Оло һабантуй майҙанын хәтерләтә ине был ялан. Тик ярышҡа түгел, күргәҙмәгә теҙелгән “тимер ат”тар. Ни генә юҡ бында! Һанай китһәң... Баштан, ысынлап та, беҙҙең агросәнәғәт тә барыһы ла ҡулланыламы икән, тигән уй үтеп тә өлгөрмәй, икенсеһе үрмәләй — ҡулланылмаһа, яҡын киләсәктә эшкә егелер әле. Быныһы — өмөтлөһө.
Бәрәкәтле Мәләүез районы ерендә быйыл республикала икенсе тапҡыр “Баҫыу көнө” семинар-кәңәшмәһе үтте. Беҙ төрлө семинарҙарҙы һүҙ һөйләү һымағыраҡ ҡабул итеп өйрәнһәк, быныһы ҡырҡа айырыла. Өс көн буйы барған кәңәшмәнең төп маҡсаты — ауыл хужалығы белгестәрен заман технологиялары менән таныштырыу, практик дәрестәр үткәреү, аралаштырыу, күпмелер кимәлдә һөҙөмтәләрҙе барлау... Шулай уҡ иң ҙур бурыс — урып йыйыу эштәрен ваҡытында һәм уңышлы тамамлау, киләсәкте хәстәрләү.
Алда оло эштәр тора: барлығы 1 миллион 780 мең гектар ерҙә иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйып алаһы бар. Бының өсөн барлыҡ техника әҙерлек һыҙығына ҡуйылған, келәттәр иген ҡабул итергә әҙер. 2015 йыл уңышы өсөн нигеҙ — 600 мең гектарҙа ужым культуралары сәсәһе лә бар.
Башҡортостан ауыл хужалығы министры Николай Коваленко әйтеүенсә, киләсәктә лә уға өҫтөнлөк биреләсәк. Шулай уҡ министр яңы техника алыуға ла туҡталды. Мәҫәлән, дәүләт программаһына ярашлы, 2011—2013 йылдарҙа 660 иген комбайны ҡайтарылһа, быйыл ғына ла 190 дана алынған. Ә 70-е капиталь ремонт үткән.
Үҙ сығышында Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов былай тине:
— Беҙҙең агросәнәғәт комплексының көсө нығына. Биш йыл ҡоролоҡ, биш йыл уңайһыҙ шарттар, ә эш һөҙөмтәһе һиҙелерлек. Продукция, аҙыҡ-түлек бар, яңы төҙөлөштәр, яңы күрһәткестәребеҙ ҡыуандырырлыҡ. Беҙ яңы техника алабыҙ, заманса технологияларҙы үҙләштерәбеҙ, йәш белгестәр үҫеп сыға. Быларҙың бөтәһе лә ауыл хужалығын көслө итә. Үҫештең сиге юҡ, беҙгә алға барырға кәрәк.
Майҙанға, сит ил техникаһы менән бер рәттән, үҙебеҙҙә сығарылған комбайндар, тағылма инвентарь ҡуйылғайны. Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы нәҡ шулар ҡыҙыҡһындырҙы.
Иң фәһемлеһе, моғайын, ауыл хужалығына ҡараған һәр тармаҡтың техникаһын эшләтеп ҡарауы булғандыр. Мәҫәлән, баҫыуҙарҙы һаҡлағыс урман һыҙаттары ултыртыуҙың яңы алымын күрһәттеләр. Әйткәндәй, урман һыҙаттары Башҡортостанда 76 мең гектарҙы тәшкил итеп, 70 мең километр оҙонлоҡта. Шуларҙың 18 мең гектары — бынан илле йыл элек ултыртылған. 2014 йылға уларҙы яңыртыу, һыҙаттарҙы таҙартыу өсөн 51 миллион һум аҡса бүленгән.
“2014 – 2020 йылдарға Башҡортостан Республикаһында мелиорацияны үҫтереү” программаһы менән дә таныштырҙылар. Бында янғын һүндереү машиналары, башҡа техника ҡуйылғайны. Баҫыуҙарҙы һаҡлау, ауыл ерҙәрен янғындан ҡурсалау ҙа – бөгөн төп проблема.
Күптәрҙе комбайндар ҡыҙыҡһындырҙы. Баҫыу карабына бөгөн беҙҙә көс ныҡ төшә. Әйтәйек, әле һәр береһе 500 гектарҙа эш башҡара. Ә бит уңышты юғалтмау өсөн 350 гектар ғына тура килергә тейеш. Был да оло, ләкин хәл ителмәҫлек мәсьәлә түгел тип билдәләнде. Һуңынан делегаттар Салауат исемендәге колхозда яңы иген таҙартҡыс һәм киптергес комплексын асыуҙа ҡатнашты, һөтсөлөк фермаһында булды.
...“Баҫыу көнө-2014” семинар-кәңәшмәһе, өс көн дауам итеп, бөгөн тамамланды. Уҡыусыларҙы киләсәктә лә бында күтәрелгән мәсьәләләр, уларҙың хәл ителеүе менән таныштырып бармаҡсыбыҙ...
Фәрит Мусин, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы:— Бындай саралар бер-берең менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн бик кәрәк. Уҙған йыл Илештә үткәйне. Бер нисә йыл ҡоролоҡ булһа ла, крәҫтиән эшләргә, һыр бирмәҫкә тырыша. Нәҡ ошондай семинарҙарҙа килеп тыуған мәсьәләләрҙе лә хәл итергә тырышаһың. Хөкүмәт, Ауыл хужалығы министрлығының ярҙамын тоябыҙ. Техника яғы ла йылдан-йыл яҡшыра тип әйтер инем...
Зәлифә ЙОСОПОВА, биология фәндәре кандидаты:— Бөтә төр алдынғы технологиялар ҡуйылған: үҫемлекселек буйынса ла, малсылыҡ буйынса ла күрһәтелгән. Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамайынса, бөгөн уңыш алыу, үҫемлектәрҙе һаҡлау зарурлығы ла тыуа. Сөнки төрлө сирҙәр килеп сығып тора. Биопрепараттарҙы күрһәтеү, уларҙы ҡулланыу технологияларын еткереү, таныштырыу өсөн дә бындай саралар мөһим.
Салауат ҒӘЙНУЛЛИН, Салауат исемендәге хужалыҡ етәксеһе, Мәләүез районы:— Сараның Мәләүез ерендә үтеүе ҡыуаныслы. Бында, район күрһәткестәре менән бер рәттән, башҡаларҙың тәжрибәһе менән дә танышыу мөмкинлеге ҙур. Яңы техниканы эш барышында күрһәтеү ҙә фәһемле. Был иһә семинарҙы тағы ла байыта...