Яҡтыкүл 1816 йылдағы VII ревизиянан һуң ошондай уҡ атамалы күл янында барлыҡҡа килә. Икенсе исеме Иманғол була. VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 15 йортта 96 кеше иҫәпләнһә, бер аҙҙан 20 ихатала 106 йән теркәлгән. 1929 йылдағы мәғлүмәттәр 42 өйҙә 189 кеше йәшәүен күрһәтә. Ҡотлосура Ейәнбаев менән Ҡотлозаман Мөбикәев 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Халыҡтың төп шөғөлө – малсылыҡ. 17 ихатала (1839 йыл) 126 ат, 149 һыйыр, 53 һарыҡ, 23 кәзә аҫралған.
Бөгөн ауылда 17 йорт бар. Бәләкәй булһа ла, халҡыбыҙ, Башҡортостаныбыҙ өсөн файҙалы кешеләр, мәртәбәле шәхестәр үҫтергән бәрәкәтле төбәк ул Яҡтыкүл. Республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең төрлө яҡтарында бында тыуып үҫкән алдынғы ҡарашлы, эшһөйәр кешеләрҙе йыш осратырға мөмкин. Төрлө йылдарҙа Зиннәт Муллағолов, Әнүәр Муллағолов, Әсҡәт Шәмсетдинов, Мөхәммәт Ҡоломбәтов, Фәтхетдин Муллағолов, Азамат Ҡоломбәтов, Камил Ҡоломбәтов, Әлфиә Муллағолова, Урал Ҡоломбәтов, Миндулла Ҡоломбәтов кеүек аҫыл ул һәм ҡыҙҙары етәксе вазифалар башҡарған, халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған. Ә инде башҡорт халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов – ауыҙ-тел ижадында тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең береһе. 1881 йылда тыуған был уҙаман ғүмере буйы халыҡ ижады, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән ҡыҙыҡһынған, ишеткән-күргәндәрен яҙып та барған.
Вәлиулла ҠоломбәтовБалаларға нәсихәттәрБалам, һиңә һүҙем шул:
Уҡып, эшләргә өйрән.
Тырышып уҡып, белемле бул,
Белемһеҙлектән ерән.
Тырышып уҡы һин, балам,
Белемең булһын тәрән.
Төрлө эштәр башҡарырһың –
Төрлө һөнәргә өйрән.
Балам, дәресең иҫтә тот,
Бушҡа урам буйлама.
Китабыңды ташлама,
Маъмай менән уйнама.
Бысратма кейемеңде
Һәм дә аяҡ-ҡулыңды,
Таҙа йөрөт үҙеңде.
Дөрөҫ һөйлә һүҙеңде.
Һаулыҡ һораш ҡартынан,
Оҙатып ҡал артынан.
Яҡшы булған балалар
Инсафлы йөрөр улар.
Тәртип һаҡлар һәр ваҡыт,
Әҙәпле булыр улар.
Бәләкәскә ҡул бирер,
Ололарға юл бирер.
Ата-инәнең теләге
Һәм терәге шул булыр.
Йәй. Бесән осоро. Бишкә ярылырҙай бындай мәлдә йәне булған ниндәй әҙәм өйҙә ятһын инде?! Яҡтыкүл ауылында ла күптәрҙе осрата алманыҡ. Берәүҙәре бесәнгә киткән, икенселәре вахта ысулы менән ҡырҙа, өсөнсөләре тағы ниндәйҙер хәстәр менән район үҙәгенә юлланған.
Шул саҡ бер ихатала сыр-сыу килеп балалар уйнағаны ишетелде. Күп тә үтмәй ҡапҡанан урта йәштәрҙәге ир күҙгә салынды. Бер нисә көн элек кенә алтын юбилейын билдәләгән Нәүфил Муллағолов беҙҙең менән иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас та ихатала эш менән мәшғүл булған ҡатынына:
– Римма, сәйеңде ҡуй әле, ҡунаҡтар килгән, – тине. Һай, беҙҙең халыҡтың ихласлығы!
– Хәҙер, хәҙер.
Нәүфил ағай әле вахта ысулы менән Силәбе өлкәһенә йөрөп эшләй.
– Өфөлә бихисап юлдарҙы төҙөүҙә ҡатнаштым, – тип йылмая ул.
– Эш хаҡы нисек һуң?
– Аллаға шөкөр, түләйҙәр. Айына ҡырҡ меңгә яҡын алам. Етеп тора. Икенсенән, эш хаҡына ғына ҡарап тормайбыҙ. Үҙемдең тракторым бар, мал-тыуар…
Ғаилә хужаһы ҡул эшенә лә маһир икән. Үҙе арба, металлоломда ятҡан ҡалдыҡ-боҫтоҡтан бына тигән һабан эшләп алған. Алты бала үҫә ғаиләлә. Иң өлкәндәре Ләйсән Салауат ҡалаһында – табибә. Илшат Пензала иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Әле ауылға ялға ҡайтҡан. Тик ошондай мәлдә өйҙә ятыуҙы килештермәгән бөтмөр егет. Атаһының тракторы менән күршеләргә бесән сабырға киткәйне ул. Бәләкәстәрҙән Гөлшат – дүртенсе, Нуршат икенсе класҡа бара быйыл. Илдарға – 6, Гөлдәргә – 5 йәш. Кескәй булһалар ҙа, уларға күңелһеҙләнеп йөрөргә ваҡыт юҡ. Йә йүгереп йөрөп түтәлгә һыу ҡоялар, йә бәпкәләрҙе күлгә йөҙҙөрөргә алып баралар.
Ул арала өлкән йәштәрҙәге ағай күренде. Нәүфилдең атаһы Шәһит бабай икән, 82 йәштә. Ауылдың иң өлкән кешеһе.
– Ағай, төпкөлдә йәшәргә буламы? – тип һорауыбыҙға ул ҡулын ғына һелтәне:
– Ни эшләп булмаһын? Йыбанма ғына. Хөрриәт бит хәҙер. Ул бесәнлек күп, кинәнеп ҡорт тот. Ана, ике ҡатлы өйҙө күрәһегеҙ бит әле, унда кинйә улым менән киленем тора. Былай зарланмайҙар. Өс бала үҫтерәләр. Ауылға газ үтте.
Ысынлап та, бынамын тигән өйгә күҙ ташлау менән уның хужалары хаҡында фекер йөрөтөргә мөмкин.
Шәһит ағай заманында колхоздың алдынғы тракторсыһы булған. “Нати”ҙа эшләгән ул. Ҡатыны мәрхүмә булып ҡалһа ла, әле яңғыҙы бына тигән итеп донъя көтә.
– Яҡтыкүл һәр ваҡыт шулай бәләкәй булдымы? – тип һорайбыҙ унан.
– Ауылыбыҙ айырым колхоз да булды бер заман. Хатта өс ырҙын табағы бар ине, фермала 200 башлап һыйыр малы аҫралды. Алтмышынсы йылдарҙа, киләсәге юҡ тигән булып, ферманы ла, ат һарайын да, тимерлекте лә бүтән ауылдарға күсереп бөттөләр. Нисек кенә маташмаһындар, ауылыбыҙҙы ҡоротоуға барыбер юл ҡуйманыҡ. Ана, эргә-тирәләге урыҫ ауылдары күптән юҡҡа сыҡты. Ә беҙ бирешмәйбеҙ. Егәрле, сәмле беҙҙең халыҡ. – Шәһит ағай ышаныслы итеп әйтте был һүҙҙәрҙе.
Ауыл осонда тирә-йүнгә йәм биреп торған күркәм йортта Рәзәнә менән Салауат Ҡоломбәтовтар йәшәй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ауылға ҡайтырға булғандар. Үҙҙәрен күреп булманы был юлы. Эш менән ҡайҙалыр киткәйнеләр.
Яңы ғына ҡыйығы ябылған өй янында таҡта өйөп йөрөгән егеттәр менән танышабыҙ. Баҡһаң, Лилиә менән Илвир Хәлиловтар уны күптән түгел генә күтәргән икән.
– Өй эше юҡҡа өй тигәнде аңлатмайҙыр. Эше күп, – тине хужаның ағаһы Сабирйән. – Бына ҡустыға ярҙамға ҡайттым. Үҙем Салауат ҡалаһында йәшәйем. Былтыр Вәрис ҡустыға күмәкләшеп йорт бөтөрҙөк. Ана, тегендә үҙемә лә һала башланым.
Илвир ҙа Себерҙә тир түгә. Эш хаҡына зарланмай. Тик бына кәләше Лилиәнең яратҡан һөнәре буйынса китапханасы булып эшләй алмауына бер аҙ көйәләнеп алды.
– Киләһе йыл үҙегеҙҙе өй туйына саҡырам, – тине күҙенән дәрт, сәм бөркөлөп торған хужа, йылмайып.
Күл буйын төйәк иткән йорт та бында уңған хужалар йәшәүе хаҡында үҙе үк ҡысҡырып тора кеүек. Урамда тракторы ла күренә.
Хужабикә Гөлфинә Ғәлинаны баҡсаһында ҡарағат йыйып йөрөгәндә тап иттек. Еҙем-Ҡаран мәктәбендә ашнаҡсы булып эшләй икән.
– Ирем бесән сабырға китте, – тине ул.
– Тракторы урамда бит?
– Беҙҙең трактор икәү: береһе менән сабабыҙ, икенсеһе менән йыябыҙ.
Уңған ғаиләлә балалар ҙа тик тормай. Улдары Айҙар хәҙер ҡорттарҙы үҙаллы ҡарай, Алинаға баҡса тирәһендә эш етерлек. Хужабикә менән һөйләшкән арала тирә-яҡҡа, бәрәңге баҡсаһына күҙ һалам. Йәйрәп ятҡан баҡсала сүп әҫәре күренһәсе!
...Күргән-белгәндәр, Яҡтыкүл ни эшләп төпкөл булһын, юл уртаһында ята бит, тип ғәжәпләнер. Эйе, Ғафури районының төньяҡ ҡапҡаһы һаналған ауыл район үҙәге Красноусолдан – 60, Архангелдән 20 километр алыҫлыҡта урынлашһа ла, бындағы 17 йорттоң хужалығы үҙ хәстәре менән көн күрә. Магазин, фельдшер-акушерлыҡ пункты булмауын да әллә ни хәсрәт итеп һөйләмәнеләр.
Ауылдың иң оло әбейҙәренең береһе Рәйфә Хәлилова алсаҡ, һүҙгә әүәҫ булып сыҡты.
– Тормош ауыр тип зарланһаҡ та, бер ҡараһаң, беҙҙең заман менән сағыштырырлыҡ түгел. Элек беҙ ғаиләне лә, баланы ла йүнләп күрмәнек, эш хаҡын да кинәндереп түләмәнеләр. Хеҙмәт көнө етмәһә, балалар пособиеһын да бирмәнеләр, – тип хәтирәләргә бирелеп алды ул. – Хәҙер ҡатын-ҡыҙ рәхәтләнеп балаһын да, хужалығын да ҡарай ала.
Еҙем-Ҡаран ауыл хакимиәте башлығы Айҙар Ғәйнуллин әйтеүенсә, Яҡтыкүл башҡа ауылдарҙан берҙәмлеге, татыулығы менән айырыла. Иртәгә улар ошонда тыуып үҫкән ҡан-ҡәрҙәштәрен “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыя. Бының өсөн алдан әҙерләнделәр, йорт-ҡаралтыларын матурланылар.
Яҡтыкүл, уның эшсән, ихлас кешеләре күңелдә яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.