Тыуған көн үткәреү — һыуҙай аҡҡан ғүмер юлыңа, йоҡоһоҙ үткән төндәреңә, салланған сәстәреңә, маңлай һырҙарыңа, ил йөкмәткән хеҙмәттәреңә, донъя хәстәрен иңдәрендә күтәргән балаларыңа, йәғни тотош тормошоңа байҡау яһау, тиер инем.
Аҫылташтай Фәйрүзә, наҙлы Гөлназ, зирәк Фәрзәнә, һөйкөмлө Мәҙинә. Улар сабый саҡтарында хәтергә уйылып ҡалған һылыу, ҙур күҙле йәш әсәләрен күҙ алдына баҫтырып, Гөлфәр Ғәлләм ҡыҙын тантаналы көй аҫтында тәбрикләү өсөн йүнәлде. Теремек, йылы ҡарашлы әсә лә урынынан ҡалҡты. Ҡыҙҙары ҡумтаны асып, ундағы “Алтын әсә” статуяһын ҡәҙерле кешеһенә бүләк итте. Ҡунаҡтар юбилярҙы ҡотлап алҡыштарға күмде. Моғайын, һәр кем ғәзиз балаһы өсөн йәнен дә йәлләмәгән үҙ әсәһен күҙ алдынан үткәреп, рәхмәт тойғоһо кисергәндер. Дүрт ҡыҙының һәр береһенә юғары белем биреүҙән тыш, уларға эш һөйөүсәнлек, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, илеңә тоғро хеҙмәт итеү, ғаилә ҡороу, бала бағыу бурысын да йөкмәткән әсә, әлбиттә, хөрмәткә лайыҡ.
...Бәләкәстән һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған, ҡыҙыҡһыныусан, зирәк ҡыҙына ҙур өмөт бағлай фронтовик атаһы. Еңеү көнөн Берлинда ҡаршылаған Ғәлләм Хисмәтов тыныс атҡан һәр таңға ҡыуанып йәшәй, балаларында илһөйәрлек, ҡаһарман рух тәрбиәләй. Әсәләре Сабира инәйҙең мамыҡтай йомшаҡ икмәге, өҫтәлдә боҫрап ултырған самауыры колхоз йомошо менән йөрөгәндәргә лә, юлаусыларға ла, туған-тыумасаһына ла етә. Ғәрәсәтле ҡан ҡойошто башынан үткәргән атаһы баҡыйлыҡҡа күскәнсе колхозды, аҙаҡ бригаданы етәкләй, балаларын уҡытып ҡалырға тырыша.
Зәңгәр күлле төбәктә йәшәгән Ташбулат ауылы ҡыҙы Гөлфәр Ғәлләм ҡыҙы һөнәрен география менән бәйләй. Уҡыусыларында төйәгенә һөйөү тәрбиәләүҙә уның өлөшө, һис шикһеҙ, ҙур. Алдан күрә белеү һәләтенә эйә географ уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында уҡ янаған экологик хәүефте күҙаллап, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатында яңы программа төҙөй.
Таштимер урта мәктәбендә педагог үҙенә алмашҡа ун дүрт географ әҙерләй. Уҡыусы психологияһын, тәрбиәләү нескәлектәрен яҡшы белгән егәрле уҡытыусыға йыл да маҡтау ҡағыҙы тапшырыла, мәғариф алдынғыһы ла ул.
Яҙмыш Гөлфәр Ғәлләм ҡыҙы Муллағәлләмова алдына ла алтын тауҙар өймәй, үҙәктәрҙе өҙгөс һынауҙарын ҡуйып ҡына тора. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тормош юлдашы Морат ағай аяҡтан йығылып, түшәккә ята. Кемдер бындай ҡайғыны күтәрә, кемдер ауырлыҡҡа сыҙамай һына, әйтерһең дә, Хоҙай Тәғәлә үҙенең балаларын ныҡлыҡҡа һынай. Ирен сабый бала кеүек итеп тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙата апай.
— Ағайыбыҙҙы яҙмыш һынауында яңғыҙ ҡалдырманың. Тамағы ашлы, түшәге таҙа булды, — тип рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне иренең туғандары.
Юбиляр үҙе төҙөгән нәҫел-нәсәбенең шәжәрәһен, донъяға һөйөү менән һуғарылған шиғырҙарын туғандарына таратып сыҡты.
Тереклеккә йән өргән әсәләрҙе ҙурлап ни генә яҙһаң да, аҙ булыр. Уларҙың изге уйҙары яуызлыҡты еңеп сыға, теләктәре оло көскә эйә. Тәрән аҡыл, иплелек, юғары интеллект, әҙәп – Гөлфәр апайҙан дүрт ҡыҙына күскән матур һыҙаттар. Фәйрүзә — Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында белгес, Гөлназ – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһында уҡытыусы, Мәҙинә – райондың ер комитеты белгесе, Фәрзәнә Рәхмәт ауылы мәктәбендә балаларҙы биология серҙәренә өйрәтә.
Юбилярҙы ҡотларға йыйылған ҡунаҡтар ата-әсәһенең изге фатихаһын тотҡан диндар Гөлфәр Ғәлләм ҡыҙының балаларына бүлгән йөрәк йылыһының йылдар аша үҙенә әйләнеп ҡайтыуына шаһит булды. Балалары, ейәнсәрҙәре, кейәүҙәре, күршеләре, туған-тыумасаһының иғтибары уртаһында ҡайнаған хөрмәтле яҡташыбыҙға яҡындарының изгелеген күреп, оҙаҡ йәшәргә насип булһын!
— Күңелем менән һаман географмын, сәйәхәтсемен, ил гиҙәм. Быйыл Санкт-Петербург ҡалаһына барып ҡайттым әле, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты бәхетле әсә.