Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һаман теремек әле
Һаман теремек әле
Үрге Йәркәй ауылы уртаһында Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары һәм Афғанстандағы, Чечнялағы яуҙарҙа һәләк булған егеттәр иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск бар. Ер ҡарҙан әрселгәндән алып ҡара көҙгә тиклем күҙҙең яуын алырҙай сәскәләргә күмелеп ултырған был изге урын йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү сараһы ла.


Ыҫпай ғына кейенгән, оло йәштәрҙәге теремек ир-уҙаманды батырҙар аллеяһында йыш күрергә мөмкин. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ул. 1925 йылда Илеш районының Йөннө ауылында донъяға килгән Хәнәфи Шәһәбетдиновҡа һәм уның тиңдәштәренә һуғыштың бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңендә татырға тура килгән.
Матур тормошҡа ниәттәр ҡороп, барлыҡ эштәрҙе башлап йөрөгән егет тыуған ауылындағы мәктәптә ете йыл белем ала. Ләкин ҡәһәрле һуғыш бөтә нәмәне селпәрәмә килтерә. Беренсе көндәрҙән үк ауылдың егеттәре үҙ теләге менән Тыуған илебеҙҙе һаҡларға китә.
– Колхоздың тракторсылары менән бергә күҙ ҡараһы кеүек һаҡлаған “ЧТЗ” тракторы ла “Бүздәк” стан­цияһынан фронтҡа оҙатылды. Шулай итеп, һәр көн ил һаҡсылары менән хушлашыуҙан башланды. Балалары, ҡатындары, әсәйҙәре, ауыл оҙата, һау ҡайтыуҙарын теләп ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылдаштарымдың күбеһе яуҙан иҫән сыға алманы. Араларында хәбәрһеҙ юғалғандары ла юҡ түгел, – тип һөйләй Хәнәфи ағай.
1942 йылдың майында һуғышҡа киткән атаһынан “Алкин лагерындағы уҡыуҙарҙан һуң һуғышҡа алынабыҙ” тигән хатынан башҡа хәбәр булмаған.
1943 йылдың 7 февралендә Хәнәфи Шәһәбет­ди­новты ла Совет Армияһына хеҙмәткә саҡыралар. Ауылдан ете кешене Ырымбур өлкәһендәге “Платовка” стан­цияһына яҡын урынлашҡан Красный Холм пехота училищеһына тәғәйенләйҙәр. Курсант погондары таҡ­ҡандан һуң, күнекмәләр башлана. Хәрби уҡыу серҙәрен үҙләштергәс, Күлтүбән хәрби часына күсерәләр. Ике айҙан Башҡортостандың Алкин хәрби часына ҡайта­ралар.
– Унда урынлашҡан 32-се миномет уҡыу полкында бер аҙ шөғөлләнгәндән һуң, имтихан тоттоҡ. Миңә сержант дәрәжәһе бирҙеләр һәм 40-сы уҡсылар полкының отделение командиры итеп тәғәйенләнеләр. 1943 йылдың сентябрь баштарында беҙҙе фронтҡа оҙаттылар, – тип хәтер йомғағын һүтә һуғыш һәм хеҙмәт ветераны. – Поезда Ворошиловградҡа тиклем барғандан һуң, йәйәүләп Көн­байышҡа табан юл тоттоҡ. Ул ваҡытта беҙ, 17-18 йәше лә тул­маған егеттәр, Украинаның Красноар­мейск, Абросимовка утар­ҙарын илбаҫарҙарҙан азат итеүҙә ҡатнаштыҡ. Бигерәк тә Украинаның Макеевка, Горловка, Сталино (Донбасс) ҡалалары өсөн барған алыштар иҫтә ҡалған. Мариуполде азат иткәндә, көстәр тигеҙ булмау сәбәпле, ҡала әле немецтар, әле совет ғәскәрҙәре ҡу­лына күсте. Ҡаты яраландым, һәм мине Свердловск ҡалаһы госпиталенә оҙат­тылар. Һуңынан Гру­зияның Сталинир ҡалаһындағы госпиталдә 7 ай дауаланырға тура килде.
1944 йылдың октябрендә Ставрополь ҡалаһындағы 10-сы кавалерия корпусына кавалерист итеп билдәләйҙәр Хәнәфиҙе. Шул уҡ часта ауылдашы Әбүзәр Әхкәмов та була, һәм артабан улар хәрби хеҙмәт юлын бергә дауам итә. 1945 йылдың апрелендә уларҙың часын Венгрияға оҙаталар. Еңеү көнөн шунда ҡаршылай һалдаттар.
Шулай ҙа фронт юлдары тамамланмай әле. Яҙмыш уны йыраҡ Көнсығыштағы, Биробиджан, Владивосток, Көньяҡ Сахалин тарафтарында, Курил Хокайдо утрауҙары янындағы Япония ерҙәрендә барған бәрелеш­тәрҙә лә ҡатнашырға мәжбүр итә. Шулай итеп, Хәнәфи Шәһәбетдиновҡа 1949 йылда ғына тыуған яҡтарына ҡайтырға насип була. Туған колхозында бер йыл эшләгәс, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ауыл хужалығы етәкселәре әҙерләү мәктәбендә уҡый, аҙаҡ агроном булып 18 йыл хеҙмәт итә. Ул эшләгән осорҙа игенселектәге ҙур хеҙмәт күрһәткестәре өсөн Карл Маркс исемендәге колхоз күп тапҡыр күсмә Ҡыҙыл байраҡ менән бүләкләнә. Йөннө ауылы янында ғына 50 гектар майҙанлы емеш-еләк баҡсаһына нигеҙ һалынып, 25 гектарҙа алмағас, 7 гектарҙа ҡарағат, 5 гектарҙа сейә, ә ҡалған урындарҙа ҡара миләш, ер еләге ултыртыла. Быларҙың барыһы ла — йәш агрономдың тынғыһыҙ хеҙмәте һөҙөмтәһе. Аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы Хәнәфи ағай район дәүләт страховкалау инспекцияһының етәксеһе була. Оҫталығы, намыҫлы хеҙмәте һәр саҡ лайыҡлы баһалана.
Тыуған илдең азатлығы хаҡына барған һуғышта күрһәткән батыр­лыҡтары өсөн бирелгән орден-миҙалдарын бик ҡәҙер­ләп һаҡлай яугир Шәһәбетдинов. Ә тыныс тормоштағы хеҙмәттәрен баһала­ған маҡтау ҡағыҙҙары, данлы исемдәре тура­һында һүҙ сыҡһа: “Уңыштарым — кол­лективтағы хеҙмәттәштәремдең ты­рыш­лығы, уларҙың өлөшө күберәк”, – ти, артыҡ маҡтағанды, айырып үҙе ту­раһында һөйләгәнде яратмай. Хәрә­кәтсән, хәтере яҡшы, ҡул ҡаушырып ултырыуҙың ни икәнен дә белмәй ул. Тыл ветераны Фәниә апай (мәрхүмә) менән ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтереп, бөтәһенә лә юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығар­ҙылар. Балалары ла үҙҙәре кеүек уңған, тырыш. Ейәндәре, ейәнсәрҙәре Ҡазандан, Себер, Санкт-Петербург яҡтарынан ҡайтҡас та, туп-тура олатайҙарының хәлен белергә килә.
Хәнәфи Шәһәбетдинов – мәктәп уҡыусыларының да көтөп алған ҡунағы. Класс сәғәттәрендә ул йыш сығыш яһай. Бай шәжәрәһен төҙөп, үҙе иҫән саҡта туған-тыумасаһының нәҫел ептәрен нығытырға ла тырыша уҙаман.
Көнһылыу НАСРЕТДИНОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.




Район: Илеш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә