Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йылдар аша ҡайта изгелек
Тыуған көн үткәреү — һыуҙай аҡҡан ғүмер юлыңа, йоҡоһоҙ үткән төндәреңә, салланған сәстәреңә, маңлай һырҙарыңа, ил йөкмәткән хеҙмәттәреңә, донъя хәстәрен иңдәрендә күтәргән балаларыңа, йәғни тотош тормошоңа байҡау яһау, тиер инем.



Аҫылташтай Фәйрүзә, наҙлы Гөлназ, зирәк Фәрзәнә, һөйкөмлө Мәҙинә. Улар сабый саҡта­рында хәтергә уйылып ҡалған һылыу, ҙур күҙле йәш әсәләрен күҙ алдына баҫтырып, Гөлфәр Ғәлләм ҡыҙын тантаналы көй аҫтында тәбрикләү өсөн йүнәлде. Теремек, йылы ҡарашлы әсә лә урынынан ҡалҡты. Ҡыҙҙары ҡумтаны асып, ундағы “Алтын әсә” статуяһын ҡәҙерле кешеһенә бүләк итте. Ҡунаҡтар юбилярҙы ҡотлап алҡыштарға күмде. Моғайын, һәр кем ғәзиз балаһы өсөн йәнен дә йәлләмәгән үҙ әсәһен күҙ алдынан үткәреп, рәхмәт тойғоһо кисергәндер. Дүрт ҡыҙының һәр береһенә юғары белем биреүҙән тыш, уларға эш һөйөүсәнлек, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, илеңә тоғро хеҙмәт итеү, ғаилә ҡороу, бала бағыу бурысын да йөкмәткән әсә, әлбиттә, хөрмәткә лайыҡ.
...Бәләкәстән һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған, ҡыҙыҡһыныусан, зирәк ҡыҙына ҙур өмөт бағлай фронтовик атаһы. Еңеү көнөн Берлинда ҡаршылаған Ғәлләм Хисмәтов тыныс атҡан һәр таңға ҡыуанып йәшәй, балаларында илһөйәрлек, ҡаһарман рух тәрбиәләй. Әсәләре Сабира инәйҙең мамыҡтай йомшаҡ икмәге, өҫтәлдә боҫрап ултырған самауыры колхоз йомошо менән йөрөгәндәргә лә, юлаусыларға ла, туған-тыумасаһына ла етә. Ғәрәсәтле ҡан ҡойошто башынан үткәргән атаһы баҡыйлыҡҡа күскәнсе колхозды, аҙаҡ бригаданы етәкләй, балаларын уҡытып ҡалырға тырыша.
Зәңгәр күлле төбәктә йәшәгән Ташбулат ауылы ҡыҙы Гөлфәр Ғәлләм ҡыҙы һөнәрен география менән бәйләй. Уҡыусыларында төйәгенә һөйөү тәрбиәләүҙә уның өлөшө, һис шикһеҙ, ҙур. Алдан күрә белеү һәләтенә эйә географ уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында уҡ янаған экологик хәүефте күҙаллап, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатында яңы программа төҙөй.
Таштимер урта мәктәбендә педагог үҙенә алмашҡа ун дүрт географ әҙерләй. Уҡыусы психологияһын, тәрбиәләү нескәлектәрен яҡшы белгән егәрле уҡытыусыға йыл да маҡтау ҡағыҙы тапшырыла, мәғариф алдынғыһы ла ул.
Яҙмыш Гөлфәр Ғәлләм ҡыҙы Муллағәлләмова алдына ла алтын тауҙар өймәй, үҙәктәрҙе өҙгөс һынауҙарын ҡуйып ҡына тора. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тормош юлдашы Морат ағай аяҡтан йығылып, түшәккә ята. Кемдер бындай ҡайғыны күтәрә, кемдер ауырлыҡҡа сыҙамай һына, әйтерһең дә, Хоҙай Тәғәлә үҙенең балаларын ныҡлыҡҡа һынай. Ирен сабый бала кеүек итеп тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙата апай.
— Ағайыбыҙҙы яҙмыш һынауында яңғыҙ ҡалдырманың. Тамағы ашлы, түшәге таҙа булды, — тип рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне иренең туғандары.
Юбиляр үҙе төҙөгән нәҫел-нәсәбенең шәжә­рәһен, донъяға һөйөү менән һуғарылған шиғырҙарын туғандарына таратып сыҡты.
Тереклеккә йән өргән әсәләрҙе ҙурлап ни генә яҙһаң да, аҙ булыр. Уларҙың изге уйҙары яуызлыҡты еңеп сыға, теләктәре оло көскә эйә. Тәрән аҡыл, иплелек, юғары интеллект, әҙәп – Гөлфәр апайҙан дүрт ҡыҙына күскән матур һыҙаттар. Фәйрүзә — Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында белгес, Гөлназ – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһында уҡытыусы, Мәҙинә – райондың ер комитеты белгесе, Фәрзәнә Рәхмәт ауылы мәктәбендә балаларҙы биология серҙәренә өйрәтә.
Юбилярҙы ҡотларға йыйылған ҡунаҡтар ата-әсәһенең изге фатихаһын тотҡан диндар Гөлфәр Ғәлләм ҡыҙының балаларына бүлгән йөрәк йылыһының йылдар аша үҙенә әйләнеп ҡай­тыуына шаһит булды. Балалары, ейәнсәрҙәре, кейәүҙәре, күршеләре, туған-тыумасаһының иғти­бары уртаһында ҡайнаған хөрмәтле яҡташыбыҙға яҡындарының изгелеген күреп, оҙаҡ йәшәргә насип булһын!
— Күңелем менән һаман географмын, сәйә­хәтсемен, ил гиҙәм. Быйыл Санкт-Петербург ҡалаһына барып ҡайттым әле, — тип ҡыуанысы менән уртаҡ­лашты бәхетле әсә.





Автор: Зөһрә ЙӘҒӘФӘРОВА-БӘШӘРОВА. Район: Әбйәлил районы, Теләш ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә