Совет заманында: “2000 йылда барыһы ла коммунизмда йәшәйәсәк!” – тип өмөтләндерҙеләр. Хәҙер инде XXI быуатты ла аҡрынлап ваҡлайбыҙ, ләкин үткәндәргә ҡарап, ирекһеҙҙән, коммунизмда йәшәгәнбеҙ икән, тип уйлап ҡуйыла. Исмаһам, ул осорҙа матди байлыҡтың әһәмиәте бөгөнгө кеүек юғары түгел, ә хеҙмәт һәр кемдең һәләтенә, эшенә ҡарап баһалана ине. Әле иһә барлыҡ ҡиммәттәр аҡса бизмәне аша билдәләнә. Ләкин ниндәйҙер эш урыны булып та, хеҙмәткәр унда лайыҡлы хеҙмәт хаҡы аламы?
Бөрйән районының “Таң” гәзите хеҙмәткәрҙәре Айһылыу Ғарифуллина менән Таңһылыу Баһауетдинованың республикабыҙҙың абруйлы гәзитендә донъя күргән мәҡәләһендә шундай юлдар бар ине: “Интернетта яңыраҡ бер яҙмаға осраныҡ. “Президенттың әйтеүенсә, Рәсәйҙә эшләгән һәр кеше айына уртаса 27 мең һум хеҙмәт хаҡы ала. Ҡыҙыҡ: мин эшләмәйемме, әллә кеше түгелменме?.. Бәлки, мин Рәсәйҙә йәшәмәйемдер...”
Рәсәйҙә эш хаҡын яңы система буйынса түләү 2009 йылда индерелде. Ул, нигеҙҙә, эш биреүсегә аныҡ кешегә аныҡ хеҙмәт хаҡы түләүҙә үҙаллылыҡ принцибын алға ҡуйҙы. Йәғни етәксе штат расписаниеһын Финанс министрлығы, башҡа структураларҙың рөхсәтенән башҡа, хеҙмәт коллективының вәкәләтле органы вәкиленең фекерен иҫәпкә алып төҙөргә хоҡуҡлы. Был принцип дәүләт учреждениеларына ла, муниципаль учреждениеларға ла берҙәй ҡағыла. Әммә ниндәй ойошма, ҡайһы етәксе үҙенең хеҙмәт коллективында вәкәләтле вәкилдең фекерен иҫәпкә алып ултыра икән? Ғәҙәттә, бындай вәкил булған кеше йә ҡағыҙҙа ғына иҫәпләнеп, коллектив хеҙмәт килешеүенә үҙенең ҡултамғаһын ғына һала, йә ул бөтөнләй үҙенең “вәкәләтле вәкил” булыуын да белмәй. Күп осраҡта “ҡултамға һалыусы” вәкәләтенә етәксегә ҡаршы һүҙ әйтмәгән, йәиһә уның һәр һүҙен йөпләп торған кеше тәғәйенләнә. Һөҙөмтәлә етәксе хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә түләүҙәрҙе “коллегиаль” рәүештә яңғыҙы хәл итә. Шул арҡала бер-ике йыл эшләгәндәр менән оҙаҡ йылдар тир түккәндәрҙең хеҙмәт хаҡы араһында әллә ни айырма күренмәй, иң мөһиме – “тәрилкәне” нисегерәк итеп тота белергә кәрәк.
Тағы бер сетерекле мәл – бөгөн хеҙмәткәрҙең эш хаҡының өстән бер өлөшө башҡарғандың сифатына түгел, ә эш биреүсенең мөнәсәбәтенә бәйле. Етәксе теләһә, стимуллаусы түләүҙәрҙе бирә, теләмәһә, хеҙмәткәр 30 процентҡаса килемен юғалтыуы ихтимал.
Бынан бер нисә йыл элек Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының Эш хаҡы түләү, хеҙмәтте һәм социаль партнерлыҡты һаҡлау департаменты директоры Наталия Жарова етәкселегендә башҡарма властың башҡа федераль органдарының, бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының вәкилдәре ингән комиссия Рәсәйҙең 25 субъектында дәүләт һәм муниципаль учреж- дениеларҙа эш хаҡы түләүҙең яңы системаһын индереү мәсьәләһен тикшергәйне. Һуңынан ул былай тип белдерҙе: “Эшмәкәрлегебеҙҙең нигеҙендә етәксенең эш хаҡы менән төп персоналдың эш хаҡы араһындағы бәйләнеште асыҡлау торҙо. Төп персонал тип бында хеҙмәт күрһәтеүҙә туранан-тура ҡатнашҡан кешеләр, йәғни мәктәптә – уҡытыусылар, дауаханаларҙа – табиптар, фән өлкәһендә ғилми хеҙмәткәрҙәр ҡарала. Икенсе принципиаль мәлдәрҙең береһе – учреждениела берҙәм штат расписаниеһы төҙөү зарурлығы, йәғни ике, өс штат расписаниеһы түгел, ә берәү генә булырға тейеш.
Етәкселәрҙең эш хаҡын төп персоналдың уртаса эш хаҡына бәйләү мөмкин булһа ла, улар араһында түләүҙәге айырма юғары, сөнки РФ Хөкүмәтенең 583-сө ҡарары был айырмалыҡты биш тапҡырға тиклем арттырырға рөхсәт итә. Һөҙөмтәлә үҙебеҙҙең ведомство өлкәһендә һәм мониторинг үткәрелгән федераль кимәлдәге 10 мең учреждениела административ-идара итеү персоналына эш хаҡы түләү фондының бер нисә тапҡырға юғары булып, төп персоналға әҙ генә өлөш ҡалыуы күҙәтелә”. Элек киреһенсә булған. Ирекһеҙҙән, ғүмер буйы етәксе урындарҙы биләгән атайымдың һүҙҙәре иҫкә төшә: “Күпме генә тырышһам да, һинең эш хаҡың һәр саҡ минекенән күберәк!”
Ә бит, ниндәй генә өлкәне алып ҡарамайыҡ, төп персонал барыбер ҙә “йөк аты” булып ҡала. Был йәһәттән уңышлы бизнесмен Генри Форд Беренсенең, юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенең төп факторы булып юғары эш хаҡы тора, тиеүен миҫалға килтерергә мөмкин. Киреһенсә түгел!
“Электрогазета”ның әүҙем колумнисы Булат Ғәлиевтең фекере лә үҙенсәлекле: “Ойошмағыҙҙағы хеҙмәткәрҙәрҙән хеҙмәт фиҙакәрлеге, ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, үлгәнсе бил бөккәнде талап иткән етәкселәр, кешеләргә лайыҡлы эш хаҡы түләгеҙ, һуңынан ғына һөҙөмтә көтөгөҙ. Ҙур һәм бәләкәй етәкселәр, һеҙҙең өсөн эш хаҡы буйынса ниндәйҙер шкала билдәләргә тырышам. Унан ҡул аҫтындағыларҙан нимә көтөргә кәрәклеген аңларһығыҙ.
Хеҙмәткәрҙәрегеҙгә айына 100 мең һум һәм унан да күберәк эш хаҡы түләйһегеҙме? Уларҙың хатта эш урынында ҡунып ҡалыуын да талап итә алаһығыҙ. Ҡайһы берҙә генә, аҙнаһына бер нисә көн.
Айына 50 мең түләйһегеҙме? Эшкә иртәнге сәғәт етегә килеп, киске 9-ҙа ҡайтыуҙарын һәм эштең ҡыҫҡа ваҡытта үтәлеүен талап итә алаһығыҙ.
30-40 мең һуммы? Нимәлер талап итә алаһығыҙ, әммә һаҡ булығыҙ, ни тиһәң дә, уртаса һандар, оятһыҙланмағыҙ. Хеҙмәткәрҙәрегеҙ астан үлмәҫ, шулай уҡ шашып та китмәҫтәр.
Белгестәрегеҙ 20 мең һум һәм унан күберәк аламы? Ҡәҙерлем, һеҙ – битһеҙ! Баш күтәрмәгәндәре өсөн рәхмәт әйтегеҙ. Бындай хеҙмәткәрҙәрҙе ҡулда ғына йөрөтөргә, йыл һуңында маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр бирергә кәрәк.
10 мең һумдан 20 мең һумға тиклемме? Эшкә сәй эсергә булһа ла йөрөгәндәре өсөн ҡыуанығыҙ!” Әммә был яҙмаларҙы ябай граждандарҙан башҡа кешеләр уҡыйҙыр, тип уйламайым”.
Эйе, статистика мәғлүмәттәренә ҡараһаң, Рәсәй буйынса ла, республика буйынса ла уртаса эш хаҡы билдәләнгән нормаға тап килә, хатта артып та китеүе мөмкин. Әммә ул “уртаса” тигән төшөнсә эш хаҡы фондының яҡынса өстән ике өлөшөн алып торған административ-идара итеү персоналы һәм “йөк аты” ролен үтәгән төп персоналдың эш хаҡын бергә ҡушып, коллективта иҫәпләнгән кешеләр һанына бүлеүҙән килеп сыҡҡан сумма. Ирекһеҙҙән, Интернет селтәрендәге сарказм тыуа ла инде: “Президенттың әйтеүенсә, Рәсәйҙә эшләгән һәр кеше айына уртаса 27 мең һум хеҙмәт хаҡы ала. Ҡыҙыҡ: мин эшләмәйемме, әллә кеше түгелменме?.. Бәлки, мин Рәсәйҙә йәшәмәйемдер...”