Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Барыһына ла өлгөрә ине
Барыһына ла өлгөрә ине
Лира Әхмәтйән ҡыҙы Шәйхуллина республикала ғына түгел, СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә билдәле шәхес, 27 йыл ғүмерен ауыл хужалығының малсылыҡ тармағына арнаған кеше, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, КПСС-тың ХХVI съезы делегаты, икенсе һәм өсөнсө дәрәжә “Хеҙмәт Даны” ордены кавалеры, Бөтә Союз Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең өс бронза миҙалы лауреаты ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның яҡты донъянан китеүенә бер йылдан ашыу ваҡыт үтте
.

Лира Әхмәтйән ҡыҙы 1940 йыл­да Әбйә­лил районының Әлмө­хәмәт ауылында, уҡы­тыусылар Ғәйшә менән Әхмәтйән Өмөт­баевтарҙың ғаиләһендә төпсөк бала булып донъяға килгән. Ул бәләкәйҙән уңған булып үҫә. Атҡарған эшеңдән ҡәнәғәтлек тойоу Лираның аңына һеңә, матур һәм бәхетле балалыҡ миҙгеле булып күңелендә ҡала. Маҡтауға әллә ни әүәҫ булмаған атаһынан “Афарин, ҡыҙым!” – тигән һүҙҙәрҙе ишетеү, әсәһенең башынан һыйпауы ғүмер буйы хәтеренән сыҡмай. Ун туғыҙ йәшлек сағында, 1967 йылда ҡыҙ хеҙмәт юлын түбән вольтлы электр аппаратураһы етештереү заводында преслаусы булып башлаған. Бик тырышып эшләй, планды күпкә арттырып үтәй, йыш ҡына баһа ала, В.И. Лениндың 100 йыллығына арналған юбилей миҙалы менән дә бүләкләнә. Саҡмағош районынан сыҡҡан мөһабәт кәүҙәле Селир Хәбиб улы менән ғаилә ҡоралар, күп тә тормай тәүге балалары Руслан тыуа.
Үткән быуаттың 70-се йылдарында Өфө районының Николаевка ҡасабаһында мал һимертә торған бик ҙур комплекс төҙөлә. 1973 йылда Лира шунда оператор булып эш­кә урынлаша һәм 2000 йылға тиклем эшләй. Башта етәксе, ыҡсым ғына кәүҙәле Лираны күргәс, көлөмһөрәп: “Беҙҙә үгеҙҙәр бик ҙур, ауырлыҡтары – 400 килограмм. Улар торған урынға инергә ҡурҡмаҫ­һың­мы?”– ти. Әҙерәк ҡаушап ҡалған ҡатын: “Бик тырышырмын”, – тип кенә яуап бирә. Артабан 25 йәшлек Лираны Мәскәү яғына уҡырға ебәрәләр. Мал һимертеү предприятиеһында ул күп алдынғы алымдарҙы үҙләштерә, завод менән был хужалыҡтың айырмаһын төшөнә. Курстан ул бөтөнләй икенсе кеше булып ҡайта.
“Йоматау” комплексында эшлә­гән дәүе­рендә Лира гел алдын­ғылар рәтендә була, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, иле­беҙҙең башҡа тарафтарынан, сит илдәрҙән килгән делегацияларҙы ҡаршылай, уларҙы үҙ эше менән таныштыра. Ҡатын Бело­руссияның “Мир” совхоз-комбинатында, ГДР-ҙа һәм башҡа урындарҙа үткә­релгән кәңәшмәләрҙә ҡатнашып, күп кенә файҙалы мәғлүмәт, тәьҫораттар алып ҡайта. Бергә эшләгән иптәштәренең хәтирәләре буйынса, Лираның бер ваҡытта ла кешегә ауыр һүҙ әйткәне булмаған,һәр кемгә ярҙам итергә тырышҡан, аҡыллы кәңәштәр биргән.
Ике ул тәрбиәләп үҫтергән уңған, тырыш, кешелекле Лира Әхмәтйән ҡыҙы. Тормош иптәше Селир Хәбиб улы һәм балалары менән тыуған яҡ­тарына ҡайтып йөрөнө. Шәйхуллиндарҙың Николаевка ҡасабаһындағы матур донъяһы башҡаларға үрнәк булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер хужабикәнең арабыҙҙа юҡлығы һиҙелә, Лираның йылыһы етмәй Селиргә лә, донъяға ла. Үҙенең яҡты эҙе булып ҡалған улдары Руслан менән Марат үҙаллы тормош көтә, Өфөлә йәшәйҙәр. Икеһе лә юғары белемле. Мараты – юридик фәндәр кандидаты.




Автор: Венер ҒАЙСИН. Район: Өфө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә