Бер көлдөрөп, биш илата торғас, ғүмер тигәнең матур ғына бер түңәрәк һанды ҡыуып еткән. Ул юбилей тип атала. Улай тиһәң, егерме биш, илле биш йәште лә юбилей тиҙәр. Йәш үрҙәренең ҡайһыһы көмөш, ҡайһыһы алтын төшөнсәһе менән бәйле. Ғүмеренең үткән өлөшөмө, әллә ҡалғанымы алтын-көмөштәргә тиң икән? Ҡалғанылыр, сөнки ул аҙайған һайын ҡәҙерлерәк.
Бына шундай уйҙар менән әкрен генә яратҡан йырын көйләп, Мөсәбиха апай алма бәлеше һалырға әҙерләнеп йөрөй. Алма уңды быйыл, ағасында ла, ерҙә лә тулы. Ерҙәгеләрен ул йыйып һыйырына ашата, һөтө бигерәк тәмле була инде! Алмаларҙы һәр береһе менән һөйләшә-һөйләшә турай ул. “Йомшағыраҡһың шул, шуға ла һине ҡорттар ярата, уның ҡарауы, бөжәктәр алам-һаламды ашамаҫ, сифаты арыуыраҡ. Ә бына һин бәлешкә генә ярайһың”. Ағасын йәлләп кенә киҫмәй уны хужабикә – яҙ көнө бөтә баҡсаны сәскәгә күмеп йәмләп ултыра. Быныһы үтә ҡаты сорт, ҡышҡа һаҡларға ҡулай. Алмалар ҙа кеше кеүек икән, кем йомшаҡ, кем татлы, кем әсе, ғүмер оҙонлоҡтары ла төрлөсә. Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, Мөсәбиха апайға ла етмеш йәш тула. Юбилейына йәш саҡтағы кеүек йырлы табын түгел, ә бер туған һеңлеһенең кәңәшен тотоп, ҙурлап Ҡөрьән уҡытырға ниәтләй.
Һуғыш ваҡытында аслы-туҡлы тормошта үҫеп, резина итек кейеп, бысраҡ кисеп, ферма юлын нисәмә йыл тапап, әсе көҙгө елдәрҙә баҫыуҙа сөгөлдөр таҙартып, ошо түңәрәк йәшкә етеү — үҙе бәхет бит. Бала сағы, мәктәп йылдары, йәшлеге, ғаилә тормошо матур бер төш кеүек кенә иҫендә ҡалған. Ә бына йәштәштәренең күбеһе юҡ инде.
Юбилярҙың теләге ҡабул булды. Мәрхүм ата-әсәләр рухына, йорт хужаһы һәм дә балаларының иҫәнлегенә Ҡөрьән сүрәләре уҡылды, изге теләктәр менән доға ҡылынды. Мөсәбиха апай үҙе лә, барлыҡ ҡунаҡтар ҙа осрашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалды. Табынға араҡы-фәлән менеп ултырманы. Мөсәбиха апайҙы балалары тыңлай, хөрмәт итә. Аталары бигүк күркәм холоҡ эйәһе булмаһа ла, уның ғаилә башлығы икәнлеген онотманылар, әсәләре шулай өйрәтеп үҫтерҙе. Йәш саҡта яратышып өйләнештеләр, йорт һалып инделәр, балалар үҫтерҙеләр. Совет заманының табаҡ-һауыты ҡалай ҙа тимер булғас, шылтыраһа ла ватылманы. Бына шулай ғүмер тигәнең һыу кеүек аға ла аға икән. Һыу менән тиңләү дөрөҫ тә, сөнки ул саф, ваҡыты менән ҡомланып та китә, болғанып та ала, яҙҙарҙа ярһый, көҙҙәрҙә һайыға, һалмаҡлана, ә ҡыштарҙа, аҡ тунын бөркәнеп, шым ғына аға.
Ауыл кешеһенең тормошо талғын ғына барғандай тойолһа ла, уға ғына хас ҡыҙыҡтар булғылап тора. Мөсәбиханың шуҡлығы ауылдаштарына яҡшы билдәле. Бер ваҡыт күршеһе Фәүзиләне сәйгә саҡырҙы. Табынға төрлөһөн теҙеп ултыртты, арала киви тигәне лә бар. Фәүзиләгә бик оҡшаны был емеш. “Бигерәк тәмле, ҡайҙа үҫтерәләр икән?” — тип һөйләнә үҙе. Мөсәбиха апай шаяртып: “Үҙем үҫтерәм, Фәүзиләкәйем, ана бит ағасы”, – тип түбәгә ҡәҙәр етеп килгән ҙур япраҡлы гөлөн күрһәтте. “Миңә лә бирерһең әле ботағын, үҫтереп ҡарайым”, — тип ышанып ҡуйҙы бер ҡатлы Фәүзилә.
Һүҙемде юбилейҙан башлаған инем. ”Етмеш йәшеңдә, исмаһам, бер донъя күреп ҡайт әле”, — тип, балалары уға сит ил паспорты яһатып бирҙе. Һеңлеһе уйынлы-ысынлы сығарған таҡмаҡ Мөсәбиха апайға стимул булды, күрәһең.
Үтеп китте ғүмеркәйҙәр
Сөгөлдөр араһында,
Бер барып күрә алманым
Ҙур Мәскәү ҡалаһын да.
Ниңә сәйәхәт итмәҫкә, ҡала ҡарсыҡтарынан кәмме ни мин тигән уй ҙа тынғы бирмәне. Сит ил паспорты менән ҡыҙыҡ хәлдәргә тарып бөттө Мөсәбиха апай. Ауылдың шул бит: иң беренсе хәстәре — мал да фураж. Пайлыларға иген тараталар тигәс, ашыҡ-бошоҡ кейенеп, загранпаспортын кеҫәһенә һалған да киткән. Келәт мөдире уның бер үҙенә, бер паспортына ҡарап торған да: “Һин бик “текә” икәнһең, апай, шундай паспорт менән генә йөрөйһөң”, — ти икән. Һүҙгә оҫта, шаян Мөсәбиха: “Беҙҙең ауылда һәр икенсе кешелә бар ундай документ, особый халыҡ йәшәй беҙҙә, цивилизация бик көслө”, — тип һыр бирмәгән.
Юбилярыбыҙ, Хоҙайға тапшырып, доғаларын уҡый-уҡый Төркиәне лә урап ҡайтты. Ауылда герой булһа ла, бер аҙ шөрләткән алыҫ сәфәр. Ҡайтҡас, нисек ял иткәнен һөйләтеп хәлен алдылар. “Ҡалай матур булып ҡояшта янғанһың, нисек сисенеп һыу буйында ятырға оялманың?” — тип аптырай әхирәттәре. “Һыу буйында күлдәк кейеп йөрөүсегә генә аптырап ҡарайҙар унда, яланғас кешене күреүсе лә юҡ”, — тип яуаплай ул.
Бына шулай юбилей тигәнең ҡартлыҡты ғына аңлатмай икән. Насип булһа, тағы ла сит ҡитғаларға юлланыр. Паспорты ун йыллыҡ, алдағы юбилейҙар көтөп торһон. Хоҙай иҫәнлек бирһен дә донъялар тыныс торһон.