Үрге Йәркәй ауылы уртаһында Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары һәм Афғанстандағы, Чечнялағы яуҙарҙа һәләк булған егеттәр иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск бар. Ер ҡарҙан әрселгәндән алып ҡара көҙгә тиклем күҙҙең яуын алырҙай сәскәләргә күмелеп ултырған был изге урын йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү сараһы ла.
Ыҫпай ғына кейенгән, оло йәштәрҙәге теремек ир-уҙаманды батырҙар аллеяһында йыш күрергә мөмкин. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ул. 1925 йылда Илеш районының Йөннө ауылында донъяға килгән Хәнәфи Шәһәбетдиновҡа һәм уның тиңдәштәренә һуғыштың бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңендә татырға тура килгән.
Матур тормошҡа ниәттәр ҡороп, барлыҡ эштәрҙе башлап йөрөгән егет тыуған ауылындағы мәктәптә ете йыл белем ала. Ләкин ҡәһәрле һуғыш бөтә нәмәне селпәрәмә килтерә. Беренсе көндәрҙән үк ауылдың егеттәре үҙ теләге менән Тыуған илебеҙҙе һаҡларға китә.
– Колхоздың тракторсылары менән бергә күҙ ҡараһы кеүек һаҡлаған “ЧТЗ” тракторы ла “Бүздәк” станцияһынан фронтҡа оҙатылды. Шулай итеп, һәр көн ил һаҡсылары менән хушлашыуҙан башланды. Балалары, ҡатындары, әсәйҙәре, ауыл оҙата, һау ҡайтыуҙарын теләп ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылдаштарымдың күбеһе яуҙан иҫән сыға алманы. Араларында хәбәрһеҙ юғалғандары ла юҡ түгел, – тип һөйләй Хәнәфи ағай.
1942 йылдың майында һуғышҡа киткән атаһынан “Алкин лагерындағы уҡыуҙарҙан һуң һуғышҡа алынабыҙ” тигән хатынан башҡа хәбәр булмаған.
1943 йылдың 7 февралендә Хәнәфи Шәһәбетдиновты ла Совет Армияһына хеҙмәткә саҡыралар. Ауылдан ете кешене Ырымбур өлкәһендәге “Платовка” станцияһына яҡын урынлашҡан Красный Холм пехота училищеһына тәғәйенләйҙәр. Курсант погондары таҡҡандан һуң, күнекмәләр башлана. Хәрби уҡыу серҙәрен үҙләштергәс, Күлтүбән хәрби часына күсерәләр. Ике айҙан Башҡортостандың Алкин хәрби часына ҡайтаралар.
– Унда урынлашҡан 32-се миномет уҡыу полкында бер аҙ шөғөлләнгәндән һуң, имтихан тоттоҡ. Миңә сержант дәрәжәһе бирҙеләр һәм 40-сы уҡсылар полкының отделение командиры итеп тәғәйенләнеләр. 1943 йылдың сентябрь баштарында беҙҙе фронтҡа оҙаттылар, – тип хәтер йомғағын һүтә һуғыш һәм хеҙмәт ветераны. – Поезда Ворошиловградҡа тиклем барғандан һуң, йәйәүләп Көнбайышҡа табан юл тоттоҡ. Ул ваҡытта беҙ, 17-18 йәше лә тулмаған егеттәр, Украинаның Красноармейск, Абросимовка утарҙарын илбаҫарҙарҙан азат итеүҙә ҡатнаштыҡ. Бигерәк тә Украинаның Макеевка, Горловка, Сталино (Донбасс) ҡалалары өсөн барған алыштар иҫтә ҡалған. Мариуполде азат иткәндә, көстәр тигеҙ булмау сәбәпле, ҡала әле немецтар, әле совет ғәскәрҙәре ҡулына күсте. Ҡаты яраландым, һәм мине Свердловск ҡалаһы госпиталенә оҙаттылар. Һуңынан Грузияның Сталинир ҡалаһындағы госпиталдә 7 ай дауаланырға тура килде.
1944 йылдың октябрендә Ставрополь ҡалаһындағы 10-сы кавалерия корпусына кавалерист итеп билдәләйҙәр Хәнәфиҙе. Шул уҡ часта ауылдашы Әбүзәр Әхкәмов та була, һәм артабан улар хәрби хеҙмәт юлын бергә дауам итә. 1945 йылдың апрелендә уларҙың часын Венгрияға оҙаталар. Еңеү көнөн шунда ҡаршылай һалдаттар.
Шулай ҙа фронт юлдары тамамланмай әле. Яҙмыш уны йыраҡ Көнсығыштағы, Биробиджан, Владивосток, Көньяҡ Сахалин тарафтарында, Курил Хокайдо утрауҙары янындағы Япония ерҙәрендә барған бәрелештәрҙә лә ҡатнашырға мәжбүр итә. Шулай итеп, Хәнәфи Шәһәбетдиновҡа 1949 йылда ғына тыуған яҡтарына ҡайтырға насип була. Туған колхозында бер йыл эшләгәс, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ауыл хужалығы етәкселәре әҙерләү мәктәбендә уҡый, аҙаҡ агроном булып 18 йыл хеҙмәт итә. Ул эшләгән осорҙа игенселектәге ҙур хеҙмәт күрһәткестәре өсөн Карл Маркс исемендәге колхоз күп тапҡыр күсмә Ҡыҙыл байраҡ менән бүләкләнә. Йөннө ауылы янында ғына 50 гектар майҙанлы емеш-еләк баҡсаһына нигеҙ һалынып, 25 гектарҙа алмағас, 7 гектарҙа ҡарағат, 5 гектарҙа сейә, ә ҡалған урындарҙа ҡара миләш, ер еләге ултыртыла. Быларҙың барыһы ла — йәш агрономдың тынғыһыҙ хеҙмәте һөҙөмтәһе. Аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы Хәнәфи ағай район дәүләт страховкалау инспекцияһының етәксеһе була. Оҫталығы, намыҫлы хеҙмәте һәр саҡ лайыҡлы баһалана.
Тыуған илдең азатлығы хаҡына барған һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн бирелгән орден-миҙалдарын бик ҡәҙерләп һаҡлай яугир Шәһәбетдинов. Ә тыныс тормоштағы хеҙмәттәрен баһалаған маҡтау ҡағыҙҙары, данлы исемдәре тураһында һүҙ сыҡһа: “Уңыштарым — коллективтағы хеҙмәттәштәремдең тырышлығы, уларҙың өлөшө күберәк”, – ти, артыҡ маҡтағанды, айырып үҙе тураһында һөйләгәнде яратмай. Хәрәкәтсән, хәтере яҡшы, ҡул ҡаушырып ултырыуҙың ни икәнен дә белмәй ул. Тыл ветераны Фәниә апай (мәрхүмә) менән ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтереп, бөтәһенә лә юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарҙылар. Балалары ла үҙҙәре кеүек уңған, тырыш. Ейәндәре, ейәнсәрҙәре Ҡазандан, Себер, Санкт-Петербург яҡтарынан ҡайтҡас та, туп-тура олатайҙарының хәлен белергә килә.
Хәнәфи Шәһәбетдинов – мәктәп уҡыусыларының да көтөп алған ҡунағы. Класс сәғәттәрендә ул йыш сығыш яһай. Бай шәжәрәһен төҙөп, үҙе иҫән саҡта туған-тыумасаһының нәҫел ептәрен нығытырға ла тырыша уҙаман.
Көнһылыу НАСРЕТДИНОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.