Лира Әхмәтйән ҡыҙы Шәйхуллина республикала ғына түгел, СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә билдәле шәхес, 27 йыл ғүмерен ауыл хужалығының малсылыҡ тармағына арнаған кеше, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, КПСС-тың ХХVI съезы делегаты, икенсе һәм өсөнсө дәрәжә “Хеҙмәт Даны” ордены кавалеры, Бөтә Союз Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең өс бронза миҙалы лауреаты ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның яҡты донъянан китеүенә бер йылдан ашыу ваҡыт үтте
.
Лира Әхмәтйән ҡыҙы 1940 йылда Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында, уҡытыусылар Ғәйшә менән Әхмәтйән Өмөтбаевтарҙың ғаиләһендә төпсөк бала булып донъяға килгән. Ул бәләкәйҙән уңған булып үҫә. Атҡарған эшеңдән ҡәнәғәтлек тойоу Лираның аңына һеңә, матур һәм бәхетле балалыҡ миҙгеле булып күңелендә ҡала. Маҡтауға әллә ни әүәҫ булмаған атаһынан “Афарин, ҡыҙым!” – тигән һүҙҙәрҙе ишетеү, әсәһенең башынан һыйпауы ғүмер буйы хәтеренән сыҡмай. Ун туғыҙ йәшлек сағында, 1967 йылда ҡыҙ хеҙмәт юлын түбән вольтлы электр аппаратураһы етештереү заводында преслаусы булып башлаған. Бик тырышып эшләй, планды күпкә арттырып үтәй, йыш ҡына баһа ала, В.И. Лениндың 100 йыллығына арналған юбилей миҙалы менән дә бүләкләнә. Саҡмағош районынан сыҡҡан мөһабәт кәүҙәле Селир Хәбиб улы менән ғаилә ҡоралар, күп тә тормай тәүге балалары Руслан тыуа.
Үткән быуаттың 70-се йылдарында Өфө районының Николаевка ҡасабаһында мал һимертә торған бик ҙур комплекс төҙөлә. 1973 йылда Лира шунда оператор булып эшкә урынлаша һәм 2000 йылға тиклем эшләй. Башта етәксе, ыҡсым ғына кәүҙәле Лираны күргәс, көлөмһөрәп: “Беҙҙә үгеҙҙәр бик ҙур, ауырлыҡтары – 400 килограмм. Улар торған урынға инергә ҡурҡмаҫһыңмы?”– ти. Әҙерәк ҡаушап ҡалған ҡатын: “Бик тырышырмын”, – тип кенә яуап бирә. Артабан 25 йәшлек Лираны Мәскәү яғына уҡырға ебәрәләр. Мал һимертеү предприятиеһында ул күп алдынғы алымдарҙы үҙләштерә, завод менән был хужалыҡтың айырмаһын төшөнә. Курстан ул бөтөнләй икенсе кеше булып ҡайта.
“Йоматау” комплексында эшләгән дәүерендә Лира гел алдынғылар рәтендә була, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, илебеҙҙең башҡа тарафтарынан, сит илдәрҙән килгән делегацияларҙы ҡаршылай, уларҙы үҙ эше менән таныштыра. Ҡатын Белоруссияның “Мир” совхоз-комбинатында, ГДР-ҙа һәм башҡа урындарҙа үткәрелгән кәңәшмәләрҙә ҡатнашып, күп кенә файҙалы мәғлүмәт, тәьҫораттар алып ҡайта. Бергә эшләгән иптәштәренең хәтирәләре буйынса, Лираның бер ваҡытта ла кешегә ауыр һүҙ әйткәне булмаған,һәр кемгә ярҙам итергә тырышҡан, аҡыллы кәңәштәр биргән.
Ике ул тәрбиәләп үҫтергән уңған, тырыш, кешелекле Лира Әхмәтйән ҡыҙы. Тормош иптәше Селир Хәбиб улы һәм балалары менән тыуған яҡтарына ҡайтып йөрөнө. Шәйхуллиндарҙың Николаевка ҡасабаһындағы матур донъяһы башҡаларға үрнәк булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер хужабикәнең арабыҙҙа юҡлығы һиҙелә, Лираның йылыһы етмәй Селиргә лә, донъяға ла. Үҙенең яҡты эҙе булып ҡалған улдары Руслан менән Марат үҙаллы тормош көтә, Өфөлә йәшәйҙәр. Икеһе лә юғары белемле. Мараты – юридик фәндәр кандидаты.