Ҡалала ғына түгел, район үҙәктәрендә лә бөгөн күптәр такси саҡырта. Телефондан шылтыратып бер нисә минут үтеүгә ишек алдына машина килеп тә туҡтай, тағы ла бер аҙҙан теләгән адрес буйынса илтеп тә ҡуя.
...Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, “Артабан нисек көн күрергә?” тигән һорау алдында ҡалғас, Наил күп уйлап тормай, бурысҡа аҡса алып, “ҡорос ат”ты эйәрләй. Йыл дауамында таксист булып, уның күп нескәлектәрен үҙләштерә. Тиҙҙән тейешле документтар йыйып, үҙенең такси хеҙмәтен асып ебәрә. Күп нәмә таныш булғас, эш еңел генә алға китә. Заказдар ҙа арта башлай. Тик 2008 йылғы иҡтисади көрсөк йәш эшҡыуарҙың бәкәленә һуға. Банкротлыҡтың нимә икәнен, унан нисек сығыуҙы шул саҡта үҙ елкәһендә тулыһынса татый Наил Дамир улы.
Булған бурыстарын ҡаплай һәм, кредит ярҙамында етерлек аҡса туплағас, 2010 йылда үҙ иткән эшенә тағы тотонорға баҙнат итә эшҡыуар.
– Әлбиттә, еңел булманы, – ти Наил Емалетдинов, ул саҡтарҙы хәтерләп. – Икенсегә такси хеҙмәтен асҡанда, халыҡ әйткәнсә, “бер тырмаға тағы ла баҫыу”ҙан һаҡланырға тура килде. Финанс мәсьәләләре буйынса ла, ҡануниәт өлкәһендә лә үҙ тәжрибәмә таяндым.
Бөгөн Нефтекамала “Йәшел күҙле такси” хеҙмәте киң билдәле, уны ҡала халҡы бик теләп файҙалана. Һәр көн урамдарға йөҙгә яҡын, иртә-кистәрен һәм байрамдарҙа унан да артығыраҡ машина сыға, араларында Рәсәйҙә эшләнгәндәре лә, сит ил маркалылары ла бар. Ҡуртымға алынғандарында ла үҙ машинаһында йөрөүсе таксистар ҙа байтаҡ.
Наил Емалетдиновтың такси хеҙмәте – тулы мәғәнәһендә автомобиль хужалығы. Бында килешеү буйынса йөҙ илленән ашыу кеше эшләй. Водителдәргә ҡуйылған ҡәтғи талаптарҙың береһе – уларҙың рулдә йөрөү стажы өс йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Линияға сығыр алдынан барыһы ла медицина тикшереүе үтә. Үҙҙәренең сервисындағы ике механик һәм өс слесарь машиналарҙың техник торошон көн һайын тикшереп-күҙәтеп тора.
– Тәүлегенә өс меңгә яҡын заказ ҡабул итәбеҙ, -– тип һөйләй такси хеҙмәте етәксеһе. – Яҡындағы ҡала һәм райондарға, республиканың бүтән төбәктәренә, шулай уҡ күрше Пермь крайына, Татарстан һәм Удмурт республикаларына ла йөрөйбөҙ.
Такси ойошмаһының ҡайһы бер учреждениелар менән хеҙмәттәшлек тураһында оҙайлы килешеүҙәре лә бар.
Заманса технологиялар ҙа ҡулланыла ойошмала. Тәүлек әйләнәһенә эшләүсе диспетчер ҡыҙҙар бер үк ваҡытта ун алты канал буйынса заказ ҡабул итә. Бар шылтыратыуҙар, клиенттар менән һөйләшеү линиялағы таксистар менән аралашыу автоматик рәүештә яҙылып бара. Ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ тыуһа, яуаплы хеҙмәткәрҙәр уны шундуҡ хәл итергә тырыша.
– Башҡаса мөмкин түгел, – тип дауам итә эшҡыуар. – Хеҙмәт күрһәтеүҙең сифаты – беҙҙең өсөн тәүшарт. Ҡалала беҙ генә түгел бит. Нимәлер оҡшамай икән, клиент шунда уҡ икенсе хеҙмәттән такси саҡыра, ә беҙҙең телефонды бөтөнләй “оноторға” мөмкин.
Был ҡағиҙәне етәксе үҙе генә түгел, уның ҡул аҫтында эшләүселәрҙең барыһы ла ныҡлап үҙләштергән. Наил Дамир улының “Беҙ – берҙәм коллектив, барлыҡ уңыштар, тәү сиратта хеҙмәт хаҡы һәр беребеҙгә бәйләнгән” тигән һүҙҙәрен барыһы ла тулыһынса аңлап эш итә. Шуға ла “Йәшел күҙле такси” хеҙмәтенә дәғүә белдереүселәр юҡ.
Рулдә йөрөүселәр менән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында йыйылыштар даими үткәрелеп тора. Водителдәрҙең төп иғтибарын тиҙлекте һаҡлауға, йәйәүлеләргә, бигерәк тә балаларға ҡарата иғтибарлы булыуға йүнәлтәләр.
Яғыулыҡҡа, запас частарға хаҡ артыу кеүек барыһын да ыҙалатҡан дөйөм проблемаларға ҡарамай, эшҡыуар Наил Емалетдинов киләсәккә матур пландар ҡороп йәшәй.