Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кемдең ҡулында – шуның ауыҙындамы?
Совет заманында: “2000 йылда барыһы ла коммунизмда йәшәйәсәк!” – тип өмөтләндерҙеләр. Хәҙер инде XXI быуатты ла аҡрынлап ваҡлайбыҙ, ләкин үткәндәргә ҡарап, ирекһеҙҙән, коммунизмда йәшәгәнбеҙ икән, тип уйлап ҡуйыла. Исмаһам, ул осорҙа матди байлыҡтың әһәмиәте бөгөнгө кеүек юғары түгел, ә хеҙмәт һәр кемдең һәләтенә, эшенә ҡарап баһалана ине. Әле иһә барлыҡ ҡиммәттәр аҡса бизмәне аша билдәләнә. Ләкин ниндәйҙер эш урыны булып та, хеҙмәткәр унда лайыҡлы хеҙмәт хаҡы аламы?

Бөрйән районының “Таң” гәзите хеҙ­мәткәрҙәре Айһылыу Ғарифуллина менән Таңһылыу Баһауетдинованың респуб­лика­быҙҙың абруйлы гәзитендә донъя күргән мәҡәләһендә шундай юлдар бар ине: “Интернетта яңыраҡ бер яҙмаға осраныҡ. “Президенттың әйтеүенсә, Рәсәйҙә эшләгән һәр кеше айына уртаса 27 мең һум хеҙмәт хаҡы ала. Ҡыҙыҡ: мин эшләмәйемме, әллә кеше түгелменме?.. Бәлки, мин Рәсәйҙә йәшәмәйемдер...”
Рәсәйҙә эш хаҡын яңы система буйынса түләү 2009 йылда индерелде. Ул, ни­геҙ­ҙә, эш биреүсегә аныҡ кешегә аныҡ хеҙмәт хаҡы түләүҙә үҙаллылыҡ принцибын алға ҡуйҙы. Йәғни етәксе штат расписаниеһын Финанс министрлығы, башҡа структу­ра­лар­ҙың рөхсәтенән башҡа, хеҙмәт коллек­тивының вәкәләтле органы вәкиленең фекерен иҫәпкә алып төҙөргә хоҡуҡлы. Был принцип дәүләт учреждениеларына ла, муниципаль учреждениеларға ла бер­ҙәй ҡағыла. Әммә ниндәй ойошма, ҡайһы етәксе үҙенең хеҙмәт коллективында вәкәләтле вәкилдең фекерен иҫәпкә алып ултыра икән? Ғәҙәттә, бындай вәкил бул­ған кеше йә ҡағыҙҙа ғына иҫәпләнеп, коллектив хеҙмәт килешеүенә үҙенең ҡул­­там­ғаһын ғына һала, йә ул бөтөнләй үҙенең “вәкәләтле вәкил” булыуын да белмәй. Күп осраҡта “ҡултамға һалыусы” вәкәләтенә етәксегә ҡаршы һүҙ әйтмәгән, йәиһә уның һәр һүҙен йөпләп торған кеше тәғәйенләнә. Һөҙөмтәлә етәксе хеҙмәт­кәрҙәренә өҫтәмә түләүҙәрҙе “коллегиаль” рәүештә яңғыҙы хәл итә. Шул арҡала бер-ике йыл эшләгәндәр менән оҙаҡ йылдар тир түккәндәрҙең хеҙмәт хаҡы араһында әллә ни айырма күренмәй, иң мөһиме – “тәрилкәне” нисегерәк итеп тота белергә кәрәк.
Тағы бер сетерекле мәл – бөгөн хеҙ­мәткәрҙең эш хаҡының өстән бер өлө­шө башҡарғандың сифатына түгел, ә эш би­реүсенең мөнәсәбәтенә бәйле. Етәксе те­ләһә, стимуллаусы түләүҙәрҙе бирә, те­ләмәһә, хеҙмәткәр 30 процентҡаса килемен юғалтыуы ихтимал.
Бынан бер нисә йыл элек Рәсәйҙең Һау­лыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министр­лығының Эш хаҡы түләү, хеҙмәтте һәм социаль партнерлыҡты һаҡлау департаменты директоры Наталия Жарова етәк­селегендә башҡарма властың башҡа фе­дераль органдарының, бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының вәкилдә­ре ингән комиссия Рәсәйҙең 25 субъектында дәүләт һәм муниципаль уч­реж­- де­ние­ларҙа эш хаҡы түләүҙең яңы сис­темаһын индереү мәсьәләһен тикшер­гәйне. Һуңынан ул былай тип белдерҙе: “Эшмәкәрлегебеҙҙең нигеҙендә етәксе­нең эш хаҡы менән төп персоналдың эш хаҡы араһындағы бәйләнеште асыҡлау торҙо. Төп персонал тип бында хеҙмәт күрһәтеүҙә туранан-тура ҡатнашҡан кешеләр, йәғни мәктәптә – уҡытыу­сылар, дауаханаларҙа – табиптар, фән өлкәһендә ғилми хеҙмәткәрҙәр ҡарала. Икенсе принципиаль мәлдәрҙең береһе – учреждениела берҙәм штат расписание­һы төҙөү зарурлығы, йәғни ике, өс штат расписаниеһы түгел, ә берәү генә булырға тейеш.
Етәкселәрҙең эш хаҡын төп персонал­дың уртаса эш хаҡына бәйләү мөмкин булһа ла, улар араһында түләүҙәге айырма юғары, сөнки РФ Хөкүмәтенең 583-сө ҡарары был айырмалыҡты биш тапҡырға тиклем арттырырға рөхсәт итә. Һөҙөмтәлә үҙебеҙҙең ведомство өлкәһендә һәм мониторинг үткәрелгән федераль кимәлдәге 10 мең учреждениела административ-идара итеү персоналына эш хаҡы түләү фондының бер нисә тапҡырға юғары булып, төп пер­соналға әҙ генә өлөш ҡалыуы күҙәтелә”. Элек киреһенсә булған. Ирекһеҙҙән, ғүмер буйы етәксе урындарҙы биләгән атайым­дың һүҙҙәре иҫкә төшә: “Күпме генә тырышһам да, һинең эш хаҡың һәр саҡ минекенән күберәк!”
Ә бит, ниндәй генә өлкәне алып ҡара­майыҡ, төп персонал барыбер ҙә “йөк аты” булып ҡала. Был йәһәттән уңышлы бизнесмен Генри Форд Беренсенең, юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенең төп факторы булып юғары эш хаҡы тора, тиеүен миҫал­ға килтерергә мөмкин. Киреһенсә түгел!
“Электрогазета”ның әүҙем колумнисы Булат Ғәлиевтең фекере лә үҙенсәлекле: “Ойошмағыҙҙағы хеҙмәткәрҙәрҙән хеҙ­мәт фиҙакәрлеге, ҡаһарманлыҡ күрһә­теп, үлгәнсе бил бөккәнде талап иткән етәкселәр, кешеләргә лайыҡлы эш хаҡы түләгеҙ, һуңынан ғына һөҙөмтә көтөгөҙ. Ҙур һәм бәләкәй етәкселәр, һеҙҙең өсөн эш хаҡы буйынса ниндәйҙер шкала бил­дәләргә тырышам. Унан ҡул аҫтындағы­ларҙан нимә көтөргә кәрәклеген аң­лар­­һығыҙ.
Хеҙмәткәрҙәрегеҙгә айына 100 мең һум һәм унан да күберәк эш хаҡы түләй­һегеҙме? Уларҙың хатта эш урынында ҡунып ҡалыуын да талап итә алаһығыҙ. Ҡайһы берҙә генә, аҙнаһына бер нисә көн.
Айына 50 мең түләйһегеҙме? Эшкә иртәнге сәғәт етегә килеп, киске 9-ҙа ҡайтыуҙарын һәм эштең ҡыҫҡа ваҡыт­та үтәлеүен талап итә алаһығыҙ.
30-40 мең һуммы? Нимәлер талап итә алаһығыҙ, әммә һаҡ булығыҙ, ни тиһәң дә, уртаса һандар, оятһыҙланмағыҙ. Хеҙмәткәрҙәрегеҙ астан үлмәҫ, шулай уҡ шашып та китмәҫтәр.
Белгестәрегеҙ 20 мең һум һәм унан күберәк аламы? Ҡәҙерлем, һеҙ – битһеҙ! Баш күтәрмәгәндәре өсөн рәхмәт әйте­геҙ. Бындай хеҙмәткәрҙәрҙе ҡулда ғына йөрөтөргә, йыл һуңында маҡтау ҡағыҙ­ҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр бирергә кәрәк.
10 мең һумдан 20 мең һумға тиклем­ме? Эшкә сәй эсергә булһа ла йөрө­гән­дәре өсөн ҡыуанығыҙ!” Әммә был яҙ­­ма­ларҙы ябай граждандарҙан башҡа кешеләр уҡыйҙыр, тип уйламайым”.
Эйе, статистика мәғлүмәттәренә ҡараһаң, Рәсәй буйынса ла, республика буйынса ла уртаса эш хаҡы билдәләнгән нормаға тап килә, хатта артып та китеүе мөмкин. Әммә ул “уртаса” тигән төшөнсә эш хаҡы фондының яҡынса өстән ике өлөшөн алып торған административ-идара итеү персоналы һәм “йөк аты” ролен үтәгән төп персоналдың эш хаҡын бергә ҡушып, коллективта иҫәпләнгән кешеләр һанына бүлеүҙән килеп сыҡҡан сумма. Ирекһеҙҙән, Интернет селтәрендәге сарказм тыуа ла инде: “Президенттың әйтеүенсә, Рәсәйҙә эшләгән һәр кеше айына уртаса 27 мең һум хеҙмәт хаҡы ала. Ҡыҙыҡ: мин эшләмәйемме, әллә кеше түгелменме?.. Бәлки, мин Рәсәйҙә йәшәмәйемдер...”


Автор: З. ӘЙЛЕ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә