Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Алло! Такси саҡыртырға ине...”
“Алло! Такси саҡыртырға ине...”
Ҡалала ғына түгел, район үҙәктәрендә лә бөгөн күптәр такси саҡырта. Телефондан шылтыратып бер нисә минут үтеүгә ишек алдына машина килеп тә туҡтай, тағы ла бер аҙҙан теләгән адрес буйынса илтеп тә ҡуя.



...Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, “Артабан нисек көн күрергә?” тигән һорау алдында ҡалғас, Наил күп уйлап тормай, бурысҡа аҡса алып, “ҡорос ат”ты эйәрләй. Йыл дауамында таксист булып, уның күп нескәлектәрен үҙләштерә. Тиҙҙән тейеш­ле документтар йыйып, үҙенең такси хеҙ­мәтен асып ебәрә. Күп нәмә таныш булғас, эш еңел генә алға китә. Заказдар ҙа арта башлай. Тик 2008 йылғы иҡти­сади көрсөк йәш эшҡыуарҙың бәкәленә һуға. Банкротлыҡтың нимә икәнен, унан нисек сығыуҙы шул саҡта үҙ елкәһендә тулыһынса татый Наил Дамир улы.
Булған бурыстарын ҡаплай һәм, кредит ярҙамында етерлек аҡса туплағас, 2010 йылда үҙ иткән эшенә тағы тотонорға баҙнат итә эшҡыуар.
– Әлбиттә, еңел булманы, – ти Наил Емалетдинов, ул саҡтарҙы хәтерләп. – Икенсегә такси хеҙмәтен асҡанда, халыҡ әйткәнсә, “бер тырмаға тағы ла баҫыу”ҙан һаҡланырға тура килде. Финанс мәсьәләләре буйынса ла, ҡануниәт өлкәһендә лә үҙ тәжрибәмә таяндым.
Бөгөн Нефтекамала “Йәшел күҙле такси” хеҙмәте киң билдәле, уны ҡала халҡы бик теләп файҙалана. Һәр көн урамдарға йөҙгә яҡын, иртә-кистәрен һәм байрамдарҙа унан да артығыраҡ машина сыға, араларында Рәсәйҙә эшләнгәндәре лә, сит ил маркалылары ла бар. Ҡуртымға алынғандарында ла үҙ машинаһында йөрөүсе таксистар ҙа байтаҡ.
Наил Емалетдиновтың такси хеҙмәте – тулы мәғәнәһендә автомобиль хужалығы. Бында килешеү буйынса йөҙ илленән ашыу кеше эшләй. Водителдәргә ҡуйылған ҡәтғи талаптарҙың береһе – уларҙың рулдә йөрөү стажы өс йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Линияға сығыр алдынан барыһы ла медицина тикшереүе үтә. Үҙҙәренең сервисындағы ике механик һәм өс слесарь машиналарҙың техник торошон көн һайын тикшереп-күҙәтеп тора.
– Тәүлегенә өс меңгә яҡын заказ ҡабул итәбеҙ, -– тип һөйләй такси хеҙмәте етәксеһе. – Яҡындағы ҡала һәм райондарға, республиканың бүтән төбәктәренә, шулай уҡ күрше Пермь крайына, Татарстан һәм Удмурт республикаларына ла йөрөйбөҙ.
Такси ойошмаһының ҡайһы бер учреждениелар менән хеҙмәттәшлек тураһында оҙайлы килешеүҙәре лә бар.
Заманса технологиялар ҙа ҡулланыла ойошмала. Тәүлек әйләнәһенә эшләүсе диспетчер ҡыҙҙар бер үк ваҡытта ун алты канал буйынса заказ ҡабул итә. Бар шылтыратыуҙар, клиенттар менән һөйләшеү линиялағы таксистар менән аралашыу автоматик рәүештә яҙылып бара. Ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ тыуһа, яуаплы хеҙмәткәрҙәр уны шундуҡ хәл итергә тырыша.
– Башҡаса мөмкин түгел, – тип дауам итә эшҡыуар. – Хеҙмәт күрһәтеүҙең сифаты – беҙҙең өсөн тәүшарт. Ҡалала беҙ генә түгел бит. Нимәлер оҡшамай икән, клиент шунда уҡ икенсе хеҙмәттән такси саҡыра, ә беҙҙең телефонды бөтөнләй “оноторға” мөмкин.
Был ҡағиҙәне етәксе үҙе генә түгел, уның ҡул аҫтында эшләүселәрҙең барыһы ла ныҡлап үҙләштергән. Наил Дамир улының “Беҙ – берҙәм коллектив, барлыҡ уңыштар, тәү сиратта хеҙмәт хаҡы һәр беребеҙгә бәйләнгән” тигән һүҙҙәрен барыһы ла тулыһынса аңлап эш итә. Шуға ла “Йәшел күҙле такси” хеҙмәтенә дәғүә белдереүселәр юҡ.
Рулдә йөрөүселәр менән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында йыйылыштар даими үткәрелеп тора. Водителдәрҙең төп иғтибарын тиҙлекте һаҡлауға, йәйәүлеләргә, бигерәк тә балаларға ҡарата иғтибарлы булыуға йүнәлтәләр.
Яғыулыҡҡа, запас частарға хаҡ артыу кеүек барыһын да ыҙалатҡан дөйөм проблемаларға ҡарамай, эшҡыуар Наил Емалетдинов киләсәккә матур пландар ҡороп йәшәй.


Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ. Район: Нефтекама ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә