Атаһы Заһретдин Вәлиев, Мәскәүгә Ленин ордены тапшырыу тантанаһына барғанда, Әлифәгә күҙҙең яуын алып торған төрлө уйынсыҡтар, тәмлекәстәр алып ҡайта. Бына шул саҡта зирәк ҡыҙҙың аңына, атаһы һымаҡ яҡшы эшләгәндәрҙе, Мәскәү һынлы матур ҡалаларға саҡырып, ялтырап торған ҙур награда бирәләр икән, тигән уй һеңеп ҡала. Ҙурая килә, тиҙерәк уҡып бөтөп, колхозға эшкә сығыу, яҡшы эшләү була маҡсаты. Әсәһе бейә һауа барғанда, һис артынан ҡалмай эйәреп йөрөргә күнегә.
Ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас та Әлифә бер нисә класташы менән яңы ғына ойошторолған һөтсөлөк фермаһына йыш килә башлай. Һыйырҙарына үҙ исемдәре менән өндәшеп, иркәләп кенә һауған һауынсыларға ҡарап: “Әллә ошо апайҙар һымаҡ эшләп ҡарарғамы икән?” — тигән уй уға һис тынғылыҡ бирмәй. Ҡасандыр һарыҡ ҡараусы эшенә бер аҙ булһа ла төшөнә башлаған кисәге уҡыусының күңелен һыйырҙар биләп ала. Ныҡышмал булыуын электән белгән тәжрибәле ферма мөдире тәүҙә уны алмаш һауынсы итеп эшкә ала.
Әлифә биш йылдан ашыу Муллаҡайҙа һыйыр һауып, байтаҡ тәжрибә туплай, ғаиләле булғас та Түбәнге Иҙрис фермаһында һауынсы йөгөн тарта. Бер-бер артлы ғына донъяға килгән улдары Ғәйнислам һәм Нурисламды кескәй генә көйө өйөндә ҡалдырып, эшкә сығыуына хәҙер аптырап та ҡуяһың. Ул ваҡытта балалар баҡсаһы юҡ ине бит.
Уҙған быуаттың алтмышынсы йылдар башы. Совет дәүеренең сәскә атҡан осоро. Илдә коммунистик хеҙмәт бригадалары ойошторола башлаған мәл. Даны районда ғына түгел, тирә-яҡҡа ла таралып өлгөргән Түбәнге Иҙрис һөтсөлөк фермаһы коллективы башланғысты районда беренселәрҙән күтәреп ала һәм был исемде яулап алыу өсөн көрәш башлай. Коллективҡа үҙ һөнәрен яҡшы белгән һауынсылар һәм мал ҡараусылар — Гәүһәр Фәйзуллина, Әлифә Вәлиева, Сәлимә Мөхәмәтшина, Яңылбикә Абдрахманова, Зәйтүнә Халиҡова, Нурмөхәмәт Дәүләтов, Танһыҡ Исламоратов, Ғәлимйән Ишбулатов, Ғәлимйән Латипов кеүектәр — һайлап алына.
Йыл артынан йыл үтә тора. Улдары Ғәйнислам менән Нурислам да мәктәпкә уҡырға йөрөй башлай. Аҙыраҡ ҙурайғас та дәрестән буш ваҡыттарында фермаға килеп, әсәләренә төрлө эштә ярҙамлашырға ла өлгөрәләр. Шулай итеп, йәш кенә көйө улар хеҙмәттә сынығыу алып үҫә һәм тәрбиәләнә. Көтмәгәндә, ауыр ҡайғыларға һалып, Нурисламдың яҡты донъянан китеп барыуы әсәне аяҡтан йыға яҙа, шулай ҙа Әлифә, барлыҡ хәсрәтен хеҙмәт менән баҫып, бер аҙ булһа ла унан йыуаныс табып, үҙендә көс таба, йәшәүгә дәрт ала.
Күҙ терәп торған берҙән-бер улы Ғәйнислам һигеҙенсе класты тамамлау менән, әсәһенә терәк-таяныс булып, фермала тәүҙә быҙау, бер нисә йылдан тана-торпо төркөмөн ҡарауҙы үҙ өҫтөнә ала. Һәм эшен яратып башҡарған йәш малсыға ферма мөдире һауын гуртын ышанып тапшырып яңылышмай.
1973 йылда шартлы бер баш малға 3 100 килограмдан ашыу һөт һауып алып, Гәүһәр Фәйзуллинанан ғына ҡалышып, Әлифә район һауынсылары араһында икенсе урынды яулауға өлгәшә һәм дәүләтебеҙҙең юғары наградаһына — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына — лайыҡ була, район Советына депутат итеп һайлана. Тағы ла ике йылдан юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшкән тырыш һауынсының күкрәген “Почет Билдәһе” ордены биҙәй, “Биш йыллыҡтар ударнигы” билдәһе, “В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл” миҙалы ла өҫтәлә. Әлифә Вәлиева тиҫтә йылдан ашыу урындағы Совет депутаты ла була.
Күп тә тормай, улы Ғәйнислам өйләнә. Матур итеп туй үткәрәләр, һәм килене лә, ҡәйнә йортона оҙатып алынғас, һауынсы булып эшкә сыға. Шулай итеп, фермала малсылар ғаиләһе барлыҡҡа килә. Улар хаҡында район, республика гәзиттәрендә бер нисә тапҡыр һүрәтләмәләр донъя күрҙе, сөнки Рауза ла, ҡәйнәһенә оҡшарға тырышып, йылдан-йыл юғары күрһәткестәргә өлгәшә ине. Ғәйнислам да һауын гуртының маҡтаулы мал ҡараусыһы булып танылды, “Хеҙмәт батырлығы” миҙалына, “Биш йыллыҡтар ударнигы” билдәһенә лайыҡ булды.
Әлифә Заһретдин ҡыҙы, хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан, тиҫтә йылдан ашыу килене менән бер ҡатарҙан һауынға йөрөнө, тик ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарау өсөн генә яратҡан эшенән айырылырға мәжбүр булды. Килене ауырып-фәлән киткән саҡта, уның урынына һыйыр һауырға фермаға ашыға ине. Ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерешеп, ауылда бынамын тигән яңы йорт һалып, гөрләтеп йәшәп ятҡанда, Ғәйнисламдың көтмәгәндә вафат булып ҡалыуы бынан алда ла ауыр ҡайғылар кисергән әсәһен генә түгел, ғаиләһен, ауылдаштарын, бергә эшләгән иптәштәрен дә тетрәндерҙе. Нисек кенә булмаһын, донъяның ҡанундары менән килешмәү мөмкин түгел. Әммә ҡайғы-хәсрәт Әлифә апайҙы килене Рауза менән тағы ла яҡынайтты: үҫеп килгән балаларын бергә тәрбиәләп, уларҙың һәр ҡайһыһын тип әйтерлек башлы-күҙле итеп, яңы тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Хәҙер инде уларҙың үҙҙәренең улдары, ҡыҙҙары бар.
— Апай, һис тә ҡартайырға ашыҡмайһығыҙ. Һеҙҙең йәштәгеләр күптән өйөнән сыҡмай, түрҙән урын алып, килендәрен йомшап йәшәй, ә һеҙ һаман тынғы белмәйһегеҙ, бер аҙ булһа ла ял итеп алыр инегеҙ, — тиеүемә, Әлифә әбей:
— Ҡустым, ошолай хәрәкәтләнеп йөрөүем үҙенә күрә ял бит ул. Әллә ғүмер буйы эшләгәнгәме, өйҙә тик ултыра алмайым. Берәй нәмә менән булышмаһам, күңелем тынғы тапмай, көнө буйы болоҡһой ҙа йөрөйөм. Серләшеп алырға тиһәң, элек бергә эшләгән иптәштәремдең күбеһе мине яңғыҙ ҡалдырып китеп барҙы шул... Эйе, ғүмер мәңгелек түгел. Тик уларҙың ваҡытынан алда китеүҙәре юҡһындыра, йөрәкте әрнетә, — тине.
Шуның менән бер рәттән янына килеп сығыуыма ихлас ҡыуаныс белдереп, һәр саҡтағыса, үҙенең уй-теләктәрен, хатта үпкә һүҙҙәрен еткереүҙе лә кәрәк тапты.
— Һәр кем йәшәргә, хәленсә донъя көтөргә тырыша, — ти апай. — Беҙ ҙә, башҡалар кеүек, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа колхозды аяҡҡа баҫтырыуға бар көсөбөҙҙө һалдыҡ, күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар килгәндә лә киләсәккә өмөт менән ҡараныҡ. Ваҡыт үтеү менән колхозыбыҙ байыны, кешеләр ҙә иркен, етеш йәшәй башланы. Тик һуңғы осорҙа ҡасандыр беҙ төҙөгән колхоз бер нисә йыл эсендә юҡҡа сыҡты. Малы, техникаһы ҡайҙалыр булды, ҡуралар етемһерәп тора, емерелеп бөтөп бара. Халыҡ быға нисек түҙә икән? Бына мин шуға һис тә яуап таба алмайым. Ауыл хужалығы элек илде аҙыҡ-түлек менән өҙлөкһөҙ тәьмин итте. Киләсәкте хәҙер күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Киләһе быуын ауылда нимә эшләр? Эшһеҙлек арҡаһында эскелек көсәйҙе, ауылдар аҡрынлап бөтөүгә табан бара. Элекке ветерандар тураһында оноттолар, уларҙы хәҙер белеүсе лә, иҫләүсе лә юҡ. Оло йәштәгеләр көнөндә генә һирәктәребеҙҙе йыйып алып, сәй табынына саҡыралар ҙа ул... Әгәр пенсия булмаһа, нисек йәшәребеҙҙе уйлауы ла ҡыйын...
Салауат МӨХӘМӘТШИН,
“Башҡортостан”дың
штаттан тыш хәбәрсеһе.