Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Миәкәлә икән ураҡтың ҡыҙған ере
Миәкәлә икән ураҡтың ҡыҙған ере
“Туҡтамаған ямғыр үҙәккә үтте инде, күктең төбө тишелгән, тиерһең”. Быйылғы яуым-төшөм менән бәйле һүҙҙәрҙе кем генә һөйләмәй хәҙер. Матбуғат йорто тупһаһы аша сығып барғанда ла эшкә ашыҡҡан кешеләрҙән ошо турала ишеттек.


Июлгә хас булмаған көндәр сентябрҙе лә хәтерләтеп ҡуя ҡайсаҡ. Ҡыҫҡаһы, һауа торошо көйһөҙләнеп торһа ла, Миәкә тарафтарына юлландыҡ. Дим яҡтарында халыҡтың көнитмеше нисек? Ысынында, ҡайһы ғына районды алып ҡараһаң да, барыһында ла тиерлек бер үк хәл: ғаиләһен ҡарайым тип, ирҙәр Себер юлын тапай, шул уҡ ваҡытта йәштәр район үҙәк­тәрендә төп­ләнеүҙе хәстәрләй. Ә ауылда ҡарт-ҡоро ғына ҡалып бара.
Аксен ауылын үтеп, унан Иванай тауын артылып, һулға ҡайы­рылғас, күнәк менән ҡойған шикелле яуған ямғыр “шып” туҡ­таны ла ҡуйҙы. Миәкә районы хаки­миәтенең кадр­ҙар һәм мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәк­сеһе Хәлил Мәхейәнов менән алдан һөйләшкәнсә, юл ыңғайын­да булғас, иң беренсе Бикҡол ауыл Советы биләмәһендәге “Үҙәк” МТС-ының Миәкә филиалына табан юл тоттоҡ.
– Автомобилегеҙгә ҡарағанда көс­лө ямғырға эләккәнһегеҙ шикелле, – тип ҡаршы алды беҙҙе ауыл хакимиәте башлығы Илдар Заһиҙуллин. – Ә беҙҙә тыныс, ҡояш та йылмайып алды. Әйткәндәй, ауыл кешеләре бында артыҡ өҙгөләнмәй генә донъя көтә. Иң мөһиме – МТС халыҡты эш урындары менән тәьмин итте, уға күптәр рәхмәтле. Ниндәйҙер районда баҫыуҙар ташландыҡҡа әйләнгән­дә, шөкөр, беҙҙә барыһы ла эшкәртелә.
Миәкәлә икән ураҡтың ҡыҙған ереБаш ҡалалағы һәм бүтән яҡ­тар­ҙағы хәл тураһында ла һөйләшеп алдыҡ.
Сәтәй-Бөрйән ауылына етәрәк баҫыуҙа комбайндарҙы күргәс, кү­ңелгә йылы булып китте. Юғиһә, ҙур дүрт район аша үтеп тә баҫыу­ҙарҙа бер комбайн да күҙгә салын­мағайны бит.
“Үҙәк” МТС-ының Миәкә филиалы менеджеры Вадим Иҙ­рисов билдәләүенсә, көндәр арыу тор­ғанда бөтә көс арыш урып йыйыуға йүнәлтелгән. Уны бө­төүгә бойҙай һәм арпаға дәррәү төшәсәктәр.
Үткән йыл менән сағыштыр­ғанда, уңыш әҙерәк булыр, тип фаразлай миәкәләр, сөнки нәҡ кәрәк саҡта – сәсеү тамам­ланғанда – ергә тамсы ла ямғыр күҙе төшмәгән. Шу­лай булыуға ҡарамаҫтан, ашлыҡты ярайһы уҡ мул үҫтереүгә өлгәш­кәндәр, уртаса алғанда иген культу­раларының гектар ҡеүәте 18,5 центнерға етер тип күҙаллайҙар.
Ҡеүәтле “Челленджер” маркалы комбайндарҙың баҫыуҙы иңләүенә ҡарап тороуы кинәнес. Еңел йөрөй­ҙәр, боҙолоп бармай­ҙар, ҡолас­тары киң. Ураҡ барышы тураһында мәғлүмәт туп­лағанда ра­йон хакимиәте баш­лығы Зәй­нул­ла Насировты ла осраттыҡ. Хәс­тәрлекле хужа уттай ҡыҙыу эш ва­ҡытында кабинетта ултырып сы­ҙай­мы? Зәйнул­ла Хәбибулла улы, егеттәргә уңыштар теләп, юлын артабан дауам итте.
– Хакимиәт башлығының иген­селәр янына килеп китеүе бер бөгөн генә түгел, – ти Вадим Иҙ­рисов. – Ундай сәфәр һәр бере­һенә дәрт өҫтәй, эшкә йүнәлеш бирә, кәңәштәр ярап ҡала, ғө­мүмән, килә­һе көндәргә өмөт уята. Ху­жаның алдан әйтмәйенсә киле­үенә күптән өйрә­неп бөттөк инде.
Был хужалыҡта Бикҡол, Әбеш, Маяҡ, Рассвет, Садовый, Сәтәй-Бөрйән ауылдарынан ғына түгел, райондың бүтән яҡтарында йә­шәү­селәр ҙә эш тапҡан.
Өфөгә ҡайтырға сыҡҡанда Әл­шәй районы тирәһендә һибәләй башлаған ямғыр артабан көсәйҙе генә. Бүтән урында түгел, Миә­кәлә икән ураҡтың ҡыҙған ере тигән фекергә килдек. Бирһен Хоҙай! Сәсеүен сәскәс, уңышты йыйып алыу ҙа фарыз бит.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ. Фото: Э. ДИЛМӨХӘМӘТОВ.
Район: Миәкә районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә