Дүртөйлө тарафы элек-электән төҙөклөгө, матурлығы, ҡупшылығы менән айырылып торҙо. Әле ул ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә, яңы йорттар барлыҡҡа килә, бүтәндәре төҙөкләндерелә. Тимәк, иҡтисад та үҫешә, үҙ сиратында ул социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә. Шуныһы ҡыуаныслы: иң беренсе граждандарға йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла. Был – Башҡортостан етәкселегенең, район хакимиәтенең эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһе.
Хөкүмәтебеҙ ҡайһы бер программаларҙы, дөрөҫөрәге, авария хәлендәге йорттарҙа йәшәгәндәрҙе уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса маҡсатлы эш алып бара. Уға ярашлы, Башҡортостанда ошо осраҡҡа тап килгәндәр 2017 йылға ҡәҙәр яңы йортҡа күсерелеп бөтөргә тейеш. Был йәһәттән быйыл ана шундай торлаҡ хужалары – 1291,10 квадрат метрлы биш өйҙән 81 кеше – яңы фатирлы буласаҡ.
Фатир, йорт һатып алыу йәки өй һалыу – һәр кемдең татлы хыялы. Эйе, үҙ мөйөшөң булыуға ни етә! Тик хаҡтар «тешләшкән» мәлдә, был бәхет һәр кемгә лә эләкмәй. Республикала төрлө социаль программалар ярҙамында йәш ғаиләләр, ауыл халҡы ташламалы процент менән кредит ала, көнкүреш шарттарын яҡшырта.
Рәхәт тормош эҙләп, ситкә сығып китмәйенсә, тыуған ерендә төпләнеп, намыҫлы хеҙмәт иткәндәр һәр ваҡыт һоҡланыу уята. Ауылдың киләсәге йәштәр ҡулында тип, уларға ҙур өмөт бағлайбыҙ.
Дүртөйлө районында иһә йәш ғаиләләрҙең йылдан-йыл артыуы төбәктең йөҙөн билдәләй. Шулай ҙа күп осраҡта улар көнкүреш шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән мохтажлыҡ кисерә. Йәштәргә ярҙам итеү маҡсатында һуңғы йылдарҙа «Ауылды социаль үҫтереү», «Йорт-комплект» һәм башҡа программалар уңышлы тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, быйыл 12 ғаилә фатирлы булды, тағы алтауһына бәләкәй комплектлы торлаҡ әҙерләнде, ете ғаилә документ йыйыуҙы тамамлаған, ҡалғандары эште башлап тора.
Былтыр Баҡса урамында өс ҡатлы йорт төҙөлдө. Уйлап ҡараһаң, быға тиклем Дүртөйлөлә төҙөлөш бөтөнләй туҡтап ҡалғандай тойолғайны, сөнки күп ҡатлы өйҙәргә ихтыяж булманы.
Ниһайәт, программаларҙың үтәлеше бөгөн үҙ һөҙөмтәһен бирә башланы. Быйыл 35651 квадрат метр майҙанлы торлаҡ төҙөү планлаштырыла. Ғинуарҙан май айына тиклем дөйөм майҙаны 9248,7 квадрат метр булған йорттар төҙөлгән дә инде. Үҙ өйөн һалыу өсөн 98 ғаиләгә ер бүленгән. Тиҙҙән Шайморатов урамында күп фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырыласаҡ, шулай уҡ икәүһе төҙөлөп бөтөү алдында. Бөгөн ошо урамда киләсәктә ҡалҡасаҡ 220 урынлыҡ балалар баҡсаһының проекты эшләнә. 2016-2017 йылдарҙа объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Тағы 40, 80, 100, 120 фатирлы дүрт йорт Ленин урамында төҙөлә. 2015 йылда ошо уҡ урамда 80, 100 фатирлы ике өй сафҡа инәсәк. Ҡалала ҙур сауҙа үҙәге һалына, унда 10 мең урынлыҡ өс кинозал, ресторан буласаҡ. Дүртөйлө ҡалаһы менән Семилетка ауылындағы стадион үҙгәртеп ҡоролдо. Әсән һәм Балтас ауылдарында – кирбес, ә Дүртөйлөлә тимер-бетон заводы уңышлы эшләй.
Быйыл районда республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында аҙ ҡатлы йорттарҙы төҙөү көнө үткәреләсәк. Был йәһәттән район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Дамир Бигловҡа мөрәжәғәт иткәс, бына нимә тине ул:
– Ағымдағы йылды ҙур бурыстар менән башланыҡ. Планлаштырылған объекттар сафҡа ингәс, район халҡы унан файҙа күрер, тип ышанғы килә. Дүртөйлө ҡалаһының яңы төҙөлгән урамдарындағы йорттар газ, һыу, электр менән тейешле кимәлдә тәьмин ителә, ә юлдарҙы, урамдарҙы төҙөкләндереү, ғөмүмән, йәшелләндереү тәңгәлендә башҡараһы эштәр бар әле.