Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Йәшәйек әле!
Бер көлдөрөп, биш илата торғас, ғүмер тигәнең матур ғына бер түңәрәк һанды ҡыуып еткән. Ул юбилей тип атала. Улай тиһәң, егерме биш, илле биш йәште лә юбилей тиҙәр. Йәш үрҙәренең ҡайһыһы көмөш, ҡайһыһы алтын төшөнсәһе менән бәйле. Ғүмеренең үткән өлөшөмө, әллә ҡалғанымы алтын-көмөштәргә тиң икән? Ҡалғанылыр, сөнки ул аҙайған һайын ҡәҙерлерәк.


Бына шундай уйҙар менән әкрен генә яратҡан йырын көйләп, Мөсәбиха апай алма бәлеше һалырға әҙерләнеп йөрөй. Алма уңды быйыл, ағасында ла, ерҙә лә тулы. Ерҙәгеләрен ул йыйып һыйырына ашата, һөтө бигерәк тәмле була инде! Алмаларҙы һәр береһе ме­нән һөйләшә-һөйләшә турай ул. “Йом­шағыраҡһың шул, шуға ла һине ҡорт­тар ярата, уның ҡарауы, бөжәктәр алам-һаламды ашамаҫ, сифаты арыуыраҡ. Ә бына һин бәлешкә генә ярайһың”. Ағасын йәлләп кенә киҫ­мәй уны хужабикә – яҙ көнө бөтә баҡсаны сәскәгә күмеп йәмләп ултыра. Быныһы үтә ҡаты сорт, ҡышҡа һаҡларға ҡулай. Алмалар ҙа кеше кеүек икән, кем йомшаҡ, кем татлы, кем әсе, ғүмер оҙон­лоҡтары ла төрлөсә. Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, Мөсәбиха апайға ла ет­меш йәш тула. Юбилейына йәш саҡта­ғы кеүек йырлы табын түгел, ә бер ту­ған һеңлеһенең кәңәшен тотоп, ҙур­лап Ҡөрьән уҡы­тырға ниәтләй.
Һуғыш ваҡытында аслы-туҡлы тормошта үҫеп, резина итек кейеп, бысраҡ кисеп, ферма юлын нисәмә йыл тапап, әсе көҙгө елдәрҙә баҫыуҙа сөгөлдөр таҙартып, ошо түңә­рәк йәшкә етеү — үҙе бәхет бит. Бала сағы, мәк­тәп йылда­ры, йәшлеге, ғаилә тормошо матур бер төш кеүек кенә иҫен­дә ҡалған. Ә бына йәштәш­тәренең күбеһе юҡ инде.
Юбилярҙың теләге ҡабул бул­ды. Мәр­хүм ата-әсәләр рухына, йорт ху­жаһы һәм дә балаларының иҫәнлегенә Ҡөрь­ән сүрәләре уҡылды, изге теләк­тәр менән доға ҡылынды. Мөсәбиха апай үҙе лә, барлыҡ ҡунаҡтар ҙа осрашыу­ҙан бик ҡәнәғәт ҡалды. Табынға араҡы-фәлән менеп ултырманы. Мөсәбиха апайҙы балалары тыңлай, хөрмәт итә. Аталары бигүк күркәм холоҡ эйәһе бул­маһа ла, уның ғаилә башлығы икән­леген онотманылар, әсәләре шу­лай өйрәтеп үҫтерҙе. Йәш саҡта яратышып өйләнештеләр, йорт һалып ин­деләр, балалар үҫтер­ҙеләр. Совет заманының табаҡ-һауыты ҡалай ҙа тимер булғас, шылтыраһа ла ватылманы. Бына шулай ғүмер тигәнең һыу кеүек аға ла аға икән. Һыу менән тиңләү дөрөҫ тә, сөнки ул саф, ваҡыты менән ҡомланып та китә, болғанып та ала, яҙҙарҙа ярһый, көҙҙәрҙә һайыға, һалмаҡлана, ә ҡыштарҙа, аҡ тунын бөр­кә­неп, шым ғына аға.
Ауыл кешеһенең тормошо талғын ғына бар­ғандай тойолһа ла, уға ғына хас ҡыҙыҡтар булғы­лап тора. Мөсә­биханың шуҡлығы ауылдаштарына яҡ­шы билдәле. Бер ваҡыт күршеһе Фәүзиләне сәйгә саҡырҙы. Табынға төрлө­һөн те­ҙеп ултыртты, арала киви ти­гәне лә бар. Фәү­зиләгә бик оҡшаны был емеш. “Бигерәк тәмле, ҡайҙа үҫтерәләр икән?” — тип һөйлә­нә үҙе. Мө­сәбиха апай шаяртып: “Үҙем үҫте­рәм, Фәүзиләкәйем, ана бит ағасы”, – тип түбәгә ҡәҙәр етеп кил­гән ҙур япраҡлы гөлөн күрһәтте. “Миңә лә би­рер­­һең әле ботағын, үҫтереп ҡара­йым”, — тип ышанып ҡуйҙы бер ҡатлы Фәүзилә.
Һүҙемде юбилейҙан башла­ған инем. ”Етмеш йәшеңдә, исмаһам, бер донъя күреп ҡайт әле”, — тип, балалары уға сит ил паспорты яһатып бирҙе. Һеңле­һе уйынлы-ысынлы сығарған таҡмаҡ Мөсәбиха апайға стимул булды, күрәһең.
Үтеп китте ғүмеркәйҙәр
Сөгөлдөр араһында,
Бер барып күрә алманым
Ҙур Мәскәү ҡалаһын да.
Ниңә сәйәхәт итмәҫкә, ҡала ҡарсыҡ­тарынан кәмме ни мин тигән уй ҙа тынғы бирмәне. Сит ил паспорты менән ҡыҙыҡ хәлдәргә тарып бөттө Мөсәбиха апай. Ауылдың шул бит: иң беренсе хәстәре — мал да фураж. Пайлыларға иген тараталар тигәс, ашыҡ-бошоҡ кейенеп, загранпаспортын кеҫәһенә һалған да киткән. Келәт мөдире уның бер үҙенә, бер паспортына ҡарап торған да: “Һин бик “текә” икәнһең, апай, шундай паспорт менән генә йөрөйһөң”, — ти икән. Һүҙгә оҫта, шаян Мөсәбиха: “Беҙҙең ауылда һәр икенсе кешелә бар ундай документ, особый халыҡ йәшәй беҙҙә, цивилизация бик көслө”, — тип һыр бирмәгән.
Юбилярыбыҙ, Хоҙайға тапшырып, доғаларын уҡый-уҡый Төркиәне лә урап ҡайтты. Ауылда герой булһа ла, бер аҙ шөрләткән алыҫ сәфәр. Ҡайтҡас, нисек ял иткәнен һөйләтеп хәлен алдылар. “Ҡалай матур булып ҡояшта янғанһың, нисек сисенеп һыу буйында ятырға оялманың?” — тип аптырай әхирәттәре. “Һыу буйында күл­дәк кейеп йөрөүсегә генә аптырап ҡарайҙар унда, яланғас кешене күреүсе лә юҡ”, — тип яуаплай ул.
Бына шулай юбилей тигәнең ҡартлыҡты ғына аңлатмай икән. Насип булһа, тағы ла сит ҡитғаларға юлланыр. Паспорты ун йыллыҡ, алдағы юбилейҙар көтөп тор­һон. Хоҙай иҫәнлек бирһен дә донъя­лар тыныс торһон.




Автор: Тәнзилә НАЗАРОВА. Район: Өфө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

[thumb]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2026-01/251b3b72-af63-41b1-ae81-424294496c3f ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә