Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауырыуҙарҙың ышанысын ҡайтарып булырмы?
Ауырыуҙарҙың ышанысын ҡайтарып булырмы? Башҡортостандың Милли медицина палатаһы президентын борсоған мәсьәләләр хаҡында

Медицина өлкәһе — үтә үҙенсәлекле, ҡатмарлы һәм яуаплы өлкә. Һуңғы йылдарҙа, ниндәй генә өр-яңы программалар ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан, һаулыҡ һаҡлау тармағы эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәтһеҙлек осраҡтары арта. Дәүләт тарафынан дауалау ойошмаларына аҡса эшләргә рөхсәт бирелгәс, быға ҡәҙәр булған буталсыҡтарға яңылары өҫтәлде. Халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү шул тиклем "томанлы": нимәнең түләүле, нимәнең бушлай булыуы ябай кеше аңларлыҡ түгел. Ә Рәсәй Конституцияһы буйынса дәүләт ойошмаһында медицина ярҙамы бушлай күрһәтелергә тейеш.
Уйлаһаң, иҫ китерлек: тармаҡҡа бығаса булмағанса миллионлаған һум аҡса, заманса технологиялар, өр-яңы ҡиммәтле ҡорамалдар килә! Яңғырауыҡлы "модернизация" һүҙе генә лә халыҡта ниндәй ҙур өмөт уятҡайны. Ни өсөн тармаҡ һәр кемдең тейешле медицина хеҙмәтенән файҙаланыу мөмкинлеген тәьмин итә алмай? Әллә эште ойоштора белеүселәргә, менеджерҙарға ҡытлыҡ үҙен һиҙҙерәме? Коррупция сиренең дә тармаҡты көсһөҙләндереүе, ә михнәтен һалым түләүсе ябай халыҡтың күтәреүе билдәле.
Ошо шарттарҙа ауырыуҙарҙың ышанысын нисек ҡайтарырға, яңы барлыҡҡа килгән берекмәнең бурыстары ниндәй? Башҡортостандың Медицина палатаһы президенты Дамира САБИРЙӘНОВА менән әңгәмәлә һаулыҡ һаҡлауҙағы етди мәсьәләләр ҡуҙғатылды.

— Дамира Шәрифйән ҡыҙы, илдең медицина тармағында һаулыҡ һаҡлау өлкәһе яҙмышына битараф ҡала алмаған ғалимдар, табиптар башланғысы менән ойошторолған берекмәнең әһәмиәте ниҙә?
— Медицина — үҙенсәлекле һөнәр эйәләрен үҙенә туплаған яуаплы өлкә. Тармаҡты инженерҙар, менеджерҙар, фармацевтар армияһынан башҡа күҙ алдына ла баҫтырып булмай хәҙер. Уларҙың белеменә, абруйына, этикаһына, ауырыу менән мөғәмәләһенә күп нәмә бәйләнгән. Бөтә донъяла табиптар үҙ эшмәкәрлеген үҙҙәре көйләй. Бары берләшкән медицина ойошмаһы ғына ярҙам сифатын яҡшырта ала. Идара итеүҙең дәүләт-йәмәғәтселек формаһына күскәндән һуң башҡарма властың ҡайһы бер функцияларының профессиональ берекмәгә бирелеүе ыңғай һөҙөмтәгә килтерер, тип уйлайым.
СССР тарҡалғандан һуң илдең һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү һәм финанслау концепцияһы ла юҡҡа сыҡты. Рәсәй әлегә тиклем был өлкәлә тоталитар дәүләт булып ҡала. Япония һәм башҡа илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнгәндән һуң уларҙа һаулыҡ һаҡлауҙа дәүләт-йәмәғәтселек идараһының хакимлыҡ итеүен күрҙек. Икенсе төрлө әйткәндә, был мөһим өлкәлә берҙәм, үҙ-үҙен көйләүсе медицина ойошмаһы булдырылған. Халыҡҡа ярҙам күрһәтеү сифаты һәм хеҙмәткәрҙәренең профессионаллеге өсөн яуаплылыҡты үҙ ирке менән өҫтөнә алған медицина ойошмаларын берләштергән ул. Палата врачтарҙы аттестациялай, дәғүәләрҙең сәбәбен асыҡлай, эштә ебәрелгән хаталарҙы тикшереү өсөн комиссия тәғәйенләй, профессиональ яуаплылыҡты страховкалау системаһын булдыра. Өҫтәүенә ойошма врачтарҙың дипломдан һуң өҫтәмә белемен камиллаштырыу менән шөғөлләнә.
Үкенескә ҡаршы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау тармағы айырым концепцияһыҙ йәшәүен дауам итә. Үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң совет осорона хас планлы үҫтереү өлгөһөн юғалттыҡ, уның ҡарауы, күп кенә илдәр беҙ юғалтҡан ҡиммәттәр нигеҙендә сәләмәтлек өлкәһендә уңыштарға өлгәшә.
Профессиональ эшмәкәрлектең үҙ-үҙен көйләү системаһын булдырырға тырышып, беҙ алдыбыҙға ғәйәт ҡатмарлы, ҙур бурыс ҡуябыҙ: ауырыуҙарҙың медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ышанысын кире ҡайтарырға! Тармаҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, Медицина палатаһына һәм "Росздравнадзор" ойошмаһына таянып хеҙмәт итергә тейеш. Министрлыҡтың ҡайһы бер вәкәләттәрен Палатаға тапшырғас, уның дауалау учреждениеларында ойоштороу һәм методик эштәргә форсаты ла, ваҡыты ла артасаҡ.
— Ҡаҡшаған абруйҙы күтәреү, пациенттарҙың ышанысын яулау, ысынлап та, күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Ә республикабыҙҙа Палатаға был йәһәттән ҡолас ташлап эшләү өсөн нимә ҡамасаулай?
— Беҙҙең халыҡ "өҫтән" ҡушҡанды, "ҡамсылауҙы" ғына көтөргә күнеккән. Шуға күрә күп һөнәри берекмә етәкселәренең яй ҡуҙғалыуын, һүлпәнлеген аңларға була. "Демократия уйыны" менән мауығырға яратҡан, әммә аныҡ һөҙөмтәгә өлгәшә алмағандар ҙа бар. Ҡайһы бер мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә республика власының да өлгөрлөгө, һиҙгерлеге, мәсьәләне йәһәт кенә төшөнөп хәл итеүе кәрәк. Граждандарҙың һаулығын һаҡлау тураһында законда, коммерцияға ҡарамаған медицина профессиональ ойошмаларына ҡайһы бер функцияларҙы биреү буйынса раҫланған критерийҙар тураһында Хөкүмәт ҡарары ла булыуына ҡарамаҫтан, әлегә бик яй ҡуҙғалабыҙ.
Граждандарҙың һаулығын һаҡлау тураһында закон әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашып, 700-ҙән ашыу төҙәтмә индерҙек, әйткән һүҙебеҙҙән ҡайтманыҡ. Медицина палатаһы вәкәләттәр алыуға хоҡуғын раҫланы, республикабыҙҙа 25 һөнәри ассоциацияны үҙ эсенә алған профессионалдар берләшмәһе барлыҡҡа килде. 2015 йылда иһә врачтарҙы аттестациялау беҙҙең иңгә төшәсәк. Һуңғы ваҡытта табип менән пациент араһында низағтарҙың йышайыуы борсой. Ошо күңелһеҙ хәлдәрҙе кәметеү, судлашыуға еткермәү өсөн медицина ярҙамын яҡшыртыуҙың һәм бәхәсле хәлдәрҙе тәрәнтен өйрәнеүсе медиатр, психолог кеүек белгестәрҙең кәрәклеген дә яҡшы аңлайбыҙ.
— Төбәктәрҙәге ойошмалар нисек финансланасаҡ?
— Бөтә донъяла медицина палаталары бюджет һәм ағзалыҡ иғәнәләре иҫәбенә йәшәй. Мәҫәлән, Германияла бынан 100 йыл элек барлыҡҡа килгән Медицина палатаһында ағза булыу бөтә врачтар өсөн дә мотлаҡ. Ағза түгелһең икән, тимәк, профессиональ эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә лә хаҡың юҡ. Этик нормаларҙы боҙғанһың йәки белгес талаптарына яуап бирмәйһең икән, һине Палата ағзалығынан сығаралар һәм табиплыҡ хоҡуғынан мәхрүм итәләр. Ҡәтғилек көслө, тимәксеһегеҙме? Эйе, әммә врач институттан һуң мәнфәғәттәрҙе яҡлаған үҙен үҙе көйләүсе ойошмаға барырға тейешлеген аңлай. Һәр яҡтан да яҡлаулы белгес дипломдан һуң өҫтәмә белем ала, аттестациялана, юридик юҫыҡтағы мәсьәлә тыуа ҡалғанда ла уны Медицина палатаһы ҡурсалай.
— Әгәр ҙә врач ғәфү ителмәҫлек хата яһаһа?
— Тимәк, ул аттестация үтмәй. Аҡ халатлылар армияһы шул рәүешле осраҡлы кешеләрҙән, намыҫһыҙ белгестәрҙән үҙен аралаясаҡ. Иң тәьҫирле таҙарыныу ҡануны был.
— Республиканың һаулыҡ һаҡлау етәкселәре әйтеүенсә, халыҡтың 48 проценты медицина ярҙамынан ҡәнәғәт. Был фекер менән килешәһегеҙме?
— Теүәл һандарҙы бойондороҡһоҙ экспертиза ғына килтерә ала. Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә медицина хеҙмәтенә дәғүә белдереүселәр һаны бынан байтаҡҡа күберәк, уртаса күрһәткес — 70 проценттан юғары. Беҙҙә лә хеҙмәтләндереү сифатына, медицина торошона ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо кисереүселәр шул самалыр, тип уйлайым. Айырым бер утрауҙа йәшәмәйбеҙ бит.
— Миллионлаған һумдарҙы тармаҡҡа һалған һайын ни өсөн дәғүәселәр һаны кәмемәй һуң? Сәбәбе ниҙә?
— Бөтә алдынғы илдәрҙә лә һаулыҡ һаҡлау торошонан ҡәнәғәт халыҡ һанын 80 проценттан ашыуға еткереү өсөн тырышлыҡ һалалар. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы баһалауынса, был һан — дәүләттең социаль йүнәлешен билдәләүсе күрһәткес. Рәсәй Президенты В. Путин да 2018 йылға ошо үргә ирешеү бурысын ҡуйҙы. Ғәйәт ҙур маҡсат. 2012 йылда дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса ҡарарҙың сығыуы шәхси ойошмалар өсөн ыңғай күренеш булды. Әммә бюджет учреждениеларында түләүле хеҙмәттәр күрһәтелеүе менән беҙҙең Палата һис килешә алмай. Киләсәктә ялыуҙарҙың артыуы бик ихтимал.
Һеҙҙең туҡтауһыҙ үрсеп торған страховка компанияларынан ниндәй ҙә булһа файҙа күргәнегеҙ булдымы? Бюджет аҡсаһының ярайһы ғына өлөшө уларға китә бит. Беҙҙеңсә, был компаниялар — иң "йомшаҡ", хатта артыҡ звеноларҙың береһе. Ошо уҡ эште Медицина страховкалау фонды ла атҡара алыр, ә бюджет аҡсаһын тотоноу үтә күренмәлерәк, аңлайышлыраҡ булыр ине.
Медицинаға аҡсаның һыу һымаҡ ағылыуына ҡарамаҫтан, бюджет учреждениеларында халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр күрһәтеүҙе дауам итһәк, ауырыуҙарҙың ышанысын һис ҡасан да яулай алмаясаҡбыҙ. Граждандары медицина ярҙамы кимәленән ҡәнәғәт булған дәүләтте генә социаль йүнәлешлеләр рәтенә индереү мөмкин.
Йомғаҡлап шуны әйтер инем: ауырыу дауаханаға юл тотҡанда кеҫәһендә күпме аҡса барлығы, уның процедураға түләргә етеү-етмәүе хаҡында уйланырға тейеш түгел. Сиренә ярашлы тейешле ярҙамды ул, статусы, вазифаһы, йәше, белеме ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, тулы күләмдә алырға хоҡуҡлы.
— Ә кадрҙар мәсьәләһен нисек хәл итергә?
— Врачтарҙың абруйын күтәреү мотлаҡ бөгөн. Уларға лайыҡлы эш хаҡы түләнеүе лә төп шарттарҙың береһе. Әммә белемде камиллаштырыуҙың өҙлөкһөҙ алып барылмауы һөҙөмтәһендә белгестәрҙең сифаты түбән. Айырыуса вузды тамамлаған йәш кадрҙарҙы юғалтыу үтә үкенесле. Уларҙы уҡытыуға күпме бюджет аҡсаһы һалына, ә белгестәр, алған һөнәренән ваз кисеп, башҡа юлды һайлай. Күҙаллауҙарҙан күренеүенсә, 2018 йылда анестезиолог, реаниматолог, хирург кеүек профессионалдарға ҡытлыҡ тыуыуы ихтимал, сөнки йәштәр был һөнәрҙәрҙе һайларға атлығып тормай.
Ғөмүмән, уҡыу йортонда уҡ йәштәрҙең һәләтенә иғтибарҙы арттырып, кемде — ойоштороу, кемде — пациенттар, кемде технологиялар менән эшләүгә йүнәлтеү отошло булыр ине.
"Ауыл табибы" программаһы, ысынлап та, йәш белгестәрҙең төбәктәргә үҙҙәре теләп ҡайтыуына юл асты. Беҙҙеңсә, был проектты уңышлы дауам итеү, төбәктәрҙә халыҡтың медицина ярҙамына мохтажлығын кәметеү маҡсатында табиптарҙың йәшен сикләмәү хәйерлерәк булыр ине. Хаҡлы ялға сыҡҡан, әммә эшләргә дәрте лә, тәжрибәһе лә етерлек медицина хеҙмәткәрҙәрен ниңә ауылдарға йәлеп итмәҫкә? Отошло юлдарҙың береһе түгелме ни был?
Мине беҙҙәге файҙалы хеҙмәт коэффициентының түбәнлеге лә борсой. Йәшерен-батырын түгел, 1,5 ставкалыҡ хеҙмәт ҡайһы саҡта сит илдәге бер ставкаға торошло. Эштәге һәлкәүлек, ҡиммәтле ваҡытты шәхси мәсьәләләргә бүлеү ярҙам сифатын, пациентҡа иғтибарҙы бермә-бер кәметә.
Башҡортостан Президентының әүәлге һаулыҡ һаҡлау министрына коллективтар менән эшләү мөһимлегенә иғтибарҙы йүнәлткән һүҙҙәрен хәтерләйһегеҙҙер: "Врачты йылмайырға, ауырыуҙарға кешеләрсә мөнәсәбәт тәрбиәләргә өйрәтегеҙ", — тигәйне ул. Хаҡ һүҙҙәр. Психолог ярҙамынан тыш та табипты йылмайтырға мөмкин — тик уға халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеүсе субъект булараҡ ҡарамайыҡ, ул — медицина ярҙамы күрһәтеүсе белгес! Яҡшы эш хаҡы алған һәм өҙлөкһөҙ белемен камиллаштырған, социаль яҡтан яҡланған врачҡа ғына өмөт ҙур. Ә бөгөнгө яңыртыу программаһы тәүге звено табиптарын туҡтауһыҙ отчеттар яҙырға мәжбүр итә, уның баш ҡалҡытырға ла, ауырыу тураһында уйларға ла форсаты юҡ. Яңыртыу программаһы буйынса мулыраҡ эш хаҡын алыу теләге уны оҙонораҡ, шымараҡ отчеттарға, хатта ялған яҙмаларға этәрә. Бик күңелһеҙ хәл.
— Һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу программаһы буйынса 2012 йылда бүленгән аҡсаны тулыһынса үҙләштерә алмауҙың сәбәбен нисек аңлатыр инегеҙ?
— Тап беҙҙең Медицина палатаһының ныҡышмалылығы һөҙөмтәһендә программа 2013 йылдың 1 июленә ҡәҙәр оҙайтылды. Күп кенә төбәктәр ике сәбәп — мутлашыу, уғрылыҡ һәм нисек тә булһа мулыраҡ ҡалъяны ҡулға төшөрөү маҡсатында уңайлы юлдарҙы эҙләү арҡаһында аҡсаны ваҡытында үҙләштермәй ҡалды.
Беҙҙең өсөн иң мөһиме — средстволарҙы сифатлы файҙаланыу. Ике-өс компьютер ҡуйып ҡына табиптарҙың эше автоматлаштырылды, эш шарттары яҡшырҙы, тип уйлау һис дөрөҫ түгел. Рәсәй Президенты һәр ауылға барып аҡсаның нисек үҙләштерелеүен тикшереп йөрөй алмай. Барыһы ла урындарҙағы чиновниктарҙың яуаплылығына бәйләнгән.
Әгәр ҙә бюджет аҡсаһының нисек тотонолоуына йәмәғәтселек контроле күҙ-ҡолаҡ булһа, ҡорамалдарҙың сифатһыҙлығына, тейешенсә комплектланмауына бәйле мәсьәләләр үҙенән-үҙе юҡҡа сығасаҡ. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: Өфөнөң ҡайһы бер үҙәк урамдарында дарыуханаларҙы сәсеп үҫтергәндәрме ни? Ә ҡайһы бер ҙур ауылдарҙа сыра яндырып эҙләһәң дә улар юҡ. Сит илдәрҙә был йәһәттән ундай ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуйылмай. "Рәсәйҙәрсә" бизнестан арынырға ваҡыт. Ә хәл итеү юлдарын Палата ағзалары яҡшы белә.
— Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу программаһына ярашлы бүленгән средстволарҙы үҙләштереү буйынса лидерҙар рәтендә барыуын нисек баһалайһығыҙ?
— Күп осраҡта беҙҙә шулай: кем отчетты яҡшы яҙған — шул алдынғы. Эйе, аҡса бар, әммә уны бүлеүҙең һәм үҙләштереүҙең йыш ҡына дөрөҫ ойошторолмауы йәнде көйҙөрә. Беҙҙә яңыртыуҙы "ҡулайлаштырыу" тип аңлап, табиптарҙы, койка һанын ҡыҫҡартыу менән мауығыу башланды. Илдә 120 мең самаһы табип етешмәгәндә, бындай аҙымды хуплауы ауыр.
Бюджет аҡсаһы — һалым түләүсе халыҡтыҡы. Уны үҙләштергәндә чиновниктар тәү сиратта медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу юлдары тураһында уйларға тейеш. Ҡулайлаштырыу еленең фельдшер-акушерлыҡ пункттарына ҡағылыуы яуланған медицина ҡаҙаныштарын юҡҡа сығарҙы, кешеләрҙә аңлашылмаусанлыҡ, аптыраш, ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы. Ауылдарҙы һаҡларға, демографик күрһәткестәрҙе яҡшыртырға теләйбеҙ икән, төбәккә йәм, йылылыҡ биреүсе ФАП-тарҙың матди-техник базаһын нығытырға бурыслыбыҙ.
— Медицина палатаһы президентының тармаҡты финанслау буйынса тағы ниндәй ҡыҙыҡлы тәҡдимдәре бар?
— Һуңғы осорҙа тармаҡҡа шунса-шунса миллион бүленде, тип йыш ҡабатлаһаҡ та, әлегә бөгөнгө финанслауҙың башҡа илдәр менән сағыштырғанда ике-өс тапҡырға түбәнерәк икәнен онотмайыҡ. Шуға күрә аҡсаны һанай һәм тотона белеүҙә һаҡсыллыҡ, ғәҙеллек күрһәтергә тейешбеҙ.
Алдынғы илдәрҙә ошо мөһим эш менән үҙ-үҙен көйләүсе ойошма шөғөлләнә: ҡайҙа ниндәй дауахана төҙөргә, ниндәй кабинеттар асырға, ҡайҙа инвестор йәлеп итергә... Рәсәйҙең 70 проценттан ашыу төбәгендә стоматология — шәхси ҡулдарҙа. Татарстан бөтә дәүләт стоматология клиникаларын шәхси бизнесҡа тапшырған. Ысынлап та, халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр күрһәткән был учреждениеларға бюджет аҡсаһын тотоноу кәрәкме икән? Ҡорамалдар ҙа бюджеттан финанслана. Стоматология хеҙмәтенә мохтажлыҡ кисергән кешеләр ярҙамды шул уҡ шәхси клиникаларҙа, әммә бюджет иҫәбенә алыр, йәғни шәхси клиникалар дәүләт заказын үтәр ине.
Ни өсөн республикала етлекмәй тыуған һәр өсөнсө сабый тәүге дүрт йылда инвалидтар рәтен тулыландыра? Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 500 грамм ғына ауырлыҡта донъяға килгәндәрҙе лә үҫтереү тураһында бойороғо сығыуына ҡарамаҫтан, беҙ етлекмәй тыуған балаларҙы тәрбиәләү өсөн техник базаны булдырып өлгөрмәнек. Беҙҙең бала табыу йорттары үҙ исемен аҡламай, сөнки заман талаптарына яуап бирмәй. Ошондай сабыйҙар өсөн реабилитация үҙәктәрендә тейешле шарттар булдырғанда, неонатологтар ассоциацияһының тәҡдим-кәңәштәрен иҫәпкә алғанда, сабыйҙарҙың үлеме ҡырҡа кәмеү менән бергә уларҙың тормош сифаты ла яҡшырыр ине.
Ғөмүмән, балалыҡ әлегәсә ҡалдыҡ принцибы буйынса финанслана. Сабыйҙар инвалидлыҡҡа дусар ителмәһен өсөн тәүге йылда уҡ реабилитация үҙәгендә махсус һауыҡтырыу дауаларын алырға тейеш. Үкенескә ҡаршы, беҙҙә әлегә исеме есеменә тап килгән үҙәктәр юҡ.
Бынан бер нисә йыл элек баш ҡаланың 22-се дауаханаһындағы республикалағы берҙән-бер балалар гинекология бүлексәһен яптылар. Ә ниндәй ҙур тырышлыҡ һәм өмөт бағлап төҙөлгәйне! Имеш, бүлексә табыш килтермәй, операциялар аҙ яһала... Бөтә ғиллә тап шунда ла: ауырыуҙы етди операцияға тиклем еткермәй, ваҡытында дауалау. Шулай булғас, йәш әсәләрҙең ҡайҙан һаулығы булһын! Балалыҡты финанслау мәсьәләһен күҙ уңынан ысҡындырмаясаҡбыҙ, тип һеҙҙе ышандырмаҡсымын.
— Медицинаның бөгөнгөһө лә, киләсәге лә халыҡты борсой. Уның тотош түләүлегә әүерелеүе, шәхси ҡулдарға күсеүе ихтималмы?
— Был йүнәлештә һүҙ ҡуйыртыуҙар барыуына ҡарамаҫтан, мин сәләмәтлек һаҡлауҙың социаль-иҡтисади сәйәсәттең айырып алғыһыҙ мөһим өлөшө булып ҡаласағына ышанам. Яңы быуатта өр-яңы ҡараш, сиселештәр кәрәк. Иҡтисадта, сәйәсәттә, экологиялағы тәрән үҙгәрештәр һаулыҡ моделенә мөнәсәбәтте лә ҡырҡа үҙгәртте.
Һәр төбәктең уңыштарын, ҡаҙаныштарын барлағанда, халыҡтың сәләмәтлеге төп критерийҙарҙың береһе булып сығыш яһаясаҡ, шуға күрә һаулыҡ һаҡлауҙы Европа стандарттарына сығарыу бурысы ла, ойоштороу һәм дауалауҙағы кәмселектәрҙе тәнҡит утына алыу ҙа көтөлмәгән хәл түгел. Ғөмүмән, "беҙҙә барыһы ла шәп" тип кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә шапырыныу яҡшыға килтермәй. Үҫеш өсөн һәр саҡ урын бар.
Түләүле медицина ярҙамы һәм шәхси клиникалар дәүләт һаулыҡ һаҡлау тармағын тулыландырыу өсөн хеҙмәт итергә тейеш. Ике яҡлы эш итеүгә урын юҡ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Медицина палатаһы ҡулға-ҡул тотоношоп, тармаҡҡа идара итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Дәүләт халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау буйынса айырым йөкләмәләр өсөн яуаплы. Шулай уҡ граждандар ҙа үҙ һаулығын һаҡларға, сәләмәт тормош алып барырға бурыслы. 6 мең һумлыҡ вискиҙан ағыуланып, аҙаҡ анализ биреүгә 300 һумын йәлләп, "һеҙ мине бушлай дауаларға тейешһегеҙ" тип дәғүә белдерерлек булмаһын.
— Ни өсөн ошондай ҙа ҡатмарлы, тынғыһыҙ эшкә егелеүҙе кәрәк тип таптығыҙ? Рәхмәт һүҙҙәренә ҡарағанда тәнҡитләүҙәр күберәк буласағы билдәле.
— Эйе, 73 төбәкте берләштергән Рәсәй Медицина палатаһы өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ алды. Барыбыҙ ҙа тәнҡит утынан ҡурҡып, ҡыуаҡ артына боҫһаҡ, тармаҡтағы хәл ҡырҡыулашасаҡ ҡына. Бер ниндәй ҙә ҡурҡыу тойғоһо кисермәйем, сөнки мин яҡты идея өсөн эшләйем. Тәжрибәм мул, сит илдә уҡыу ҙа ярҙам иткәндер. Ҡыҙымдың табип һөнәрен һайлауы, ейәнсәремдең дә тап ошо юлды үҙ итеүе медицина фәненең киләсәге өсөн борсолоуҙан янып эшләргә әйҙәй торғандыр.
Арҡа терәрлек фекерҙәштәрҙең һәм хеҙмәттәштәремдең күплегенә ҡыуанам. Бергәләп бар ҡаршылыҡты ла еңербеҙ, ватандаштарыбыҙҙың медицинаға ҡаҡшай төшкән ышанысын яуларға тырышырбыҙ.
Форсаттан файҙаланып, коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйем. Пациенттарығыҙҙан бары рәхмәт һүҙҙәре генә яуһын, унан да олораҡ, ҡәҙерлерәк баһа юҡ.




Ауырыуҙарҙың ышанысын ҡайтарып булырмы?Дамира Шәрифйән ҡыҙы САБИРЙӘНОВА — медицина фәндәре кандидаты, доцент. Байтаҡ йылдар Башҡортостан дәүләт медицина университетында студенттарға белем бирҙе, юғары уҡыу йорто ректорының советнигы булды.
20 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә хирург медицина өлкәһендә бизнес менән дә шөғөлләнә. 2010 йылдың апрелендә Рәсәйҙә пациенттарҙы сифатһыҙ дауанан һәм табип хаталаныуынан ҡурсалау, шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен ғәҙелһеҙ ғәйепләүҙәрҙән, нигеҙһеҙ эҙәрлекләүҙәрҙән һаҡлау маҡсатында Милли медицина палатаһы төҙөлгәс, Дамира Шәрифйән ҡыҙына Башҡортостандың Медицина палатаһына етәкселекте ышанып тапшыралар. Рәсәй Милли медицина палатаһының президенты вазифаһын бөтәбеҙгә лә яҡшы таныш доктор Леонид Рошаль үтәүе лә мәғлүм булһын.
Дамира Сабирйәнова — Рәсәй Милли медицина палатаһы советы ағзаһы, Волга буйы федераль округы буйынса Медицина палатаһының координация советы рәйесе лә.



Динә АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872