l“Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһындағы Башҡортостан Республикаһы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы республика Законы уның айырым положениеларын федераль ҡануниәттәге яңылыҡтар менән яраштырыуға йүнәлтелә.
Был яңылыҡтар, атап әйткәндә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген медицина йәһәтенән тәьмин итеүгә, водителдәрҙең сәләмәтлегенә бәйле юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә, юлда үлем һәм имгәнеү осраҡтарын кәметеүгә ҡағыла. Шулай уҡ транспорт сараларын йөрөтөүселәр өсөн медицина тикшереүе үтеү ваҡыты билдәләнә.
l“Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Законға байтаҡ үҙгәрештәр индерелде.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың бюджет ҡануниәтенә ярашлы, республика ҡаҙнаһының килем өлөшөн тәьмин итеүҙә ерҙе ҡуртымға биреүҙән һәм һатыуҙан алынған табыш Федераль закон менән Рәсәй Бюджет кодексының 57-се статьяһына дәүләт милке сикләнмәгән һәм ҡала округы биләмәһендә урынлашҡан ер участкаларын ҡуртымға биреүҙән һәм һатыуҙан алынған килемде ил төбәгенең түгел, ә ошо ҡаланың ҡаҙнаһына индереүҙе күҙаллаған үҙгәреш индерелде. Ошо яңылыҡтарға бәйле Башҡортостан Хөкүмәтенең һәм ер мөнәсәбәттәре өлкәһендәге республика башҡарма власть органының баш ҡалабыҙ Өфөлә дәүләт милке сикләнмәгән ерҙе файҙаланыу буйынса вәкәләттәре урындағы үҙидара органдарына тапшырылырға тейеш.
l“Башҡортостан Республикаһында адреслы социаль ярҙам тураһында”ғы республика Законының 41-се статьяһына индерелгән үҙгәрештәрҙә дарыу менән тәьмин итеү буйынса дәүләт заказдарын урынлаштырыу йомғаҡтарына ярашлы, дәүләт контракттары төҙөү вәкәләте тураһындағы норма көсөнән сыҡҡан тип таныла.
l“2014 йылға һәм 2015 – 2016 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Законды ҡабул итеү федераль ҡаҙнанан 3245,1 миллион һум күләмендә кире ҡайтарылмай торған өҫтәмә керем алыуға, ҡаҙна килеме составын, адреслы республика инвестиция программаһының күләмен һәм структураһын үҙгәртеүгә, республикалағы Юл фондына бюджет ассигнованиеларын арттырыуға, ҡайһы бер дәүләт программаларына ярашлы бюджет ассигнованиеларын күсереүгә, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына, Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығына тапшырылған ҡаҙна ассигнованиеларын арттырыуға, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға субсидия биреүгә, йыл башына барлыҡҡа килгән айырым маҡсатлы аҡса ҡалдығын файҙаланыуға бәйле.
l“Башҡортостан Республикаһының һалым тураһындағы айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы республика Законы Башҡортостанда өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырған инвестиция эшмәкәрлеге субъекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе яйға һалыу маҡсатында эшләнде. Был яңылыҡтар шулай уҡ республика биләмәһендә урынлашҡан һәм етештереүҙе техник яҡтан йыһазландырған, яңыртҡан ҙур предприятиелар тарафынан ғәмәлгә ашырылыу күҙалланған инвестиция проекттары күләмен арттырыуға йүнәлтелә.
l“Башҡортостан Республикаһында бәлиғ булмағандарҙың ҡараусыһыҙлығын һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау системаһы тураһында”ғы Башҡортостан Законына индерелгән үҙгәрештәр федераль ҡануниәттәге яңылыҡтарға бәйле.
Закон менән тәфтиш изоляторҙарын, тәрбиә биреү колонияларын һәм хөкөм-башҡарыу инспекцияларын, наркотиктарҙың һәм психотроп матдәләрҙең әйләнешенә контроль органдарын бәлиғ булмағандарҙың ҡараусыһыҙлығын, хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү системаһы органдары һәм учреждениелары исемлегенә индереү тәҡдим ителә, медицина ойошмалары эшмәкәрлеге өлкәһендәге терминологияға үҙгәрештәр индерелә.
l“Башҡортостан Республикаһында милли-мәҙәни автономиялар тураһында”ғы республика Законындағы үҙгәрештәр был хоҡуҡ актын федераль кимәлдәге ошондай уҡ закондағы яңылыҡтар менән яраштырыуға йүнәлтелә.
Атап әйткәндә, Закондың яңы редакцияһында “мәғариф учреждениеһы” тигән төшөнсә “мәғариф ойошмаһы” төшөнсәһе менән алмаштырыла, милли-мәҙәни автономия символикаһы тураһындағы нормаға асыҡлыҡ индерелә.
lФедераль ҡануниәттәге яңылыҡтарға бәйле “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы Башҡортостан Законына индерелгән үҙгәрештәр уларға медицина, протез-ортопедия ярҙамы күрһәтеүҙе үҙ эсенә ала. Шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙә социаль ярҙам күрһәтеүгә контроль өлкәһендә вәкәләтле федераль башҡарма власть органының атамаһына асыҡлыҡ индерелә, социаль ярҙамға хоҡуҡтарҙы раҫлаған документтар исемлеген билдәләгән норманың яңы редакцияһы тәҡдим ителә.
lБашҡортостан Республикаһының Ғаилә кодексына ла үҙгәрештәр индерелде. Был яңылыҡтар иң элек Кодекста ҡулланылған терминологияға ҡағыла. Атап әйткәндә, “дәүләт һәм муниципаль һаулыҡ һаҡлау системаһы учреждениелары” төшөнсәһе – “дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһының һәм муниципаль һаулыҡ һаҡлау системаһының медицина ойошмалары” тигән төшөнсә, ә “дауалау учреждениелары” термины “медицина ойошмалары” тигән термин менән алмаштырыла.
(Закондар менән ентекләберәк
гәзиттең сайтында танышырға мөмкин).