Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҡтыкүлдә тыуған яҡты уйҙар
Яҡтыкүлдә тыуған яҡты уйҙарЯҡтыкүл 1816 йылдағы VII ревизиянан һуң ошондай уҡ атамалы күл янында барлыҡҡа килә. Икенсе исеме Иманғол була. VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 15 йортта 96 кеше иҫәпләнһә, бер аҙҙан 20 ихатала 106 йән теркәлгән. 1929 йылдағы мәғлүмәттәр 42 өйҙә 189 кеше йәшәүен күрһәтә. Ҡотлосура Ейәнбаев менән Ҡотлозаман Мөбикәев 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Халыҡтың төп шөғөлө – малсылыҡ. 17 ихатала (1839 йыл) 126 ат, 149 һыйыр, 53 һарыҡ, 23 кәзә аҫралған.
Бөгөн ауылда 17 йорт бар. Бәләкәй булһа ла, халҡыбыҙ, Башҡортостаныбыҙ өсөн файҙалы кешеләр, мәртәбәле шәхестәр үҫтергән бәрәкәтле төбәк ул Яҡтыкүл. Республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең төрлө яҡтарында бында тыуып үҫкән алдынғы ҡарашлы, эшһөйәр кешеләрҙе йыш осратырға мөмкин. Төрлө йылдарҙа Зиннәт Муллағолов, Әнүәр Муллағолов, Әсҡәт Шәмсетдинов, Мөхәммәт Ҡоломбәтов, Фәтхетдин Муллағолов, Азамат Ҡоломбәтов, Камил Ҡоломбәтов, Әлфиә Муллағолова, Урал Ҡоломбәтов, Миндулла Ҡоломбәтов кеүек аҫыл ул һәм ҡыҙҙары етәксе вазифалар башҡарған, халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған. Ә инде башҡорт халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов – ауыҙ-тел ижадында тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең береһе. 1881 йылда тыуған был уҙаман ғүмере буйы халыҡ ижады, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән ҡыҙыҡһынған, ишеткән-күргәндәрен яҙып та барған.


Вәлиулла Ҡоломбәтов

Балаларға нәсихәттәр

Балам, һиңә һүҙем шул:
Уҡып, эшләргә өйрән.
Тырышып уҡып, белемле бул,
Белемһеҙлектән ерән.
Тырышып уҡы һин, балам,
Белемең булһын тәрән.
Төрлө эштәр башҡарырһың –
Төрлө һөнәргә өйрән.

Балам, дәресең иҫтә тот,
Бушҡа урам буйлама.
Китабыңды ташлама,
Маъмай менән уйнама.
Бысратма кейемеңде
Һәм дә аяҡ-ҡулыңды,
Таҙа йөрөт үҙеңде.
Дөрөҫ һөйлә һүҙеңде.
Һаулыҡ һораш ҡартынан,
Оҙатып ҡал артынан.

Яҡшы булған балалар
Инсафлы йөрөр улар.
Тәртип һаҡлар һәр ваҡыт,
Әҙәпле булыр улар.
Бәләкәскә ҡул бирер,
Ололарға юл бирер.
Ата-инәнең теләге
Һәм терәге шул булыр.



Яҡтыкүлдә тыуған яҡты уйҙарЙәй. Бесән осоро. Бишкә яры­лырҙай бындай мәлдә йәне булған ниндәй әҙәм өйҙә ятһын инде?! Яҡтыкүл ауылында ла күп­тәрҙе осрата алма­ныҡ. Берәү­ҙә­ре бесәнгә киткән, икенселәре вахта ысулы менән ҡырҙа, өсөнсөләре тағы ниндәйҙер хәстәр менән район үҙәгенә юлланған.
Шул саҡ бер ихатала сыр-сыу килеп балалар уйнағаны ишетелде. Күп тә үтмәй ҡапҡанан урта йәштәр­ҙәге ир күҙгә салынды. Бер нисә көн элек кенә алтын юбилейын билдә­ләгән Нәүфил Муллағо­лов беҙҙең менән иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас та ихатала эш менән мәшғүл булған ҡатынына:
– Римма, сәйеңде ҡуй әле, ҡу­наҡтар килгән, – тине. Һай, беҙҙең халыҡтың ихласлығы!
– Хәҙер, хәҙер.
Нәүфил ағай әле вахта ысулы менән Силәбе өлкәһенә йөрөп эшләй.
– Өфөлә бихисап юлдарҙы төҙөү­ҙә ҡатнаштым, – тип йылмая ул.
– Эш хаҡы нисек һуң?
– Аллаға шөкөр, түләйҙәр. Айына ҡырҡ меңгә яҡын алам. Етеп тора. Икенсенән, эш хаҡына ғына ҡарап тормайбыҙ. Үҙемдең тракторым бар, мал-тыуар…
Ғаилә хужаһы ҡул эшенә лә маһир икән. Үҙе арба, металлоломда ятҡан ҡалдыҡ-боҫтоҡтан бы­на тигән һабан эшләп алған. Алты бала үҫә ғаиләлә. Иң өлкәндәре Ләйсән Салауат ҡала­һында – таби­бә. Илшат Пензала иретеп йәбеш­тереүсе булып эшләй. Әле ауылға ялға ҡайтҡан. Тик ошондай мәлдә өйҙә ятыуҙы килеш­термәгән бөтмөр егет. Атаһы­ның тракторы менән күр­шеләргә бесән сабырға киткәйне ул. Бәләкәстәрҙән Гөлшат – дүр­тен­се, Нуршат икенсе класҡа бара быйыл. Илдарға – 6, Гөлдәргә – 5 йәш. Кес­кәй булһалар ҙа, уларға күңелһеҙ­ләнеп йөрөргә ваҡыт юҡ. Йә йүгереп йөрөп түтәлгә һыу ҡоялар, йә бәп­кәләрҙе күлгә йөҙҙө­рөргә алып баралар.
Ул арала өлкән йәштәрҙәге ағай күренде. Нәүфилдең атаһы Шәһит бабай икән, 82 йәштә. Ауыл­дың иң өлкән кешеһе.
Яҡтыкүлдә тыуған яҡты уйҙар– Ағай, төпкөлдә йәшәргә була­мы? – тип һорауыбыҙға ул ҡулын ғына һелтәне:
– Ни эшләп булмаһын? Йыбанма ғына. Хөрриәт бит хәҙер. Ул бе­сәнлек күп, кинәнеп ҡорт тот. Ана, ике ҡатлы өйҙө күрәһегеҙ бит әле, унда кинйә улым менән киленем тора. Былай зарланмайҙар. Өс бала үҫтерәләр. Ауылға газ үтте.
Ысынлап та, бынамын тигән өй­гә күҙ ташлау менән уның хужалары хаҡында фекер йөрөтөргә мөмкин.
Шәһит ағай заманында колхоз­дың алдынғы тракторсыһы булған. “Нати”ҙа эшләгән ул. Ҡатыны мәр­хүмә булып ҡалһа ла, әле яңғыҙы бына тигән итеп донъя көтә.
– Яҡтыкүл һәр ваҡыт шулай бәләкәй булдымы? – тип һорайбыҙ унан.
– Ауылыбыҙ айырым колхоз да булды бер заман. Хатта өс ырҙын табағы бар ине, фермала 200 башлап һыйыр малы аҫралды. Алтмышынсы йылдарҙа, киләсәге юҡ тигән булып, ферманы ла, ат һарайын да, тимерлекте лә бүтән ауыл­дарға күсе­реп бөттөләр. Нисек кенә ма­таш­маһындар, ауы­лыбыҙҙы ҡоро­тоу­ға барыбер юл ҡуйманыҡ. Ана, эргә-тирәләге урыҫ ауылдары күптән юҡҡа сыҡ­ты. Ә беҙ биреш­мәйбеҙ. Егәрле, сәмле беҙҙең ха­лыҡ. – Шәһит ағай ышаныслы итеп әйтте был һүҙҙәрҙе.
Ауыл осонда тирә-йүнгә йәм биреп торған күркәм йортта Рәзә­нә менән Салауат Ҡоломбәтовтар йә­шәй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ауылға ҡайтырға булғандар. Үҙҙәрен кү­реп булманы был юлы. Эш менән ҡайҙалыр киткәйнеләр.
Яңы ғына ҡыйығы ябылған өй янында таҡта өйөп йөрөгән егет­тәр менән танышабыҙ. Баҡһаң, Лилиә менән Илвир Хәлиловтар уны күптән түгел генә күтәргән икән.
– Өй эше юҡҡа өй тигәнде аңлатмайҙыр. Эше күп, – тине хужа­ның ағаһы Сабирйән. – Бына ҡустыға ярҙамға ҡайттым. Үҙем Салауат ҡалаһында йәшәйем. Былтыр Вәрис ҡустыға күмәк­ләшеп йорт бөтөрҙөк. Ана, тегендә үҙемә лә һала башланым.
Илвир ҙа Себерҙә тир түгә. Эш хаҡына зарланмай. Тик бына кә­ләше Лилиәнең яратҡан һөнәре буйынса китапханасы булып эш­ләй алмауына бер аҙ көйәләнеп алды.
– Киләһе йыл үҙегеҙҙе өй туйына саҡырам, – тине күҙенән дәрт, сәм бөркөлөп торған хужа, йылмайып.
Күл буйын төйәк иткән йорт та бында уңған хужалар йәшәүе ха­ҡында үҙе үк ҡысҡырып тора кеүек. Урамда тракторы ла күренә.
Хужабикә Гөлфинә Ғәлинаны баҡ­саһында ҡарағат йыйып йөрө­гәндә тап иттек. Еҙем-Ҡаран мәктә­­бендә ашнаҡсы булып эшләй икән.
– Ирем бесән сабырға китте, – тине ул.
– Тракторы урамда бит?
Яҡтыкүлдә тыуған яҡты уйҙар– Беҙҙең трактор икәү: береһе менән сабабыҙ, икенсеһе менән йыябыҙ.
Уңған ғаиләлә балалар ҙа тик тормай. Улдары Айҙар хәҙер ҡорт­тарҙы үҙаллы ҡарай, Алинаға баҡ­са тирәһендә эш етерлек. Хужа­бикә менән һөйләшкән арала тирә-яҡҡа, бәрәңге баҡсаһына күҙ һалам. Йәйрәп ятҡан баҡсала сүп әҫәре күренһәсе!
...Күргән-белгәндәр, Яҡтыкүл ни эшләп төпкөл булһын, юл урта­һында ята бит, тип ғәжәпләнер. Эйе, Ғафури районының төньяҡ ҡапҡаһы һаналған ауыл район үҙәге Красноусолдан – 60, Архангелдән 20 километр алыҫ­лыҡта урынлашһа ла, бындағы 17 йорттоң хужалығы үҙ хәстәре ме­нән көн күрә. Магазин, фельдшер-акушерлыҡ пункты булмауын да әллә ни хәсрәт итеп һөйлә­мәнеләр.
Ауылдың иң оло әбейҙәренең береһе Рәйфә Хәлилова алсаҡ, һүҙгә әүәҫ булып сыҡты.
Яҡтыкүлдә тыуған яҡты уйҙар– Тормош ауыр тип зарланһаҡ та, бер ҡараһаң, беҙҙең заман ме­нән сағыштырырлыҡ түгел. Элек беҙ ғаиләне лә, баланы ла йүнләп күрмәнек, эш хаҡын да кинәндереп түләмәнеләр. Хеҙмәт көнө етмәһә, балалар пособиеһын да бирмәне­ләр, – тип хәтирәләргә бирелеп алды ул. – Хәҙер ҡатын-ҡыҙ рәхәт­ләнеп балаһын да, хужалығын да ҡарай ала.
Яҡтыкүлдә тыуған яҡты уйҙарЕҙем-Ҡаран ауыл хакимиәте башлығы Айҙар Ғәйнуллин әйте­үенсә, Яҡтыкүл башҡа ауылдарҙан берҙәмлеге, татыулығы менән айырыла. Иртәгә улар ошонда тыуып үҫкән ҡан-ҡәрҙәштәрен “Һаумы­һы­ғыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыя. Бының өсөн алдан әҙер­ләнделәр, йорт-ҡаралтыларын матурланылар.
Яҡтыкүл, уның эшсән, ихлас кеше­­­ләре күңелдә яҡты тәьҫорат­тар ҡалдырҙы.


Автор: Венер ИСХАҠОВ. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә