Башҡортостандың халыҡ артисы Мәүлетбай Ғәйнетдинов менән хушлашҡанға ла ҡырҡ көн тулып уҙҙы. Хәтәр йор һүҙле, көлкө тоҡсайын һәр саҡ үҙе менән йөрөткән моң эйәһе ине бит ул.
Режиссер Айсыуаҡ Йомағоловтың “Ел аулаусы” фильмы уның тағы ла бер талантын – актер оҫталығын асты. Әхмәт бабай образы аша күптәребеҙ ауыл ҡарттарын, атай-олатайҙарын таныны: шундай тыйнаҡ, ихлас, сабыр, әммә кәрәк икән, тәүәккәл дә башҡорт бабайы берсә илатты, берсә көлдөрҙө тамашасыны. Бер генә күренеште иҫкә төшөрөп китәм. Иҫләйһегеҙме, ауыл бабайы магазиндағы оло телевизорға барып, үҙ хәлен һөйләй башлай: бөтә яңылыҡтары менән уртаҡлаша, сәләмдәр тапшыра.
Башҡортлоҡ, бер ҡатлылыҡ, әммә әйтеп аңлатып бөткөһөҙ тәбиғи мәртәбәлек бар Мәүлетбай Ғәйнетдинов асҡан образда. Тамашасы ныҡ яратты ул геройҙы. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ағайыбыҙ атта сапҡан, күҫәктәй үҫмерҙе күтәргән, тауға йүгереп менеп төшкән был фильмда. Киноны ижад итеүселәргә рәхмәт, улар ошо образға тап Мәүлетбай ағайҙы һайлап һис яңылышмаған, минеңсә. Шул ауыл ҡартының һөйләшеүен ишетеү, үҙен нисек тотоуын күреү өсөн генә лә ошо фильмды ҡараған һайын ҡарағы килә.
“Ел аулаусы” фильмы экранға сығып күп тә үтмәне, Мәүлетбай ағайҙы Салауат һәйкәле янында осраттыҡ. Матур итеп башҡортса һөйләшеп киттек уның менән. Беҙ әсәйем, уның бер туған апаһы менән йөрөп ятабыҙ. Һүҙ артынан һүҙ сығып, баяғы фильм хаҡында әңгәмә башланыҡ.
— Элек мине ҡатыным Мәүлит тип кенә йөрөтә ине, хәҙер — Мәүлетбай, – тине ағайыбыҙ. — Ә уның сәбәбе бар икән. Марат Бәшәров кеүек бай, билдәле артист менән киноға төшкәс, байып киткән тип уйлаған икән ҡатыным. Хәҙер Мәүлетбай ҙа Мәүлетбай тип кенә тора ул миңә.
Беҙ уның тағы бер нисә көләмәсен ишетеп, көлөп хәлебеҙ бөттө. Улары ла тормоштан алынған, артистарҙың асылына ҡағылышлы булыуынан бигерәк, уның оҫта һөйләүенән күҙҙән йәш сыҡҡансы көлөргә мәжбүр итте.
— Ҡатын минең бик йәш, мәңге йәш, уҡыусы ғына әле, — ти бер мәл Мәүлетбай ағай, атлай биргәс. Беҙ аптырап ҡалдыҡ.
— Исеме шулай уның — Талибә бит, гел йәш инде шуға, — ти ағай, шунан ғына беҙ, уның етди ҡиәфәт менән йәнә лә шаяртып тороуын аңлап, көлә башлайбыҙ.
Быларҙы ни өсөн яҙам һуң? Әлбиттә, Мәүлетбай ағайҙы яҡындан белгәндәр уның хаҡта ҙур мәҡәләләр сығарыр, йырсы булараҡ, минең кеүек үк, уның халыҡсан моңона ғашиҡ булыуын белдерер, тасуирлар. Ә минең уны йылмайыу аша хәтерләгем килде. Ағай үҙе лә, тормош ниндәй генә һынауҙар ҡуйһа ла, күҙ йәштәре аша йылмайып йәшәне. Бөгөн үҙенә лә, эйе, Мәүлетбай ағай, һин бай, бик бай кеше, тип әйтке килә: тамашасыларың, һинең ижадыңа ғашиҡ халҡың менән!