Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рәмиевтәр тураһында нимә беләбеҙ?
Рәмиевтәр тураһында нимә беләбеҙ?
Икенсе донъя һуғышы алдынан Советтар Союзы фәнни-техник прогресс яғынан АҠШ-ты, Англияны, Германияны ҡыуып етә, ә һуғыштан һуң ул, еңеүсе ил булараҡ, планетаның иң көслө державаһына әүерелә. Әммә “һалҡын һуғыш” осоронда СССР хәрби өлкәлә үҙенең “көндәше” АҠШ-тан күпкә ҡалышты. Бигерәк тә уларҙа булған ядро ҡоралы СССР-ға хәүеф менән янаны. Беҙҙең ил 1949 йылда атом ҡоралына эйә булһа ла, уны билдәле урынға еткереү өсөн боезарядкалар етешмәне. Быны фәнде һәм техниканы йылдам үҫтереп кенә тормошҡа ашырып булырын ил етәкселәре аңлай ине.


Юғары белемһеҙ фән докторы

Ил буйынса танылған А.И. Берг, И.С. Брук, С.А. Лебедев, Глушков, Кельдыш кеүек ғалимдар ғына артта ҡалыуҙан ҡотолорға булышлыҡ итте. Улар араһында Совет фәнен үҫтереүгә иң күп өлөш индергән ғалимдарҙың береһе Бәшир Искәндәр улы Рәмиев тә бар. Кем булған һуң Б.И. Рәмиев, уның тураһында ни беләбеҙ?..
Ул — күренекле совет ғалимы, конструктор, иң беренсе булып ЭВМ-дың ”Стрела”, “Урал-1”-ҙән алып “Урал-16”-ға тиклемге серияларын системаға һалыусы, техник фәндәр докторы (1962), Сталин премияһы лауреаты (1954), I-II-III дәрәжә дәүләт премияһы лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Бөтә Союз халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең алтын миҙалы эйәһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы.
Бәшир Искәндәр улы Рәмиев 1918 йылдың 1 майында хәҙерге Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында тау инженеры ғаиләһендә тыуған.
Уның атаһы Искәндәр Закир улы (1886—1943) Беренсе донъя һуғышы алдынан Германиялағы Фрайберг ҡалаһында Тау академияһын тамамлап, инженер һөнәрен үҙләштереп, 1914 йылда тыуған яҡтарына ҡайтҡан. Атаһының Ирәндек ауылындағы алтын приискыларында эшләгән. Яңынан-яңы мәғдән ятҡылыҡтарын эҙләп тапҡан һәм үҙләштергән. 1926 йылда хәҙерге Баймаҡ баҡыр иретеү заводында инженер-конструктор булған, һуңынан “Башзолото” тресында етәксе вазифалар биләгән.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, халыҡ араһында абруйлы белгес булып танылған. Бай миллионер балаһы булараҡ, ул ике тапҡыр репрессияға дусар ителгән. 1929 йылда бер ниндәй ғәйепһеҙ көйө туғыҙ ай буйы камерала ғазап сиккән. Икенсе тапҡыр 1938 йылда тағы ҡулға алынған, биш йылға хөкөм ителеп, Томск өлкәһенә һөргөнгә ебәрелгән. 1943 йылда атылған. Үлгәндән һуң егерме йыл үткәс кенә аҡланған.
Б.И. Рәмиев бала саҡтан радио, магнит тулҡындарының таралыуы менән ҡыҙыҡһынған, 17 йәшендә, 1935 йылда, Бөтә Союз уйлап табыусылар йәмғиәтенә ағза булып ингән. 1937 йылда Мәскәү энергетик институтына уҡырға кергән, әммә II курстан “халыҡ дошманы улы” булараҡ институттан ҡыуылған. Оҙаҡ ваҡыт эш таба алмаған. 1939 йылда Өфөгә килгән һәм, бик күп ҡыйынлыҡтар күреп, Башҡортостан радиостанцияһына мөдир булып урынлашҡан.
Бында эшләгәндә лә “халыҡ дошманы улы” булараҡ тынғылыҡ бирмәйҙәр уға, эштән ҡыуалар. Яҡындары, туғандары Өфөнән йыраҡҡа китергә кәңәш бирә. Ниһайәт, 1940 йылда Мәскәүгә килә, үҙәк элемтә фәнни-тикшеренеү институтына ябай техник булып эшкә урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙ теләге менән яуға китә. 1-се Украина фронтында, 1943 йылда Днепрҙы аша сығыуҙа, Киевты азат итеүҙә ҡатнаша. Яу яланында ул элемтәсе бурысын үтәгән, был өлкәлә күп кенә яңы асыш яһаған.
1944 йылда һәләтле егетте армия хеҙмәтенән азат итәләр, фән менән шөғөлләнергә ҡушалар. Шул уҡ йылда Б.И. Рәмиев академик Аксель Берг етәкселек иткән үҙәк фәнни-тикшеренеү институтына эшкә урынлаша.
Берҙән-бер көндө “Би-би-си” тапшырыуҙарын тыңлағас, АҠШ-та ЭВМ-дар төҙөлә башлауын ишеткән һәм уның сит илдәрҙән алда ошо өлкәлә фәнни-техник үҫешкә өлгәшеү теләге тыуған. Бындай ынтылышты академик Аксель Берг та, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Исаак Брук та ҡабул иткән.
1948 йылдың майында Б.И. Рәмиев СССР Фәндәр академияһының лабораторияһында ЭВМ-дар төҙөү буйынса инженер-конструктор булып эш башлаған. Күп тә үтмәй, шул йылдың авгусында, ул СССР-ҙа ғына түгел, донъяла беренсе булараҡ “Автоматик һанлы электрон машина” проектын тәҡдим иткән. Был асыш фән һәм техника өлкәһендә киң ҡулланыу тапҡан. Беренсе уйлап табыусы булараҡ, 1948 йылда уға 10475-се һанлы авторлыҡ танытмаһы тапшырылған.
Уның барлыҡ ғүмере ЭВМ-дарҙың төрлө типтарын, серияларын уйлап табыу менән үткән. Бәшир Искәндәр улын үтә баҫалҡы, эшлекле, коллегалары араһында күренеп барырға тырышмаған шәхес тип хәтерләйҙәр. Гәзит-журналдар ҙа уның яңы асыштары тураһында яҙып бармаған. Күрәһең, “халыҡ дошманы улы”н күренекле ғалим, шәхес, уйлап табыусы тип күрһәтергә ҡыймағандарҙыр.
Ул бер ваҡытта ла конференцияларҙа, йыйылыштарҙа сығыш яһамаған. Барлыҡ эшмәкәрлеге техник отчеттарҙа, эш документтарында, һыҙмаларҙа бирелгән. Бер саҡ сығыш яһарға ҡушҡас, “Мин, трибунаға сығып доклад һөйләп торғансы, яңы бер ЭВМ уйлап табам”, — тигән Бәшир Рәмиев.
Ул 1950 йылда атаһы тураһында дөрөҫлөктө белеү өсөн “халыҡтар атаһы” И.В. Сталинға хат яҙған. Яуап алыу урынына, телефон аша: “Шаулама, башҡа бер ергә лә яҙма!..” — тигән тупаҫ иҫкәртеү алған.
1955 йылда фәнни үҙәк Мәскәүҙән Пенза ҡалаһына күсә. Б.И. Рәмиев ошонда етәксе, генераль конструктор булып 13 йыл буйы эшләй, бик күп асыш яһай. Үҙенең тыуған Уралына арнап универсаль “Урал-1”-ҙән алып “Урал-16”-ға тиклем ЭВМ-дар серияһын эшләп сығара. Хеҙмәт емештәре илебеҙҙең иҫәпләп сығарыу үҙәктәрендә киң ҡулланыла. Бының өсөн коллективҡа I, II, III дәрәжә дәүләт премиялары бирелә.
Б.И. Рәмиевтең юғары ғына түгел, урта белеме лә булмаған. Шуға ҡарамаҫтан, нәҫелдән, тыумыштан килгән һәләтен үҙ алдына уҡып үҫтерә алған: математика, физика, химия, хатта астрономия фәндәрен яҡшы белгән, бергә эшләгән академиктарҙы ла хайран ҡалдырған.
1954 йылда СССР-ҙың Ерҙең яһалма юлдашын ғәмәлгә индереүендә, 1961 йылда тәүге космонавт Юрий Гагариндың Йыһанға осоуында ла уның өлөшө бар.
1962 йылда Б.И. Рәмиевкә техник фәндәр докторы тигән юғары ғилми дәрәжә бирелә. Академик А.И. Берг: “Мин уның менән 17 йыл бергә эшләйем, фән өлкәһендәге эшмәкәрлеген юғары баһалайым. Ул диссертация яҡламайынса ла техник фәндәр докторы булыуға лайыҡ”, — тигән. Был тәҡдимде академиктар Лебедев, Кельдыш, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты И.С. Брук та яҡлап сыҡҡан.
Яҡташыбыҙҙың ватан мәнфәғәтендәге фәнни асыштары беҙҙең илде техник үҫеш йәһәтенән иң алдынғылар сафына еткерҙе. Ә ул йәшәгән осор иң ауыр йылдар ине.
Боронғо кешеләр: “Аллам һаҡлаһын, сәйәси үҙгәрештәр ваҡытында йәшәргә яҙмаһын!” — тигән. Бәшир Рәмиевтең яҙмышына илдә, донъяла булған бик ҙур ваҡиғаларҙы кисерергә тура килә: революция, граждандар һуғышы, коллективлаштырыу, индустриализация, репрессия, фашистик Германияға ҡаршы һуғыш аслыҡ, емереклек, халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыу АҠШ менән СССР араһында барған “һалҡын һуғыш”, атом һәм водород бомбалары менән ҡоралланыу, социалистик системаның юҡҡа сығыуы, 1990 йылдан башлап планлы үҫештән баҙар иҡтисадына күсеү... Барыһын да ул үҙ елкәһендә татыған.
Бәшир Искәндәр улы Рәмиев 1994 йылдың 16 майында Мәскәүҙә вафат булған, Кунцево ҡәберлегендә ерләнгән. Исемен мәңгеләштереү маҡсатында Пензала ул эшләгән бинаға таҡтаташ ҡуйылған. Шул уҡ ҡалала Рәмиев исемендәге парк бар, ә Мәскәүҙә политехник институт музейында ғилми яҡташыбыҙҙың бөтә фонды һаҡлана.

(Дауамы бар).


Автор: Азамат ТАЖЕТДИНОВ. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә