Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ырыҫлы нигеҙҙең ырыҫлы ҡыҙы
Ырыҫлы нигеҙҙең ырыҫлы ҡыҙы
Атаһы Заһретдин Вә­лиев, Мәскәүгә Ленин ордены тапшырыу тан­тана­һына барғанда, Әлифәгә күҙҙең яуын алып торған төрлө уйынсыҡтар, тәмлекәстәр алып ҡайта. Бына шул саҡ­та зирәк ҡыҙҙың аңына, атаһы һымаҡ яҡшы эш­ләгән­­дәрҙе, Мәскәү һынлы матур ҡалаларға саҡырып, ялтырап торған ҙур награда бирәләр икән, тигән уй һеңеп ҡала. Ҙурая килә, тиҙерәк уҡып бөтөп, кол­хозға эшкә сығыу, яҡшы эшләү була маҡсаты. Әсәһе бейә һауа барғанда, һис артынан ҡалмай эйәреп йөрөргә күнегә.


Ауылындағы ете йыллыҡ мәк­тәпте та­мамлағас та Әлифә бер нисә класташы менән яңы ғына ойош­торолған һөтсөлөк ферма­һына йыш килә башлай. Һыйырҙа­рына үҙ исемдәре менән өндәшеп, иркәләп кенә һауған һауынсыларға ҡарап: “Әллә ошо апайҙар һымаҡ эшләп ҡарарғамы икән?” — тигән уй уға һис тынғылыҡ бирмәй. Ҡасандыр һарыҡ ҡа­раусы эшенә бер аҙ булһа ла төшөнә башлаған кисәге уҡыу­сының күңелен һыйырҙар биләп ала. Ны­ҡыш­мал булыуын электән белгән тәжрибәле ферма мөдире тәүҙә уны алмаш һауынсы итеп эшкә ала.
Әлифә биш йылдан ашыу Муллаҡайҙа һыйыр һауып, байтаҡ тәжрибә туплай, ғаиләле булғас та Түбәнге Иҙрис ферма­һында һауынсы йөгөн тарта. Бер-бер артлы ғына донъяға килгән улдары Ғәй­нислам һәм Нурисламды кескәй генә көйө өйөндә ҡалдырып, эшкә сығыуына хәҙер аптырап та ҡуяһың. Ул ваҡытта балалар баҡсаһы юҡ ине бит.
Уҙған быуаттың алтмышынсы йылдар башы. Совет дәүеренең сәскә атҡан осоро. Илдә коммунистик хеҙмәт бригадалары ойошторола башлаған мәл. Даны районда ғына түгел, тирә-яҡҡа ла таралып өлгөргән Түбәнге Иҙрис һөтсөлөк фермаһы коллективы башланғысты районда беренселәрҙән күтә­реп ала һәм был исемде яулап алыу өсөн көрәш башлай. Коллективҡа үҙ һөнәрен яҡшы белгән һауынсылар һәм мал ҡа­раусылар — Гәүһәр Фәйзуллина, Әлифә Вәлиева, Сәлимә Мөхәмәтшина, Яңылбикә Аб­драх­манова, Зәйтүнә Халиҡова, Нурмөхәмәт Дәүләтов, Танһыҡ Исламоратов, Ғәлимйән Ишбулатов, Ғәлимйән Латипов кеүектәр — һайлап алына.
Йыл артынан йыл үтә тора. Улдары Ғәйнислам менән Нурислам да мәктәпкә уҡырға йөрөй башлай. Аҙыраҡ ҙурайғас та дәрестән буш ваҡыттарында ферма­ға килеп, әсәләренә төрлө эштә ярҙам­лашырға ла өлгөрәләр. Шулай итеп, йәш кенә көйө улар хеҙмәттә сынығыу алып үҫә һәм тәрбиәләнә. Көтмәгәндә, ауыр ҡайғы­ларға һалып, Нурисламдың яҡты донъянан китеп барыуы әсәне аяҡтан йыға яҙа, шулай ҙа Әлифә, барлыҡ хәсрәтен хеҙмәт менән баҫып, бер аҙ булһа ла унан йыуаныс табып, үҙендә көс таба, йәшәүгә дәрт ала.
Күҙ терәп торған берҙән-бер улы Ғәй­нислам һигеҙенсе класты тамамлау менән, әсәһенә терәк-таяныс булып, фермала тәүҙә быҙау, бер нисә йылдан тана-торпо төркөмөн ҡарауҙы үҙ өҫтөнә ала. Һәм эшен яратып башҡарған йәш малсыға ферма мөдире һауын гуртын ышанып тапшырып яңылышмай.
1973 йылда шартлы бер баш малға 3 100 килограмдан ашыу һөт һауып алып, Гәүһәр Фәйзуллинанан ғына ҡалышып, Әлифә ра­йон һауынсылары араһында икенсе урынды яулауға өлгәшә һәм дәүләтебеҙҙең юғары наградаһына — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына — лайыҡ була, район Советына депутат итеп һайлана. Тағы ла ике йылдан юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшкән тырыш һауынсының күкрәген “Почет Билдәһе” ордены биҙәй, “Биш йыллыҡтар ударнигы” билдәһе, “В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл” миҙалы ла өҫтәлә. Әлифә Вәлиева тиҫтә йылдан ашыу урындағы Совет депутаты ла була.
Күп тә тормай, улы Ғәйнислам өй­ләнә. Матур итеп туй үткәрәләр, һәм килене лә, ҡәйнә йортона оҙа­тып алын­ғас, һауын­сы булып эшкә сыға. Шулай итеп, фермала малсылар ғаи­ләһе бар­лыҡҡа килә. Улар хаҡында ра­йон, республика гә­зит­тә­рендә бер нисә тапҡыр һүрәтлә­мә­ләр донъя күрҙе, сөнки Рауза ла, ҡәй­нәһенә оҡ­шар­ға тырышып, йылдан-йыл юғары күрһәткес­тәргә өлгәшә ине. Ғәйнислам да һауын гуртының маҡ­таулы мал ҡараусыһы бу­лып танылды, “Хеҙ­мәт батырлығы” ми­ҙалына, “Биш йыл­лыҡтар ударнигы” билдәһенә лайыҡ булды.
Әлифә Заһрет­дин ҡыҙы, хаҡ­лы ялға сығыуына ҡара­маҫтан, тиҫтә йылдан ашыу килене менән бер ҡатарҙан һауынға йөрөнө, тик ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарау өсөн генә яратҡан эшенән айырылырға мәжбүр бул­ды. Килене ауырып-фәлән киткән саҡта, уның урынына һыйыр һауырға фермаға ашыға ине. Ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерешеп, ауылда бынамын тигән яңы йорт һалып, гөрләтеп йәшәп ятҡанда, Ғәйнис­ламдың көтмәгәндә вафат булып ҡалыуы бынан алда ла ауыр ҡайғылар кисергән әсәһен генә түгел, ғаи­ләһен, ауылдаштарын, бергә эшләгән иптәш­тәрен дә тетрән­дерҙе. Ни­сек кенә булмаһын, донъя­ның ҡанундары менән килешмәү мөмкин түгел. Әммә ҡайғы-хәсрәт Әлифә апайҙы килене Рауза менән тағы ла яҡынайтты: үҫеп килгән балаларын бергә тәрбиәләп, уларҙың һәр ҡай­һыһын тип әйтерлек башлы-күҙле итеп, яңы тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Хәҙер инде уларҙың үҙҙәренең улдары, ҡыҙҙары бар.
— Апай, һис тә ҡартайырға ашыҡмай­һығыҙ. Һеҙҙең йәштәгеләр күптән өйөнән сыҡмай, түрҙән урын алып, килендәрен йомшап йәшәй, ә һеҙ һаман тынғы белмәйһегеҙ, бер аҙ булһа ла ял итеп алыр инегеҙ, — тиеүемә, Әлифә әбей:
— Ҡустым, ошолай хәрәкәтләнеп йөрө­үем үҙенә күрә ял бит ул. Әллә ғүмер буйы эшләгәнгәме, өйҙә тик ултыра алмайым. Берәй нәмә менән булышмаһам, күңелем тынғы тапмай, көнө буйы болоҡһой ҙа йөрөйөм. Серләшеп алырға тиһәң, элек бергә эшләгән иптәштәремдең күбеһе мине яңғыҙ ҡалдырып китеп барҙы шул... Эйе, ғүмер мәңгелек түгел. Тик уларҙың ваҡытынан алда китеүҙәре юҡһындыра, йөрәкте әрнетә, — тине.
Шуның менән бер рәттән янына килеп сығыуыма ихлас ҡыуаныс белдереп, һәр саҡтағыса, үҙенең уй-теләктәрен, хатта үпкә һүҙҙәрен еткереүҙе лә кәрәк тапты.
— Һәр кем йәшәргә, хәленсә донъя көтөргә тырыша, — ти апай. — Беҙ ҙә, баш­ҡалар кеүек, һуғыштан һуңғы ауыр йыл­дарҙа колхозды аяҡҡа баҫтырыуға бар көсөбөҙҙө һалдыҡ, күтәрә алмаҫлыҡ ауыр­лыҡтар килгәндә лә киләсәккә өмөт менән ҡараныҡ. Ваҡыт үтеү менән колхозыбыҙ байыны, кешеләр ҙә иркен, етеш йәшәй башланы. Тик һуңғы осорҙа ҡасандыр беҙ төҙөгән колхоз бер нисә йыл эсендә юҡҡа сыҡты. Малы, техникаһы ҡайҙалыр булды, ҡуралар етемһерәп тора, емерелеп бөтөп бара. Халыҡ быға нисек түҙә икән? Бына мин шуға һис тә яуап таба алмайым. Ауыл хужалығы элек илде аҙыҡ-түлек менән өҙлөкһөҙ тәьмин итте. Киләсәкте хәҙер күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Киләһе быуын ауылда нимә эшләр? Эшһеҙлек арҡаһында эскелек көсәйҙе, ауылдар аҡрынлап бөтөүгә табан бара. Элекке ветерандар тураһында оноттолар, уларҙы хәҙер белеүсе лә, иҫләү­се лә юҡ. Оло йәштәгеләр көнөндә генә һирәктәребеҙҙе йыйып алып, сәй табынына саҡыралар ҙа ул... Әгәр пенсия булмаһа, нисек йәшәребеҙҙе уйлауы ла ҡыйын...

Салауат МӨХӘМӘТШИН,
“Башҡортостан”дың
штаттан тыш хәбәрсеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873