Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өйө барҙың – көйө бар
Дүртөйлө тарафы элек-электән төҙөклөгө, матурлығы, ҡупшылығы менән айырылып торҙо. Әле ул ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә, яңы йорттар барлыҡҡа килә, бүтәндәре төҙөкләндерелә. Тимәк, иҡтисад та үҫешә, үҙ сиратында ул социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә. Шуныһы ҡыуаныслы: иң беренсе граждандарға йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла. Был – Башҡортостан етәкселегенең, район хакимиәтенең эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһе.


Хөкүмәтебеҙ ҡайһы бер программаларҙы, дө­рөҫөрәге, авария хәлендәге йорттарҙа йәшә­гәндәрҙе уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса маҡсатлы эш алып бара. Уға яраш­лы, Башҡортостанда ошо осраҡҡа тап кил­гәндәр 2017 йылға ҡә­ҙәр яңы йортҡа кү­­се­релеп бөтөргә те­йеш. Был йәһәттән бы­йыл ана шундай торлаҡ хужалары – 1291,10 квадрат метрлы биш өйҙән 81 кеше – яңы фатирлы буласаҡ.
Фатир, йорт һатып алыу йәки өй һалыу – һәр кемдең татлы хыя­лы. Эйе, үҙ мөйөшөң бу­лыуға ни етә! Тик хаҡтар «тешләшкән» мәлдә, был бәхет һәр кемгә лә эләкмәй. Республикала төрлө социаль программалар ярҙамында йәш ғаиләләр, ауыл халҡы ташламалы процент менән кредит ала, көнкүреш шарттарын яҡшырта.
Рәхәт тормош эҙләп, ситкә сығып китмәйенсә, тыуған ерендә төпләнеп, намыҫлы хеҙмәт иткәндәр һәр ваҡыт һоҡланыу уята. Ауылдың киләсәге йәштәр ҡулында тип, уларға ҙур өмөт бағлайбыҙ.
Дүртөйлө районында иһә йәш ғаиләләрҙең йылдан-йыл артыуы төбәктең йөҙөн билдәләй. Шулай ҙа күп осраҡта улар көнкүреш шарттарын яҡ­шыртыу йәһәтенән мохтажлыҡ кисерә. Йәштәргә ярҙам итеү маҡсатында һуңғы йылдарҙа «Ауылды социаль үҫтереү», «Йорт-комплект» һәм башҡа программалар уңышлы тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, быйыл 12 ғаилә фатирлы булды, тағы алтауһына бәләкәй комплектлы торлаҡ әҙерләнде, ете ғаилә документ йыйыуҙы тамамлаған, ҡалған­дары эште башлап тора.
Былтыр Баҡса урамында өс ҡатлы йорт төҙөлдө. Уйлап ҡараһаң, быға тиклем Дүртөйлөлә төҙөлөш бөтөнләй туҡтап ҡалғандай тойолғайны, сөнки күп ҡатлы өйҙәргә ихтыяж булманы.
Ниһайәт, программаларҙың үтәлеше бөгөн үҙ һөҙөмтәһен бирә башланы. Быйыл 35651 квадрат метр майҙанлы торлаҡ төҙөү планлаштырыла. Ғинуарҙан май айына тиклем дөйөм майҙаны 9248,7 квадрат метр булған йорттар төҙөлгән дә инде. Үҙ өйөн һалыу өсөн 98 ғаиләгә ер бүленгән. Тиҙҙән Шайморатов урамында күп фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырыласаҡ, шулай уҡ икәүһе төҙөлөп бөтөү алдында. Бөгөн ошо урамда киләсәктә ҡалҡасаҡ 220 урын­лыҡ балалар баҡса­һының проекты эшләнә. 2016-2017 йылдарҙа объект файҙаланыуға тап­шыры­ласаҡ. Тағы 40, 80, 100, 120 фатирлы дүрт йорт Ленин урамында тө­ҙө­лә. 2015 йылда ошо уҡ урамда 80, 100 фатирлы ике өй сафҡа инәсәк. Ҡа­лала ҙур сауҙа үҙәге һа­лына, унда 10 мең урын­­­­лыҡ өс кинозал, ресторан буласаҡ. Дүртөйлө ҡала­һы менән Семилетка ауылын­дағы стадион үҙ­гәртеп ҡоролдо. Әсән һәм Балтас ауылдарында – кирбес, ә Дүртөйлөлә ти­мер-бетон заводы уңыш­лы эшләй.
Быйыл районда республика Президенты вази­фаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында аҙ ҡатлы йорттарҙы төҙөү көнө үткәреләсәк. Был йәһәттән район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Дамир Бигловҡа мөрәжәғәт иткәс, бына нимә тине ул:
– Ағымдағы йылды ҙур бурыстар менән баш­ланыҡ. Планлаштырылған объекттар сафҡа ингәс, район халҡы унан файҙа күрер, тип ышанғы килә. Дүртөйлө ҡалаһының яңы төҙөлгән урам­да­рындағы йорттар газ, һыу, электр менән тейешле кимәлдә тәьмин ителә, ә юлдарҙы, урамдарҙы төҙөкләндереү, ғөмүмән, йәшелләндереү тәңгә­лендә башҡараһы эштәр бар әле.




Автор: Элена БАТЫРХАНОВА. Район: Дүртөйлө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә