Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған ерҙән көс алып...
Тыуған ерҙән көс алып...Федоровка район хакимиәтендә эш көнөнөң иртәнге һигеҙенсе яртыла уҡ башланыуын белгәс, йәшермәйбеҙ, аптырабыраҡ ҡалдыҡ. «Бигерәк иртәләйҙәр, йәй булһа, аңлашылыр ине, һигеҙҙә лә түгел», — тип ғәжәпләндек. Шулай ҙа үҙебеҙҙе һынатмаҫҡа теләп, иртә ҡуҙғалдыҡ. Хакимиәт бинаһына йүнәлгәндә Федоровка ауылы йорттарының һирәк-һаяғында ғына ут балҡый ине әле. Тупһаһына аяҡ баҫҡанда, сәғәт уғы етене күрһәтһә лә, тәүгеләр була алманыҡ – ошо төбәк яҙмышы, халҡының көнитмеше өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла тиерлек килеп өлгөргәйне инде. Урынбаҫарҙар, идаралыҡ начальниктары, төрлө бүлек һәм ойошма етәкселәре, белгестәр өсөн сираттағы эш көнө ғәҙәттәгесә район хакимиәте башлығы бүлмәһендәге кәңәшмәнән башланды.

Тыуған ерҙән көс алып...Таң һарыһынан кәңәшмә

Радик Ишмөхәмәтов ваҡытты һуҙманы, шунда уҡ етди һөйләшеүгә күсте. Иң элек көнүҙәк мәсьәләләр асыҡланды, артабан бөгөн атҡарылаһы саралар билдәләнде. Ә улары байтаҡ булып сыҡты. Ҡыш ишек ҡаҡҡанда, әлбиттә, ауыл хужалығына, малсылыҡҡа һәм төҙөлөшкә ҡағылышлылары тәү сиратта ине.
— Үҫтерелгән культуралар йыйып алынһа ла, игенсенең мәшәҡәте бөтәһе түгел. Көнбағыш менән сөгөлдөрҙән мул уңыш алыуыбыҙ, әлбиттә, һөйөндөрҙө. Быйыл район тарихында беренсе тапҡыр сөгөлдөр шулай ишелеп уңды. Әммә уны юғалтыуһыҙ тапшырыу бурысы тора. Был тәңгәлдә проблема бар, быны һәр ҡайһығыҙ яҡшы белә, Мәләүез шәкәр заводында ла ҡабул итеп өлгөрмәйҙәр, сират ҙур. Шуға ҡарамаҫтан, барлыҡ көстө йөк ташыуға тупларға кәрәк. Хәҙер шәхси ихаталарҙа ла транспорт бушаны, уларҙы ла йәлеп итергә була. Көнбағышты үҙ көсөбөҙ менән киптерә торорға тура килә, сөнки дымлылығы арҡаһында хаҡы түбән. Аңлап тораһығыҙҙыр, шуға әле һатыу отошло түгел, — тип ошо мәсьәләләр менән ныҡлап шөғөлләнергә саҡырҙы Радик Ғилметдин улы.
— Малсылыҡта, дөйөм алғанда, хәл ҡәнәғәтләнерлек. Һөт етештереүҙе кәметмәйбеҙ, быныһы һәйбәт. Уның хаҡы әлегә юғары, тимәк, килем алыу мөмкинлеге бар. Һөт һатыу буйынса күрһәткестәрҙе артабан да түбәнәйтмәҫкә кәрәк. Бының өсөн иң элек ҡуралағы мал-тыуарҙы яҡшы тәрбиәләүҙе ойоштороу талап ителә. Һыйырҙар быҙаулай башланы, үрсемдең былтырғыға ҡарағанда күберәк булыуы шатландыра. Йәш мал өсөн тейешле шарттар булдырып, имен ҡышлатырға кәрәклеген йәнә иҫегеҙгә төшөрәм, — тип был тармаҡта ла теҙгенде бушатмаҫҡа ҡушты башлыҡ.
Артабан ҡаралған мәсьәләләр ҙә телгә алып үтелгәндәренән бер ҙә бәләкәй булмай сыҡты. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – бөгөн тотош ил халҡында тиерлек оло ризаһыҙлыҡ тыуҙырған тармаҡ. Шуға был йүнәлеш тә ныҡлы контролдә.
Тыуған ерҙән көс алып...— Халыҡты йылылыҡ менән тәьмин итеү буйынса эште тейешенсә көйләгеҙ, бер кем дә дәғүә белдерерлек булмаһын. Хәл ителеп бөтөлмәгәндәрен йәһәтерәк тамамларға кәрәк. Әгәр теге йәки был йортҡа ҡағылышлы проблемалар айырым ҡарауҙы талап итә икән, йыйылып, бергәләп уйлашайыҡ. Минеңсә, әлегә күп мәсьәләләрҙә төплө белемле ҡараш етеңкерәмәй. Әйҙәгеҙ, бурыстарҙы бер-беребеҙгә өҫтәмә тотҡарлыҡ тыуҙырмай атҡарырға өйрәнәйек, — тип һәр эште үҙ ваҡытында теүәлләргә саҡырҙы Радик Ғилметдин улы.
Ғөмүмән, башлыҡ һанап үткән бер генә мәсьәләне лә кисектереү мөмкин түгел ине. Мәҫәлән, халыҡтың электр энергияһы һәм газ өсөн үҙ мәлендә иҫәпләшмәүе лә — борсоулы хәл. Был тәңгәлдә ныҡышмалы эшләргә кәрәк. Йылылыҡ трассаһы, күпер төҙөлөшө буйынса проект-смета документтарын әҙерләүҙе оҙаҡҡа һуҙырға ярамауын иҫтәренә төшөрөүе лә урынлы. Халыҡтың диспансерлаштырыуға, матбуғатҡа яҙылыуға айырым туҡталыуы ла аңлашыла. Йорттарҙы капиталь ремонтлау мәсьәләһен дә ситкә ҡуйып тороу мөмкин түгел. Кәңәшмә тамамланғас, уның ни өсөн иртә башланыуы менән ҡыҙыҡһындыҡ.
— Тотош бер райондың үҫеше һәм халҡы өсөн яуаплыбыҙ бит. Шуға ла ваҡыт менән иҫәпләшмәҫкә тура килә. Һәр тармаҡ, йүнәлеш етәксеһе артабан үҙендә кәңәшмә үткәрә, таң һарыһынан йыйылыуҙың сәбәбе ошо, — тип аңлатты ул.
Радик Ғилметдин улына хакимиәт хеҙмәткәрҙәре таралышҡандан һуң да тын алырға форсат теймәне – сәркәтип шылтыратыуҙарҙы тоташтыра ла башланы. Төрлө тармаҡ белгестәре лә йомоштарын йомошларға ашыҡты. Ул арала ҡабул итеү бүлмәһенә байтаҡ кеше йыйылды. Дүшәмбе — хакимиәт башлығының халыҡты ҡабул итеү көнө, шуға сәғәт унға тиклем килеп еткәндәр.

Тыуған ерҙән көс алып...Һәр кемдең — үҙ хәстәре

Тәүге булып бүлмәгә Федоровка ауылынан Ринат Йосопов аяҡ баҫты. Радик Ғилметдин улы уның менән таныш булып сыҡты, хатта автосервис асып, уңышлы ғына эшләүен дә белә икән.
— Хәҙер оҫтахананы ихатамдан башҡа ергә күсерергә ниәтем. Тик яңы бина өсөн урын кәрәк. Ошо мәсьәләлә ярҙам итһәгеҙ ине, — тип үтенесен белдерҙе эшҡыуар.
— Ғаризаң менән таныштым, эшеңде дауам итеүеңде хуплайым. Урынға килгәндә, проблема юҡ, Федоровканан сыҡҡанда, бер аҙ ғына ситтәрәк, төҙөлөш өсөн майҙан бар. Автомашиналар өсөн дә уңайлы, тигеҙ ер. Белгестәр менән барып ҡарағыҙ, хәл итергә булышырҙар, — тип шунда уҡ ыңғай яуап бирҙе башлыҡ.
Сираттағы кеше ингәнсе ер бүлеү мәсьәләһен аңлатып:
— Һуңғы йылдарҙа ошондай үтенес менән мөрәжәғәт итеүселәр күп. Йорт һалам тиһәләр ҙә, эш асырға йыйынһалар ҙа, урын етерлек, кем теләй – рәхим итһен. Тәүҙә биш йылға ҡуртымға бирелә, артабан нисек файҙаланыуҙы үҙҙәре хәл итә, – тине. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ишек ҡаҡҡан йәш белгес Фәйзуллинды ла яҡты йөҙ менән ҡаршыланы башлыҡ. Торлаҡ программаһы менән ҡыҙыҡһынған егетте иғтибар менән тыңлағандан һуң: — Ҡустым, һиңә "Ауылды социаль үҫтереү" программаһына инеү ҡулай булыр, моғайын. Кәрәкле документтарыңды йәһәтерәк тупла, — тип кәңәш бирҙе.
Торлаҡҡа бәйле мәсьәләгә ҡағылғас, һүҙҙе артабан дауам итеп:
— Шуныһы шатландыра: төбәгебеҙ халҡы, тырышып һәм бер-береһе менән ярышып тигәндәй, йорт-ҡаралтыһын яңырта. Йәштәр тыуған ерендә төпләнгәс, заманса материалдар ҡулланып төҙөлгән матур-матур өйҙәр күбәйә. Былтыр, мәҫәлән, 12 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды, был 2011 йылға ҡарағанда күберәк. Шул иҫәптән 11 мең квадрат метрҙан ашыуы шәхси йорттар иҫәбенә ҡалҡты. Быйыл да күп төҙөлә, мәҫәлән, туғыҙ айҙа ун мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелде. Әйткәндәй, был күрһәткес тә, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, күберәк. Анығыраҡ итеп күҙ алдына баҫтырыу өсөн беҙҙә бер кешегә 25 квадрат метр торлаҡ майҙан тура килеүен әйтеү ҙә етәлер, моғайын. Ә республика буйынса был һан — 22,2 квадрат метр. Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса ла саралар күрелә. Былтыр өсәүһен фатирлы иттек, быйыл дүртәүһе хаҡында хәстәрләйбеҙ, — тип хәл менән таныштырып та алды.
Юлдаш ауылынан Кәрим Атйетәровты ла ихлас ҡаршыланы Радик Ғилметдин улы. Үҙ нужаһы менән түгел, дөйөм хәстәр менән йөрөүе икән Кәрим Карамат улының. Хәл-әхүәл белешкәс, имам:
— Энергетиктарҙың мәсетебеҙҙәге утты өҙәбеҙ тип янауы борсой. Файҙаланған өсөн ваҡытында иҫап-хисап яһап барабыҙ, уныһына дәғүәләре юҡ. Мәсьәлә иһә мәсет биләгән урындың рәсми теркәлмәүенә бәйле. Шуның арҡаһында сетерекле хәл тыуҙы, — тип ярҙамға өмөт итеп килеүен белдерҙе.
Башлыҡ шунда уҡ белгестәрҙе саҡыртып алып, мәсьәләне тиҙ арала көйләргә, кәрәкле документтар әҙерләргә ҡушты.
Сираттағы кеше инергә лә өлгөрмәне, йәнә телефон шылтыраны.
— Гончаровка ауылынан Өлфәт Латипов шылтырата. Оҙаҡ йылдар механизатор булып эшләй, яҡшы беләм уны. Йорттарының түбәһе алмаштырылғайны, шуға рәхмәт әйтә. Төштән һуң ул ауылда ла булырбыҙ, ремонт барышын үҙегеҙ ҙә күрерһегеҙ әле, — тип һөйләшкән кешеһе менән таныштырып ҡуйҙы етәксе.
Сәғәт 12 тулыуға ҡабул итеүгә килеүселәр йомоштарын теүәлләп бөттө. Әммә башлыҡ бүлмәһенән кеше өҙөлөргә уйламаны ла. Хакимиәт белгестәре Яңы йылға бәйле саралар, конкурс һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында мәғлүмәт еткерҙе, кәңәшләшеп алды. Шул арала Радик Ғилметдин улы, Мәләүез шәкәр заводына шылтыратып, ундағы хәлде белеште, урынбаҫарҙарына күрһәтмәләр бирҙе.

Тыуған ерҙән көс алып...Ышанмауҙан түгел, күнегеүҙән

Төштән һуңғы оператив кәңәшмә район үҙәгендә төҙөлөүсе балалар баҡсаһында планлаштырылғайны. Ошо бинаны сафҡа индереү өсөн яуаплыларҙың барыһы ла ваҡытында йыйылды. Элекке колхоз ҡарамағында булған бинаны муниципаль милеккә күсергәндәр һәм уны үҙгәртеп ҡоралар икән. 60 урынға иҫәпләнгән бинала ысын мәғәнәһендә эш ҡайнай ине. Радик Ғилметдин улы барлыҡ бүлмәләрҙе ентекләп ҡарап, атҡарылған эш күләмен асыҡланы, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына шунда уҡ яуап алды. Ситтән күҙәткәндә башлыҡтың талаптары ҡаты кеүек тойолоуы ла ихтимал. Әммә бинаның балалар өсөн төҙөлөүен иҫәпкә алғанда, эштең сифатлы атҡарылыуы тәүге урында торорға тейеш. Төҙөлөш өсөн йүнәлтелгән аҡсаның да маҡсатлы тотонолоуы мотлаҡ. Әйткәндәй, был балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылғас, сиратта тороусыларҙың барыһы ла урынлы буласаҡ.
— Электр энергияһына бәйле генә проблема бар, башҡаларын үҙебеҙ хәл итәбеҙ, — тине прораб.
— Эштәр, ысынлап та, күҙалланғанса бара, шулай ҙа темпты һүрелтмәҫкә кәрәк. Электр энергияһы буйынса һөйләшермен, — тип район башлығы был мәсьәләне үҙ өҫтөнә алды.
— Радик Ғилметдин улы, балалар баҡсаһы йорттарҙан ситтәрәк тора түгелме? – тип ҡыҙыҡһындым, тирә-яҡты байҡағас.
— Эйе, үрге яҡтан ҡарағанда шулай кеүектер. Ана, күрәһегеҙме, аҫтараҡ урынлашҡан Дуҫлыҡ биҫтәһен? Унда, нигеҙҙә, йәштәр төпләнә. Улар өсөн был урын уңайлы буласаҡ, — тине ул.
Гончаровка ауылындағы күп фатирлы йорттағы ремонт барышын ҡарарға тип юлға сыҡҡас:
— Кабинетта ултырып, отчет буйынса ғына ниҙәр атҡарылыуын күҙәтергә күнекмәгәнмен. Эш барышы, әҙерлек кимәле менән урында танышырға ғәҙәтләнгәнмен. Ышанмауҙан түгел, ә төҙөлөш барған урында етешһеҙлектәрҙе ваҡытында асыҡлайһың, шунда уҡ хәл итәһең. Программа буйынса күп фатирлы 55 йортҡа капиталь ремонт яһарға тейеш инек, әлегә план үтәлә. Быйыл өсәүһе яңыртыла. Иҫке ике ҡатлы йорттар беҙҙе йонсотҡан проблема ине. Иң күп мөрәжәғәт, моғайын, уларҙа йәшәүселәрҙән булғандыр. Дәғүәләре урынлы, сөнки был йорттар үткән быуаттың 80-се йылдар башында уҡ төҙөлгән, — тине Радик Ғилметдин улы.
Тыуған ерҙән көс алып...Гончаровканың Комсомол урамындағы 24 фатирлы йорт эргәһендәге кәңәшмә лә эшлекле барҙы. Ауыл хакимиәте башлығы Ғәйнан Иҙрисов та ошонда ине. Башлыҡ иң беренсе йорт түбәһен ябыусыларҙан эште тотҡарлаусы сәбәптәрҙе төпсөрләп асыҡланы. Аҙаҡ белгестәр уларҙың ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап бирҙе.
— Егеттәр, өҫтәмә көс йәлеп итергә кәрәк булыр, оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, — тип хушлашты ул.
Район үҙәгендәге шундай уҡ йорттағы эш теүәлләнеүгә табан бара ине.
— Тиҙҙән тамамлайбыҙ, тотҡарлыҡ булмаясаҡ, материалдар етә, — тип ышандырҙылар.
— Улайһа, бында башҡа оператив кәңәшмәгә йыйылмаҫбыҙ. Тик шуны хәтерегеҙгә төшөрәм: эшселәр бейек йорт ҡыйығында эшләй, һаҡлыҡ сараларын күрегеҙ, — тип иҫкәртте башлыҡ.
— Был өй ҙә ошоноһо һымаҡ әллә ҡайҙан күҙгә ташланып, тирә-яҡты күркәмләндереп торасаҡ. Иң мөһиме – хужалары ҡәнәғәт, — тип эргәһендәге ҡыйығы заманса материал менән ябылған, тышҡы йөҙө матур төҫ алған йортҡа күрһәтте.
Юлда тирә-яҡты, ҡышҡы йоҡоға талған баҫыу-ҡырҙарҙы күҙәтеп барғас, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашыуын дауам итте:
— Районыбыҙ ауыл хужалығы йүнәлешле, шуға ошо тармаҡты хужалыҡ итеүҙең төрлө формаһын ҡулланып үҫтерәбеҙ. Фермерҙар ҙа, кооперативтар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа берҙәй өлөш индерә. Һөҙөмтә ҡыуаныслы — сәселмәй ҡалған майҙан юҡ. Игенселек менән шөғөлләнергә теләүселәргә ер бирәбеҙ, кәрәк икән, ярҙам итәбеҙ. Тармаҡта алға китеш күҙәтелә. Быйыл шәкәр сөгөлдөрөнән дә мул уңыш алдыҡ. Гектар ҡеүәте 300-320 центнерға еткән урындар булды. Элек унан ингән килем дөйөм табыштың 15-20 процентын ғына тәшкил итә торғайны. "Татлы тамыр"ҙы үҫтереүгә иғтибарҙы арттырабыҙ, быйыл ул 3200 гектарҙа сәселгәйне.
Иген культураларынан уртаса уңыш 15 центнер сыҡты. Быйылғы йыл өсөн һәйбәт тип иҫәпләйбеҙ. Иң мөһиме — барыһы ла йыйып алынды, орлоҡ тупланды.
Малсылыҡ буйынса ла эштәр әлегә көйлө тип әйтергә мөмкин. Мал һанын һаҡлап киләбеҙ. Йәштәр араһында ла мал үрсетеүселәр күбәйә. Фермерҙарҙың да улар иҫәбенә артыуы һөйөндөрә. Тимәк, ерҙең киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа. Программалар менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы, тырыштарҙы һәр саҡ хуплайбыҙ.
Етештерелгәнде үҙебеҙҙә эшкәртеү мәсьәләһе менән етди шөғөлләнәһе бар әле. Һөт буйынса алға китеш күҙәтелә: ситкә һатылмай, уға үҙебеҙҙә ихтыяж ҙур. "500 ферма» программаһын да оҫта файҙаланып ҡалырға кәрәк, сөнки ауыл хужалығы өсөн ул — бик һәйбәт проект. Бының емешен күрә башланыҡ та инде, мәҫәлән, күптән түгел Фрунзе исемендәге кооперативтың Веселовка бүлексәһе малсылары оло ҡыуаныс кисерҙе.
Әйткәндәй, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме буйынса Федоровка һуңғы бер нисә йылда республикалағы алдынғы ун район иҫәбендә бара. Ауыл хужалығында тотороҡлолоҡҡа өлгәшелде, хәҙер ниәтебеҙ — сәнәғәтте үҫтереү. Был йүнәлештә тәүге аҙымдар яһалды — төбәгебеҙ инвесторҙарҙы ылыҡтыра башланы. Төйәгебеҙ ғәжәйеп үҙенсәлекле лә, күркәм дә. Күпме көс бирә ул кешегә! Бары тик уны күрергә, ҡәҙерен белергә һәм яратырға ғына кәрәк. Район биләмәһенән дүрт йылғаның баш алыуы ғына ла ни тора!
Эш урынына ҡайтып инеү менән ул балалар баҡсаһы биләмәһендәге электр уты мәсьәләһе буйынса һөйләшеү өсөн телефонға үрелде. Киске биштә видеокәңәшмә башланырға тейеш ине, Өфө менән бәйләнеш урынлаштырылаһы залға инеп, әҙерлекте лә белешеп сыҡты.
Көн кискә ауышһа ла, башлыҡтың эш сәғәте ҡасан тамамланасағы билдәһеҙ ине. Бөгөнгө эштәргә йомғаҡ яһарға кәрәк, иртәгәһе көнгә пландарҙы ҡайтанан ҡарап сығаһы ла бар. Шулай үтә Радик Ғилметдин улының һәр көнө һәм сәғәте.
Хеҙмәт юлын тыуған ерендә башлаған һәм төйәгенең яҙмышы, халҡының киләсәге өсөн иңенә оло яуаплылыҡ алған етәксегә бер генә мәсьәлә лә ваҡ-төйәк түгел. Быны башлыҡтың бер эш көнө дауамында ла яҡшы аңланыҡ.
"Атҡараһы эштәребеҙ тағы ла күберәк. Пландағы әллә күпме сараларҙы тормошҡа ашыраһы бар", — тигәнде йыш ишетергә тура килде. Шулай булырға тейештер ҙә, сөнки төбәктең һәр йәһәттән дә үҫешеүе иң элек етәксегә бәйле.


Тыуған ерҙән көс алып...Тыуған төйәге:
Федоровка районының Дедов ауылы.
Белеме: Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (1974 йыл), Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлаған (1990 йыл).
Хеҙмәт юлы: 1974 йылда «Заветы Ильича» колхозында агроном булып эш башлай, артабан ошо хужалыҡҡа рәйес итеп һайлана. 1982 — 1985 йылдарҙа райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары, 1985 — 1986 йылдарҙа КПСС район комитетының ауыл хужалығы бүлеге мөдире, агросәнәғәт берекмәһе рәйесе, 1992 — 2004 йылдарҙа район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2004 йылдан алып бөгөнгәсә — район хакимиәте башлығы.
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары: Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы; Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, «Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. II дәрәжә Бөйөк Петр ордены кавалеры.
Ғилми дәрәжәһе: ғалим-агроном.


Һандар һәм дәлилдәр
l Райондың майҙаны — 1690 квадрат километр. Ул 14 муниципаль берәмеккә бүленгән. Биләмәлә 18 300 самаһы кеше йәшәй.
l Районда алты ауыл хужалығы предприятиеһы, 13 яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, 130 крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм 7,7 мең шәхси хужалыҡ тауар етештереү менән шөғөлләнә.
l 620 бәләкәй һәм урта эшҡыуар эшмәкәрлек алып бара, йәғни 10 мең кешегә 342,1 берәмек тура килә.
l Быйылғы туғыҙ айҙа иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрө буйынса етештерелгән продукция, үтәлгән эш һәм хеҙмәт күләме 424,7 миллион һум тәшкил иткән.
l Ғинуар — сентябрҙә тупланма бюджеттың килем өлөшө 325 миллион һум тәшкил иткән, былтырғы шул осорға ҡарата — 120 процент.
l Бөгөн барлыҡ төр хужалыҡтарҙа 26,9 мең баш мал аҫрала.
l Ғинуар — сентябрҙә 24,1 мең тонна һөт етештерелгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 876