Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Көлкө оҫтаһы ла ине...
Көлкө оҫтаһы ла ине... Башҡортостандың халыҡ артисы Мәүлетбай Ғәйнетдинов менән хушлашҡанға ла ҡырҡ көн тулып уҙҙы. Хәтәр йор һүҙле, көлкө тоҡсайын һәр саҡ үҙе менән йөрөткән моң эйәһе ине бит ул.


Режиссер Айсыуаҡ Йомағолов­тың “Ел аулау­сы” фильмы уның тағы ла бер талантын – актер оҫталығын асты. Әхмәт бабай образы аша күптәребеҙ ауыл ҡарттарын, атай-олатайҙарын таныны: шундай тыйнаҡ, ихлас, сабыр, әммә кәрәк икән, тәүәккәл дә башҡорт бабайы берсә илатты, берсә көлдөрҙө тамашасыны. Бер генә күренеште иҫкә төшөрөп китәм. Иҫләйһегеҙме, ауыл бабайы мага­зиндағы оло телевизор­ға барып, үҙ хәлен һөйләй башлай: бөтә яңылыҡтары менән уртаҡ­лаша, сәләмдәр тапшыра.
Башҡортлоҡ, бер ҡатлылыҡ, әммә әйтеп аңла­тып бөткөһөҙ тәбиғи мәртәбәлек бар Мәүлетбай Ғәйнетдинов асҡан образда. Тамашасы ныҡ ярат­ты ул геройҙы. Өлкән йәштә булыуына ҡара­маҫтан, ағайыбыҙ атта сапҡан, күҫәктәй үҫмерҙе күтәргән, тауға йүгереп менеп төшкән был фильмда. Киноны ижад итеүселәргә рәхмәт, улар ошо образға тап Мәүлетбай ағайҙы һайлап һис яңылыш­маған, минеңсә. Шул ауыл ҡартының һөйләшеүен ишетеү, үҙен нисек тотоуын күреү өсөн генә лә ошо фильмды ҡараған һайын ҡарағы килә.
“Ел аулаусы” фильмы экранға сығып күп тә үтмәне, Мәүлетбай ағайҙы Салауат һәйкәле янын­да осраттыҡ. Матур итеп башҡортса һөйләшеп киттек уның менән. Беҙ әсәйем, уның бер туған апаһы менән йөрөп ятабыҙ. Һүҙ артынан һүҙ сығып, баяғы фильм хаҡында әңгәмә башланыҡ.
— Элек мине ҡатыным Мәүлит тип кенә йөрөтә ине, хәҙер — Мәүлетбай, – тине ағайыбыҙ. — Ә уның сәбәбе бар икән. Марат Бәшәров кеүек бай, билдәле артист менән киноға төшкәс, байып киткән тип уйлаған икән ҡатыным. Хәҙер Мәүлетбай ҙа Мәүлетбай тип кенә тора ул миңә.
Беҙ уның тағы бер нисә көләмәсен ишетеп, кө­лөп хәлебеҙ бөттө. Улары ла тормоштан алынған, артистарҙың асылына ҡағылышлы булыуынан бигерәк, уның оҫта һөйләүенән күҙҙән йәш сыҡҡансы көлөргә мәжбүр итте.
— Ҡатын минең бик йәш, мәңге йәш, уҡыусы ғына әле, — ти бер мәл Мәүлетбай ағай, атлай биргәс. Беҙ аптырап ҡалдыҡ.
— Исеме шулай уның — Талибә бит, гел йәш инде шуға, — ти ағай, шунан ғына беҙ, уның етди ҡиәфәт менән йәнә лә шаяртып тороуын аңлап, көлә башлайбыҙ.
Быларҙы ни өсөн яҙам һуң? Әлбиттә, Мәүлетбай ағайҙы яҡындан белгәндәр уның хаҡта ҙур мәҡәләләр сығарыр, йырсы булараҡ, минең кеүек үк, уның халыҡсан моңона ғашиҡ булыуын белдерер, тасуирлар. Ә минең уны йылмайыу аша хәтерләгем килде. Ағай үҙе лә, тормош ниндәй генә һынауҙар ҡуйһа ла, күҙ йәштәре аша йылмайып йәшәне. Бөгөн үҙенә лә, эйе, Мәүлетбай ағай, һин бай, бик бай кеше, тип әйтке килә: тамашасыларың, һинең ижадыңа ғашиҡ халҡың менән!


Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә