“Туҡтамаған ямғыр үҙәккә үтте инде, күктең төбө тишелгән, тиерһең”. Быйылғы яуым-төшөм менән бәйле һүҙҙәрҙе кем генә һөйләмәй хәҙер. Матбуғат йорто тупһаһы аша сығып барғанда ла эшкә ашыҡҡан кешеләрҙән ошо турала ишеттек.
Июлгә хас булмаған көндәр сентябрҙе лә хәтерләтеп ҡуя ҡайсаҡ. Ҡыҫҡаһы, һауа торошо көйһөҙләнеп торһа ла, Миәкә тарафтарына юлландыҡ. Дим яҡтарында халыҡтың көнитмеше нисек? Ысынында, ҡайһы ғына районды алып ҡараһаң да, барыһында ла тиерлек бер үк хәл: ғаиләһен ҡарайым тип, ирҙәр Себер юлын тапай, шул уҡ ваҡытта йәштәр район үҙәктәрендә төпләнеүҙе хәстәрләй. Ә ауылда ҡарт-ҡоро ғына ҡалып бара.
Аксен ауылын үтеп, унан Иванай тауын артылып, һулға ҡайырылғас, күнәк менән ҡойған шикелле яуған ямғыр “шып” туҡтаны ла ҡуйҙы. Миәкә районы хакимиәтенең кадрҙар һәм мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Хәлил Мәхейәнов менән алдан һөйләшкәнсә, юл ыңғайында булғас, иң беренсе Бикҡол ауыл Советы биләмәһендәге “Үҙәк” МТС-ының Миәкә филиалына табан юл тоттоҡ.
– Автомобилегеҙгә ҡарағанда көслө ямғырға эләккәнһегеҙ шикелле, – тип ҡаршы алды беҙҙе ауыл хакимиәте башлығы Илдар Заһиҙуллин. – Ә беҙҙә тыныс, ҡояш та йылмайып алды. Әйткәндәй, ауыл кешеләре бында артыҡ өҙгөләнмәй генә донъя көтә. Иң мөһиме – МТС халыҡты эш урындары менән тәьмин итте, уға күптәр рәхмәтле. Ниндәйҙер районда баҫыуҙар ташландыҡҡа әйләнгәндә, шөкөр, беҙҙә барыһы ла эшкәртелә.
Баш ҡалалағы һәм бүтән яҡтарҙағы хәл тураһында ла һөйләшеп алдыҡ.
Сәтәй-Бөрйән ауылына етәрәк баҫыуҙа комбайндарҙы күргәс, күңелгә йылы булып китте. Юғиһә, ҙур дүрт район аша үтеп тә баҫыуҙарҙа бер комбайн да күҙгә салынмағайны бит.
“Үҙәк” МТС-ының Миәкә филиалы менеджеры Вадим Иҙрисов билдәләүенсә, көндәр арыу торғанда бөтә көс арыш урып йыйыуға йүнәлтелгән. Уны бөтөүгә бойҙай һәм арпаға дәррәү төшәсәктәр.
Үткән йыл менән сағыштырғанда, уңыш әҙерәк булыр, тип фаразлай миәкәләр, сөнки нәҡ кәрәк саҡта – сәсеү тамамланғанда – ергә тамсы ла ямғыр күҙе төшмәгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ашлыҡты ярайһы уҡ мул үҫтереүгә өлгәшкәндәр, уртаса алғанда иген культураларының гектар ҡеүәте 18,5 центнерға етер тип күҙаллайҙар.
Ҡеүәтле “Челленджер” маркалы комбайндарҙың баҫыуҙы иңләүенә ҡарап тороуы кинәнес. Еңел йөрөйҙәр, боҙолоп бармайҙар, ҡоластары киң. Ураҡ барышы тураһында мәғлүмәт туплағанда район хакимиәте башлығы Зәйнулла Насировты ла осраттыҡ. Хәстәрлекле хужа уттай ҡыҙыу эш ваҡытында кабинетта ултырып сыҙаймы? Зәйнулла Хәбибулла улы, егеттәргә уңыштар теләп, юлын артабан дауам итте.
– Хакимиәт башлығының игенселәр янына килеп китеүе бер бөгөн генә түгел, – ти Вадим Иҙрисов. – Ундай сәфәр һәр береһенә дәрт өҫтәй, эшкә йүнәлеш бирә, кәңәштәр ярап ҡала, ғөмүмән, киләһе көндәргә өмөт уята. Хужаның алдан әйтмәйенсә килеүенә күптән өйрәнеп бөттөк инде.
Был хужалыҡта Бикҡол, Әбеш, Маяҡ, Рассвет, Садовый, Сәтәй-Бөрйән ауылдарынан ғына түгел, райондың бүтән яҡтарында йәшәүселәр ҙә эш тапҡан.
Өфөгә ҡайтырға сыҡҡанда Әлшәй районы тирәһендә һибәләй башлаған ямғыр артабан көсәйҙе генә. Бүтән урында түгел, Миәкәлә икән ураҡтың ҡыҙған ере тигән фекергә килдек. Бирһен Хоҙай! Сәсеүен сәскәс, уңышты йыйып алыу ҙа фарыз бит.