Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ерҙең йәме иген менән...
Ерҙең йәме иген менән... Оло һабантуй майҙанын хәтерләтә ине был ялан. Тик ярышҡа түгел, күргәҙмәгә теҙелгән “тимер ат”тар. Ни генә юҡ бында! Һанай китһәң... Баштан, ысынлап та, беҙҙең агросәнәғәт тә барыһы ла ҡулланыламы икән, тигән уй үтеп тә өлгөрмәй, икенсеһе үрмәләй — ҡулланылмаһа, яҡын киләсәктә эшкә егелер әле. Быныһы — өмөтлөһө.

Ерҙең йәме иген менән...Бәрәкәтле Мәләүез районы ерен­дә быйыл республикала икенсе тапҡыр “Баҫыу көнө” семинар-кәңәш­мәһе үтте. Беҙ төрлө семинарҙарҙы һүҙ һөйләү һымағыраҡ ҡабул итеп өйрәнһәк, быныһы ҡырҡа айырыла. Өс көн буйы барған кәңәшмәнең төп маҡсаты — ауыл хужалығы белгес­тәрен заман технологиялары менән таныштырыу, практик дәрестәр үткәреү, аралаштырыу, күпмелер кимәлдә һөҙөмтәләрҙе барлау... Шулай уҡ иң ҙур бурыс — урып йыйыу эштәрен ваҡытында һәм уңышлы тамамлау, киләсәкте хәс­тәрләү.
Алда оло эштәр тора: барлығы 1 миллион 780 мең гектар ерҙә иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйып алаһы бар. Бының өсөн барлыҡ техника әҙерлек һыҙығына ҡуйылған, келәттәр иген ҡабул итергә әҙер. 2015 йыл уңышы өсөн нигеҙ — 600 мең гектарҙа ужым культуралары сәсәһе лә бар.
Ерҙең йәме иген менән...Башҡортостан ауыл хужалығы министры Николай Коваленко әй­теүенсә, киләсәктә лә уға өҫтөнлөк биреләсәк. Шулай уҡ министр яңы техника алыуға ла туҡ­талды. Мә­ҫәлән, дәүләт про­грам­маһына ярашлы, 2011—2013 йылдарҙа 660 иген комбайны ҡайтарылһа, быйыл ғына ла 190 дана алынған. Ә 70-е капиталь ремонт үткән.
Үҙ сығышында Башҡортостан Республикаһы Президенты вази­фаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов былай тине:
— Беҙҙең агросәнәғәт комплексы­ның көсө нығына. Биш йыл ҡоролоҡ, биш йыл уңайһыҙ шарттар, ә эш һөҙөмтәһе һиҙелерлек. Продукция, аҙыҡ-түлек бар, яңы төҙөлөштәр, яңы күрһәткестәребеҙ ҡыуан­дырыр­лыҡ. Беҙ яңы техника алабыҙ, заманса технологияларҙы үҙ­­ләш­­те­рәбеҙ, йәш бел­гес­тәр үҫеп сыға. Быларҙың бөтәһе лә ауыл хужалығын көслө итә. Үҫештең сиге юҡ, беҙгә алға барырға кәрәк.
Майҙанға, сит ил техникаһы менән бер рәттән, үҙебеҙҙә сығарылған комбайндар, тағылма инвентарь ҡу­йылғайны. Семинар-кәңәшмәлә ҡат­на­шыусыларҙы нәҡ шулар ҡы­­ҙыҡ­­­һындырҙы.
Иң фәһемлеһе, моғайын, ауыл хужалығына ҡараған һәр тармаҡтың техникаһын эшләтеп ҡарауы булғандыр. Мәҫәлән, баҫыуҙарҙы һаҡлағыс урман һыҙаттары ултыр­тыуҙың яңы алымын күрһәттеләр. Әйткәндәй, урман һыҙаттары Башҡортостанда 76 мең гектарҙы тәшкил итеп, 70 мең километр оҙонлоҡта. Шуларҙың 18 мең гектары — бынан илле йыл элек ултыртылған. 2014 йылға уларҙы яңыртыу, һыҙаттарҙы таҙартыу өсөн 51 миллион һум аҡса бүленгән.
“2014 – 2020 йылдарға Башҡорт­остан Республикаһында мелиорацияны үҫтереү” программаһы менән дә таныштырҙылар. Бында янғын һүндереү машиналары, башҡа техника ҡуйылғайны. Баҫыуҙарҙы һаҡлау, ауыл ерҙәрен янғындан ҡурсалау ҙа – бөгөн төп проблема.
Күптәрҙе комбайндар ҡыҙыҡһын­дырҙы. Баҫыу карабына бөгөн беҙҙә көс ныҡ төшә. Әйтәйек, әле һәр береһе 500 гектарҙа эш башҡара. Ә бит уңышты юғалтмау өсөн 350 гектар ғына тура килергә тейеш. Был да оло, ләкин хәл ителмәҫлек мәсьәлә түгел тип билдәләнде. Һуңынан делегаттар Салауат исемендәге колхозда яңы иген таҙартҡыс һәм кип­тергес комплексын асыуҙа ҡатнашты, һөтсөлөк фермаһында булды.
...“Баҫыу көнө-2014” семинар-кәңәшмәһе, өс көн дауам итеп, бөгөн тамамланды. Уҡыусыларҙы килә­сәктә лә бында күтәрелгән мәсьә­ләләр, уларҙың хәл ителеүе менән таныштырып бармаҡсыбыҙ...



Фәрит Мусин, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы:
— Бындай саралар бер-берең менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн бик кәрәк. Уҙған йыл Илештә үткәйне. Бер нисә йыл ҡоролоҡ булһа ла, крәҫтиән эшләргә, һыр бирмәҫкә тырыша. Нәҡ ошондай семинарҙарҙа килеп тыуған мәсьәләләрҙе лә хәл итергә тырышаһың. Хөкүмәт, Ауыл хужалығы министрлығының ярҙамын тоябыҙ. Техника яғы ла йылдан-йыл яҡшыра тип әйтер инем...
Зәлифә ЙОСОПОВА, биология фәндәре кандидаты:
— Бөтә төр алдынғы технологиялар ҡуйылған: үҫемлекселек буйынса ла, малсылыҡ буйынса ла күрһәтелгән. Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамайынса, бөгөн уңыш алыу, үҫемлектәрҙе һаҡлау зарурлығы ла тыуа. Сөнки төрлө сирҙәр килеп сығып тора. Биопрепараттарҙы күрһәтеү, уларҙы ҡулланыу технологияларын еткереү, таныштырыу өсөн дә бындай саралар мөһим.
Салауат ҒӘЙНУЛЛИН, Салауат исемендәге хужалыҡ етәксеһе, Мәләүез районы:
— Сараның Мәләүез ерендә үтеүе ҡыуаныслы. Бында, район күрһәткестәре менән бер рәттән, башҡаларҙың тәжрибәһе менән дә танышыу мөмкинлеге ҙур. Яңы техниканы эш барышында күрһәтеү ҙә фәһемле. Был иһә семинарҙы тағы ла байыта...


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ. Район: Мәләүез районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә