Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туранан-тура иҫәпләшеү – көн талабы
Республика торлаҡ-коммуналь хужалығын ҡышҡылыҡҡа әҙерләүҙең иң ҡыҙыу осоро етте. Әммә был йүнәлештәге хәлдәр бар ерҙә лә ал да гөл тип әйтеп булмай. Төп сәбәптәрҙең береһе – тармаҡ предприятиелары һәм ойош­маларының энергия ресурстары, һыу менән тәьмин итеүселәргә ҙур күләмле бурыстары булыуы. Аҡса етешмәү сәбәпле, әҙерлек эшен тулы ҡеүәттә алып барыу мөмкинлеге юҡ.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сә­йәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты ҡарамағындағы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү буйынса эксперт советының сираттағы ултырышында нәҡ ошо мәсьәлә ҡаралды. Уҙған йылдарҙа башлыса халыҡтың бурысы тураһында һүҙ алып барылһа, бөгөн хәл икенсе юҫыҡҡа боролған. Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин билдәләүенсә, барлыҡ бурыстың биш процентҡа яҡыны ғына халыҡ иҫәбенә тура килә, ә ҡалғаны – идара итеүсе компаниялар һәм торлаҡ милекселәре шир­ҡәттәренеке. Шул уҡ ваҡытта кешеләрҙең уртаса бурысы бер айлыҡ булһа, идарасыларҙыҡы – дүрт айлыҡ һәм унан да күберәк. Мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеһы һәм ойошма­ларының ҡулланылған электр энергияһы өсөн бурыстары ғына ла йылдың биш айы йомғаҡтары буйынса 1,5 миллиард һумдан артып киткән. Иң күп бурыслылар иҫәбендә – “Өфөһыуканал” (252 миллион һум) һәм “Өфө инженер селтәрҙәре” (170 миллион һум) муниципаль унитар предприятиелары. Шулай уҡ Туймазы, Бөрө, Сибай ҡалаларындағы йылылыҡ селтәр­ҙәренең, Инйәр торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡ идаралығының электр энергияһы өсөн тиҫтәләгән миллион һумлыҡ бурысы бар.
Күп ҡатлы һәм шәхси йорттарҙа йәшәү­селәр үҙҙәре тотонған газ, йылылыҡ, электр энергияһы, эҫе һәм һалҡын һыу өсөн башлыса ваҡытында түләп бара икән, ҡайҙан килә һуң бындай ҙур бурыс? Ултырышта билдәләнеүенсә, сәбәптәр бер нисәү, улар бер-береһе менән бәй­ләнгән. Идарасы компаниялар халыҡ­тан йыйылған аҡсаны тейешле ваҡытта энергия менән тәьмин итеүселәр иҫәбенә күсермәй. Быны түләүҙәрҙең кәрәкле күләмдә йыйылмауы менән нигеҙләйҙәр. Ҡануниәттең камил булмауы арҡаһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ­тың тәү сиратта үҙ мәнфәғәтен ҡайғыр­тыуы ла бер кем өсөн дә сер түгел. Быны ла ниндәйҙер дәрәжәлә аңлап була: уларҙың сығым­дары күп, хеҙмәт хаҡын да түләргә кәрәк. Тармаҡ вәкилдәре бурыс­тың күбәйеүен үҙҙәренсә дәлилләй, бында ла дөрөҫлөк юҡ тип әйтеп булмай. Мә­ҫәлән, туғыҙ ҡатлы йорт тотонған электр һәм йылылыҡ энергияһы, һалҡын һәм йылы һыу хаҡы менән унда йәшәү­селәрҙән ингән аҡса күләме араһында ҙур ғына айырма бар. Белгестәр фекеренсә, тотонолған бөтә төр ресурс өсөн тулыһынса иҫәпләшкән йорттар бик аҙ. Миҫал өсөн тик бер айҙа ғына Өфө ҡалаһында тотонолған 20 мең кубометр һыуҙың түләнмәй ҡалыуын әйтеү ҙә етә.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы реформалар барышында дөйөм йорт мәнфәғәте өсөн ҡулланылған бар ресурс­тарға түләү фатир хужалары елкәһенә һалынды. Әммә был сығымдарҙың уртаса алты процентын ғына тәшкил итә, егерме процентын идарасы компаниялар түләй. Бындай күрһәткес нилектән барлыҡҡа килә һуң? Күп фатирлы йортто һыу менән тәьмин итеү миҫалында быны бик асыҡ аңлатырға мөмкин. Иҫәпләү приборҙары булғандар тотонолған һыу өсөн башлыса тулы күләмдә иҫәпләшә. Ә инде фатирҙа бер кеше теркәлеп, ғәмәлдә бер нисә йәшәүсе булһа, улар билдәләнгән тариф буйынса бары тик берәү өсөн генә аҡса түләй. Ә бындай хәлдәрҙең һәр подъезда булыуы барыбыҙға ла билдәле. Тимәк, күптәребеҙ әле һаман үҙ фатирының (үҙ аҡсаһының тип тә әйтергә була) ысын хужаһы булырға өйрәнә алмай, үҙ иҫәбенә күршеһен “аҫрай”. Быға ҡайһы берәү­ҙәр­ҙең иҫәпләү приборҙары менән мутлашыуын да өҫтәргә мөмкин. Бына шунан барлыҡҡа килә лә инде дөйөм йорт тотонған бөтә төр ресурстарҙың хаҡы һәм улар өсөн иҫәпләшкән түләүҙәр ара­һын­дағы айырма. Уны кварталдағы, урам­дағы, ҡалалағы йорт-фатирҙар һанына ҡабатлаһаң, ниндәй ҙур сумма йыйылғаны күренә. Билдәле булыуынса, йорт советтары һәм комитеттары тейешенсә эшлә­гән торлаҡтарҙа бындай күренеш юҡ дә­рә­жәһендә. Әммә улар һәр ҡалала бар­маҡ менән генә һанарлыҡ шул.
Коммуналь хеҙмәт өсөн бурыстарҙы бөтөрөү буйынса республикала эш алып барыла. Был йүнәлештә етерлек тәжрибә тупланған, һөҙөмтәле ысулдар ҡулла­ныла. Шуның иң отошлоһо: бурыстары булғандарға суд аша дәғүә белдереү. Быйылғы йылдың беренсе кварталында 114 миллион һумлыҡ бурыс өсөн ун мең фатир хужаһынан 60 миллион һум аҡса түләтелгән. Ике фатир хужалары бәлә­кәйерәк майҙанлыға күсерелгән. Бында тәү сиратта Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡор­тостан буйынса идаралығының маҡсатҡа ярашлы эшен билдәләргә кәрәк: ярты йылда алты мең кешенән 106 миллион һумлыҡ бурыс ҡаплатылған. Идаралыҡ­тың бүлек етәксеһе Азат Гәрәев әйтеүен­сә, төрлө бурысы булған ете меңдән ашыу кеше сит илгә сығыу хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Суд приставтары ундайҙарға ҡарата ун биш тәүлеккә тиклем ҡулға алыуҙы ла ҡулланыу мөмкинлегенә эйә. Бөтә был саралар хәлде яҡшыртырға ярҙам иткән. Сит илгә сығыуы тотҡарланғандарҙың 1200-ҙән артығы шунда уҡ бар бурысынан арынған. Бындай шарттарҙа ҡайһы бер идарасы компанияларҙың суд приставтары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүҙән ситләшеүе аңлашылып етмәй.
Эксперт советы ултырышында бурыс­тарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәре, улар­ҙы кәметеү юлдары ентекле тикшерелде. Ҡанундарҙың камилһыҙлығын бөтөрөүҙән тыш, тағы ла бер ысул тураһында эшлекле һөйләшеү булды. Ул – төрлө йыл­дарҙа уңышлы ҡулланылып, кемдеңд­ер “аҡыллы” тәҡдиме арҡаһында үҙгәр­телгән ҡулланыусыларҙың ресурс өсөн туранан-тура иҫәпләшеүе. Был йәһәттән “Газпроммежрегионгаз – Өфө” предприя­тиеһының тәжрибәһе маҡтауға лайыҡ. Генераль директор урынбаҫары Альберт Лоҡманов һөйләүенсә, ҡулла­нылған тәбиғи газ өсөн түләүҙәрҙең 95 проценттан артығы ойошма иҫәбенә туранан-тура килә.
Бындай түләүгә күсеү буйынса эште Башҡортостандың энергия һатыу ком­панияһы ла уңышлы башлап ебәргән. Ҡоролтай комитеты рәйесе Елена Родина, Эксперт советы етәксеһе Рөстәм Мосабиров билдәләүенсә, тикшерелгән йүнәлеш­тәге тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыу һәм торлаҡ ҡануниәтендәге ҡытыршы­лыҡтарҙы бөтөрөү буйынса тейешле эшмәкәрлек йәйелдерелгән. Ул Рәсәй Дәүләт Думаһы кимәлендә лә алып барыла.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты эҙмә-эҙлекле үҙгәртеп ҡороу барышында фатир хужаларына, улар ойошторған йорт советтары һәм комитеттарына киң хоҡуҡтар бирелде. Шуға ла, халыҡ араһында тейешле аңлатыу эше алып барып, ике яҡ өсөн дә файҙалы булған туранан-тура иҫәпләшеү­ҙе яҡын арала яйға һалыу маҡсатҡа ярашлы. Бурыстарҙан йөҙәгән ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙы дәү­ләт тарафынан ярҙамһыҙ ҡалдырыу кө­сөр­гәнешлекте арттырып, тармаҡтағы бы­лай ҙа бик аҡрын хәл ителгән мәсьә­ләләрҙе тағы ла ҡатмарлаштырасаҡ. Тимәк, бергәләп эшләү зарур.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872