Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бала күңеле - далала
Бала күңеле - далала
Йыш ҡына күрше ауылдағы ҡарттар йортона инеп, әбей-бабайҙарҙың хәлен белеп сығырға күнеккәнмен. Улар мине һәр саҡ шатланып, асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Оло кешегә күп кәрәкме ни?! Йылы һүҙгә, үҙҙәренә төбәлгән хәстәрлекле ҡарашҡа мохтаж шул улар. Бына бөгөн дә юлым шул яҡҡа төшкәс, инмәйенсә булдыра алманым. Ни тиһәң дә, был йортта һәр саҡ килеремде көтөп торған Сәлимә әбей йәшәй. Ул бында күптән түгел генә. Ярты йыл самаһы элек килтергәндәр. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт аралашыуы­быҙға ҡарамаҫтан, ул иң яҡын кешеләремдең береһенә әүерелде.


Инәй, килеүемде күргәс, балаларҙай шатланып китте. Уның менән сөкөрҙәшә-сөкөрҙәшә оҙаҡ ултырҙыҡ. Йоҡа ғына кәүҙәле, сәстәренә күптән сал ҡунған, моңһоу ҡарашлы әңгәмәсем бер ҡатлылығы, эскерһеҙлеге менән үҙенә йәлеп итә.
Яҙмыш үтә ҡаты бәрелә Сәлимә инәйгә: бала сағы дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килгәс, тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татый. Һуғыш бөтөп, күпмелер ваҡыт үткәс, буласаҡ ире Миңлебай менән таныша. Оҙаҡламай өйләнешеп өс балаға ғүмер бирәләр. Тик, үкенескә ҡаршы, бәлә аяҡ аҫтында, тигәндәй, бер нисә йылдан һуң ире яҡты донъянан китеп бара. Сәлимә ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмай, бар көсөн йыйып, балаларымды аяҡҡа баҫтырайым тип тырыша... Улар тип өҙөлөп йәшәй. Кеше араһында кәм-хур булма­һындар тип, алһыҙ-ялһыҙ тир түгә. Көнө буйы эштән бушамаған әсә хатта балалары менән иркенләп һөй­ләшеп ултырырға ла ваҡыт таба алмай.
Йылдар уҙа... Балалары үҫеп етеп, төрлөһө төрлө яҡ­ҡа таралыша. Шул китеүҙәренән бер тапҡыр ҙа әсәһенең хәлен белергә ҡайтып урамайҙар. Тик төп­сөк улы ғына, эргәһендә ҡалып, әсәһенең елкәһендә йәшәй башлай. Хәмер һаҙлығына бата. Әсәһенең бар булған пенсия аҡсаһын талап алыр булып китә. Аҙаҡ инде уға ҡул күтәреүгә тиклем барып етә.
Барыһына ла түҙә әсә йөрәге. Төндәр буйы һыҡтап сыҡһа ла, кешегә күҙ йәштәрен күрһәтмәй. Көтмәгәндә, күп ҡайғырыуҙанмы, әллә башҡа сәбәптәнме, ул, ҡаты ауырып китеп, түшәккә ята. Үҙен-үҙе ҡарай алмаҫлыҡ хәлгә килә. Улы уны тәрбиәләү урынына, бар тип тә белмәй. Киреһенсә, шатлана ғына шикелле. Пенсия аҡсаһын алғас, әллә нисә аҙналап өйгә ҡайтмай йөрөй. Ул ваҡытта инәй һыуыҡ өйҙә яңғыҙы ғына ҡала. Ярай әле күршеләре кереп, мейесен яғып, ашатып сыға. Тора-бара улы әшнәләрен өйгә эйәртеп алып ҡайтырға ғәҙәтләнә. Төнө буйы уларҙың шау-шыуын, ҡаты һүгенеүҙәрен ишетеп, йөрәге өҙгөләнә әсәнең...
Һаулығы тамам хөртәйә инәйҙең. Ахыр сиктә күрше­ләре уны дауаханаға алып бара. Оҙаҡ ҡына ята унда Сәлимә инәй. Шул ваҡыт эсендә ни сәбәптәндер (мо­ғайын, эскән улының эшелер инде) өйҙәре янып китә. Инәй йортһоҙ тороп ҡала. Һауыға төшкәс, Сәлимә әбейҙе ҡарттар йортона килтерәләр. Шул ваҡыт эсендә берәй балаһы килеп хәлен белһә икән. Юҡ шул...
Сәлимә инәй ошоларҙы һөйләгәндә тәрән көрһөнөп ҡуйҙы. Оло һынауҙар үткән әңгәмәсемде йәлләүҙән йөрәгемде ниҙер семетеп алғандай булды. Балалары уны бар тип тә белмәһә лә, әсә бит уларҙы көтә. Һағынып, зарығып көтә... Бер саҡ улыҡайҙарының килеп: ”Әсәй, һин бында нимә эшләйһең, әйҙә ҡайтайыҡ!” – тип әйтеүҙәренә өмөт итә ул. Эй, яҙмыш нисек кенә һынамай әҙәм балаһын...
Һәр кем маңлайына яҙылғанды күрә, тиҙәр. Ә был инәйгә ошондай яҙмыш насип булдымы икән ни? Кем ғәйепле быға? Бер кем дә үҙен олоғайған көнөндә ҡарау­сыһыҙ ҡалып, ғүмерен ҡарттар йортонда үткәрермен тип уйламайҙыр. Әммә, ни эшләйһең, тормош аяуһыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле балалар йорттары ла, ҡарттар йорттары ла етерлек илебеҙҙә. Шуныһы ҡыҙғаныс: күп балалар ата-әсәле килеш тә етем, бихисап оло кеше балалы була тороп та ҡарттар йортонда йәшәй.
Сәлимә инәйҙең ейәндәре берәй саҡ: ”Ә беҙҙең өлә­сәйебеҙ ҡайҙа?” – тип һораһа, ни тип яуап бирер икән ата-әсәһе? Моғайын да, ҡарттар йортонда тип әйт­мәҫтәр... Ирекһеҙҙән, “Атай, кәритәне ташлама, ҡар­тайһаң, мин һине олаҡтырыр өсөн нимәгә ултыртып алып китермен” тигән һүҙҙәр менән тамамланған, бөтә­беҙгә лә яҡшы билдәле риүәйәт иҫкә төшә. “Ни сәсһәң, шуны урырһың”, ти халыҡ мәҡәле. Ата-әсәһен ихтирам итмәгән ҡартайған көнөн дә ихтирам күрмәҫ. Илебеҙгә элек-электән ҡарт-ҡоро, бала-саға менән шығырым тулы приюттар хас булмаған бит... Ә ниңә әлеге заманда Сәлимә инәй шикеллеләр күбәйҙе икән?
Һүҙемде тамамлап, шуны әйткем килә: ата-әсәй­ҙәрҙең, оло йәштәгеләрҙең ҡәҙерҙәрен беләйек, ихтирам итәйек. Килер ваҡыт, үҙебеҙҙең улар урынында икәнлегебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалырбыҙ.


Автор: Г. ­ТИМЕРБӘКОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә