртҡан ҙур предприятиелар тарафынан ғәмәлгә ашырылыу күҙал­ланған инвестиция про­екттары күләмен арттырыуға йүнәлтелә.

l“Башҡортостан Республикаһында бәлиғ булмағандарҙың ҡараусы­һыҙ­лығын һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәр­теү, уларҙың хо­ҡуҡ­тарын яҡлау сис­темаһы тура­һын­да”ғы Башҡорт­остан Законына ин­де­релгән үҙгәрештәр федераль ҡануниәттәге яңылыҡтарға бәйле.
Закон менән тәфтиш изоляторҙарын, тәрбиә биреү колонияларын һәм хөкөм-башҡарыу инспекцияларын, нарко­тик­тарҙың һәм психотроп матдәләрҙең әй­лә­нешенә контроль органдарын бәлиғ булмағандарҙың ҡараусыһыҙлығын, хо­ҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү системаһы органдары һәм учреждениелары исем­­легенә индереү тәҡдим ителә, медицина ойошмалары эшмәкәрлеге өл­кәһендәге термино­логияға үҙгәрештәр индерелә.

l“Башҡортостан Республикаһында милли-мәҙәни автономиялар тура­һында”ғы республика За­конындағы үҙгәрештәр был хоҡуҡ актын федераль кимәлдәге ошондай уҡ закондағы яңы­лыҡтар менән яраштырыуға йүнәлтелә.
Атап әйткәндә, Закондың яңы ре­дакцияһында “мәғариф учреждениеһы” тигән төшөнсә “мәғариф ойошмаһы” төшөнсәһе менән алмаштырыла, мил­ли-мәҙәни автономия символикаһы ту­раһындағы нормаға асыҡлыҡ индерелә.

lФедераль ҡануниәттәге яңылыҡтарға бәйле “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы Башҡортостан Законына индерелгән үҙгәрештәр уларға медицина, протез-ортопедия ярҙамы күрһәтеүҙе үҙ эсенә ала. Шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙә социаль ярҙам күрһәтеүгә контроль өлкәһендә вәкәләтле федераль башҡарма власть органының атамаһына асыҡлыҡ индерелә, социаль ярҙамға хоҡуҡтарҙы раҫлаған документтар исемлеген билдәләгән норманың яңы редакцияһы тәҡдим ителә.

lБашҡортостан Республикаһының Ғаилә кодексына ла үҙгәрештәр индерелде. Был яңылыҡтар иң элек Кодекста ҡулланылған терминологияға ҡағыла. Атап әйткәндә, “дәүләт һәм муниципаль һаулыҡ һаҡлау системаһы учреждениелары” төшөнсәһе – “дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһының һәм муниципаль һаулыҡ һаҡлау системаһының медицина ойошмалары” тигән төшөнсә, ә “дауалау учреждениелары” термины “медицина ойош­малары” тигән термин менән алмаштырыла.
(Закондар менән ентекләберәк
гәзиттең сайтында танышырға мөмкин).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә