Йыш ҡына күрше ауылдағы ҡарттар йортона инеп, әбей-бабайҙарҙың хәлен белеп сығырға күнеккәнмен. Улар мине һәр саҡ шатланып, асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Оло кешегә күп кәрәкме ни?! Йылы һүҙгә, үҙҙәренә төбәлгән хәстәрлекле ҡарашҡа мохтаж шул улар. Бына бөгөн дә юлым шул яҡҡа төшкәс, инмәйенсә булдыра алманым. Ни тиһәң дә, был йортта һәр саҡ килеремде көтөп торған Сәлимә әбей йәшәй. Ул бында күптән түгел генә. Ярты йыл самаһы элек килтергәндәр. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт аралашыуыбыҙға ҡарамаҫтан, ул иң яҡын кешеләремдең береһенә әүерелде.
Инәй, килеүемде күргәс, балаларҙай шатланып китте. Уның менән сөкөрҙәшә-сөкөрҙәшә оҙаҡ ултырҙыҡ. Йоҡа ғына кәүҙәле, сәстәренә күптән сал ҡунған, моңһоу ҡарашлы әңгәмәсем бер ҡатлылығы, эскерһеҙлеге менән үҙенә йәлеп итә.
Яҙмыш үтә ҡаты бәрелә Сәлимә инәйгә: бала сағы дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килгәс, тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татый. Һуғыш бөтөп, күпмелер ваҡыт үткәс, буласаҡ ире Миңлебай менән таныша. Оҙаҡламай өйләнешеп өс балаға ғүмер бирәләр. Тик, үкенескә ҡаршы, бәлә аяҡ аҫтында, тигәндәй, бер нисә йылдан һуң ире яҡты донъянан китеп бара. Сәлимә ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмай, бар көсөн йыйып, балаларымды аяҡҡа баҫтырайым тип тырыша... Улар тип өҙөлөп йәшәй. Кеше араһында кәм-хур булмаһындар тип, алһыҙ-ялһыҙ тир түгә. Көнө буйы эштән бушамаған әсә хатта балалары менән иркенләп һөйләшеп ултырырға ла ваҡыт таба алмай.
Йылдар уҙа... Балалары үҫеп етеп, төрлөһө төрлө яҡҡа таралыша. Шул китеүҙәренән бер тапҡыр ҙа әсәһенең хәлен белергә ҡайтып урамайҙар. Тик төпсөк улы ғына, эргәһендә ҡалып, әсәһенең елкәһендә йәшәй башлай. Хәмер һаҙлығына бата. Әсәһенең бар булған пенсия аҡсаһын талап алыр булып китә. Аҙаҡ инде уға ҡул күтәреүгә тиклем барып етә.
Барыһына ла түҙә әсә йөрәге. Төндәр буйы һыҡтап сыҡһа ла, кешегә күҙ йәштәрен күрһәтмәй. Көтмәгәндә, күп ҡайғырыуҙанмы, әллә башҡа сәбәптәнме, ул, ҡаты ауырып китеп, түшәккә ята. Үҙен-үҙе ҡарай алмаҫлыҡ хәлгә килә. Улы уны тәрбиәләү урынына, бар тип тә белмәй. Киреһенсә, шатлана ғына шикелле. Пенсия аҡсаһын алғас, әллә нисә аҙналап өйгә ҡайтмай йөрөй. Ул ваҡытта инәй һыуыҡ өйҙә яңғыҙы ғына ҡала. Ярай әле күршеләре кереп, мейесен яғып, ашатып сыға. Тора-бара улы әшнәләрен өйгә эйәртеп алып ҡайтырға ғәҙәтләнә. Төнө буйы уларҙың шау-шыуын, ҡаты һүгенеүҙәрен ишетеп, йөрәге өҙгөләнә әсәнең...
Һаулығы тамам хөртәйә инәйҙең. Ахыр сиктә күршеләре уны дауаханаға алып бара. Оҙаҡ ҡына ята унда Сәлимә инәй. Шул ваҡыт эсендә ни сәбәптәндер (моғайын, эскән улының эшелер инде) өйҙәре янып китә. Инәй йортһоҙ тороп ҡала. Һауыға төшкәс, Сәлимә әбейҙе ҡарттар йортона килтерәләр. Шул ваҡыт эсендә берәй балаһы килеп хәлен белһә икән. Юҡ шул...
Сәлимә инәй ошоларҙы һөйләгәндә тәрән көрһөнөп ҡуйҙы. Оло һынауҙар үткән әңгәмәсемде йәлләүҙән йөрәгемде ниҙер семетеп алғандай булды. Балалары уны бар тип тә белмәһә лә, әсә бит уларҙы көтә. Һағынып, зарығып көтә... Бер саҡ улыҡайҙарының килеп: ”Әсәй, һин бында нимә эшләйһең, әйҙә ҡайтайыҡ!” – тип әйтеүҙәренә өмөт итә ул. Эй, яҙмыш нисек кенә һынамай әҙәм балаһын...
Һәр кем маңлайына яҙылғанды күрә, тиҙәр. Ә был инәйгә ошондай яҙмыш насип булдымы икән ни? Кем ғәйепле быға? Бер кем дә үҙен олоғайған көнөндә ҡараусыһыҙ ҡалып, ғүмерен ҡарттар йортонда үткәрермен тип уйламайҙыр. Әммә, ни эшләйһең, тормош аяуһыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле балалар йорттары ла, ҡарттар йорттары ла етерлек илебеҙҙә. Шуныһы ҡыҙғаныс: күп балалар ата-әсәле килеш тә етем, бихисап оло кеше балалы була тороп та ҡарттар йортонда йәшәй.
Сәлимә инәйҙең ейәндәре берәй саҡ: ”Ә беҙҙең өләсәйебеҙ ҡайҙа?” – тип һораһа, ни тип яуап бирер икән ата-әсәһе? Моғайын да, ҡарттар йортонда тип әйтмәҫтәр... Ирекһеҙҙән, “Атай, кәритәне ташлама, ҡартайһаң, мин һине олаҡтырыр өсөн нимәгә ултыртып алып китермен” тигән һүҙҙәр менән тамамланған, бөтәбеҙгә лә яҡшы билдәле риүәйәт иҫкә төшә. “Ни сәсһәң, шуны урырһың”, ти халыҡ мәҡәле. Ата-әсәһен ихтирам итмәгән ҡартайған көнөн дә ихтирам күрмәҫ. Илебеҙгә элек-электән ҡарт-ҡоро, бала-саға менән шығырым тулы приюттар хас булмаған бит... Ә ниңә әлеге заманда Сәлимә инәй шикеллеләр күбәйҙе икән?
Һүҙемде тамамлап, шуны әйткем килә: ата-әсәйҙәрҙең, оло йәштәгеләрҙең ҡәҙерҙәрен беләйек, ихтирам итәйек. Килер ваҡыт, үҙебеҙҙең улар урынында икәнлегебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалырбыҙ.